Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Фатир асҡысы ғына түгел, бәхет асҡыстары ла...
Фатир асҡысы ғына түгел, бәхет асҡыстары ла...Башҡортостанда етемдәрҙең һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙың торлаҡҡа хоҡуғын яҡлау буйынса байтаҡ эш башҡарыла. Мәсьәләне Президент Рөстәм Хәмитов шәхсән иғтибарҙа тота. Кисә Президент Хакимиәтендә тантаналы шарттарҙа 20 етем балаға фатир асҡысы тапшырылды. Уларҙың ҡыуаныслы минуттарын уртаҡлашырға республика башлығы Рөстәм Хәмитов та килде.

– Етемдәргә һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға ярҙам күрһәтеү – дәүләтебеҙҙең мөҡәддәс бурысы. Әлбиттә, тормош булғас, ауыр саҡтары ла, күңелһеҙ мәлдәре лә булғандыр. Шуға ла власть балаларға ярҙам итергә бурыслы, улар яҡлауһыҙ ҡалмаҫҡа тейеш, – тине Рөстәм Зәки улы. – Торлаҡ мәсьәләһе бөгөн күптәр өсөн ҙур проблемаларҙан һанала. Һәр кемдең йәшәр урыны булырға тейеш. Һеҙгә бөгөн тапшырылған фатир асҡысы оло тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам итәсәк, “мөйөш”өгөҙҙөң ҡәҙерен белегеҙ.
Рөстәм Зәки улы былтыр Башҡортостанда 600-гә яҡын баланың фатир асҡысы алыуын билдәләп үтте. Президент сығышы һуңында һәр береһенә эштә, уҡыуҙа уңыштар, илебеҙгә, республикабыҙға файҙалы һәм кәрәкле шәхес булып үҫеүҙәрен теләне.
Бөтөн уңайлыҡтары булған фатирҙар баш ҡаланың Дим, Ленин райондарында урынлашҡан. Торлаҡты төҙөкләндереүҙә төрлө ойошма-предприятиелар, шулай уҡ айырым кешеләр ҙур ярҙам күрһәткән. Яҡты, иркен фатирҙар бөгөн йәшәү өсөн тулыһынса әҙер. Һәр береһендә заманса көнкүреш тауарҙары, һыуытҡыс, диван, өҫтәл-ултырғыстар бар, һауыт-һаба һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алынған.
Фатир асҡысы алған 88 етем араһында табиптар ҙа, балта оҫталары ла, спорт мәктәбе тренерҙары ла, журналистар ҙа, аспирантурала уҡыусылар ҙа бар. Шуныһы ҡыуаныслы: күптәре бөгөн үҙ ғаиләһен ҡорған, бер, хатта өс бала тәрбиәләйҙәр.
Бөгөн ошондай уҡ күңелле тантана баш ҡаланың Дим, Ленин райондарында ла үтте. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм үҫкән 68 кеше фатир асҡысы алып ҡыуанды.

Гөлиә һәм Азат ШӘКҮРОВТАР, Өфө ҡалаһы:
– Һәр кем үҙ мөйөшөн булдырыу хыялы менән йәшәй, был бер кемгә лә сер түгел. Беҙ ҙә оҙаҡ йылдар кеше тупһаһында көн иттек. Һәр көнөбөҙ "хужа бөгөн ҡыуып сығарырмы, иртәгәме?" тигән уй менән башланыр ине. Шөкөр, Хөкүмәтебеҙ ғаиләбеҙгә ике бүлмәле фатир бүләк итте, рәхмәтебеҙ шундай сикһеҙ. Өс улыбыҙ әле фатир асҡысын алып ҡайтыуыбыҙҙы ҙур түҙемһеҙлек менән көтә – уларҙың айырым бүлмәһе буласаҡ бит.

Марат НАЗАРОВ, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты:
– Бөгөн иң ҡыуаныслы мәлдәремдең береһе, яҙҙың тәүге көнөндә бер бүлмәле фатир асҡысы тапшырҙылар. Республикала етем балаларға иғтибар айырыуса көслө, берәү ҙә ситләтелмәй. Президентыбыҙға оло рәхмәтемде белдерәм.


Автор: Самат ҒӘЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә