Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Советтар Союзы Геройы Тажетдин Ғиләжетдинов ҡатыны Рәйсә менән 70 йыл ғүмер кисерҙе...

...1945 йылдың йәйендә Баҙраҡҡа ла фронтовиктар ҡайта башланы. Уларҙы ҡаршы алырға ҡатын-ҡыҙ, бала-саға сыға ине. Һәр ҡайһыһының һорауы бар: "Иремде (улымды) күрмәнеңме? Берлинда юлда осраманымы, хәбәре ишетелмәнеме? Башҡалар ҡасан ҡайтыр икән?"
Аңлашыла, ауылдан һуғышҡа бит бер нисә кеше бер көндә сығып китте. Бер үк йырҙы йырланылар:
Герман ере йәшел үлән,
Әллә ҡайтам, әллә үләм.
Тажетдин дә ауылға ҡайтып төштө. Дөрлөйыһан апай улының ябыҡ кәүҙәһен ҡосоп һөйләнде: "Әлдә иҫән ҡалғанһың, балам, юғиһә, ағайың Ғәйнеғилем һәләк булды бит, Хоҙай миңә таяныс итеп ҡайтарған һине". Ауылда Ғәйнеғилемде бик ғәййәр егет тип беләләр ине. Һуғышҡа тиклем үк институтҡа ингән, фронттан килгән хәбәрҙәрҙә лә уны герой итеп һөйләнеләр. Ни тиһәң дә, офицер бит. Баҙраҡтан сыҡҡан офицерҙар күпме ни?
Тажетдин мәктәпкә китте. Һуғышҡа тиклем шунда эшләп алғайны, бәлки, эш булыр, тип уйланы ул. Элекке танышын — Рәйсә исемле ҡыҙҙы осратты.
Салҡаҡ мәктәбендә уҡығанда, улар, өс дуҫ — Хәлим, Тажи, Файыҡ — дәрестән һуң Баҙраҡҡа ҡайтырға сыға ине. Яңы Бикмәткә еткәндә, быларҙы әлеге ауылдың сая ҡыҙы Рәйсә Фәйзуллина ҡар бураны туҙҙырып уҙып китә. Егеттәр уға бер шаян һүҙ ҡыҫтырғансы 100 метрҙы үтеп өлгөрә. Мәктәптә лә яҡшы уҡый, тик мулла нәҫеленән тип өнәмәүселәр бар. Тажетдин дә ҡыҙға битараф түгел, әммә тартына. Ни буй, ни төҫ менән бындай ҡыҙға өндәшерлек түгелмен, тип уйлай. Ошо сая, уңған ҡыҙ һуғыш ваҡытында Баҙраҡта уҡыта башлаған бит! Һуғыш йылдарында әллә ниндәй звенолар төҙөп, колхозға булышҡан, агитбригада, агитаторлыҡ эше, ҡатын-ҡыҙҙар советы — барыһы ла уның етәкселегендә үткән.
Күкрәген тултырып орден һәм миҙал таҡҡан егеткә лә һыр бирә торған түгел был. Ә ундай егеттәр Баҙраҡта бер генәме ни әле?! Әллә ниндәй ғәййәрҙәре бар. Шулай ҙа ул Рәйсәгә һүҙ ҡатты, әммә һөйләшеү шул мәктәп, ил тормошо хаҡында булды. Икенсе тапҡыр мәктәпкә уны Рәйсә үҙе саҡырҙы. Уҡыусылар менән осрашырға. Ә Ғиләжетдиновтар өйөндә Дөрлөйыһан апай менән шундай һүҙ булды:
— Балам, колхоздың да, беҙҙең дә хәл шәптән түгел, өйләнергә уйлаһаң, Рәйсәне ал, уның менән юғалмабыҙ.
— Миңә килерме икән һуң ул? Оҡшатырмы, юҡмы? Һин уның ҡиәфәтен генә ҡара!
— Ә ниңә килмәһен, фронтта немецтан ҡурҡмағанды, бында ҡыҙҙарҙан да шөрләп торорһоңмо ни?
Әсәһе ҡатыраҡ әйтте. Фронт фронт инде ул, кемгә атҡанды беләһең. Бында бит ҡыҙ йөрәген яулап алырға кәрәк. Һин уға тиңме, юҡмы?! Ә шулай ҙа һөйләшеп киттеләр. Рәйсәгә Тажи оҡшаны. Был инде Салҡаҡ мәктәбенең артыҡ тыйнаҡ малайы Тажи Ғиләжетдинов түгел ине. Дары еҫен һиҙгән генә түгел, яралар ала-ала дошман ҡыйратҡан яугир. Тиҙҙән директор, завуч иттеләр үҙен.
Йәшәп киттеләр. Еңел булманы Рәйсәгә Герой менән йәшәү. Хәйер, әле был ваҡытта Тажетдингә Советтар Союзы Геройы исеме ҡайтмағайны, Рәйсә лә, халыҡ та был исемгә лайыҡ булғанын белмәне. Үҙе лә һөйләмәне, сөнки командирҙар уны баһаға 1945 йылда тәҡдим итте, ә юғарылағыларҙың быны хуплауын белмәй ине әле. Алтын Йондоҙ миҙалы менән Ленин ордены улар дүрт йыл бергә йәшәгәс килде. Ауыл халҡы бер аҙ ышанмай торҙо, моғайын, Ғәйнеғилемгә бирелгәндер, тип әйттеләр. Был 1950 йыл ине.
Ә Герой менән йәшәү ысынлап та еңелдән түгел ине. Тажетдиндең тура һүҙле, дөрөҫлөктө күҙгә бәреп әйтә торған ғәҙәте бар. Шуға уны өнәмәүселәр ҙә табылды. 1950 йылда район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире итеп ҡуйҙылар, 1951 йылда КПСС райкомының икенсе секретары итеп һайланылар. Ике вазифанан да үҙе китте: беренсенән, бойороҡ бирергә яратманы, икенсенән, булмағанды булды тип әйтә алманы, ә юғарынан матур һандар һоранылар. Баҙраҡҡа мәктәпкә ҡайтҡас ҡына тынысланды Рәйсәнең ире.
Дөрлөйыһан апай дөрөҫ әйткән: Рәйсә ғаилә мәшәҡәттәрен үҙ елкәһенә алды. Ирен ваҡ-төйәк менән борсоманы. Бер-бер артлы малайҙар тыуҙы, ҡатын уларҙы ла ир-егет итеп үҫтерергә тырышты.
Мәктәп директоры, Советтар Союзы Геройы ҡатыны Рәйсә Фәйзулла ҡыҙы үҙен бер уҡытыусынан да өҫтөн ҡуйманы. Киреһенсә, иң ауыр эшкә лә үҙе йүгерҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, агитатор, фермаға шефлыҡ итеүсе тағы әллә ниндәй йәмәғәт эштәренә егелде. Иргә һүҙ булмаһын, тип тә ҡурҡты ул. Әлбиттә, татар телен һәм әҙәбиәтен һәйбәт уҡытты Рәйсә апай. Йылдар үткәс, Рәйсә Фәйзулла ҡыҙының уҡыусылары араһынан шағирҙар үҫеп сығыр, уның менән ғорурланырҙар, гуманитар фәндәрҙән белемле булырҙар. Ә уның ире Тажетдин Ғиләжетдинов педагогик кәңәшмәләрҙә, йыйылыштарҙа бер ҡасан да Рәйсә Фәйзулла ҡыҙын үрнәк итеп ҡуйманы. Нисек инде ҡатыныңды өлгө итәһең? Дөрөҫ аңларҙармы? Пенсияға сыҡҡас ҡына, апай бер аҙ үпкәләп ҡуйҙы:
— Районда мине маҡтайҙар, ә һин халыҡ алдында сығып бер маҡтау һүҙе әйтһәң икән! Киреһенсә, әрләп тә ҡуя инең.
Мәктәптә директор хаҡында ниндәй генә һүҙ йөрөһә лә, Рәйсә уларҙы иренә һөйләмәне. Кәйефен төшөргөһө килмәй ине. Көнө-төнө эшләгән, һәр бала, һәр уҡытыусы өсөн янған Тажетдиндең хәлен яҡшы аңланы ул. Бына шулай баш бирмәҫ ҡыҙ Рәйсә Фәйзуллина ипле, ышаныслы ир ҡатынына әйләнде.
Йылдар үтер, бер заман Тажетдин ағай ныҡ ауырыр, аяҡтары йөрөмәҫ булыр. Рәйсә уны сабый бала кеүек ҡарап, ысын мосолман ҡатыны икәнен өлгө итеп күрһәтер. Ә Тажетдин ағай яратҡан Рәйсәһенә ил күрһәтте. Йәйҙәрен йыраҡ ҡалаларға барып ҡайталар ине, шифаханаларҙа булдылар...
...60-сы йылдарҙа Тажетдин Баһауетдин улын борсоу баҫты. Рәйсә апай, һиҙенеп, һорау бирҙе.
— Бер ҙә йоҡламайһың, әйләнәһең дә тулғанаһың. Нимә уйлайһың?
— Мәктәп туҙа бит, иҫкерә. Яңыһын һалырға ине.
— Уның өсөн район, колхоз идараһы бар. Һин ни эшләй алаһың?
Тажетдин ағай, "кожан"ын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, оло юлға сыҡты. Колхоздан ярҙам булмаҫын белә ине ул. Проект эшләтергә, материал табырға кәрәк. Герой исеме ярҙам итте, төрлө ойошмала йомошон кире ҡаҡманылар. Кирбес килтерһәләр, Рәйсә апай менән икеһе машина бушатырға сыҡты, уларға уҡытыусылар, уҡыусылар эйәрҙе. Рәйсә апай көн дә оло юлға ирен оҙатып, уның төндә ҡайтыуын малайҙар менән тәҙрәнән ҡарап көтөп торҙо. Цемент тейәп ҡайтһа, бейәләйҙәрен алдан кейеп ҡуя ине. Мәктәп шулай төҙөлдө.
Герой ҡатыны, үҙе лә герой, хеҙмәт батыры булды. Еңел дә, ауыр ҙа бирелде ул йылдар Рәйсә Фәйзулла ҡыҙына. Әммә иренә булған мөхәббәт, яҡынының уны хөрмәт итеүе ауырлыҡтарҙы еңергә булышты. Улдары Хөрмәт, Фәрит, Рәшит эш һөйөүсән булып үҫте, тормошта үҙ урынын тапты.
Советтар Союзы Геройы Тажетдин ағай Башҡортостандағы геройҙарҙың иң һуңғылары иҫәбендә былтыр вафат булды. Гөлшат ХӘМИТОВА:
“Кешеләр беҙ
уйлағандан күпкә мәрхәмәтлерәк”я88 йәшенә етеп, ҡатыны тәрбиәһендә был донъяны ҡалдырҙы. Рәйсә Фәйзулла ҡыҙына ғүмере буйы рәхмәтле булды ул.


Автор: Р. ЗЫЯТДИНОВ. Борай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә