Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр сабый ил байлығы ла
Республикала Ҡатын-ҡыҙҙар союзы ойошторолоуға сирек быуат уҙҙы. Район һәм ҡала кимәлендә ҡатын-ҡыҙҙар советтары барлыҡҡа килеү тарихы иһә уҙған быуаттың 60-сы йылдары аҙағына барып тоташа.

Хәҙер был йәмәғәт ойошмаһы Ҡариҙел районының 17 ауыл Советы биләмәһендә, күп кенә ойошма һәм предприятиеларында булдырылған. Районда бөтәһе 45 ҡатын-ҡыҙҙар советы эшләй. Уларҙың күп яҡлы мәшәҡәт-хәстәре лә етерлек.
— Ойошма ағзаларының эшмәкәрлеге камиллаша, әүҙемлеге арта, — ти райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Айгөл Исмәғилева. — Төп маҡсатыбыҙ — еңел булмаған был заманда гүзәл заттарҙы бергә туплау.
Илдәге туҡтауһыҙ үҙгәртеп ҡороуҙар, ҡырағай баҙар шарттары әлегә шатлыҡ-ҡыуаныстарға ҡарағанда йышыраҡ ҡыйынлыҡ һәм ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Бөгөн иң борсоулы мәсьәләләрҙең береһе — ҡатын-ҡыҙҙың хеҙмәт баҙарындағы урыны.
Ауыл хужалығында әлегә хәл ҡатмарлы, сәнәғәт предприятиелары ла үҙҙәренең көсөргәнешле осорон кисерә, бюджет учреждениеларында ҡыҫҡартыуҙар дауам итә. Эшһеҙ ҡалыу, һөнәр буйынса эш таба алмау бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар араһында йыш күҙәтелә.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы район хакимиәте һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге менән берлектә көнүҙәк мәсьәләне хәл итеү буйынса һөҙөмтәле эшләй, ойошма һәм предприятиелар менән даими бәйләнештә тора. Советтың тырышлығы арҡаһында байтаҡ ҡатын-ҡыҙ эшкә урынлаштырылды. Көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәһендә тиҫтәләгән өҫтәмә эш урыны булдырылды, күптәр, һөнәрен үҙгәртеп, төҙөүсе булып китте, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлаусылар ҙа бар. Әммә эшһеҙлекте тулыһынса бөтөрөү юлдары әлегә табылмаған. Мәшғүллек үҙәгендә бөгөн 83 аҫыл зат вәкиле иҫәптә тора.
Һәммә халыҡты хәүеф-хафаға һалған икенсе яман күренеш — эскелек. Иң ҡурҡынысы шунда: "йәшел йылан" менән дуҫлашыусылар араһында ҡатын-ҡыҙ ҙа күренгеләй.
Ике балалы бер әсәнең эсеп йөрөүе тураһында хәбәр алғас, А. Исмәғилева, советтың иң әүҙем ағзаларын алып, күрһәтелгән адрес буйынса юллана. Хәбәр дөрөҫ була. Ҡатын сабыйҙары тураһында уйлап та ҡарамай, шешәләштәре менән күңел асып, кәйеф-сафа ҡороп ята икән. Һөйләшеү бик ҡәтғи, ҡыҫҡа була. Хәҙер был әсәне танырлыҡ та түгел — эскесе әхирәттәрен өйөнә яҡын да ебәрмәй, яҡшы ғына эшләп йөрөй. Балалары ла шат, ҡараулы.
Ошоға оҡшаш хәлдәр, һирәк-һаяҡ булһа ла, осраштырып тора. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ ғаилә ҡороу һәм уны һаҡлау кәрәклеген, тормоштағы үҙ урынын аңлап бөтмәй. Һөҙөмтәлә айырылышыуҙар, яңғыҙ әсәләр, никахһыҙ тыуған балалар, әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәр арта. Эскелеккә бирелгән, тотанаҡһыҙ, тәртибе самалы ҡатындар, бала тәрбиәләүҙән ситләшкән әсәләр совет ултырышына саҡырыла: күпселеге күңелһеҙ һөйләшеүҙән һуң, хатаһын аңлап, төҙәлеү юлына баҫыусан.
Ғаиләлә именлек-татыулыҡмы, балалары тәртиплеме, күршеләр араһында мөнәсәбәт, мөғәмәлә нисек? Ауыл ерендә быларҙың бөтәһе лә ус төбөндәге кеүек. Ғаилә именлеге, ныҡлығы гелән иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булды: һәр яҡшы хәбәр, хәл-ваҡиға күңелде күтәрә, йәнде һөйөндөрә. Заманалар ауыр тип ни ҡәҙәр генә зарланһаҡ та, тормош тигәнең барыбер алға бара. Һуңғы йылдарҙа тыуымдың артыуы һөйөнөслө. Һәр тыуған сабый ғаилә шатлығы ғына түгел, ил байлығы ла бит. Хәҙер ҡатын-ҡыҙ элекке кеүек бала табыуҙан, уны бағыуҙан ҡурҡмай башланы. Ишле ғаиләләр арта, "Әсәлек даны" миҙалы менән 93 кеше бүләкләнгән.
Дөрөҫ, күп балалы ғаиләләрҙең бөтәһе лә мул, етеш тормошта йәшәй тип әйтеп булмай. 383 ғаилә пособие ала. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ла айырыуса мохтаждарға ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтә.
Изгелек донъяны ҡотҡарыр, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Төбәктә 1957 инвалид йәшәй. Улар иһә матди ярҙамға ғына түгел, рухи яҡтан да ҡурсалауға мохтаж. Ҡатын-ҡыҙҙар советы инвалидтарҙың тормош-көнитмеше менән даими танышып, ҡыҙыҡһынып тора.
Совет эшмәкәрлеге күп яҡлы, әммә барыһынан да элек йәмғиәтте рухи сәләмәтләндереү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелә. "Түңәрәк өҫтәл"дә осрашыуҙар, һуғыш һәм тыл ветерандарын, тормош юбилярҙарын, йәш парҙарҙы хөрмәтләү саралары йәнле һәм ҡыҙыҡлы үтә. Һуңғы йылдарҙа "Шәжәрә байрамы", "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" сараларын уҙғарыу йолаға әйләнеп китте.
Ҡариҙел, Урғыш, Магинск, Ҡараяр, Яугилде, Озерки, Ҡортлокүл ауылдарындағы ҡатын-ҡыҙҙар советтары айырыуса яҡшы эшләй. Дөрөҫөн генә әйткәндә, кешеләр советҡа яҡшы тормоштан килмәй. Һәр кем ниндәй ҙә булһа һорау, үтенес, төрлө сетерекле мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итә. Совет ағзалары башҡаларҙың ҡайғы-хәсрәтен үҙ йөрәге аша үткәрергә һәләтле. Шуға күрә халыҡ ҙур ышаныс менән ағыла торғандыр ҙа.
Район хакимиәтенең кадрҙар һәм халыҡ менән эшләү бүлеге баш белгесе Айгөл Исмәғилева советҡа дүртенсе йыл етәкселек итә.
— Ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге әһәмиәтен дөрөҫ, теүәл билдәләргә тырышабыҙ, — ти рәйес. — Төбәктең иҡтисады, сәйәсәте, ғөмүмән, күп яҡлы тормошо гүзәл зат ҡатнашлығынан башҡа алға бармаясаҡ. Әүҙем һәм егәрле, ныҡыш һәм талапсан булмайынса сара юҡ.


Автор: Финат ШАКИРЙӘНОВ. Ҡариҙел районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә