“Рәсәйҙә ҡоллоҡто рәсми рәүештә бөтөрәбеҙ ҙә уны ипотека тип атайбыҙ”. Кемдеңдер мәрәкәләп әйткән был һүҙҙәренән бөгөн ипотека түләүселәрҙең бик көлгөһө килмәй. Тәрәнгә төшөп уйлаһаң, шаяртыуҙа хәҡиҡәт тә бар кеүек. Фатирлы булыр өсөн күптәр 15 — 30 йылға бурыс һаҙлығына батырға мәжбүр бит. Кредит буйынса айлыҡ түләү хаҡы ғаилә бюджетының уртаса 60 — 90 процентын йотоп тора. Эшеңде юғалтырға Хоҙай ҡушмаһын! Бер ай ғына түләмәй ҡалһаң да, бөттө баш: йә штраф сәпәйәсәктәр, йә процент ставкаһын арттырасаҡтар. Ә бөтөнләй түләй алмаһаң, аманат ителгән фатирыңды банк тартып аласаҡ. Ҡоллоҡтоң да ҡоллоғо!
Күңелһеҙ беренселек — беҙҙәРәсәйҙәге иң ҡиммәт ипотека — Башҡортостанда. Торлаҡ мәсьәләһен хәл иткәндәр һәм фатир һатып алырға йыйыныусылар өсөн был яңылыҡ та түгелдер. Процент ставкаһының юғары булыуына ҡарамаҫтан, кредитҡа ихтыяж һәр ваҡыт ҙур. Белгестәр фекеренсә, өфөләргә ставканың кәмеүен күрергә тура килмәҫ, ахырыһы.
2012 йылдың көҙөнән банктар ставкаларҙы дәррәү генә күтәрә башланы. Ипотеканы 0,5-1 процентҡа арттырған (ә ҡайһы бер программалар буйынса ставка 2,5 процентҡаса үҫте) баҙар лидерҙары “Һаҡлыҡ банкы” менән “ВТБ24” булһа, “Связьбанк”, “УралСиб”, “ЮникредитБанк” һәм башҡалар ҙа ҡалышманы. Ҡиммәтләнеү барлығы 19 кредит ойошмаһында теркәлгән. Илебеҙ Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ағза булып ингән мәлдә Рәсәйгә Европа банктары килеп, хәлде төҙәтеүе ихтимал тигән һүҙ йөрөгәйне. Йәнәһе, уларҙың процент ставкалары бик түбән, шуға ла, баҙарҙа дәғүәселекте күтәрә алмай, беҙҙең банктар ҙа төшөрөр ине. Тик был әлегәсә тормошҡа ашманы, ни бары имеш-мимеш кенә булды, күрәһең.
Башҡортостан Милли банкының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, 2012 йылдың 1 ноябренә ҡарата республикала һумлы ипотека кредитының уртаса ставкаһы 12,6 процент тәшкил итә, ул йыл башынан 0,7 процентҡа артҡан.
Иҫ киткес хәл: беҙҙә иң ҙур процент ставкаһы (инфографика өҫтә) һәм шул уҡ ваҡытта торлаҡҡа хаҡтар ҙа иң юғарыларҙан. Тағы ла ғәжәбе: ипотекаға торлаҡ алыусылар артҡандан-арта! Эйе, хаҡ юғары тип өйһөҙ ултырып булмай. Баҙар ниндәй шарттар тәҡдим итә, һатып алыусы шуға күнергә мәжбүр. Былтыр ун ай эсендә 18137 торлаҡ кредиты бирелгән, уларҙың дөйөм хаҡы — 18,6 миллиард һум. Был 2011 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда күрһәткестәрҙең 1,4 һәм 1,6 процентҡа артыуын күрһәтә. Кредиттың уртаса хаҡы — 1,1 миллион һум. Әлегә уҙған йыл өсөн тулы мәғлүмәттәр юҡ, шулай ҙа ул яҡынса 23-24 миллиард һум тәшкил итер тип көтөлә.
Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Игорь Шеляков белдереүенсә, былтыр ипотека килешеүҙәре 2011 йыл менән сағыштырғанда 20 процентҡа артҡан. Ике йыл самаһы элек Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ипотеканы көйләү юлдарын эҙләү бурысын ҡуйғайны. Ошо күрһәткестәрҙән бының ыңғай һөҙөмтә биреүе аңлашыла.
Белгестәр ни юрай?Ә артабан нимә буласаҡ? Ставка артыуын дауам итерме йәки, иң юғары нөктәһенә етеп, кире төшә башлармы? Таныштарымдың һөйләүенән сығып ҡына ла шуны әйтә алам: юғары ставкаға ипотека алып, аҙаҡ отолоуҙан ҡурҡыусылар бихисап. Торлаҡ хаҡы ла тотороҡло түгел. Был юл менән фатирлы булырға теләүселәргә ни эшләргә һуң? Һорауҙар күп. Белгестәр, банк етәкселеге был мәсьәләлә нимә юрай икән? Бына уларҙың фекере.
— 2012 йылда Башҡортостанда ставка кимәле һиҙелерлек артты һәм Рәсәйҙәге уртаса күрһәткесте үтеп китте. Әгәр быйыл инфляция түбәнәйһә, ипотеканың да арзанайыуы ихтимал тип иҫәпләйбеҙ. Ипотека кредиты хаҡын ауыҙлыҡлау өсөн Үҙәк банк та тырышасаҡ, — ти республиканың Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов.
“ВТБ24” банкының Өфө бүлексәһе идарасыһы Рөстәм Зөбәйеров әйтеүенсә, башҡа банктар ставканы күтәргәндә улар ҙа ситтә ҡалмаған.
— Минеңсә, 2013 йыл урталарына ипотека хаҡының тағы ла 1 процентҡа артыуы ихтимал, улай була ҡалһа, республикалағы кимәл 13,6 процент тәшкил итәсәк. Йылдың икенсе яртыһында ла артыу дауам итһә, был кредит биреү һәм торлаҡ һатыу күләмен кәметәсәк. Әммә үҙгәреш артыҡ ҙур булмаҫ, моғайын, — ти ул.
Шулай ҙа, Рөстәм Зөбәйеровтың фекеренсә, инфляция түбән булған осраҡта, ставка үҫмәйәсәк һәм хатта төшөүе лә ихтимал. “Беҙҙең күҙаллау буйынса, быйыл ипотека кредиты биреү күләме 20-22 процентҡа артасаҡ”, — ти ул.
“ДельтаКредит коммерция банкы”ның Башҡортостан буйынса төбәк директоры Ольга Садиҡова бына нимә тине:
— Уҙған йыл дауамында үҙгәрештәр булып ҡына торҙо. Көҙ башында баҙарҙың барлыҡ төп ҡатнашыусылары ла ставканы 0,5 — 1,5 процентҡа күтәрҙе. Халыҡтың ипотекаға ихтыяжы арта, был иһә күсемһеҙ милек хаҡының бик йылдам күтәрелеүенә бәйле. Ипотека ул торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙең тиҙ, һөҙөмтәле һәм берҙән-бер тиерлек юлы икәнлеген кеше көндән-көн нығыраҡ аңлай. Әлеге хәл һатып алыусыларҙы ҡурҡытмай. Беҙҙең күҙаллау буйынса, 2013 йылда ла ипотекаға фатир һатып алыусылар артасаҡ. Беренсел торлаҡ өсөн кредит юллаусылар ҙа күбәйер тип көтәбеҙ. Йәйгә уртаса ставканың 12,7 — 12,9 процентҡаса етеүе ихтимал.
“Инвесткафе” ойошмаһы аналитигы Екатерина Кондрашеваның фекеренә ҡолаҡ һалһаҡ та, быйыл ставканың үҫеп, яҡынса 13,5 процентҡа етәсәгенә шик юҡ.
— Хаҡ артабан да ошолай йылдам артһа, ипотекаға ихтыяждың ҡырҡа кәмеүе бар. Банктарға клиенттарын юғалтыу файҙаға түгел, дәүләткә лә торлаҡ баҙарының үҫеүе мөһим. Шуға күрә, бәлки, дәүләт банктарға өҫтәмә сығанаҡтар табырға һәм ипотека хаҡын төшөрөргә ҡушыр, — ти ул.
Баҙар ҡанундары шундай: ихтыяж бар икән, тәҡдим дә бар. Һораусылар артҡан һайын һатыусылар шаша, хаҡты күтәрә. Килеме ни тиклем ҙур булмаһын, барыбер күпселеккә фатир һатып алыу өсөн аҡса һорап банкка мөрәжәғәт итергә тура килә. Һайлайым тиһәң, беҙҙә банктар аҙым һайын. Иң уңайлы шарттарҙы, процент ставкаһын эҙләргә тура килә. Әйткәндәй, бөгөн Башҡортостанда 94 банк эшләй, уларҙың 11-е — төбәктеке.
Банктарҙан баш әйләнерлекЭйе, ставка 12,6 процент тип алына, әммә был һандың уртаса булыуын онотмайыҡ. Был һүҙҙәрҙе республиканың Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов та раҫлай. “Республика банктарында шарттар бер-береһенән айырыла. Мәҫәлән, ипотека буйынса ставкалар — 8,9-ҙан 16 процентҡаса”, — ти ул. Ғәмәлдә һандар бөтөнләй башҡа. Быны үҙ башыма төшкән кеше булараҡ әйтә алам. Ипотека ярҙамында торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә теләүселәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, был турала ентеклерәк мәғлүмәт менән уртаҡлашҡым килә.
Һүҙ ҙә юҡ, һәр кем белмәгән нәмә алдында баҙабыраҡ ҡала. Ошоға тиклем ипотека ғына түгел, ябай кредит та алғаным булмағанлыҡтан, мин дә аптырандым. Республикала банктар шул тиклем күп, күсемһеҙ милек баҙары ҙур, алдау-алданыу — аҙым һайын. Банктар тәҡдим иткән ставкалар, шарттар — диңгеҙ...
Фатир алыу уйы тыуыу менән үк бер нисә банкка барып килдем. Шунда уҡ ҡоро ниәт менән барыуҙан фәтүә юҡлығы асыҡланды. Ни өсөн тигәндә, банкка аныҡ мәғлүмәт кәрәк: тәүге иғәнәң күпме, ипотеканы нисә йыл түләргә теләйһең һәм иң мөһиме — алынасаҡ торлаҡтың хаҡы. Унан һуң бик төплө итеп күсемһеҙ милек баҙарын өйрәнергә кәрәк. Хаҡтар торлаҡ урынлашҡан районға, уның сифатына һәм башҡа бик күп күрһәткестәргә ҡарап билдәләнә. Ошоларҙың барыһын да хәл иткәс кенә банктарға барып ставкалар менән ҡыҙыҡһынырға була.
Тағы бер ҡат иҫкәртәм: банктың сайтында күрһәтелгән ставка күп осраҡта ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Клиентты йәлеп итеү өсөн иң бәләкәйе ҡуйыла, ә аҙаҡ асыҡланыуынса, һеҙ ул программа буйынса, йәнәһе, үтмәйһегеҙ һәм банк шунда уҡ икенсеһен тәҡдим итә. Әлбиттә, башҡа ставкалар, башҡа хаҡтар.
Халыҡ дәүләт банкы тип иҫәпләгән банктарға иң тәүгеләрҙән булып барҙым... һәм аптырам ҡалдым. Иң ҙур ставкаларҙы улар ҡуя булып сыҡты. Талаптарымды әйтеп, 1 миллион һумдан саҡ ҡына күберәк кредит һорауыма былар компьютерға бер ни тиклем текәлеп ултырҙы ла яуап та бирҙе. Баҡтиһәң, эш хаҡы күләменән сығып, миңә ни бары 800 мең һум кредит бирелә ала һәм шуны айына 12 мең һум самаһынан 30 (!) йыл түләргә кәрәк. Һөҙөмтәлә шул 800 мең һум бурысты 4 миллион һумға арттырып түләргә тейешмен. Ошо уҡ банктың икенсе бүлексәһенә барып, эш хаҡын бер ни тиклем арттырыбыраҡ күрһәткәс, 13,25 процентлыҡ ставка менән 20 йылға 1,5 миллион һум бирергә ризалаштылар. Айына 17850 һум түләргә кәрәк, ә бурыстың проценттар менән бергә хаҡы — 4 миллион 300 мең һум самаһы! Тағы бер банкта яуаплылыҡты уртаҡлашыусы кеше (поручитель) талап иттеләр. Иң яҡын туғандар — ата-әсә, ир йәки ҡатын, бер туғандарың — ғына поручитель була ала. Ставкалары шулай уҡ ҡот осмалы булып сыҡты.
Коммерция банктарында ла, тәбиғи, проценттар аяуһыҙ. Аҡсаны һумдарҙа ғына түгел, доллар һәм еврола бирергә әҙерҙәре лә бар. Бындайын алһаң, ставка түбәнерәк, әммә, долларҙың тегеләй-былай һикергеләүен иҫәпкә алғанда, был аҙымға барыу — ахмаҡлыҡ. Тағы шуныһына иғтибар итегеҙ: ҡайһы бер банктар акция иғлан итә. Ниндәй ҙә булһа осорға тиклем ставканың кәмеп тороуы ихтимал. Мәҫәлән, “Абсолют банк” декабргәсә 12,5 процент менән бирә ине (хәҙер ул акция юҡ, ә ставка 13 проценттан ашыу). Шуны иҫтә тотоғоҙ: процент ставкаһы тәүге иғәнәнең күләменә бәйле. Ул ни тиклем күберәк, ставка шунса кәмерәк була. Тик ысынбарлыҡ шундай: күптәрҙең тәүге иғәнә сифатында түләү өсөн фатир хаҡының ни бары 10-30 проценты күләмендә генә аҡсаһы була. Шуға күрә ставкалар күп осраҡта әйтелгәндән юғары.
Дәүләт үҙе ярҙамға килдеУн-ун бишләп банкта булғандан һуң, аҡыллы баштар кәңәше менән үҙемә таман программа табып алдым. Һүҙ “АИЖК” тураһында. Ипотека торлаҡ кредитлауы агентлығын Рәсәй Хөкүмәте илебеҙ граждандарына ярҙам йөҙөнән булдырған. Һис арттырмай шуны әйтергә була: бөгөн халыҡ мәнфәғәтенән сығып, уның ихтыяжын иҫәпкә алып, иң уңайлы шарттар тәҡдим иткән программа ошо ғына. Шуныһы аптырата: 1997 йылда уҡ булдырылған агентлыҡ тураһында бөгөн күптәр белмәй. Банктар ҙа хәйләкәр, уны тәҡдим итеп бармай. Ә бит коммерция банктарының күбеһе ошо программа буйынса эшләй булып сыҡты. Эш шунда: бөтөн шарттарҙы ла агентлыҡ үҙе тәҡдим итә, банк уға ҡыҫыла, ставканы йәки башҡа күрһәткестәрҙе үҙгәртә алмай. Кредит ойошмалары аҡса күсереүсе булараҡ ҡына хеҙмәтләндерә. Шулай ҙа банк үҙенә файҙа сығарыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмай: комиссия билдәләй. Бәғзеләре шунда уҡ бер мәртәбә 1-2 процентлыҡ комиссия ала, икенселәре ай һайын түләүгә шулай уҡ 1-2 процентты өҫтәүҙе талап итә. Бының менән генә килешергә мөмкин. “Мой банк. Ипотека”, “Номос-банк”, “Связь-банк”, “Башкомснаббанк”, “Форштадт банк” һәм башҡалар эшләй был программа буйынса (партнерҙар, банктар тураһында мәғлүмәтте Интернеттан табырға йәки банктың үҙенә барып белешергә мөмкин).
Мәҡәләмдең маҡсаты теге йәки был банкка йәки программаға реклама эшләү түгел. Күптәргә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү ниәтенән яҙҙым. Үҙемә килгәндә, әлеге “АИЖК” программаһы буйынса “Мой банк. Ипотека” банкынан кредит алдым. Ставка — 11,55 процент! Ишетеүемсә, әгәр әсәлек капиталы менән мөрәжәғәт итеүселәр булһа, ставка тағы ла түбәнерәк — 8 процент самаһынан башлана. Бында ла күп нәмә тәүге иғәнә күләменән тора. Ул ни тиклем күберәк булһа, ставка шунсаға түбәнерәк, әммә 11,55 — иң әҙе.
Барлыҡ тейешле документтарҙы илткәндән һуң, бер көн дә үтмәне, заявкамды ҡәнәғәтләндереүҙәре тураһында мәғлүмәт килде. Тағы шуныһы мөһим: процент ставкаһы бер тапҡыр билдәләнә һәм шарттарға ҡарап үҙгәртелмәй, артмай ҙа, кәмемәй ҙә. Теләгең һәм мөмкинлегең булһа, бурысыңды ваҡытынан алда тулыһынса ҡапларға ярай. Арттырыбыраҡ түләгән һайын график яңынан иҫәпләнә. Иң мөһиме — ваҡытында түләргә. Әгәр оҙаҡлаһаң, ставканы бер процентҡа арттырыу менән янайҙар.
Әлегә ипотека баҙарында хәлдәр ошолай. Артабан нисек булырын күҙ күрер. Ипотека һәйбәт әйберме, хөртмө — бәхәстәр был тирәлә әле генә тынмаясаҡ, шулай ҙа унан уттан ҡурҡҡан һымаҡ хәүефләнергә ярамай. Айырыуса был торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙең берҙән-бер юлы булһа...