Уларҙың сутыр-сутыр килеп бергә йәшәүенә теүәл 50 йыл тулды. Шул хөрмәткә геүләтеп мәжлес йыйҙылар. Һис кенә лә әкәй-шөкәй ваҡиға түгел был. Әҙәм балаһы өсөн ярты быуат һәләк күп ваҡыт бит. Хужабикәнең икеме, әллә өсмө иренән айырылып, барлыҡ ҡош-ҡортон, һарыҡ-кәзәһен тейәп, бер ҡайтып, бер килеп йөрөүен, шул арала тағы бер-ике тапҡыр кейәү алыштырырға өлгөрөүен иҫәпкә алмағанда, харап матур ғүмер иттеләр. Ярай, дүрт аяҡлы ат та һөрлөгә, тиҙәрме әле, әҙәм балаһында ундай ғына яңылышыу булыуы ихтимал инде.
Урам буйлап теҙелеп киткән еңел машиналарға ҡарап уҡ ҡунаҡҡа ябай ғына кешеләр саҡырылмауын сырамытырға була. Мәжлес бик күңелле барҙы. Бер аҙҙан ҡотлауҙар башланды. Ана, әле генә хужаларҙы:
– Был ауылда һеҙҙең кеүек шәп кешеләр юҡ, – тип маҡтап, Хоҙайҙан оҙон ғүмер теләп, бүләккә бәләкәс кенә әллә нәмә тотторған йомарт ирҙе күрәһегеҙме? Ул – хужабикәнең өс туған һеңлеһенең өсөнсө йәмәғәте. Ғүмер буйы мәктәптә уҡытты. Район үҙәгенән килгән йырсы, уныһы ҡайһы яҡлап нәҫелдер, әйтә алмайым, тосты бик матур йыр менән тамамланы.
Ҡотло булһын
алтын туйҙар,
Барыбыҙ ҙа ошо теләктә.
Бөгөнгөләй
шат йылмайыуығыҙ
Шатлыҡ өҫтәй
беҙҙең йөрәккә.
Бер ай элек кенә, магазин асып, әйберҙәрен, үҙ хаҡы менән тип, баҙарҙағынан ун биш тингә осһоҙораҡҡа һатҡан Гөлзада ла йылы теләктәрен йәлләмәне.
Ҡунаҡтар араһында ут күршеһе Харис менән ҡатыны ғына юҡ ине. Хәйер, быға башҡаларҙың да, күршеһенең дә иҫе китмәне, бындай хәл бер бөгөн генә ҡабатланмай.
Байрам төн уртаһына тиклем һуҙылды. Биттәре алһыуланып байҙар төҫө ингән ҡунаҡтар тамаҡтары ҡарлыҡҡансы йырланы, аяҡтары талғансы бейене. Хужа менән хужабикәне күктәргә сөйөп маҡтанылар, барыһының да аш-һыуҙың татлылығына, муллығына иҫе китте. Хатта ҡайтырға тип урамға сыҡҡанда ла тиҙ генә айырылаша алманылар. Әллә нисә тапҡыр ҡосаҡлашып хушлаштылар, “хуш аяғы”ла тиҫтәгә барып етте. Таңғы һиллектәге тауыштар әллә ҡайҙарға яңғыраны.
– Ай, шәптәрһегеҙ ҙә инде !
– Килгәнегеҙ өсөн рәхмәт!
– Бөткәнсе, бөткәнсе!
– Ҡара-ҡара, асыуын ҡалдырмаҡсы буласы.
Үҙҙәренең был тиклем дә шәплегенә күңелдәре булған хужалар бөтәһен дә оҙатып, өйгә ингәндә таң һыҙылғайны инде. Ҡунаҡтар менән мәж килеп, ишеге асыҡ ҡалған келәткә инеп, һәүкәшкәйҙәренең көрпәне, бойҙайҙы һоҫоуы баштарына ла инеп сыҡманы. Күпмелер ваҡыттан ихатаға сыҡҡан ғаилә башлығы һыйырының ауыҙынан күперектәрен сығарып ятыуын күрҙе. Уның башынан “әрәм генә булып ҡуймаһын, тиҙерәк салырға кәрәк” тигән уй үтте, һәм… ярҙам һорап күршеһенә сапты.