Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Усаҡты кем һаҡлай?
"Заман башҡа — заң башҡа" тигән әйтемгә ярашлы, һәр дәүер ҡатын-ҡыҙ алдына билдәле бурыстар, мәсьәләләр ҡуя. Кешелек барлыҡҡа килгәндән алып ҡатын-ҡыҙ әсә, хужабикә, ғаилә усағын һаҡлаусы булып торған. Беҙҙең осор ҡатын-ҡыҙ алдына ниндәй мәсьәләләр ҡуя, уға ниндәй офоҡтар аса һуң?

Заман ҡатын-ҡыҙының күпселеге, әсә, хужабикә роле менән генә килешеп ҡалмайынса, үҙен яҡшы хеҙмәткәр, белгес итеп тә күрергә теләй. Ир-ат менән бер рәттән, карьера яһау хыялы уларҙы социаль әүҙемлеккә этәрә, билдәле бер һөнәр эйәһе булырға әйҙәй.
Психологтар бөгөнгө гүзәл зат вәкилдәрен карьераға мөнәсәбәте буйынса өс төркөмгә бүлә. Беренсе төркөм һәр саҡ юғарыраҡ вазифаға ынтыла. Улар мәктәптә уҡығанда уҡ һөнәр һайлап, алдына билдәле маҡсат ҡуя, юғары уҡыу йортон тамамлап, алға бара. Ғаилә ҡороу, балалар табыу был осраҡта бер аҙ артҡы планға күсә. Икенсе төркөмгә ҡараған ҡатын-ҡыҙ ғаиләне беренсе урынға ҡуя. Улар йәшләй кейәүгә сыға, бала таба, ә карьера менән бөтөнләй ҡыҙыҡмай. Өсөнсө төркөм өсөн ғаилә лә, карьера ла берҙәй мөһим. Юғары вазифаға үрләгән ҡатын-ҡыҙ яҡшы хужабикә, әсә була алмай тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә. Йәмғиәттәге ошо ҡараш был төркөм ҡатын-ҡыҙының һәләтен бер ни тиклем шик аҫтына ҡуя.
Шулай ҙа ҡайһы бер ханымдар бәхетле ғаилә тормошон һәм уңышлы карьераны бергә алып бара. Быға өлгәшеү юлдары ниндәйерәк?
Карьера яһау кеүек маҡсат ҡуяһығыҙ икән, беренсенән, яҡындарығыҙҙың, айырыуса ирегеҙҙең, һеҙҙе хуплауы, кәрәк саҡта ярҙамға килергә әҙер булыуы мөһим. Ҡайһы бер ирҙәр ҡатындарының үҙенән күберәк эш хаҡы алыуын, юғарыраҡ вазифа биләүен бик ауыр кисерә. Бер танышымды эш урынында үрләткәндән һуң, ире: "Тағы ла карьера баҫҡысынан бер аҙымға юғарыраҡ менһәң, һинең менән айырылышабыҙ", — тигән шарт ҡуйған. Шуға күрә ошо һорауҙарға яуап бирегеҙ: хәләл ефетегеҙ маҡсатығыҙҙы уртаҡлашамы, уңыштарығыҙға һөйөнәме, карьера ғаилә тормошона зыян килтермәҫме? Икенсенән, уңышлы ғына эшләп киткәс, тағы бер ҡағиҙәне иҫтән сығарырға ярамай: ғаилә менән эште бутауҙың кире эҙемтәләргә килтереүе бар. Эштәге проблемаларҙы хеҙмәт урынында ҡалдырырға тырышығыҙ, өйҙәге хәл-ваҡиғаны ла унда һөйрәп бармағыҙ. Ваҡытты дөрөҫ файҙалана белеү ҙә мөһим: эш сәғәттәрендә туғандарығыҙға, дуҫ-иштәрегеҙгә шылтыратып, ваҡытты бушҡа үткәреп, ә һуңынан ғаиләгеҙ һеҙҙе киске ашҡа көткән мәлдә хеҙмәттәштәрегеҙ менән эш мәсьәләләрен барлау төптө хата булыр. Ял көндәрен тулыһынса ғаиләгә арнап, балалар менән ниндәйҙер уртаҡ эш, шөғөл табыу ғаилә ептәрен тағы ла нығытасаҡ.
Ғаилә тормошон һәм карьераны бергә алып барыу тәүге ваҡытта бик ауыр, йырып сыҡҡыһыҙ мәсьәлә булып күренһә лә, теләк һәм йөрәк булғанда, кеше атҡарып сыға алмаҫлыҡ ғәмәл юҡ. Ғаилә һәм карьера — икеһе ике сиктә торған, бер-береһе менән бөтөнләй һыйыша алмаҫтай төшөнсәләр түгел, ә заман ҡатын-ҡыҙы бәхетенең айырылғыһыҙ өлөштәре.


Автор: Ғәлиә СӘЛИХОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә