Башҡортостанда етемдәрҙең һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙың торлаҡҡа хоҡуғын яҡлау буйынса байтаҡ эш башҡарыла. Мәсьәләне Президент Рөстәм Хәмитов шәхсән иғтибарҙа тота. Кисә Президент Хакимиәтендә тантаналы шарттарҙа 20 етем балаға фатир асҡысы тапшырылды. Уларҙың ҡыуаныслы минуттарын уртаҡлашырға республика башлығы Рөстәм Хәмитов та килде.
– Етемдәргә һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға ярҙам күрһәтеү – дәүләтебеҙҙең мөҡәддәс бурысы. Әлбиттә, тормош булғас, ауыр саҡтары ла, күңелһеҙ мәлдәре лә булғандыр. Шуға ла власть балаларға ярҙам итергә бурыслы, улар яҡлауһыҙ ҡалмаҫҡа тейеш, – тине Рөстәм Зәки улы. – Торлаҡ мәсьәләһе бөгөн күптәр өсөн ҙур проблемаларҙан һанала. Һәр кемдең йәшәр урыны булырға тейеш. Һеҙгә бөгөн тапшырылған фатир асҡысы оло тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам итәсәк, “мөйөш”өгөҙҙөң ҡәҙерен белегеҙ.
Рөстәм Зәки улы былтыр Башҡортостанда 600-гә яҡын баланың фатир асҡысы алыуын билдәләп үтте. Президент сығышы һуңында һәр береһенә эштә, уҡыуҙа уңыштар, илебеҙгә, республикабыҙға файҙалы һәм кәрәкле шәхес булып үҫеүҙәрен теләне.
Бөтөн уңайлыҡтары булған фатирҙар баш ҡаланың Дим, Ленин райондарында урынлашҡан. Торлаҡты төҙөкләндереүҙә төрлө ойошма-предприятиелар, шулай уҡ айырым кешеләр ҙур ярҙам күрһәткән. Яҡты, иркен фатирҙар бөгөн йәшәү өсөн тулыһынса әҙер. Һәр береһендә заманса көнкүреш тауарҙары, һыуытҡыс, диван, өҫтәл-ултырғыстар бар, һауыт-һаба һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алынған.
Фатир асҡысы алған 88 етем араһында табиптар ҙа, балта оҫталары ла, спорт мәктәбе тренерҙары ла, журналистар ҙа, аспирантурала уҡыусылар ҙа бар. Шуныһы ҡыуаныслы: күптәре бөгөн үҙ ғаиләһен ҡорған, бер, хатта өс бала тәрбиәләйҙәр.
Бөгөн ошондай уҡ күңелле тантана баш ҡаланың Дим, Ленин райондарында ла үтте. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм үҫкән 68 кеше фатир асҡысы алып ҡыуанды.
Гөлиә һәм Азат ШӘКҮРОВТАР, Өфө ҡалаһы:– Һәр кем үҙ мөйөшөн булдырыу хыялы менән йәшәй, был бер кемгә лә сер түгел. Беҙ ҙә оҙаҡ йылдар кеше тупһаһында көн иттек. Һәр көнөбөҙ "хужа бөгөн ҡыуып сығарырмы, иртәгәме?" тигән уй менән башланыр ине. Шөкөр, Хөкүмәтебеҙ ғаиләбеҙгә ике бүлмәле фатир бүләк итте, рәхмәтебеҙ шундай сикһеҙ. Өс улыбыҙ әле фатир асҡысын алып ҡайтыуыбыҙҙы ҙур түҙемһеҙлек менән көтә – уларҙың айырым бүлмәһе буласаҡ бит.
Марат НАЗАРОВ, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты:– Бөгөн иң ҡыуаныслы мәлдәремдең береһе, яҙҙың тәүге көнөндә бер бүлмәле фатир асҡысы тапшырҙылар. Республикала етем балаларға иғтибар айырыуса көслө, берәү ҙә ситләтелмәй. Президентыбыҙға оло рәхмәтемде белдерәм.