Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сит ил халҡы ни өсөн рәсәйҙәрҙе яратмай?
“Ялғанды ялғар өсөн бер һүҙ етә, ә хәҡиҡәтте яҡларға ун һүҙ ҙә аҙ”

Сит ил халыҡтары рәсәйҙәрҙе яратмай ғына түгел, хатта күрә алмай. Бының буш хәбәр түгел икәнен уларҙың кинофильмдарын ҡарап, олимпиада, донъя чемпионаттарында беҙҙең спортсыларға мөнәсәбәтенән күреп, сит тарафтарға сәфәргә сыҡҡандарҙы ҡыйырһытыуҙарын ишетеп беләбеҙ. Абруйлы илдең вәкилдәренә мыҫҡыллы мөнәсәбәт булыуы мөмкин түгел. Ниңә Рәсәй халҡы ундай түбәнһетелеүгә дусар булды һуң? Кем ғәйепле? Йәшәү рәүешебеҙҙе, холоҡ-тәртибебеҙҙе шулай түбән баһалаусылармы, әллә тормошобоҙҙо ҡора белмәгән, холҡобоҙҙо тыя алмаған үҙебеҙме?

Дәүләтте — эске ҡоролошона, сәйәсәтенә, ә ил етәкселәрен халыҡҡа мөнәсәбәтенә ҡарап баһалайҙар. Бөгөн Рәсәйҙең сит илдәрҙә туплаған финанс капиталы халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә файҙаланылмай. Ошо һәм шуның кеүек башҡа аңлашылмаған сәйәсәте өсөн йәмәғәтселек хакимдарға ышанып етмәй, ә улары иһә халыҡ менән үҙенә бик кәрәктә генә осраша һәм “уңайлы” кешеләр менән генә аралаша. Халыҡ телендәге “сәләмәт йәмғиәттең киләсәген һәм бөгөнгөһөн ил хөкүмәте, зыялылары хәстәрләргә бурыслы” тигән аҡыллы һүҙҙәр борондан билдәле, ләкин Рәсәйҙең юғарыраҡ ҡатламдары халыҡ яҙмышына бөтөнләй битараф тип әйтергә мөмкин. Илгә, йәмғиәткә идара итеүселәр юғары вазифа биләгән осорҙа үҙ урынын шәхси байлыҡ туплау өсөн файҙаланһа, зыялылары, халыҡты берләштереү урынына, үҙ-ара ыҙғыша. 140 миллион халыҡ көн иткән Рәсәйҙә чиновниктар армияһы 280 миллион кеше йәшәгән 15 республикалы СССР-ҙағынан ике тапҡырға артыҡ — 1,1 миллион! Полиция хеҙмәткәрҙәре, банк системаһында эшләүселәр һаны буйынса беҙгә тиңләшерлек ил донъяла юҡ, генералитет Бөйөк Ватан һуғышы мәлендәгенән дә күберәк. Тыуған иленә тоғро булырға байраҡ үбеп ант иткән хәрби генералдар армияға бүленгән халыҡ аҡсаһын урлай, тәртип һағында тороусы генералдар, үҙҙәре бандалар ойоштороп, кеше талай, иң абруйлы, лайыҡлы иҫәпләнгән өсөн депутат итеп һайланғандар алдай, урлай, ришүәт ала. Граждандарының хоҡуҡтарын яҡлауға, дәүләт ҡаҙнаһын ҡулланыуҙа тәртип урынлаштырып, халыҡ тормошон яҡшыртыуға ихлас көс һалмаған хакимдарҙы кем ихтирам итһен?
Донъя халҡының 2 процентын ғына тәшкил иткән рәсәйҙәр, Ер йөҙөндәге байлыҡтың өстән бер өлөшөнә эйә була тороп, бер ҙә мандып йәшәп китә алмай. Иҫ киткес күп хазинаһын сеймал көйө исраф итеүе һөҙөмтәһендә иң ярлы йәшәгән халыҡтар иҫәбендәбеҙ. Рәсәйҙең дөйөм милли байлығы 1991 йылғаса 60 триллион доллар тәшкил итһә, енәйәтсел реформалар уның 25 триллион долларға баһаланған күләмен “йотто”. Бөгөн дөйөм милли байлыҡ күләме 35 триллион доллар тип иҫәпләнә, һәр ватандашыбыҙға 214 мең долларҙан тура килә. Американың дөйөм милли байлығы иһә — 30 триллион доллар, йәғни йән башына 120 мең доллар самаһы, Европала иһә был күрһәткес 60–100 мең доллар тирәһе. Иң ҙур өлөшкә эйә булып та, ниңә һуң башҡаларҙан хөртөрәк йәшәйбеҙ? Халыҡ файҙаһына йүнәлтелгән һөҙөмтәле идара юҡлыҡтан! Советтар осоронда милли байлыҡ иҫәбенә һәр кеше бушлай фатир, белем, медицина ярҙамы алыуға хоҡуҡлы ине. Ул мөмкинлек күптән юҡҡа сыҡты. Илдең тәбиғи ресурстарынан бюджетҡа килем Рәсәйҙә 30, АҠШ-та — 60, Норвегия һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә — 90 процент. Ябайҙар менән байҙарҙың килемендәге айырма ла беҙҙә ҙурыраҡ: Рәсәйҙә — 30, Европала — 7–10, АҠШ-та — 15 тапҡыр. Ғәҙеллек беҙҙәме, уларҙамы? Һуңғы 20 йылда дәүләтебеҙ юғары үҫешкән индустриаль һәм аграр ил статусын юғалтты. Сеймал менән сауҙа итеүгә һәм алыпһатарлыҡҡа нигеҙләнгән иҡтисад һөҙөмтәһендә, бар мөлкәтен тейешенсә файҙаланып, етеш тормош ҡороп, үҙ йүнен күрә белмәгән илдең граждандары оло ихтирамға лайыҡ була аламы?
Рәсәй социаль дәүләт статусына ла дәғүә итә алмай. Бөгөн ниндәй йәмғиәттә йәшәгәнен дә белмәгән халыҡтың бөтә энергияһы йән аҫрауға һәм ауыр осорҙарҙы имен кисереү сараһын күреүгә сарыф ителә. “Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, ватандаштарыбыҙҙың 18,5 миллионы, йәки 13 проценты, фәҡирлек сигенән дә түбән кимәлдә көн күрә, 26 проценты саҡ осон-осҡа ялғап йәшәй. Рәсәй йылына сит илдәрҙән 35 миллиард долларға аҙыҡ-түлек һатып ала, тимәк, һәр ватандашыбыҙға 7 500 һумлыҡ, йәғни ике айлыҡ, ризыҡ ситтән ташыла. Сит илдәр ике ай аҙыҡ-түлек һатмаһа, беҙ аслыҡ кисерергә тейешме? Шул уҡ ваҡытта ил мөлкәтенең 10 проценты ғына халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итә, ҡалғанын рәсәйҙәрҙең ундан бер өлөшө файҙалана. Тормош сифаты буйынса нефтһеҙ, газһыҙ күп илдәрҙән ҡалышып, 60-сы урынды биләйбеҙ, ә миллиардерҙар иҫәбе буйынса — етенсе урында. Байҙарға һалым Рәсәйҙә генә — 13, ә Францияла — 57, Данияла — 61, Италияла — 66 процент. Дәүләт Думаһы, халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлаһа, олигархтарға прогрессив һалым индереү тураһындағы законды бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ ҡабул итер ине, сөнки уның өсөн өҫтәмә финанс ресурстары ла, башҡа сығымдар ҙа талап ителмәй. Депутаттар, үҙҙәренең дә шул төркөмгә инеүе һәм олигархтарҙың мәнфәғәттәрен яҡлауы сәбәпле, һалымды арттырыуҙан тыйылалыр, тип кенә аңлатып була быны. Рәсәй халҡының хоҡуҡтары яҡлауһыҙ, уларҙың мәнфәғәтен тәьмин итеүсе органдарҙың аныҡ эшенән күҙ буяуы көслөрәк. Евросоюз илдәрендә пенсия күләме эш хаҡының 60–80 процентын тәшкил итһә, Рәсәйҙә — 30 процент (рәсми һандар “РФ сегодня” журналы, ВЦИОМ мәғлүмәттәренән). Беҙҙең файҙаға булмаған бихисап рәсми статистик мәғлүмәттән тағы ла дәлилдәр килтерергә булыр ине, ләкин ул төп маҡсат түгел. Ошо сағыштырма һандарҙан да ришүәтселек, хоҡуҡ һаҡлау тармағындағы кәмселектәр, идара органдарының һөҙөмтәле эшләй алмауы арҡаһында рәсәйҙәрҙең ни ҡәҙәр ауыр шарттарҙа йәшәүен аңларға була. Халҡының хәүефһеҙлеген хәстәрләп, йәшәйеш ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә бурыслы етәкселәренең һәм зыялыларының битарафлығына түҙгән йәмғиәт демократик, социаль дәүләт статусына өмөт итә аламы?
Тубыҡтан мохтажлыҡ, коррупция, енәйәтселек батҡағында торған килеш бөйөклөккә, алдынғылыҡҡа дәғүә итеп булмайҙыр. Шуға күрә, тыуған ил, туған халыҡ яҙмышына мөнәсәбәттәрҙе үҙгәртмәй тороп, яҡты киләсәк төҙөү тураһындағы тәмле хәбәрҙәр, татлы хыялдар — утопия! Һәр вәкилен бәхетле итә алған йәмғиәт кенә оло ихтирамға лайыҡлы баһалана ала. Әҙәм рәтле йәшәргә ҙур теләк һәм тырышлыҡ кәрәк, тиерҙәр. Рәсәй халҡының лайыҡлы йәшәү теләге лә, мөмкинлектәре лә, дәрте лә бар, әммә һаман да, һарыҡ көтөүе кеүек, ике йөҙлө сәйәсәт алып барған “тәкәләре” артынан баш баҫып эйәреп йөрөүҙән арына алмай. Эйе, бөгөн илдә ике йөҙлө сәйәсәт алып барыла: береһе — рәсми сәйәсәт, икенсеһе — аҫтыртын. Рәсми сәйәсәт һайлау ваҡыттарында, йәмәғәтселек менән осрашҡанда ҡулланылһа, аҫтыртыны көндәлек тормошта хөкөм һөрә. Америка банктарында миллиардлаған долларлыҡ Тотороҡлолоҡ фондына эйә илдең халҡы аслы-туҡлы йәшәргә мәжбүр булыуы өсөн кем яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыр? Халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә тәғәйен милли байлыҡтың бер төркөм кеше тарафынан тәләфләнеүе үҙе әхлаҡи енәйәт түгелме? Ярай әле үҙ-ара татыулыҡта йәшәргә аҡылыбыҙ етә...
СССР-ҙы, көслө булғаны өсөн иҫәпләшһәләр ҙә, яратманылар, Рәсәйҙе мөсһөҙ булғаны өсөн һанға ла һуҡмайҙар. Ләкин тәбиғи байлыҡтарыбыҙҙы ҡулланыусылар алдында бәҫебеҙ бар әле. Беҙҙе башҡаларҙан бер башҡа өҫтөн булғанда ғына таныйҙар! Хөртөрәк, етешһеҙ йәшәһәк тә, үҙебеҙҙе үҙебеҙ кәмһетеп, дошмандарҙы ҡыуандырмайыҡ. Бер-беребеҙҙе ҡеүәтләп, хөрмәтләп, башыбыҙҙы юғары күтәреп йәшәйек, ватандаштар!
Власть ысынлап та граждандары тарафынан һайлап ҡуйылып, йәмәғәтселектең даими контролендә эшләгәндә генә, дәүләт донъя кимәлендә абруй яулай, халҡы юғары сифатлы тормош ҡора һәм башҡаларҙың ихтирамына лайыҡ була ала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21