Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Импорт ҡыҫырыҡлай. Беҙҙекеләр бирешмәй...
Импорт ҡыҫырыҡлай. Беҙҙекеләр бирешмәй...Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инә барыуыбыҙ үҙен ныҡлы һиҙҙерә башланы. Быны, моғайын, тәү сиратта ит, һөт ризыҡтары етештереү тармағында эшләүселәр тойғандыр. Уның тулҡыны бигерәк тә сусҡасылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең бәкәленә һуҡты. Ситтән осһоҙ хаҡҡа килтереп тултырылған ит беҙҙең етештереүселәр файҙаһына түгел. Төрлө илдәрҙән ағылған сеймалдан тауарға әйләндерелгән ит ризыҡтары кәштәләрҙән урынды ныҡлап ала башлағас, беҙҙекеләр ҙә хаҡты төшөрөргә мәжбүр булды. "Бының нимәһе насар һуң?" — тип, тәү ҡарашҡа дөрөҫ һорау бирер уҡыусы. Осһоҙ, хатта сәйер иттең беҙгә ағылыуы океан аръяғы, Европа фермерының кеҫәһен ҡалынайтыуға, ошо илдәрҙең ауыл хужалығын ҡарауға, ҡаҙнаһын тулыландырыуға китәсәк. Үҙ сиратында ул Рәсәй иҡтисадына аяҡ саласаҡ, сөнки беҙҙең етештереүсе һәр саҡ баҙарҙа сифатҡа өҫтөнлөк бирерҙәренә иҫәп тота. Сит илдең иҡтисады иһә "күберәк етештер", "күберәк һат"ҡа ҡоролған. Ә ГМО-ларһыҙ (гены үҙгәртелгән организм) берҙе ике итеп булмай. "Ит ризыҡтары" — ысын иттән, "һөт ризыҡтары" саф һөттән торһа, бындай тауар етештереүгә сығымдар ҙа, сеймал да күберәк китә. Бына шулай, бөгөн Рәсәйҙең ит етештереүселәре, атап әйткәндә, сусҡасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр тауарына хаҡты тағы аҙыраҡ төшөрһә, ваҡытында дотация булмаһа, килемдән мәхрүм ҡалып, зыянға эшләй башлаясаҡ. Был бөлөүгә килтерә, тимәк, ил етештереүсеһеҙ ҡаласаҡ тигән һүҙ.
Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләп, республикала ит продукцияһы етештереүсе төп ойошмаларҙың береһе булған "Рощинский" дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһына юл алдыҡ.

Үҡеш өсөн мөмкинлектәр бар

Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтары, предприятиелары исемлегендә "Рощинский" совхозы 1979 йылдың 30 декабрендә теркәлә. Башлыса сусҡасылыҡ менән шөғөлләнергә тейешле хужалыҡта комплекс барлыҡҡа килә. Проект буйынса, унда 54 мең баш үрсетелеп, һимертеү кимәленә еткерелергә тейеш була. Тәүге өс йылда был кимәлгә сығыу өсөн барыһы ла эшләнә: заманына күрә техник яҡтан нығытыла, сусҡалар һатып алына, иң мөһиме — тәжрибә туплана. Ошонан алып етештереүсәнлектең проектта ҡаралған кимәлдән төшкәне юҡ.
Бынан бер нисә тиҡтә йыл элек моноблок проекты буйынса төҙөлгән комплекстарҙа тулыһынса реконструкция бара, хатта биналар һүтеп йыйыла. Ә Рощинский"ҙа был эш даими башҡарылып килә. Аграр өлкәгә генә түгел, тотош ил өсөн ауыр булған 90-сы йылдарҙа ла йүнәтеү, үҙгәртеп ҡороу туҡтамаған: Импорт ҡыҫырыҡлай. Беҙҙекеләр бирешмәй...стена панелдәре, тәҙрәләр алыштырылған, иҡке бетон иҙәндәр урынына заманса рәшәткәлеһе ҡуйылған. Әйтергә кәрәк, быларҙың барыһы ла эш барышын туҡтатмайынса башҡарылған. Тоҡомсолоҡ буйынса эҙмә-эҙлекле эшләгәс, 2000 йылда Канаданан “йоркшир” менән “дюрок” тоҡомло мал һатып алына. Шулай уҡ эре аҡ тоҡомло сусҡа үрсетеүгә күсәләр. Һуңғыһы буйынса хужалыҡҡа дәүләт тоҡомсолоҡ заводы статусы бирелә. Был инде яңы мөмкинлектәр аса.
— Беҙ аҙыҡ-түлек етештереүҙә комплексҡа ғына ҡарап ятмайбыҙ. "Баҡыуҙан — кәштәгәсә" тигән принцип буйынса эш итәбеҙ, — ти директорҙың етештереү буйынса урынбаҡары Рөстәм Ғафаров. — Бөгөнгө шарттарҙа фәҡәт сусҡасылыҡ менән шөғөлләнеп булмай. Үҙеңдең аҙығың кәрәк, башҡа етештереү тармағы булыуы мөһим...
Аҙыҡ тигәндән, бынан биш-алты йыл элек артта ҡалған бер нисә хужалыҡтың ерен ҡушҡандар. Берлектә эшләгәс, "Рощинский" өсөн яңы мөмкинлектәр асыла, элек ошо хужалыҡтарға ҡараған 28 ауылда йәшәүселәр ҙә эш урындары менән тәьмин ителә. Шулай итеп, "Рощинский" дәүләт унитар предприятиеһы 26 165 гектар һөрөнтө ергә, 9 118 гектар сабынлыҡҡа, көтөүлектәргә эйә була. Бөгөн хужалыҡта бар ер ҙә эшкәртелеп сәселә. Башлыса игенселек менән шөғөлләнәләр. Былтыр, мәҡәлән, 24 065 гектар сәсеүлектең 18 342 гектарында иген культуралары үҡтерелгән.
Импорт ҡыҫырыҡлай. Беҙҙекеләр бирешмәй..."Рощинский"ҙың биләмәләре киңәйеп кенә ҡалмаған, яңы етештереү тармаҡтары барлыҡҡа килгән. Был инде өҡтәмә эш урындары асыуға мөмкинлек биргән. Һуңғы бер нисә йыл эсендә генә лә эшселәр 777-нән 2015-кәсә артҡан. Шулай булмай ни, бөгөн хужалыҡта 7000 баштан ашыу һыйыр малы аҡрала. Барлығы 1300 һауын һыйырына иҡәпләнгән һөт комплексы, төрлө ауыл биләмәһендә туғыҙ һөтсөлөк фермаһы, һимертеү өсөн өҡтәмә тағы бер ферма бар. Йылҡысылыҡ үҡешә, ҡымыҙ етештерелә. Хәләл ит, колбаса цехы айырым эшләй. Он һәм ҡатнаш аҙыҡ етештереү өсөн — тирмән, иген һаҡлау өсөн элеватор гөрләй. Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Салауат, Күмертау ҡалаһында һәм бер нисә район үҙәгендә 48 сауҙа нөктәһе бар. Тәүлегенә 15 тонна ит ризыҡтары етештерелә, төрлө продукция алына. Һөт аҙыҡтарына килгәндә, тәүлегенә 40 тонна эшкәртелеп, һатыуға оҙатыла. Йыл әйләнәһенә бер гектарлыҡ теплицала йәшелсә үҡтерелә. Иң мөһиме — етештереү менән бергә социаль мәсьәләләрҙе лә хәл итергә тырышалар. Был инде предприятиеның баҙар шарттарында үҙ урынын табыуына тулыһынса бәйләнгән. Уныһына күңелдәре тыныс. Тик ауыл хужалығына илдә булған ҡараш, ситтән аҙыҡ-түлектең күпләп үтеп инеүе береһен дә битараф ҡалдырмай.

"Сифат менән алдырасаҡбыҙ"

Колбаса тигәс, быға тиклем уны яһауҙың гелән кире күренештәре генә күҙ алдына баҡа торғайны. Үҙең күрмәгәс, кеше һөйләүе буйынса фекер йөрөтәһең бит. Имеш, колбасаға иттән ҡалған барыһы ла инеп китә: сусҡаның тиреһе, ярыһы, эсәге, башҡаһы... Шуға кешеләрҙә был ризыҡҡа ҡарата төрлө ҡараш йәшәне, әле лә шулай. Белмәйем, ҡайҙа нисектер, әммә бында колбаса яһау барышын баштан аҙағынаса ҡарап сыҡтыҡ, тик бер генә лә бысраҡлыҡ күрмәнек. Һуғым цехынан тыш, ҡалғанында беҙҙең өҡтә аҡ халат, аяҡта ошондай уҡ махсус итек булды.
Быларҙы ни өсөн яҙаммы? Беҙҙең тауар сит илдекенән һис кәм түгел, тип әйтке килә. Ҡабатлау булһа ла, шуны һыҙыҡ өҡтөнә алырға кәрәк: Рәсәй етештереүсеһенең баҙарҙағы юлы — сифат. Тик был үтә ҡиммәткә төшә...
— Мин ошонда йәшәйем, яҡындарым да бында ғүмер итә, балалар үҡә. Барыбыҙ ҙа үҙебеҙ етештергән аҙыҡты ашай, — ти Рөстәм Ғафаров. — Шулай булғас, сифатты беҙ ҡайғыртмай кем хәстәрләргә тейеш һуң? Америкалағы Джонға беҙҙең балаларҙың хәлен уйлау нимәгә? Уларға нисек тә осһоҙға төшөрлөк тауар етештереп, күпләп оҙатырға, һатырға кәрәк...
"Рощинский" совхозының да, дөйөм алғанда, башҡа ошондай предприятиеларҙың да бөгөн яҡынса хәле шуларҙан ғибәрәт: берҙән, һуңғы йылдарҙың ҡоро килеүе сусҡасылыҡ тармағына һиҙелерлек йоғонто яһаны — иген культуралары уңышы түбән булды, ҡиммәтләнде; икенсенән, дотациялар бүленһә лә, аҡсаһы һуң килә — малсыларға һаман барып етмәгән; өсөнсөнән, Рәсәйгә осһоҙ сит ил продукцияһы ағыла башланы. Хәҙер инде эҙемтәһенә күҙ һалайыҡ. Иген ҡиммәтләнде, сөнки яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡ артты, йылдар ҡоро килде. Был инде уңышының 80 проценты ашлыҡҡа, ҡатнаш аҙыҡҡа бәйле булған сусҡасылыҡ тармағының бәкәленә һуҡты. Беҙҙең етештереүсе ит продукцияһына хаҡты арттырырға мәжбүр. Сит илдә иһә был тармаҡҡа күпләп дотация бүленә, тимәк, уларҙың тауары ла осһоҙлана. Үҙҙәренә генә түгел, беҙгә, башҡа илдәргә сығарырға мөмкинлектәре арта. Өҡтәүенә, унда фермер тауарын үҙе һатып йөрөмәй. Бар эше — етештереү. Беҙҙә крәҡтиән — етештереүсе генә түгел, тауарын һатып алыусыға алып барып еткереүсе лә.
— Өфөләге "Колхоз баҙары" менән "Үҙәк баҙар"ға ғына ла көн һайын 10-11 тонна колбаса, башҡа төр продукция китә. Һөт ризыҡтары ла күпләп оҙатыла, — ти директорҙың коммерция эштәре буйынса урынбаҡары Фәрит Сәлихов. — Гипер-супермаркеттар менән бәйләнеш урынлаштырылған. Ләкин улар тауар хаҡын 30 процентҡаса төшөрөүҙе һорай. Беҙҙеңсә, иң яҡшыһы — продукцияны үҙебеҙҙең магазиндар аша һатыу. Ғөмүмән, "Рощинский"ҙың ит һәм һөт продукцияһын халыҡ көтөп ала. Үҙебеҙ ҙә һынатмаҡҡа тырышабыҙ. Көн һайын 30-лаған машина, тауар тейәп, юлға сыға.
Әнүәр Рауил улы Абдрафиҡов етәкселендәге "Рощинский" совхозы ысын мәғәнәһендә "баҡыуҙан — кәштәгәсә" принцибы буйынса эшләй. Тик ошо юл ғына бөгөнгө баҙар шарттарында йәшәргә, табыш алырға, социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирә.

"Рощинский" совхозының да, дөйөм алғанда, башҡа ошондай предприятиеларҙың да бөгөн яҡынса хәле шуларҙан ғибәрәт: берҙән, һуңғы йылдарҙың ҡоро килеүе сусҡасылыҡ тармағына һиҙелерлек йоғонто яһаны — иген культуралары уңышы түбән булды, ҡиммәтләнде; икенсенән, дотациялар бүленһә лә, аҡсаһы һуң килә — малсыларға һаман барып етмәгән; өсөнсөнән, Рәсәйгә осһоҙ сит ил продукцияһы ағыла башланы. Хәҙер инде эҙемтәһенә күҙ һалайыҡ. Иген ҡиммәтләнде, сөнки яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡ артты, йылдар ҡоро килде. Был инде уңышының 80 проценты ашлыҡҡа, ҡатнаш аҙыҡҡа бәйле булған сусҡасылыҡ тармағының бәкәленә һуҡты. Беҙҙең етештереүсе ит продукцияһына хаҡты арттырырға мәжбүр. Сит илдә иһә был тармаҡҡа күпләп дотация бүленә, тимәк, уларҙың тауары ла осһоҙлана. Үҙҙәренә генә түгел, беҙгә, башҡа илдәргә сығарырға мөмкинлектәре арта. Өҡтәүенә, унда фермер тауарын үҙе һатып йөрөмәй. Бар эше — етештереү. Беҙҙә крәҡтиән — етештереүсе генә түгел, тауарын һатып алыусыға алып барып еткереүсе лә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Һеҙҙең көйәрмән
    Һеҙҙең көйәрмән от 05.03.2013, 16:50
    "Осһоҙ, хатта сәйер иттең беҙгә ағылыуы ","Сит илдең иҡтисады иһә "күберәк етештер", "күберәк һат"ҡа ҡоролған "тип яҙаһығыҙ Рәлис. Улайһа,йәшәү кимәле юғары,ғүмер оҙонлоғо буйынса беҙҙән күпкә алда барған бай, алға киткән илдәр шаҡы-шоҡо ашап йәшәйме ни? Ай-һай, бер ҙә ышандырмай был һүҙҙәрегеҙ. Дөйөм алғанда, мәҡәлә шәп яҙылған, минеңсә.






Сибайҙа ирле-ҡатынлы Усмановтар «Урал аръяғы» шифаханаһы биләмәһендә 80 ҡарағай ултыртҡан

Сибайҙа ирле-ҡатынлы Усмановтар «Урал аръяғы» шифаханаһы биләмәһендә 80 ҡарағай ултыртҡан 21.04.2025 // Йәмғиәт

Сибайҙа ирле-ҡатынлы Усмановтар «Урал аръяғы» шифаханаһы биләмәһендә 80 ҡарағай ултыртҡан...

Тотош уҡырға 0

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә ҡояш системаһы макетын эшләргә уйлайҙар

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә ҡояш системаһы макетын эшләргә уйлайҙар 21.04.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә ҡояш системаһы макетын эшләргә уйлайҙар...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры йылытыу миҙгеленең тамамланыуын хәбәр итте

Өфө мэры йылытыу миҙгеленең тамамланыуын хәбәр итте 21.04.2025 // Йәмғиәт

Өфө мэры йылытыу миҙгеленең тамамланыуын хәбәр итте...

Тотош уҡырға 7

Депутаттар Азат Хәкимовты Белорет районы башлығы итеп тәғәйенләне

Депутаттар Азат Хәкимовты Белорет районы башлығы итеп тәғәйенләне 18.04.2025 // Йәмғиәт

Депутаттар Азат Хәкимовты Белорет районы башлығы итеп тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 34

Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн  глэмпинг төҙөлә

Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн глэмпинг төҙөлә 18.04.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн глэмпинг төҙөлә...

Тотош уҡырға 35

Республикала бер аҙ ямғырлы йылы һауа торошо көтөлә

Республикала бер аҙ ямғырлы йылы һауа торошо көтөлә 18.04.2025 // Йәмғиәт

Республикала бер аҙ ямғырлы йылы һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 42

Архангел районында ғәҙәттән тыш хәл режимы ғәмәлдән сығарылды

Архангел районында ғәҙәттән тыш хәл режимы ғәмәлдән сығарылды 18.04.2025 // Йәмғиәт

Архангел районында ғәҙәттән тыш хәл режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 33

Радий Хәбиров «Республика LIVE #өйҙә» командаһының эшен юғары баһаланы

Радий Хәбиров «Республика LIVE #өйҙә» командаһының эшен юғары баһаланы 17.04.2025 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров «Республика LIVE #өйҙә» командаһының эшен юғары баһаланы...

Тотош уҡырға 29

Республикала аҙна һуңында +20° тиклем йылыта

Республикала аҙна һуңында +20° тиклем йылыта 17.04.2025 // Йәмғиәт

Республикала аҙна һуңында +20° тиклем йылыта...

Тотош уҡырға 29

Башҡортостанда тыл ветераны Лидия Ситчихина 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Башҡортостанда тыл ветераны Лидия Ситчихина 100 йәшлек юбилейын билдәләне 17.04.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда тыл ветераны Лидия Ситчихина 100 йәшлек юбилейын билдәләне...

Тотош уҡырға 52

Башҡортостанда 18 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Башҡортостанда 18 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә 17.04.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 18 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә...

Тотош уҡырға 34

Яҡташ ҡыҙыбыҙ «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

Яҡташ ҡыҙыбыҙ «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде 17.04.2025 // Йәмғиәт

Яҡташ ҡыҙыбыҙ «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 38