Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡотлайбыҙ!Мөбәрәк булһын туйығыҙ!
Ғафури районының Йөҙимән ауылы егете Таһир Шәмсетдинов менән Сәйетбаба ауылы һылыуы Гөлнара Зиннурованы законлы никахтары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡулға-ҡул тотоношоп оло юлға сыҡҡан йәш йөрәктәргә ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмауҙарын, бер-береһенә ышаныслы терәк булып, бәхет тип аталған ғүмер тауына етәкләшеп үрләүҙәрен, бөркөттәй улдарға, һандуғастай ҡыҙҙарға ҡанат ҡуйып, рәхәтлектә, муллыҡта йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Таһир менән Зөһрә кеүек
Йәшәгеҙ шашып һөйөп.
Хоҙай һеҙгә ғүмер буйы
Бәхетте бирһен өйөп!

Ихлас ҡотлау менән,
атай-инәйҙәрегеҙ, туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙ.


* * *
Ҡотлайбыҙ!Салауат башҡорт дәүләт драма театры етәксеһе Наилә Абдулхай ҡыҙы Сәфәрғолованы күркәм ғүмер байрамы менән ҡайнар ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан ихлас теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Наилә Абдулхай ҡыҙы! Ғүмер юлығыҙ сағыу ижади һәм сәйәси ваҡиғаларға бай. Фиҙакәр, илһамлы хеҙмәтегеҙ менән башҡаларҙың да йәшәйешенә йәм, бәхет, шатлыҡ, дәрт өҫтәйһегеҙ. Һеҙ — оло ихтирам, һөйөү, абруй яулаған гүзәл алиһәләрҙең береһе.
Республикабыҙҙың театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән тос хеҙмәтегеҙгә Хөкүмәтебеҙ юғары баһа бирҙе — "Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре" тигән маҡтаулы исемегеҙ ошоно дәлилләй.
Һеҙҙең оло йөрәкле һәм кешелекле булыуығыҙ етәксе сифаттарығыҙҙы биҙәп тора. Ниндәй генә йомош менән мөрәжәғәт итһәң дә, кире ҡаҡмай, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерһегеҙ.
Наилә Абдулхай ҡыҙы! Матур байрамығыҙ менән ысын күңелдән тәбрикләп, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, сәнғәтебеҙҙе тағы ла балҡытырҙай яңы ижади асыштар, илһам нурҙары теләйбеҙ.

Оло хөрмәт һәм ихтирам менән, Һеҙҙең ҡанатығыҙ аҫтындағы "ҡошсоҡтар" — Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы.

* * *
Ҡотлайбыҙ!Ер йөҙөндәге һоҡланғыс кешеләрҙең береһе — Заря әсәйҙе икеләтә байрам — тыуған көнө һәм 8 Март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайбыҙ! Ул 24 йыл инде сабыйҙар сәләмәтлеге һағында халҡыбыҙға фиҙакәр хеҙмәт итә. Ер йөҙөнөң төрлө төбәгенән уға рәхмәт һүҙҙәре яуҙыралар. Теләктәр 400 битлек китап тәшкил итә. Аҙнаһына 53 мең ҡунаҡ Интернет селтәрендәге блогына инеп, тән һәм йән сихәте ала. Рәсәйҙә айыҡ тормош алып барған кешеләр араһынан Заря әсәй генә — донъялағы ҙур асыштың, йәғни Рәсәй Медицина фәндәре академияһы грифы менән Башҡортостан Фәндәр академияһы тарафынан һигеҙ тапҡыр баҫылған китаптың авторы. Тәүге китапты Мостай Кәрим, ете академик һәм дүрт министрлыҡ хуплағайны! Күҙ һалығыҙ: уны ҡартлыҡ та буйһондора алмай! Мәңге йәшә, Заря әсәй! Сирләмә! Беҙ һине бик яратабыҙ!

Сабыйҙарҙы ҡотҡарыу хәрәкәтенән Илгизә,
Наил һәм Николай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 2

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 4

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 6

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә