Ҡуйы урманлы, бейек тауҙар менән уратып алынған ауылда дөйә, ишәк йәки пони күрһәгеҙ, ғәжәпләнеүегеҙҙең сиге булмаҫ ине, моғайын. Етмәһә, көньяҡ йәнлектәрен ап-аҡ ҡар менән ҡапланған ялан кәртәлә бесән ашап торған сағында осратһағыҙ.
Ҡыйғы районының Ҡолмәт ауылындағы "Төньяҡ-Көнсығыш" йәмғиәтенең дөйә һәм пониҙары булып сыҡты беҙҙе аптыратҡан хайуандар. Предприятие директоры Зәлифә Фәттәхова фотохәбәрсебеҙҙе ҡурсалап, бигүк яҡын бармауын үтенде, сөнки дөйәнең ят кешегә уҫаллығын күрһәтеүе лә ихтимал икән. Һыйыр һәм йылҡы аҫралған хужалыҡҡа ни өсөн дөйә һәм пониҙар кәрәк булған һуң? Зәлифә Данияр ҡыҙы әйтеүенсә, Әй йылғаһы буйына — тауҙар ышығында һаҡланып ҡалған хозур төбәккә — йыл әйләнәһенә тиерлек туристар һәм ҡунаҡтар ағыла. Ҡыш саңғыла йөрөйҙәр, йәй һалда йөҙәләр. Ә кескәйҙәр йылдың һәр миҙгелендә пони эргәһендә фотоға төшөргә атлығып тора, һыбай йөрөргә лә ярата. Дөйәләрҙе Ҡалмығстандан алып ҡайтҡандар. Башҡортостанда
нисек ҡышларҙар тип хәүефләнеүҙәре бушҡа булған — улар бындағы климатҡа ти∂ үк өйрәнгән.
Ысынлап та, дөйәләр ҙә, пониҙар ҙа олоһон да, кесеһен дә йәлеп итә. Ауыл үҫмерҙәре буш ваҡытын ошонда үткәрергә ғәҙәтләнгән, ярҙамлашалар ҙа. Эшҡыуар∂ың нисек итеп шәхси шөғөлгә тотоноуы тураһында ҡы∂ыҡһыныусылар булыр. Ҡолмәттә лә, колхоз тарҡалғас, мал ҡураларының йәме китә, түбәләре һүтеп алына. Элек тормош ҡайнап торған ерҙә тынлыҡ урынлаша. Бындай хәл Зәлифә Данияр ҡыҙының һәм уның бер туғаны Илфат Ғәлимйәновтың, әлбиттә, күңелен һыҙландыра. Эш булһа, халыҡ ситкә тартылмаҫ, ауыл да тарҡалмаҫ тип малсылыҡты тергеҙергә хәл итәләр. Ҡара-сыбар тоҡомло һауын һыйырҙары һатып алалар, йылҡы һанын арттыралар. Әкренләп эштәре алға китә. Ҡуралар нығытыла, ремонт үткәрелә.
— 20-ләп кешене эш урыны менән тәьмин иттек. Әммә фермаға килергә теләүселәр аҙ. Хатта йәй көтөүсе табып булмай. Халыҡтың бер өлөшө эшләмәҫкә өйрәнеп өлгөргән. Хеҙмәт хаҡы ла түбән түгел: айына 15 – 20 мең һум түләйбеҙ. Хәйер, Хөкүмәт пенсия тәғәйенләүҙә тигеҙләү принцибын ҡулланып, үҙе үк ҡайһы берәүҙәрҙе алдағы көнө өсөн борсолмаҫҡа өйрәтте. 30 – 40 йыл өҙлөкһөҙ тир түккән кеше лә, биш-алты йыл илке-һалҡы йөрөгәне лә берҙәй үк күләмдә пенсия алғас, башҡаса нимә тип әйтәһең инде, — тине З. Фәттәхова, эшләргә теләмәүҙәренең сәбәбен эҙләп.
Малсылыҡта, әлбиттә, ауырлыҡтар аҙым һайын. Электрға, газға хаҡты арттырырға онотмаһалар ҙа, ни өсөндөр ауыл хужалығы продукцияһын ҡиммәтләндереү күҙ уңынан ситтә ҡала тип тә күңелдәре төшә. Шулай ҙа ошо шөғөлгә тотонорға йөрьәт итеүселәр арабыҙҙа бар. Эш булһын, ауылдарҙа тормош һүнмәһен тип тырышыусылар, яңыса фекерләп йәшәүселәр арта. Дөйәләр килтергән, мал-тыуар үрсеткән Зәлифә Фәттәхова — шундай йүнселдәр иҫәбендә.
Әйткәндәй, дөйәләр ашауға талымһыҙ икән, аттар алдында нимә — уларҙың ауыҙында ла шул.