Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙЕгерме биш йыл хәрби хеҙмәттә булып ҡайтып, бөгөн Сибайҙа йәшәгән медицина подполковнигы Хәлил Һөйөндөков хаҡында һүҙем. Түңгәүер ырыуынан, Баймаҡ районының Мәмбәт ауылында тыуып үҫкән. Баймаҡ мәктәп-интернатын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға ингән.

Бала саҡтан хәрби булыу хыялы менән янған егет, институттың дүртенсе курсын тамамлағас та, Куйбышев (хәҙерге Һамар) ҡалаһындағы юғары уҡыу йортоноң хәрби медицина факультетында белем алыуын дауам итә. Хәрби-ялан хирургы һөнәрен алған йәш медицина лейтенантын артабан хеҙмәт итергә ракета ғәскәрҙәренең береһенә тәғәйенләйҙәр. Бөтә белемен, көсөн ил һаҡсыларының һаулығын һаҡлауға бағышлаған табип хәрби госпиталдең отоларингология бүлеге мөдире дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Операция яһау буйынса ул етәкләгән бүлек Ракета ғәскәрҙәре күләмендә икенсе урынға сыға. Был, әлбиттә, бик юғары күрһәткес. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Хәлил Һөйөндөков командование тарафынан төрлө миҙал, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Юғары категориялы табип йөҙәрләгән хеҙмәткәрҙең һаулығын, күптәрҙең ғүмерен дә һаҡлап алып ҡалыуға өлгәшкәндер.
Тыуған Башҡортостанына ҡайтып йәшәү хыялы тормошҡа ашҡас, Хәлил Һөйөндөков күптән күңелендә йөрөткән әҙәбиәт донъяһына килә. Уның Тыуған илгә һөйөү, Ер шарындағы ғәҙеллек, миһырбанлыҡ рухы менән һуғарылған повесть һәм хикәйәләре матбуғатта даими баҫыла башлай. 2008 йылда үҫмерҙәр өсөн сыҡҡан «Сыйырсыҡ ояһы» исемле китабын уҡыусылар йылы ҡабул итте. Үҙенең хикәйәләре менән төрлө йылдарҙа «Шоңҡар», «Аманат» журналдары һәм «Киске Өфө» гәзите редакцияларының йыл лауреаты итеп баһаланды Хәлил ағай.
Хеҙмәт итеү дәүерендә, ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, яҡташтарын һәр саҡ яттарҙан ҡурсалап йөрөгәнен ғорурланып иҫкә ала ул. Ябай һалдат яҙмышына бер ҡасан да битараф булмаған офицер хеҙмәтенең башынан аҙағынаса «бабайлыҡ» тип атап йөрөтөлгән үтә лә насар күренешкә ҡаршы хәленән килгән ҡәҙәре көрәшә. Вазифауи бурысы бөтөнләй башҡа булыуына ҡарамаҫтан, көн дә тиерлек казармаға барып, егеттәр араһында ошо юҫыҡта тәрбиә эше алып бара. Хеҙмәттәш офицерҙары уны уйынлы-ысынлы «милләтсе» тип тә атай. Әммә үҙ яҡташтарын хөрмәт иткән офицер намыҫына тап төшөрмәй. Күп кенә милләттәштәренең, әрме сафында ифрат яҡшы хеҙмәт итеп тә, үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш тотмауы, бер-береһен ҡапылда яҡлашып бармауы ныҡ борсой уны. Ошо мәсьәлә Хәлил Һөйөндөковтың әҫәрҙәрендә лә сағыла. Кавказ яғынан килгән бер туған ағай-эне һымаҡ ныҡ ойошоп йәшәгән һалдаттарҙы әрмеләге дуҫлыҡҡа үрнәк итеп ҡуя ул. Үҙ-ара мөнәсәбәттәре әгәр Ҡаф тауы егеттәренең дуҫлығы һымаҡ булһа, беҙҙең егеттәргә әрмелә «бабайлыҡ» бөтөнләй янамаҫ ине, ти Хәлил ағай.
Ағайыбыҙ музыкаға ла бик һәләтле: оҫта итеп гармунда, ҡурайҙа уйнай. Гармун тартыу буйынса һәр төрлө бәйгелә ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ була. Хәләл ефете менән (әйткәндәй, Әминә еңгә — егерме йылдан ашыу хәрби хеҙмәттә булған шәфҡәт туташы, старшина) Салауат һәм Азат исемле ике ул үҫтергәндәр, бер ейәндәре, ике ейәнсәре бар.
Элекке ғәҙәтенсә, Ватанды һаҡлаусылар көнөн әле лә "Совет Армияһы көнө" тип атай Хәлил Төхфәт улы. Ошо байрам уңайынан уға һәм ғаиләһенә һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, ижади уңыштар теләге килә.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә