Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Гөрләп үтһен туйҙар
— Фамилияны алмаштырыу өсөн ҡайһы ЗАГС бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк? Һүҙ кейәүгә сығыу хаҡында бармай.

— Фамилияғыҙҙы, исемегеҙҙе йәки атайығыҙҙың исемен алмаштырыу мәсьәләһе менән йәшәгән йәки теркәлгән урынығыҙҙағы ЗАГС бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ. Исемде алмаштырыу тураһындағы ғариза бер ай эсендә ҡарала. Уны биргәндә түбәндәге документтарығыҙҙы алырға онотмағыҙ: паспорт, тыуыу тураһында таныҡлыҡ, никах тураһында танытма (әгәр өйләнгән булһағыҙ), никахтың тарҡалыуы тураһындағы танытма (әгәр айырылышҡанһығыҙ икән), бәлиғ булмаған бөтә балаларығыҙҙың тыуыу тураһында таныҡлыҡтары. Дәүләт теркәүе өсөн 1000 һум күләмендә пошлина түләү мотлаҡ. Исемде алмаштырыуға бәйле акттар яҙмаһына үҙгәрештәр индереү һәм яңы таныҡлыҡ өсөн 200 һум аҡса түләргә кәрәклеген дә иҫтә тотоғоҙ.
— ЗАГС-ҡа ғариза бирергә йыйынғайныҡ. Сит илгә сыға торған паспортым ғына янымда, сөнки Рәсәй паспортын алмаштырыу өсөн тапшырып өлгөргәйнем. Беҙҙән ғаризаны алырҙармы?
— Юҡ. Сит ил паспорты Рәсәй Федерацияһы гражданының шәхесен илдән ситкә сыҡҡанда, сит-ят ерҙә йөрөгәнендә һәм тыуған яғына ҡайтҡанда раҫлаусы документ ролен үтәй.
— Үзбәкстанда бирелгән тыуыу тураһындағы таныҡлыҡты юллап алып буламы? Үҙем Өфөлә йәшәйем.
— Йәшәгән урынығыҙҙағы ЗАГС бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ. Сит дәүләт биләмәһенән тыуыу тураһындағы таныҡлыҡты һоратып алыу өсөн 200 һум күләмендә дәүләт пошлинаһы түләтелә. Үҙегеҙ менән паспортығыҙҙы алығыҙ, фамилияғыҙҙы үҙгәрткән булһағыҙ, үҙгәрештәрҙе раҫлаған һәм таныҡлыҡты һоратып алырға хоҡуҡтарығыҙҙы раҫлаған документтар кәрәк.
— Гражданлыҡ никахында дүрт йыл йәшәйбеҙ. Әле ауырлымын, шуға күрә никахыбыҙҙы йәһәтерәк ЗАГС-та теркәтергә теләйбеҙ. Мөнәсәбәттәребеҙҙе тантанаһыҙ ғына тиҙ арала рәсмиләштереп булырмы?
— Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының 11-се статьяһына ярашлы, йәштәр, ЗАГС-ҡа ғариза биргәндән һуң бер ай үткәс кенә, никахтарын теркәтә ала. Әммә тормошта төрлө ҡатмарлы хәл тыуғанда (йөклөлөк, сабый тыуыуы, ғүмергә ҡурҡыныс янаған осраҡ һ.б.) ғариза биргән көндә үк никахтың теркәлеүе мөмкин.
— Һөйгән егетем менән никахыбыҙҙы теркәтеү өсөн ЗАГС-ҡа ғариза бирҙек. Иптәшемдең фамилияһына күсергәме-күсмәҫкәме икән, тип баш ватам, сөнки бөтә документтарҙы үҙгәртергә кәрәк буласаҡ бит. Уйланыу өсөн күпме ваҡыт бар?
— Ғариза биргәндән һуң ҡарарға килеү, фамилияны һайлау өсөн бер ай ваҡытығыҙ бар.
Никахығыҙҙы теркәткәндән һуң да фамилияғыҙҙы алмаштыра алаһығыҙ. Бының өсөн фамилияғыҙҙы үҙгәртеү тураһындағы ғариза менән йәшәгән (йәки тыуған көнөгөҙ теркәлгән урын) буйынса ЗАГС органына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Исемде, фамилияны, атай исемен алмаштырыуҙы дәүләт теркәүенә 1000 һум күләмендә пошлина һалына.
— Никахыбыҙҙы шау-шыуһыҙ, тантанаһыҙ ғына теркәтергә теләйбеҙ. Ҡаршылыҡ булмаҫмы икән?
— Барыһы ла һеҙҙең ихтыярҙа. Никахты теркәү өсөн дәүләт пошлинаһы күләме шул уҡ — 200 һум.
— Никахыбыҙҙы теркәтеү тантанаһын баш ҡалабыҙ театрҙарының береһендә ойошторорға ниәтләйбеҙ. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
— Һеҙгә ЗАГС идаралығының үҙәк бүлегенә шылтыратырға тәҡдим итәбеҙ. Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 180, телефон: 8 (347) 284-23-44, 284-49-38.
— Никах тураһындағы таныҡлыҡта хәреф хатаһы табылғанда ни эшләргә?
— Мотлаҡ ЗАГС бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ, никахты теркәү тураһында яңы таныҡлыҡ бирергә тейештәр.


Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә