Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Төпкөлдә ...зоопарк!
Төпкөлдә ...зоопарк!Ҡуйы урманлы, бейек тауҙар менән уратып алынған ауылда дөйә, ишәк йәки пони күрһәгеҙ, ғәжәпләнеүегеҙҙең сиге булмаҫ ине, моғайын. Етмәһә, көньяҡ йәнлектәрен ап-аҡ ҡар менән ҡапланған ялан кәртәлә бесән ашап торған сағында осратһағыҙ.
Ҡыйғы районының Ҡолмәт ауылындағы "Төньяҡ-Көнсығыш" йәмғиәтенең дөйә һәм пониҙары булып сыҡты беҙҙе аптыратҡан хайуандар. Предприятие директоры Зәлифә Фәттәхова фотохәбәрсебеҙҙе ҡурсалап, бигүк яҡын бармауын үтенде, сөнки дөйәнең ят кешегә уҫаллығын күрһәтеүе лә ихтимал икән. Һыйыр һәм йылҡы аҫралған хужалыҡҡа ни өсөн дөйә һәм пониҙар кәрәк булған һуң? Зәлифә Данияр ҡыҙы әйтеүенсә, Әй йылғаһы буйына — тауҙар ышығында һаҡланып ҡалған хозур төбәккә — йыл әйләнәһенә тиерлек туристар һәм ҡунаҡтар ағыла. Ҡыш саңғыла йөрөйҙәр, йәй һалда йөҙәләр. Ә кескәйҙәр йылдың һәр миҙгелендә пони эргәһендә фотоға төшөргә атлығып тора, һыбай йөрөргә лә ярата. Дөйәләрҙе Ҡалмығстандан алып ҡайтҡандар. Башҡортостанда Төпкөлдә ...зоопарк!нисек ҡышларҙар тип хәүефләнеүҙәре бушҡа булған — улар бындағы климатҡа ти∂ үк өйрәнгән.
Ысынлап та, дөйәләр ҙә, пониҙар ҙа олоһон да, кесеһен дә йәлеп итә. Ауыл үҫмерҙәре буш ваҡытын ошонда үткәрергә ғәҙәтләнгән, ярҙамлашалар ҙа. Эшҡыуар∂ың нисек итеп шәхси шөғөлгә тотоноуы тураһында ҡы∂ыҡһыныусылар булыр. Ҡолмәттә лә, колхоз тарҡалғас, мал ҡураларының йәме китә, түбәләре һүтеп алына. Элек тормош ҡайнап торған ерҙә тынлыҡ урынлаша. Бындай хәл Зәлифә Данияр ҡыҙының һәм уның бер туғаны Илфат Ғәлимйәновтың, әлбиттә, күңелен һыҙландыра. Эш булһа, халыҡ ситкә тартылмаҫ, ауыл да тарҡалмаҫ тип малсылыҡты тергеҙергә хәл итәләр. Ҡара-сыбар тоҡомло һауын һыйырҙары һатып алалар, йылҡы һанын арттыралар. Әкренләп эштәре алға китә. Ҡуралар нығытыла, ремонт үткәрелә.
Төпкөлдә ...зоопарк!— 20-ләп кешене эш урыны менән тәьмин иттек. Әммә фермаға килергә теләүселәр аҙ. Хатта йәй көтөүсе табып булмай. Халыҡтың бер өлөшө эшләмәҫкә өйрәнеп өлгөргән. Хеҙмәт хаҡы ла түбән түгел: айына 15 – 20 мең һум түләйбеҙ. Хәйер, Хөкүмәт пенсия тәғәйенләүҙә тигеҙләү принцибын ҡулланып, үҙе үк ҡайһы берәүҙәрҙе алдағы көнө өсөн борсолмаҫҡа өйрәтте. 30 – 40 йыл өҙлөкһөҙ тир түккән кеше лә, биш-алты йыл илке-һалҡы йөрөгәне лә берҙәй үк күләмдә пенсия алғас, башҡаса нимә тип әйтәһең инде, — тине З. Фәттәхова, эшләргә теләмәүҙәренең сәбәбен эҙләп.
Малсылыҡта, әлбиттә, ауырлыҡтар аҙым һайын. Электрға, газға хаҡты арттырырға онотмаһалар ҙа, ни өсөндөр ауыл хужалығы продукцияһын ҡиммәтләндереү күҙ уңынан ситтә ҡала тип тә күңелдәре төшә. Шулай ҙа ошо шөғөлгә тотонорға йөрьәт итеүселәр арабыҙҙа бар. Эш булһын, ауылдарҙа тормош һүнмәһен тип тырышыусылар, яңыса фекерләп йәшәүселәр арта. Дөйәләр килтергән, мал-тыуар үрсеткән Зәлифә Фәттәхова — шундай йүнселдәр иҫәбендә.
Әйткәндәй, дөйәләр ашауға талымһыҙ икән, аттар алдында нимә — уларҙың ауыҙында ла шул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә