Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эшҡыуарҙың сауаплы ғәмәле
Эшҡыуарҙың сауаплы ғәмәлеҺуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың дингә тартылыуы, иман йорттарының күбәйеүе һөйөнөслө. Ошо көндәрҙә генә Сибай ҡалаһының Көньяҡ ҡасабаһында күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе һәм дин әһеле Зәйнулла Рәсүлев исемендәге иман йорто ишектәрен асты.

Тарихтан билдәле булыуынса, элек-электән мәсеттәрҙе байыраҡ, хәллерәк кешеләр һалдырған. Мәҫәлән, заманында ағалы-ҡустылы Рәмиевтәр халыҡҡа иман Эшҡыуарҙың сауаплы ғәмәленурын таратыуға күп өлөш индергән. Терәк булырҙай бындай ир-ат әле лә бар! Әйтәйек, Көньяҡ ҡасабаһындағы мәсетте — шығырҙап торған ҡарағай бүрәнәнән төҙөлгән яҡты, нурлы иман йортон — шәхси эшҡыуар Илнур Хәлилов үҙ аҡсаһына төҙөткән.
Электән төрлө йыһаз яһау менән шөғөлләнгән оҫтаға ағас эше ят түгел. Былтыр март айҙарында Бөрйән районынан бура алып ҡайтып, көндәр йылыныу менән төҙөлөштө башлаған ул. Изге башланғыстың ғәмәлдәре лә ыңғай тигәндәй, кәрәк-яраҡ ҡаршылыҡһыҙ табыла, эшселәр ҙә ихлас тотона. Етмәһә, ярҙам итергә теләк белдереүселәр ҙә күп була: бер урамда йәшәгән эшҡыуар Йәмил Әхмәров, Иҫке Сибай ауылынан Әнисә апаһы һәм башҡа изге күңелле кешеләр ҡушылып китә.
Илнур Хәлиловтың дин юлына баҫыуына күп тә түгел, әммә изге йүнәлеште һайлауына һис үкенмәй, киреһенсә, эшенең алға китеүен билдәләй. Матди байлыҡтың ҡоло булмай, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып, киләсәк быуынды уйлап, изге иман йортон һалыуы — уның иң сауаплы ғәмәлелер. Ошондай ышаныслы кешеләребеҙ күп булһын, мәсеткә йөрөүселәр артһын, иман нуры халҡыбыҙҙы тәртипкә, әҙәпкә өндәһен, яҡшылыҡҡа, изгелеккә генә әйҙәһен, тигән изге теләктәр менән таралышты тантананан һәр кем.


Автор: Кәримә УСМАНОВА Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә