Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Саялыҡта ярышып ҡара
Республикабыҙҙың төпкөл ауылында йәшәгән зирәк ҡатын хаҡындағы хикәйәттән, бәлки, ҡәрҙәштәребеҙ, бигерәк тә бер ҡатлы, һәр нәмәгә ышанып барған, күңелендә мәкер, ҡара уй булмаған ауыл кешеләре фәһем алыр.

Әйткәндәй, Йылан йылында тыуған ул. Шуға ла, күрәһең, фалсылар йыландарҙы һүрәтләгәнсә, уның аң, зиһен кимәле күптәрҙекенән өҫтөнөрәктер. Хәйер, алда һөйләнеләсәк хәл-ваҡиға геройымдың холоҡ-фиғелен асыҡ күҙ алдына килтерергә үҙе үк ярҙам итер.
Ике тиҫтә йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләй яңы танышым. Ире ғүмерен малсылыҡҡа арнаған. Икеһе лә ишле ғаиләлә тыуып, бәләкәйҙән ҡара эшкә күнеп үҫкәнлектән, сәстәрен сәскә бәйләгән көндән үк тырышып донъя көтөргә керешәләр. Ҡулы алтын ир донъяһын сынъяһау итеп ҡуя. Икенсе ауылдан килен булып төшкән кәләш иһә тиҙ арала үҙенең сымырылығы, егәрлелеге, һәр яҡтан килгән булыуы менән таныла. Уҡытыу эшендә лә һынатмай. Ауыл ерендә йәшәгәс, малһыҙ ҙа булмай. Бала саҡтан балта эшен, умартасылыҡ серҙәрен үҙләштергән ире, төп хеҙмәтенән тыш, йәй етһә, шәхси умарталарын ҡарай, донъяһын нығыта. Мәктәптән йүгереп ҡайтып, хужалыҡ эштәренә тотонған йәш ҡатындың ҡулдарына ла күҙ эйәрмәй: иренә, ике балаһына тәмле-татлыһын әҙерләп өлгөрә, гөрләтеп баҡса үҫтерә, бәйләү менән була. Ял көндәрендә ҡала баҙарына барып, шәлдәрен, ойоҡ-бейәләйҙәрен һата. Ҡыҫҡаһы, тырышып донъя көткәс, мандып китә улар. Балалары итәктән төшөп, бауыр күтәрә башлауға, ир менән ҡатын үҙ көсө һәм тырышлығы менән ғаиләнең матди хәлен ярайһы көйләй. Киләсәген уйлап, улдарын Стәрлетамаҡтың 3-сө башҡорт лицейына уҡырға ебәрәләр, артабан егет юғары уҡыу йортона инә. Өфөнән уға бер бүлмә лә һатып ала ата-әсә. Артабан ҡыҙҙарын да Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына урынлаштыралар. Бер һүҙ менән әйткәндә, балалар тип йәшәй ир менән ҡатын.
Шулай һин дә мин йәшәп ятҡанда, улдары ата-әсә йортона Стәрлетамаҡ лицейында бергә уҡыған класташ егетен алып ҡайта. Ҡала кешеһе ҡаланыҡы инде: үткер, күҙҙәре уйнап тора, эс-бауырға инеп бара. Сәй янында хужаларҙың ҡорт балы күп булыуы, тик уны һатыу мөмкинлеге сикләнгән икәнлеген белеп ҡалған шуҡ егет уларға ярҙам ҡулын һуҙырға әҙерлеген белдерә. Йәнәһе, уның атаһының да умарталығы бар. Шулай уҡ балды атҡарыр урыны ла табылған, имеш. 17 йәшлек баланың шул тиклем дә алсаҡ, ярҙамсыл булыуына шатлана хужалар. Улдары ла яҡшы белгәс, бер аҙ кәңәшләшкәндән һуң, һис бер икеләнеүһеҙ 500 килограмдан артығыраҡ балды тейәп ебәрергә ризалашалар. Шулай ҙа ниндәйҙер бер эске һиҙемләү хужабикәгә егеттән расписка яҙҙыртырға кәрәклеген белгертә. Йүнсел егет сатай-ботай яҙыуы менән ҡағыҙ остоғона үҙенең исем-шәрифен, күпме балды ниндәй суммаға алыуын күрһәтеп, имзаһын ҡуйып, быларға тоттора ла, саң борҡотоп, күҙҙән юғала...
Көҙ ҙә етә. Ҡорттарын ҡышҡылыҡҡа ябып, ноябргә аяҡ баҫа умартасылар. Бөтөн ер өҫтөн генә түгел, Стәрлетамаҡ егетенең вәғәҙәһен дә аҡ ҡар ҡаплай. Зым-зыя юҡ була йәш “йүнсел”! Көтөп-көтөп тә, бер ниндәй хат-хәбәр ала алмағас, хужабикә егеттең эҙенә төшмәксе итә. Туҡта, распискаһын күтәрәйем әле тип, ҡағыҙҙы ҡараһа, шайтан алғыры, адресы ла, паспорт мәғлүмәттәре лә күрһәтелмәгән...
Йән биргәнгә йүн бирә, тигәндәре хаҡ икән. "Ҡылт" итеп, улының лицейҙы тамамлағандағы фотоальбомы иҫенә килеп төшә. Ҡараһа (Хоҙай бар бит ул!), егеттең адресы ла, йорттарындағы телефон номеры ла бар икән.
Шылтыратҡас, егеттең атаһы дорфа ғына яуап бирә: “Ниңә биреп ебәрҙегеҙ һуң балығыҙҙы ул аферисҡа? Ярты республиканы һемәйткән кеше бит ул малай...”
Тауарын йәки тейешле аҡсаһын кире ҡайтарып алырына шикләнгән ҡатын төрлөсә уйлап ҡарай. Ире менән кәңәшләшәм тиһә, уныһы ҡулын ғына һелтәй ҙә: “Ярар инде, нервыңды ашама. Тимәк, насип булмаған. Алла бирһә, киләһе йәй ҡорттарыбыҙ тағы ла йыйыр әле ул балды”, — тип, тынысландырырға тырыша. Ашамаҫ ерҙән ашарһың нервыңды, бер маңҡа малайҙан алданып ҡалғас...
Иренең һүҙенә ҡаршы килеп, райондың эске эштәр бүлегенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә була. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ярҙамдан баш тартмай – ғаризаһын алып ҡала һәм эш барышы тураһында тиҙ арала хәбәр еткерәсәктәрен белдерә. Ышандырыуҙарынса, был хәл хаҡында мәғлүмәтте улар Стәрлетамаҡ ҡалаһының эске эштәр бүлегенә лә еткерәсәк...
Көткән кешегә ни көн — ай, ай йыл кеүек тойола. Көтөп-көтөп тә яуап ала алмағас, тағы ла юлға сыға ҡатын. Эске эштәр бүлегендә аңлатыуҙарынса, Стәрлетамаҡтан һаман яуап юҡ. Аптырашта ҡалған ғариза хужаһы үҙе ҡала эске эштәр бүлегенә шылтыратырға мәжбүр була. Яуапты күптән ебәреүҙәре тураһында хәбәр итәләр унда. Район эске эштәр бүлегенә тағы ла инеп сыға. Был юлы погонлылар менән бер аҙ тартҡылашып алырға ла тура килә. Ҡайтанан Стәрлегә шылтырата. Был юлы дөрөҫөн әйтеп бирәләр: яуап хатын конверт булмау арҡаһында ебәрә алмағандар. Стәрлетамаҡтың эске эштәр бүлеге етәкселегенә шылтыратҡас ҡына “боҙ” бер аҙ урынынан ҡуҙғалғандай була. Ысынлап та, аҙна-ун көн үтеүгә яуап килә: егетте таба алмағандар...
Дәғүәсе тағы ла алдаҡсының ата-әсәһенә шылтырата. Егеттең армияға китеүен, ә бал тураһында бер нәмә лә белмәүҙәрен әйтәләр теге “ос”тан. Шулай ҙа ҡаланың хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре егеттең эҙенә төшә – Алкиндағы хеҙмәт часынан барып табалар. Аңлатыуынса, йәнәһе, ул балды Санкт-Петербургка оҙатҡан, әммә аҡсаһын һаман ебәрмәгәндәр, оҙатҡан адресын да белмәй.
Райондың эске эштәр бүлеге тәфтишселәре менән дәғүәсенең ҡат-ҡат осрашыуынан бер фәтүә лә сыҡмай. Полиция хеҙмәткәрҙәре, ҡурҡыуҙың ни икәнен дә белмәгән, үткер ҡатындан нисек тә ҡотолоу яғын ҡарап, уның үҙенә ғәйеп ташлап маташалар. Йәнәһе, үҙ теләгең менән биреп ебәргәс, «енәйәт составы» юҡ. Участка инспекторы ла хужабикәнең үҙен ғәйепләүҙән үтмәй. Нисек инде енәйәт составы булмаһын, был бит мутлашыуға керә тип, үткер ҡатын Енәйәт кодексының тейешле статьяһын законлылыҡты яҡлаусыларға төртөп күрһәтеүгә ҡарамаҫтан, тегеләр бер нәмә лә танырға, дөрөҫөрәге, буталсыҡ енәйәт эшенә тығылырға теләмәй. Беренсенән, ҡатмарлы эш, күп йөрөргә, соҡонорға тура киләсәк. Икенсенән, енәйәтте асыуға өлгәшә алмаһалар, үҙҙәренә насар.
Ни эшләргә? Полиция ярҙам итергә теләмәй. Тик үҙ көсөң менән тапҡан болоңа төкөрөп ҡарап булмай, башҡа юлды эҙләп ҡарарға кәрәк. Сая ҡатын район үҙәгендәге шәхси адвокат контораһын эҙләп таба. Рәхмәт төшкөрө адвокат уны диҡҡәт менән тыңлағандан һуң, быға тиклем үҙенә мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһына ла ярҙам итеүен, был эште лә осона алып барып сығарасағын вәғәҙә итеп, 18 мең һум аҡсаһын умырып алып ҡала. Ҡатын тынысланып ҡайтып китә.
Тик тынысланырға иртә булған икән. Полицияның да, адвокат контораһының да юлына ҡар төшөрмәй, аҙна һайын тип әйтерлек тупһаларын тапарға тура килә. Бер генә фәтүә лә сыҡмай шул уларҙан. Әммә, ябай ауыл кешеһе булһа ла, төңөлөп ҡала торғандарҙан түгел ул – Дон Кихот кеүек, “ел тирмәне”нә ҡаршы көрәште дауам итә. Ҡайҙарға ғына мөрәжәғәт итмәй! Интернет аша үҙенә кәрәкле органдарҙың адрестарын да, телефондарын да, вазифалы кешеләрен дә таба. Башҡортостан Прокуратураһы ҡарамағындағы “ышаныс телефоны”нын да, граждандар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияны ла. Әлбиттә, Прокуратураның яуабына тейешле баһа бирергә кәрәк – ысынлап та мутлашыу икәнлеген таныйҙар.
Юллап-юллап, бер эш тә килтереп сығара алмағас, тынғы белмәҫ йән, ниһайәт, һуңғы “һалам”ға тотонорға тәүәккәллек ҡыла — республика Президенты Рөстәм Хәмитов исеменә хат яҙа. Аҙна ла үтмәй, хаты буйынса юлламаның район хакимиәтенә ебәрелеүе хаҡында хәбәр итәләр. Бер аҙҙан район хакимиәтенән дә хат килә. Судҡа мөрәжәғәт итергә ҡушыла унда.
— Үҙ хоҡуҡтарымды яҡлау өсөн бына шундай тамуҡ аша үтергә тура килде. Баҡһаң, был донъяла үҙеңдән башҡа бер кемгә лә, хатта үҙ граждандарын яҡларға тейешле полицияға ла, адвокаттарға ла ышанырға ярамай тигән фаразға килдем. Балаларыма ла, бөтөн яҡындарыма ла, шулай уҡ ҡәрҙәштәрем-милләттәштәремә лә әйткем килә: “үҙеңә генә ышан!” тип, әңгәмәсем алдыма ҡалын папка килтереп һалды. – Бына, ҡарағыҙ, район эске эштәр бүлегенә тәү барған көнөмдән алып әлегәсә көндәлек алып барҙым. Бында һәр хәрәкәтем, йәғни кемгә ҡасан барғаным, шылтыратҡаным, хат яҙғаным – барыһы ла теркәлгән. Үҙенә күрә шәхси тикшеренеү-эҙләнеүҙән ғибәрәт. Көндәлек биттәрен асып-асып ҡарайым да, үткән йыл эсендә күргән-кисергәндәрем ап-асыҡ булып күҙ алдыма баҫа. Әле үҙемә аптырап ҡуям: көс-тырышлыҡ һалып тапҡан боломдо кире ҡайтарып алыу өсөн әсе тир түгеп, күпме көс һалынған. Рөстәм Зәки улына рәхмәт, 180 мең һум аҡсамды кире ҡайтарып алырға ярҙам итте. Иремде тыңлап, ҡул һелтәһәм, ҡыйыулығым етеп, Президентыбыҙға мөрәжәғәт итмәгән булһам, күпме аҡсабыҙҙы һыу төбөнә һалған булыр инем... Тик, зинһар өсөн, егеттең исем-шәрифен яҙмағыҙ инде, уның үҙен дә, ата-әсәһен дә йәлләйем.
Бына һиңә мә! Үҙен тишек кәмәгә ултыртҡан “йәшел ауыҙ”ға ҡарата миһырбанлылыҡ күрһәтһен әле. Ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмаған һәм мең тупһа тапап булһа ла, үҙ хоҡуғын яҡлауға өлгәшкән, төпкөл ауылда йәшәп тә заман технологияларын оҫта ҡулланған, ныҡышмал, тырыш башҡорт ҡатынына һоҡланмау мөмкин түгел. Уның менән булған был хәл — йәмғиәтебеҙҙең, ысынбарлығыбыҙҙың сағылышы. Мәҡәләлә һүрәтләнгән геройҙарҙың исемен атамаһаҡ та, һәр береһе үҙен таныр тип уйлайым.


Автор: Йәнбикә БАЙЫШЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә