Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың дингә тартылыуы, иман йорттарының күбәйеүе һөйөнөслө. Ошо көндәрҙә генә Сибай ҡалаһының Көньяҡ ҡасабаһында күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе һәм дин әһеле Зәйнулла Рәсүлев исемендәге иман йорто ишектәрен асты.
Тарихтан билдәле булыуынса, элек-электән мәсеттәрҙе байыраҡ, хәллерәк кешеләр һалдырған. Мәҫәлән, заманында ағалы-ҡустылы Рәмиевтәр халыҡҡа иман
нурын таратыуға күп өлөш индергән. Терәк булырҙай бындай ир-ат әле лә бар! Әйтәйек, Көньяҡ ҡасабаһындағы мәсетте — шығырҙап торған ҡарағай бүрәнәнән төҙөлгән яҡты, нурлы иман йортон — шәхси эшҡыуар Илнур Хәлилов үҙ аҡсаһына төҙөткән.
Электән төрлө йыһаз яһау менән шөғөлләнгән оҫтаға ағас эше ят түгел. Былтыр март айҙарында Бөрйән районынан бура алып ҡайтып, көндәр йылыныу менән төҙөлөштө башлаған ул. Изге башланғыстың ғәмәлдәре лә ыңғай тигәндәй, кәрәк-яраҡ ҡаршылыҡһыҙ табыла, эшселәр ҙә ихлас тотона. Етмәһә, ярҙам итергә теләк белдереүселәр ҙә күп була: бер урамда йәшәгән эшҡыуар Йәмил Әхмәров, Иҫке Сибай ауылынан Әнисә апаһы һәм башҡа изге күңелле кешеләр ҡушылып китә.
Илнур Хәлиловтың дин юлына баҫыуына күп тә түгел, әммә изге йүнәлеште һайлауына һис үкенмәй, киреһенсә, эшенең алға китеүен билдәләй. Матди байлыҡтың ҡоло булмай, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып, киләсәк быуынды уйлап, изге иман йортон һалыуы — уның иң сауаплы ғәмәлелер. Ошондай ышаныслы кешеләребеҙ күп булһын, мәсеткә йөрөүселәр артһын, иман нуры халҡыбыҙҙы тәртипкә, әҙәпкә өндәһен, яҡшылыҡҡа, изгелеккә генә әйҙәһен, тигән изге теләктәр менән таралышты тантананан һәр кем.