Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Биш тинлек ҡуян — ун тинлек зыян” булмаҫмы?
Һуңғы осорҙа редакцияға республикабыҙ райондарынан шылтыратыусылар бермә-бер артты. Яңыраҡ телеканал аша яңғыраған мәғлүмәт олоһон да, кесеһен дә тигәндәй ҡуҙғытып ебәргән икән. Донъя шулай ҡоролған инде: аҡсаға ҡағылышлы мәсьәлә буйынса шау-шыу, ығы-зығы тыуыуы һис тә ғәжәп түгел.

“Красноармейское” банкының ялан бүлексәһендә Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарының аҡсаһы һаҡланыуы тураһындағы хәбәр ниндәйҙер ярҙамға иҫәп тотҡан тол ҡатындарҙы, яугирҙәрҙең балаларын һәм ейәндәрен ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы. Башҡортостандың хәрби комиссариаты хеҙмәткәрҙәре аңлатыуынса, бында яугир ғаиләләренә компенсация түләү түгел, ә хәрбиҙәрҙең вкладтары тураһында һүҙ бара. 1942 йылда һәр һалдатҡа махсус иҫәп асылып, ошо хаҡта кенәгә бирелгән, унда СССР-ҙың Дәүләт банкы аҡса күсереп торған. Әйтеүҙәренсә, һуғыш осоронда ай һайын һалдат — 10, сержант — 15-20, лейтенант 200 һум аҡса алған. Әммә хеҙмәт итеү менән вкладтың мотлаҡ булыуы фактын бергә бәйләргә ярамай, сөнки комиссариат хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, һалдатты, ҡулына һаҡлыҡ кенәгәһен тоттороп, тылға оҙатыуҙары ла, аҡсаһын оборона фондына күсертеүҙәре лә ихтимал булған. Ғөмүмән, был ғәҙәти хәл иҫәпләнгән.
Республиканың Милли банкында аңлатыуҙарынса, “Красноармейское” банкы ебәргән хатта вкладтарҙың ҙур булмауы хаҡында әйтелгән, сөнки хәрбиҙәргә аҡса хеҙмәткә алынған көнөнән частан киткән мәленә тиклем түләнгән. Йыллыҡ процент ставкаһы ла бик аҙ — ни бары 2 процент. Иҫәп һәм вклад буйынса белешмәләр элекке хәрбиҙәрҙең үҙҙәренә йәки ышаныслы вәкилдәренә, һис юғында, дәүләт органына тапшырыла. Вклад хужаһы вафат булған осраҡта, белешмә мираҫ эйәләренә йәки нотариаль контораларға бирелә. Үҙегеҙҙең мираҫ хужаһы булыуығыҙҙы документтар менән мотлаҡ раҫларға тейешһегеҙ.
Банктан алынған хәбәрҙән күренеүенсә, һуғыш тамамланғандан һуң вкладтарҙың 90 проценты тапшырылған. Мираҫ эйәләренә күп аҡса түләнеүе хаҡындағы хәбәр ҙә ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Өҫтәүенә иҫәптәге ҡалдыҡ аҡсаға хоҡуғыңды иҫбатлауға киткән сығымдың вкладтан байтаҡҡа ҙурыраҡ булыуы ла ихтимал. Һәр хәлдә банктың “ҡаты ҡуллылығы”, бер тинде лә елгә осормауы һәммәбеҙгә яҡшы билдәле.
Мираҫ эшен асыу һәм алып барыу өсөн һалдаттың яҙмышы тураһында тулы мәғлүмәткә эйә булыу, ул хеҙмәт иткән хәрби частың атамаһын һәм номерын, хеҙмәтләндергән банкы бүлексәһен белеү мотлаҡ. Аҙаҡ бөтә ошо мәғлүмәт менән нотариусҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин. Вкладтың булыу-булмауын асыҡлау, уны алыу өсөн көрәшергәме-юҡмы икәнен һәр кем үҙе хәл итә.
Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 68 йыллығын ҡаршылайбыҙ. Ошо осор эсендә илдә бер нисә тапҡыр деноминация үткәрелде, аҡсаның бәҫе төштө. Шуға күрә хәрбиҙәрҙең иҫәп кенәгәһендә миллион һумдар ятыуына өмөтләнергә ярамайҙыр ҙа. “Биш тинлек ҡуян — ун тинлек зыян” булып ҡуймағайы...

* * *
Бөгөн Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың банктағы иҫәбендә миллион һумдар һаҡланыуы мөмкинме? Ошо һорау менән Башҡортостандың һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты рәйесе урынбаҫары Марс ХӘБИБУЛЛИНҒА мөрәжәғәт иттек.

— Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкының ялан учреждениелары департаменты 2012 йылдың 6 апрелендә биргән яуапҡа һылтанып, түбәндәгеләрҙе белдерә алам: хәҙерге ваҡытта Рәсәй Банкында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт иткән хәрбиҙәргә тейешле һәм 1952 йылға тиклем алынмаған ҡалдыҡ аҡса һаҡланған иҫәптәр (1952 йылғы хаҡтар күләмендә) бар, — тип белдерҙе Марс Хәйрулла улы.
Һәр хәрби хеҙмәткәрҙең СССР Дәүләт банкы биргән һаҡлыҡ кенәгәһе булмауы ла ихтимал, сөнки һуғыш осорондағы тәртипкә ярашлы, күптәрҙең уны шәхси кәрәк-яраҡҡа тотоноуы, ҡайһы саҡта почта аша тылға ебәрелеүе, хәрби комиссариаттар аша ғаиләләренә түләтеүе мөмкин. Өҫтәүенә хәрбиҙәр аҡсаһын ваҡытлыса Дәүләт банкындағы шәхси иҫәптә һаҡлай алған. Был осраҡта уларҙың ҡулына һаҡлыҡ кенәгәһе тотторолған.
Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һуғыш йылдарында финанс менән тәьмин итеү тураһында мәғлүмәт һис тә йәшерен түгел, был хаҡта төрлө сығанаҡтан уҡып белергә мөмкин (“Военная финансово-экономическая служба России. История и современность”. Иҡтисад фәндәре докторы В. Воробьев етәкселегендәге авторҙар коллективы, 2003”; “Военные финансисты в Великой Отечественной войне. Вклад в победу”. Авторҙары шул уҡ “60 лет полевым учреждениям Центрального банка Российской Федерации”. Иҡтисад фәндәре кандидаты В. Заставнюк етәкселегендәге авторҙар коллективы, М., 2001).
Вкладтарҙы эҙләү тураһындағы ғаризаны “Красноармейское” банкының ялан учреждениеһына ебәрергә кәрәк. Иҫәптәге ҡалдыҡ аҡса тураһында мәғлүмәт менән хәрбиҙәр үҙҙәре, законда ҡаралған мираҫ эйәләре, ошо мәсьәлә буйынса шөғөлләнеүсе нотариустар таныша ала. Запростарҙа ялан учреждениеларының номерҙары булмағанлыҡтан, иҫәпте эҙләү ауырлаша, Рәсәй Оборона министрлығының Үҙәк архивынан яуап алыу оҙаҡҡа һуҙыла.
Шуныһы ла бар: хәбәрһеҙ юғалған кешенең вклады булыу-булмауын юллағанда уның яҙмышы хаҡында яңы мәғлүмәт табыу ихтималлығы ҙур (ҡайҙа хеҙмәт иткән, һуңғы тапҡыр ҡасан иҫәпте тултырған, йәғни иҫән-һау булған). Тимәк, яугирҙең ҡайһы урында хәбәрһеҙ юғалыуын да яҡынса тоҫмалларға мөмкин.
Әгәр мәсьәләне нотариус аша хәл итергә теләһәгеҙ, мираҫ эшен асыу һәм алып барыу өсөн түбәндәгеләрҙе иҫтә тотоғоҙ:
шәхси компьютеры булған туғандарығыҙ ярҙамында Интернет селтәренә сығып, “Мемориал” берләштерелгән мәғлүмәт банкын табып, хәрби хеҙмәткәр тураһындағы мәғлүмәтте принтерҙа баҫтырығыҙ;
һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған яугир менән туғанлығығыҙҙы раҫлаусы документтарҙы туплағыҙ;
мираҫ ҡалдырыусының һуңғы йәшәгән урынында эшләүсе нотариусҡа мираҫ эшен асыу тураһында үтенес менән бөтә әйтелгән документтарығыҙҙы алып килегеҙ.
Нотариус үҙ сиратында мираҫ эшен аса һәм Рәсәй Үҙәк банкының ялан учреждениелары департаментына ғариза әҙерләй. Банк уға вкладтың булыу-булмауы хаҡында хәбәр итергә бурыслы.
Фронттағы ауыр хәл менән бәйле, хәрбиҙәрҙең һәләк булыуы йәки хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәрҙәрҙең хәрби комиссариатҡа ла, район, ҡала, ауыл Советтары хакимиәттәренә лә килмәү осраҡтарының булыуын иҫәпкә алырға кәрәк. Яугирҙең ғаиләһе менән бәйләнеше өҙөлөүе арҡаһында күптәр яҡын кешеләренең ҡайһы хәрби часта хеҙмәт иткәнен дә белмәгән.
Һалдаттар тураһында мәғлүмәт булмаған осраҡта улар “хәбәрһеҙ юғалған” тип танылған. Һуғыштан иҫән-һау ҡайтҡан яугирҙәр тураһында мәғлүмәтте ғаилә архивтарында эҙләргә кәрәк. Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы архивтары һәм филиалдары хәрбиҙәрҙең яҙмышы тураһындағы запростарҙы, хәрби часть атамаһы һәм номеры күрһәтелмәһә, кире ҡайтара.
Фронттарҙың атамаһын, Дәүләт банкының ялан конторалары номерҙарын һәм шуға ҡағылышлы күп мәғлүмәтте бары Оборона министрлығының Үҙәк архивында (142100, Мәскәү өлкәһе, Подольск ҡалаһы, Киров урамы, 74) белергә мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Депутаттар Азат Хәкимовты Белорет районы башлығы итеп тәғәйенләне

Депутаттар Азат Хәкимовты Белорет районы башлығы итеп тәғәйенләне 18.04.2025 // Йәмғиәт

Депутаттар Азат Хәкимовты Белорет районы башлығы итеп тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 33

Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн  глэмпинг төҙөлә

Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн глэмпинг төҙөлә 18.04.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн глэмпинг төҙөлә...

Тотош уҡырға 32

Республикала бер аҙ ямғырлы йылы һауа торошо көтөлә

Республикала бер аҙ ямғырлы йылы һауа торошо көтөлә 18.04.2025 // Йәмғиәт

Республикала бер аҙ ямғырлы йылы һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 41

Архангел районында ғәҙәттән тыш хәл режимы ғәмәлдән сығарылды

Архангел районында ғәҙәттән тыш хәл режимы ғәмәлдән сығарылды 18.04.2025 // Йәмғиәт

Архангел районында ғәҙәттән тыш хәл режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 33

Радий Хәбиров «Республика LIVE #өйҙә» командаһының эшен юғары баһаланы

Радий Хәбиров «Республика LIVE #өйҙә» командаһының эшен юғары баһаланы 17.04.2025 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров «Республика LIVE #өйҙә» командаһының эшен юғары баһаланы...

Тотош уҡырға 29

Республикала аҙна һуңында +20° тиклем йылыта

Республикала аҙна һуңында +20° тиклем йылыта 17.04.2025 // Йәмғиәт

Республикала аҙна һуңында +20° тиклем йылыта...

Тотош уҡырға 29

Башҡортостанда тыл ветераны Лидия Ситчихина 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Башҡортостанда тыл ветераны Лидия Ситчихина 100 йәшлек юбилейын билдәләне 17.04.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда тыл ветераны Лидия Ситчихина 100 йәшлек юбилейын билдәләне...

Тотош уҡырға 49

Башҡортостанда 18 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Башҡортостанда 18 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә 17.04.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 18 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә...

Тотош уҡырға 32

Яҡташ ҡыҙыбыҙ «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

Яҡташ ҡыҙыбыҙ «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде 17.04.2025 // Йәмғиәт

Яҡташ ҡыҙыбыҙ «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 36

Яҡташ ҡыҙыбыҙ «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

Яҡташ ҡыҙыбыҙ «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде 17.04.2025 // Йәмғиәт

Яҡташ ҡыҙыбыҙ «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 32

Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды

Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды 17.04.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды...

Тотош уҡырға 33

Өфөлә навигация миҙгеле башлана

Өфөлә навигация миҙгеле башлана 16.04.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә навигация миҙгеле башлана...

Тотош уҡырға 34