Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡты нурың ҡалды күңелдә
Яҡты нурың ҡалды күңелдәХәләлем Иршат Фәрит улы Сиражетдиновтың баҡыйлыҡҡа күсеүенә ҡырҡ көн үтеп китте. Ошо ауыр ҡайғы-кисерештәремде, хис-тойғоларымды гәзит уҡыусыларға, тамашасыларыма еткереү теләге тыуҙы.

Иршат иҫ киткес гүзәл, бай тарихлы, матур халҡы менән дан тотҡан Учалы районының Туңғатар ауылында тыуып үҫкән. Йыр-моңға һәләтле музыкаль ғаиләлә баһадирҙай өс ир-егет тәрбиәләнә. Тирә-йүнгә скрипкасы даны таралған Фәрит ағай (минең ҡайным) менән йөрәктәргә үтеп инерҙәй моңло тауышлы Фәниә апайҙың (ҡәйнәм) улдары изге, йомшаҡ күңелле, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, әҙәпле егет булып буй еткерә. Уларҙың ата-әсәһенә йылы ҡарашы һәр кемде хайран ҡалдыра ине. Ҡәйнәм яратҡан улы Иршаттан ярты йылға ғына элегерәк вафат булып ҡуйҙы, ә нескә күңелле ҡайныма улының вафатын күрергә яҙған. Хоҙай Тәғәлә уға сабырлыҡ, сәләмәтлек бирһен.
Иршат сәнғәттән, мәҙәниәттән башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла баҫтыра алманы. Ни хәл итәһең, сир һорап килмәй, уның кисерештәрен беҙ, яҡындары ғына, күрҙек...
Мәктәп йәшенән сәхнәгә мөкиббән ауыл малайы шул дәүерҙә үк үҙе лә аңлап бөтмәҫтән сәнғәт тормошон, сәхнә һулышын тойомлай алған. Ошо саҡтан уҡ концертта сығыштарҙы нәфис һүҙ менән аралаштырып сәхнәләштергән, йәғни режиссерлыҡ эшендә тәүге аҙымдарын яһаған тип әйтер инем. Концерт программаһын төҙөү Иршатҡа йөкмәтелгән булған.
Шулай итеп, VIII класты тамамлағас, клуб хеҙмәткәре Әкрәм Аҡҡужиндың кәңәшен тотоп, баянсы Рауил Мәғрүповтың хуплауы, ата-әсәһенең фатихаһы менән "әртис" булырға хыялланған егет, йәйге селләлә кирза итек кейеп, Өфө сәнғәт училищеһына юллана. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, театр бүлеге студенты булып китә. Училищены тамамлағас, армия сафында хеҙмәт итә. Аҙаҡ Учалы районының Комсомольск мәҙәниәт һарайында эшләп ала.
Юғары белем алыу хыялы йәнә Өфөгә юлландыра егетте. Тормош тәжрибәһен туплаған әҙерлекле Иршатты ҡуш ҡуллап ҡабул итәләр сәнғәт институтына. Уҡытыусыһы, танылған режиссер Ғабдулла Ғиләжев уға Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә барырға тәҡдим итә. Остазының фатихаһы менән республикабыҙҙың сәнғәт һәм йыр-моң донъяһына баштан-аяҡ сума Иршат. Шул осорҙан алып барлыҡ ижади ғүмере филармонияға бәйләнә. Илһамланып хеҙмәт иткән дәүере эҙһеҙ ҡалмай: Фәриҙә Ҡудашева, Хөсәйен Мәжитов, Филүс Гәрәев, Илфаҡ Смаков, Радик Гәрәев, Хәйҙәр Бегичев, Зөһрә Сәхәбиева һәм башҡа бик күп сәхнә йондоҙҙары менән эшләү бәхете тейҙе уға. Мәскәүҙәге ГИТИС-та юғары режиссерлыҡ курстарында уҡып ҡайтҡас, бөтә эште ҙур ышаныс менән Иршатҡа тапшырҙылар.
Ул сәхнә кешеһенең үҙенсәлеген, һәләтен асырға тырышты. Талантлы артистарҙы тамашасы алдына сығарыуҙы, сығыштарын юғары дәрәжәгә күтәреүҙе үҙенең төп бурысы тип һананы. "Йондоҙҙар"ҙың һәр береһе үҙенсәлекле, һәммәһенең күңеленә юл таба белергә кәрәк. Ҡайһы бер режиссерҙар мөрәжәғәт итергә баҙнат ҡылмаған артистар менән Иршат уртаҡ тел табыр ине. Әле булһа, уның ошо үҙенсәлекле сифатын ғәжәпләнеп иҫкә алам — күпме сабырлыҡ, түҙемлек талап иткән бит уның эше! Һәр уңышлы сығыш һөйөндөрһә, аҙ ғына етешһеҙлек тә уны көйөндөрөр ине. Ҙур хеҙмәт һалған программаһын балаһындай күреп ҡабул итте, үҫтерҙе, еренә еткерергә тырышты.
1985 – 1990 йылдарҙа Силәбелә, Ҡазанда уҙған Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте көндәре иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе булып хәтер төпкөлөнә уйылған. Сит өлкәләрҙә йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ алдында сығыш яһау, уларҙың туған йыр-моңға сарсаған күңелен баҫыу һәр саҡ тулҡынландырғыс була, режиссерҙан көсөргәнешлек, таһыллыҡ талап итә. Моң алиһәһе Фәриҙә Ҡудашева, композитор Роза Сәхәүетдинова, әҙиптәр Зәйнәб Биишева, Назар Нәжми, Мостай Кәрим, Муса Ғәли, Марат Кәримов һәм башҡа бик күптәрҙең юбилей кисәләрен үткәреү бәхете лә тейҙе Иршатҡа. Яҡташы, бөйөк йырсы Абдулла ағай Солтановтың моңло тауышын әллә нисә тапҡыр баш ҡала сәхнәләрендә яңғыратты.
Ғөмүмән, ул әҙерләгән кисәләр, концерт-тамашалар бай йөкмәткеле, мәғлүмәтле булыуы менән айырыла ине, сөнки Иршат Фәрит улы үҙе лә күп уҡыны, эҙләнде, әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә тәрән белемле кеше булды. Туҡтауһыҙ камиллыҡҡа ынтылыуы, әҙәбиәт, шиғриәт менән ҡыҙыҡһыныуы уның үҙенең дә эске донъяһын байытты.
Бай рухлы ине Иршатым. Һәр саҡ көләс йөҙлө, йор һүҙле, асыҡ күңелле, әҙәпле, бына тигән атай, олатай, мине бәхетле иткән ир булды ул.
Үкенес, тормошҡа ашырылмаған күпме пландары, проекттары ҡалды. Ал-ял белмәй эшләне лә эшләне. 58 йәшлек ир-уҙаман осланмаған хеҙмәтен, яҡты донъяны, мине ҡалдырып китте лә барҙы. Ваҡытында аҙ ғына үҙен һаҡлаған булһа, йәшәр ине бит әле лә, тип һыҙланам. Оло йөрәкле ине шул, бөтәһен дә бер юлы күтәрә алманы.
30 йылдан ашыу бер-беребеҙгә терәк булып, ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән, Аллаһ бәндәһе булған Иршатым, барыбыҙҙы ҡайғыға һалып, йөрәгемдең яртыһын уйып, мәңгелеккә китеп юғалды...
Илдар Юзеевтың шиғырын аҙыраҡ үҙгәртеп, ошолай әйтер инем:

Яҙҙар килер, яҙҙар китер, —
Һин булмаҫһың.
Йәйҙәр килер, йәйҙәр китер, —
Һин булмаҫһың,
Көҙҙәр килер, көҙҙәр китер, —
Һин булмаҫһың.
Ҡыштар килер, ҡыштар китер —
Һин булмаҫһың.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан участковыйы Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы конкурсында өсөнсө урынды яуланы

Башҡортостан участковыйы Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы конкурсында өсөнсө урынды яуланы 17.11.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй эске эштәр министры, полиция генералы Владимир Колокольцев илдең участковыйҙар коллективын...

Тотош уҡырға 7

Рәсәйҙә совет халҡы геноциды ҡорбандары иҫтәлеге мәңгеләштерелә

Рәсәйҙә совет халҡы геноциды ҡорбандары иҫтәлеге мәңгеләштерелә 17.11.2025 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә совет халҡы геноциды ҡорбандары иҫтәлеге мәңгеләштерелә...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда бер үк ваҡытта ике кадрҙар үҙәге асылды

Башҡортостанда бер үк ваҡытта ике кадрҙар үҙәге асылды 17.11.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә участка полицейскийҙары Башҡортостан Башлығына үҙҙәренең эше тураһында һөйләне

Өфөлә участка полицейскийҙары Башҡортостан Башлығына үҙҙәренең эше тураһында һөйләне 17.11.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә участка полицейскийҙары Башҡортостан Башлығына үҙҙәренең эше тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 5

Рәсәйҙә сайттарҙың «аҡ» исемлеге яңыртылды

Рәсәйҙә сайттарҙың «аҡ» исемлеге яңыртылды 17.11.2025 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә сайттарҙың «аҡ» исемлеге яңыртылды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда Малейка һәм Иоанн исемле сабыйҙар тыуған
Өфөнән Хәмиҙә Дәүләтова 95 йәшен билдәләй

Өфөнән Хәмиҙә Дәүләтова 95 йәшен билдәләй 14.11.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Ленин районынан хеҙмәт ветераны Хәмиҙә Дәүләтова 95 йәшлек юбилейын билдәләне....

Тотош уҡырға 2

Киләһе ҡыш былтырғыһынан һалҡыныраҡ булыуы ихтимал

Киләһе ҡыш былтырғыһынан һалҡыныраҡ булыуы ихтимал 14.11.2025 // Йәмғиәт

Киләһе ҡыш былтырғыһынан һалҡыныраҡ булыуы ихтимал...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан икенсе тапҡыр «Онкопатруль» акцияһын уҙғарыу эстафетаһын ҡабул итте

Башҡортостан икенсе тапҡыр «Онкопатруль» акцияһын уҙғарыу эстафетаһын ҡабул итте 14.11.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан икенсе тапҡыр «Онкопатруль» акцияһын уҙғарыу эстафетаһын ҡабул итте...

Тотош уҡырға 3

Шишмә районында тыл ветераны Мөфлихә Ҡадирова 90 йәшен билдәләне

Шишмә районында тыл ветераны Мөфлихә Ҡадирова 90 йәшен билдәләне 14.11.2025 // Йәмғиәт

Шишмә районында тыл ветераны Мөфлихә Ҡадирова 90 йәшен билдәләне...

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропорты йәнә штат режимында эшләй

Өфө аэропорты йәнә штат режимында эшләй 14.11.2025 // Йәмғиәт

Өфө аэропорты йәнә штат режимында эшләй...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда Баймаҡ — Аҡморон трассаһы яңыртыла

Башҡортостанда Баймаҡ — Аҡморон трассаһы яңыртыла 14.11.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Баймаҡ — Аҡморон трассаһы яңыртыла...

Тотош уҡырға 3