Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бармаҡ остарынан нур тама
Бармаҡ остарынан нур тамаЕйәнсура ҡатын-ҡыҙҙарының һәр төрлө бәйләмгә маһир булыуына бер ҙә аптырарлыҡ түгел. Ҡыҙҙар бында 5-6 йәштән, энә тотоп, шәл сите бәйләргә, ырғаҡ менән ҡулъяулыҡ ҡайырға өйрәнә, сөнки улар үҫкән мөхит шундай: әсәй-өләсәйҙәренең ҡулынан орсоҡ төшмәй, бәйләм өҙөлмәй.

Иҫәнғолда йәшәгән Гөлназ менән Айгөл Зариповаларҙың да (был — уларҙың ҡыҙ фамилияһы, хәҙер икеһе лә кейәүгә сығып, ир фамилияһына күскән) оҫта булыуына һис тә ғәжәпләнерлек түгел. Әсәйҙәре Алһыу ҙа йәштән энә менән ептән айырыла алмаған. Медицина училищеһына уҡырға ингәс, был шөғөлө уны кейендергән дә, туҡландырған да.
— Ул йылдарҙа магазинда төҫлө еп булманы. Өҫтәүенә кейем-һалым яғы ла наҡыҫ ине. Мәскәүҙән килгән студент ҡыҙҙарға эйәреп, кофта бәйләргә өйрәндем. Дөйә йөнөнән туҡылған ҙур шәл һатып алып, шуны һүреп, ебенән үҙемә бик матур кофта бәйләп кейгәйнем, — тип хәтерләй Алһыу ханым. – Тормошҡа сығып, ҡыҙҙарым тыуғас, белгәнем бик ярап ҡалды: балаларыма бар нәмәне лә үҙем бәйләп кейҙерҙем.
Ғүмер буйы район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән Алһыу ханым кистәрен өйөндә дебет шәл бәйләгән. Ҡыҙҙары ла балалар баҡсаһына йөрөгән сағында уҡ ҡурсаҡтарына шарф, башлыҡ, ойоҡбаш бәйләп өйрәнгән. Тора-бара был шөғөл күңел талабына әйләнгән. Әле уларҙың икеһе лә бөтә ғаиләһенә кейем-һалым бәйләп кейҙерә. Айгөлдөң 14 йәшлек улы бер ваҡыт хатта былай тип әйтеп ҡуйған: «Әсәй, минең магазин әйберен кейгем килә». Икенсе бер мәлдә уның: «Әсәй, бәйләмәйенсә ултыра алмайһыңмы әллә?» — тигән һүҙҙәре Айгөлгә бер аҙ шелтә кеүек тә, шул уҡ ваҡытта юғары баһа булып та яңғырай.
Эшләгән кеше генә белә: ҡулына энә алып, берәй әйбер бәйләп кейгән кеше тора-бара “бәйләм сире"нә тарый. Интернеттың «Класташтар» социаль селтәрендә Айгөл Ишбирҙинаның ҡул эштәрен күрергә мөмкин. Ул бәйләгән күлдәк-костюм, кофталар — сәнғәт өлгөһө! Һырҙы, биҙәкте килтереп сығарыу өсөн түҙемлек-сабырлыҡтан бигерәк, күпме фантазия, ижади һәләт кәрәк икән?! Ә Гөлназдың ырғаҡ менән бәйләгән палантиндарын, костюмдарын, панноларын күрһәгеҙ! Бармаҡтарынан нур тама икән дә был ҡыҙҙарҙың!
— Күп осраҡта фасондарҙы, биҙәктәрҙе үҙем уйлап сығарам, ҡайһы саҡта берәй бәйләм өлгөһөнә күҙ һалыуым була, шунда уҡ үҙләштереп алам, — тип, Айгөл күҙ яуын алып торған күлдәктәрен бер-бер артлы сығарып һалды.
«Ҡояш» итәкле күлдәге шул тиклем күҙҙе ҡыҙҙырҙы. Түҙмәнем, кейеп күрһәтеүен үтендем. Ҡарасәле, әйгенәм (1-се һүрәт), ҡайһылай матур! Килешеп кенә тора. Һомғол кәүҙәһен тағы ла күркәмләндереп ебәрә. Ике бала әсәһе тип кем әйтһен... Район хакимиәтенең финанс бүлегендә иҡтисадсы булып эшләүсе йәш ҡатындың шундай һәләткә эйә булыуы үҙе үк һоҡланғыс бит!
Апаһы Гөлназдың һөнәре иһә, ғөмүмән, үҙе — ижад. Сәс ҡырҡыусы ул. Райондың нәфис заттары уның ҡулдары оҫта икәнлеген белә һәм байрам, туй һәм башҡа сараларға барыр алдынан нәҡ уға килә. Улар сәс ҡырҡыу оҫтаһының тағы ла бер ижади һәләткә эйә булыуын күҙ алдына килтерәме икән?! Бына, ҡарағыҙсы уның бәйләмдәрендәге сәскәләренә, һәр төрлө биҙәктәренә (2-се һүрәт).
Әйткәндәй, Алһыу ханымдың өйөндә Гөлназдың мәктәптә уҡыған сағында уҡ бәйләгән һәм тағы ла әллә ниндәй технологиялар менән башҡарған паннолары, Айгөлөнөң бәйләп кейендергән ҡурсаҡтары ҡәҙерле экспонат кеүек һаҡлана.
Ғаилә башлығы Игорь ағай, йәшерәк саҡта "улдарым юҡ" тип зарланһа ла, хәҙер бер ҙә һыр бирмәй. Уның ҡарауы, бөгөн уның бына тигән өс ейәне – Асҡары, Айраты, Рәсүле — бар. Ҡартатай тип өҙөлөп тора бит улар. Өлкән Зариповтарҙың йортонда балаларҙың шат тауышы яңғырап тора. Ошо — үҙе бәхет бит ул.


Автор: Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА. Ейәнсура районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 2

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 4

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 6

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә