Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Күрше хаҡыУларҙың сутыр-сутыр килеп бергә йәшәүенә теүәл 50 йыл тулды. Шул хөрмәткә геүләтеп мәжлес йыйҙылар. Һис кенә лә әкәй-шөкәй ваҡиға түгел был. Әҙәм балаһы өсөн ярты быуат һәләк күп ваҡыт бит. Хужабикәнең икеме, әллә өсмө иренән айырылып, барлыҡ ҡош-ҡортон, һарыҡ-кәзәһен тейәп, бер ҡайтып, бер килеп йөрөүен, шул арала тағы бер-ике тапҡыр кейәү алыштырырға өлгөрөүен иҫәпкә алмағанда, харап матур ғүмер иттеләр. Ярай, дүрт аяҡлы ат та һөрлөгә, тиҙәрме әле, әҙәм балаһында ундай ғына яңылышыу булыуы ихтимал инде.
Урам буйлап теҙелеп киткән еңел машиналарға ҡарап уҡ ҡунаҡҡа ябай ғына кешеләр саҡырылмауын сырамытырға була. Мәжлес бик күңелле барҙы. Бер аҙҙан ҡотлауҙар башланды. Ана, әле генә хужаларҙы:
– Был ауылда һеҙҙең кеүек шәп кешеләр юҡ, – тип маҡтап, Хоҙайҙан оҙон ғүмер теләп, бүләккә бәләкәс кенә әллә нәмә тотторған йомарт ирҙе күрәһегеҙме? Ул – хужабикәнең өс туған һеңлеһенең өсөнсө йәмәғәте. Ғүмер буйы мәктәптә уҡытты. Район үҙәгенән килгән йырсы, уныһы ҡайһы яҡлап нәҫелдер, әйтә алмайым, тосты бик матур йыр менән тамамланы.
Ҡотло булһын
алтын туйҙар,
Барыбыҙ ҙа ошо теләктә.
Бөгөнгөләй
шат йылмайыуығыҙ
Шатлыҡ өҫтәй
беҙҙең йөрәккә.
Бер ай элек кенә, магазин асып, әйберҙәрен, үҙ хаҡы менән тип, баҙарҙағынан ун биш тингә осһоҙораҡҡа һатҡан Гөлзада ла йылы теләктәрен йәлләмәне.
Ҡунаҡтар араһында ут күршеһе Харис менән ҡатыны ғына юҡ ине. Хәйер, быға башҡаларҙың да, күршеһенең дә иҫе китмәне, бындай хәл бер бөгөн генә ҡабатланмай.
Байрам төн уртаһына тиклем һуҙылды. Биттәре алһыуланып байҙар төҫө ингән ҡунаҡтар тамаҡтары ҡарлыҡҡансы йырланы, аяҡтары талғансы бейене. Хужа менән хужабикәне күктәргә сөйөп маҡтанылар, барыһының да аш-һыуҙың татлылығына, муллығына иҫе китте. Хатта ҡайтырға тип урамға сыҡҡанда ла тиҙ генә айырылаша алманылар. Әллә нисә тапҡыр ҡосаҡлашып хушлаштылар, “хуш аяғы”ла тиҫтәгә барып етте. Таңғы һиллектәге тауыштар әллә ҡайҙарға яңғыраны.
– Ай, шәптәрһегеҙ ҙә инде !
– Килгәнегеҙ өсөн рәхмәт!
– Бөткәнсе, бөткәнсе!
– Ҡара-ҡара, асыуын ҡалдырмаҡсы буласы.
Үҙҙәренең был тиклем дә шәплегенә күңелдәре булған хужалар бөтәһен дә оҙатып, өйгә ингәндә таң һыҙылғайны инде. Ҡунаҡтар менән мәж килеп, ишеге асыҡ ҡалған келәткә инеп, һәүкәшкәйҙәренең көрпәне, бойҙайҙы һоҫоуы баштарына ла инеп сыҡманы. Күпмелер ваҡыттан ихатаға сыҡҡан ғаилә башлығы һыйырының ауыҙынан күперектәрен сығарып ятыуын күрҙе. Уның башынан “әрәм генә булып ҡуймаһын, тиҙерәк салырға кәрәк” тигән уй үтте, һәм… ярҙам һорап күршеһенә сапты.


Автор: Ф. МӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә