Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр кем үҙенсә табына, үҙенсә абына
Швейцарияның Давос ҡалаһында Бөтә донъя иҡтисади форумы йыл һайын уҙғарылып тора. Төрлө форматтағы G8, G20 кеүек осрашыуҙарҙа тотош донъяны борсоған мәсьәләләр даими тикшерелеп, мөһимерәк ҡарарҙар ҡабул ителһә лә, Давос форумы, үҙенең рәсми булмаған статусына ҡарамаҫтан, нишләптер ҡайһы бер сәйәсмәндәрҙең иғтибарын нығыраҡ йәлеп итә. Ундағы мөһим булған бер генә ҡарарҙың да рәсми ҡабул ителмәүен аңлаһа ла, күптәр форумдың эшендә ҡатнашыуҙы ҙур ҡаҙаныш итеп күрә.

Ҡайһы бер таныштарымдың Яңы йыл байрамын Ирәмәл башында ҡаршылауын, июндә Арҡайымға барыуын беҙҙә тәбиғәт мөғжизәләренең күплеге менән аңлатып булыр ине, ә бына Давос үҙенең тау саңғыһы курортынан башҡа бер нәмәһе менән дә дан тотмай буғай. Владимир Путин да Давос форумын әллә ни үҙһенеп етмәне шикелле: уның бер генә сығышы хәтеремдә ҡалған. Дмитрий Медведев иһә 2011 йылда, Президент булған сағында, Мәскәүҙең «Домодедово» аэропорты террорсылар тарафынан шартлатылыуына ҡарамаҫтан, Давосҡа сәфәренән баш тартманы. Тап ошо мәлдә киң мәғлүмәт сараларында уның алдағы һайлауҙа ҡатнашыуҙан баш тартасағы тураһында һүҙ ҡуйыртыла ине. Бына быйыл да Медведев, хәҙер инде Премьер-министр булараҡ, үҙе етәкләгән Хөкүмәткә отставкаға китеү янай башлағас, ниңәлер шул Швейцарияға юл тотто.
Быйылғы форумда Рәсәй иҡтисадына ҡағылышлы бер ниндәй ҙә етди мәсьәлә ҡаралманы. Эксперттар тәҡдим иткән иҡтисади үҫеш варианттарының береһен дә Медведев үҙе ҡабул итмәне. Уның фекеренсә, был алымдар Рәсәй шарттарына тура килмәй.
Медведевтың Давосҡа быйылғы сәфәрен нисек ҡабул итергә һуң? Бөйөк булырға тырышҡан дәүләттә юғарылығы буйынса икенсе вазифаны биләгән кешенең сит илгә бер тапҡыр саңғы шыуыр өсөн генә барыуы бик сәйер тойолор ине. Әллә Давоста ғына булған берәй серле көс кешенең вазифаһын һаҡлай аламы икән? Быны Көнбайыш вәкилдәрен, сит ил инвесторҙарын «Рәсәйҙә баҙар реформалары дауам итә» тип ышандырыу сараһы булараҡ ҡабул итеп тә булмайҙыр. Билдәле финанс белгесе Джордж Сорос форум башланған көндә үк инвесторҙарҙы Рәсәй менән эш итмәҫкә саҡырып өлгөргәйне инде.
Ошоноң әтнәкәһенә төшөнөү өсөн Дмитрий Медведевтың АҠШ-тағы “Bloomberg” телеканалына биргән интервьюһына туҡталып үтергә кәрәктер. Унда Премьер-министр киләсәктә Рәсәйҙе киң ҡоласлы хосусилаштырыу көтә тип ышандырҙы. Миҫал итеп “ВТБ24” банкын, “Совкомфлот”ты атаны. Рәсәй Һаҡлыҡ банкының һатылған акцияларының бюджетҡа биш миллиард доллар килтергәнен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды, тик был аҡсаның пландағынан әҙерәк булыуын әйтергә “онотто”. Ул ғына ла түгел, Хөкүмәт етәксеһе, үҙенең вазифаһына бәйле бурыстары даирәһенән әҙерәк тайпылып: “Хосусилаштырыу беҙҙең өсөн — аҡса сығанағы ғына түгел, ә идеологик төшөнсә”, — тип әйтеп һалды. Йәнәһе, быға ул халыҡ милкен дәүләт ҡарамағынан шәхси ҡулдарға тапшырыу сараһы тип ҡарай. Дмитрий Медведев былтыр үҙенең егерме йыллыҡ “юбилейын” үткәргән Рәсәйҙәге хосусилаштырыу һөҙөмтәләре менән таныш түгел булып ҡыланды. Уны ике тиҫтә йыл эсендә хосусилаштырыуҙан бюджетҡа килгән аҡсаның был эште ойоштороуға сарыф ителгән сығымдан артып киткәнен белмәй тип әйтеп булмайҙыр.
Медведев ни эшләптер һаман да шәхси бизнес дәүләткә ҡарағанда яҡшыраҡ хужалыҡ итә тип иҫәпләй. Президент булған сағында уның дәүләт корпорациялары ойоштора башлағаны өсөн Владимир Путинға ҡаршы сыҡҡаны онотолмаған әле. Бер Мөрәжәғәтнамәһендә “дәүләт гәзиттәрҙән, пароходтарҙан баш тартырға тейеш” тип әйтеүе лә буталсыҡ өҫтәне. Дәүләткә ҡараған “Роснефть” компанияһының “ТНК-ВР”-ҙың барлыҡ акцияларын 40 миллиард (!) долларға һатып алғанын нисек аңлатырға һуң? Тимәк, был күҙлектән Рәсәй дәүләте хата яһаған булып сыға. Ни эшләп “Газпром” “Сибнефть” акцияларын һатып алды һуң? Бер нәмә лә аңлашылмай!
Хосусилаштырыу мәсьәләһендә лә башҡа һыймаҫ нәмәләр бихисап. “ТНК-ВР” акциялары өсөн, теге 40 миллиард долларҙан тыш, “Роснефть” 50 миллиардлыҡ нефть бирергә тейеш. Ошо операцияға ғына сарыф ителгән дәүләт аҡсаһы егерме йыл эсендә хосусилаштырыуҙан алынған килемдән ике тапҡырға артып китә. Тимәк, милекте дәүләт ҡулына биреү ҙә халыҡ мәнфәғәтендә башҡарыла тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Ельцин заманында дәүләт мөлкәтен бушлай таратып бирһәк, хәҙер уны кире ҡыйбатҡа һатып алабыҙ. Теге олигархтарҙы тағы байытабыҙ бит!
Икенсенән, әгәр Медведев вәғәҙә иткән хосусилаштырыу быйыл да дауам итһә, дәүләттең юғалтыуҙары тағы артасаҡ. Рәсәй бюджетында нефть һәм газ һатыуҙан килгән аҡса былай ҙа етерлек булғанда дәүләттең үҙ милкен һатыуы һис тә аңлашылып етмәй. Былтыр, мәҫәлән, бюджетта ҡаралған аҡсаны тулыһынса ҡулланып бөтә алманылар. Унан тыш, йыл да дәүләт ҡаҙнаһынан бер триллион һум самаһы аҡса урлана, тағы ла шул тиклеме, закон буйынса ҡаралһа ла, үҙләштерелмәй ҡала. (Сағыштырып ҡарағыҙ: Башҡортостан йыл буйы ошо тиклем продукция етештерә). Был фактты Иҫәп палатаһы етәксеһе Сергей Степашин ғына түгел, Дмитрий Медведев та таныны түгелме һуң? Хәҙер Дәүләт Думаһында яңы закон проекты ҡарала башланы, унда Рәсәйҙең төрлө тотороҡландырыу фондтарында ятҡан 4,575 триллион һум аҡса менән идара итеү өсөн айырым акционерҙар йәмғиәте төҙөү ҡарала. Был да хосусилаштырыуҙың яңы формаһылыр, тип уйларға кәрәктер. Аутсорсинг тигән нәмә менән бюджет аҡсаһын үҙҙәре төҙөгән фирмаларға биреү мөмкинлеген төрлө кимәлдә киң файҙалана башланылар. Шул уҡ министр Сердюков үҙенең туған-тыумасаһын дәүләт иҫәбенә байытып бөттө. Хәҙер “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен дә шәхси ҡулдарға тапшырыу башланды. Элегерәк техник тикшереүҙе ЮХХДИ-ҙан шәхси фирмаларға тапшырып, ауыҙҙары бешкәйне бит инде: тегеләре транспортты исем өсөн генә тикшереп, аҡса һуғыуҙы хуп күрҙе.
Ғөмүмән алғанда, тандемдағы кесе партнерҙың аңлашылып етмәгән нәмәләре күп: сәғәтте уйлап еткермәйенсә күсереү, милицияны полицияға үҙгәртеү, чиновниктарға эш хаҡын арттырыуҙы коррупцияға ҡаршы көрәш сараһы тип ҡарау һ.б. Элек ҡулланған «Ильич лампалары»н етештереүҙе Президент ҡарары менән тыйыу ҙа — Медведевтың намыҫында. Рәсәйгә 2,3 миллиард евроға төшкән был сара лампа етештереүсе әллә күпме заводты ауыр хәлгә дусар итте. Хәҙер иһә терегөмөшлө лампаларҙың кеше һаулығы өсөн ныҡ зарарлы булыуы иҫбатланған. Унан ағыуланғандарҙың моторикаһына зыян килә, күҙе һәм ҡолағы зәғифләнеп, кешене фалиж һуҡҡан осраҡтар йышая, аҡылдан яҙып үлгәндәрҙең һаны арта бара... Хәҙер был лампаларҙы бөтөрөү тураһында халыҡ-ара конвенцияға ҡул ҡуйыу процедураһы башланды. Әгәр ҙә 50 дәүләт үҙ ризалығын бирһә, улар бөтөнләйгә тыйыласаҡ. Биш йыллыҡ гарантияһы бар тип алдап һатылған әлеге яҡтыртҡыстар арҡаһында халыҡ күргән зыянды кем ҡаплар? Медведевтың конвенция әҙерләнеүе тураһында хәбәрҙар булмауы мөмкин түгел. Ошо турала фекер алышыу Евросоюзда быға тиклем дүрт йыл буйы барҙы бит. Хаталарҙың сәбәбе яңы хоҡуҡи акттар сығарып ҡына донъяны үҙгәртеү мөмкинлегенә артыҡ ышаныуҙыр. Йәшләй генә дәүләт етәксеһе дәрәжәһендә абруй яулап булмай шул.
“Кәңәш биреп торған ярҙамсылары күп бит, улары нимә ҡараған?” — тиерһегеҙ. Тандемдың сәйәси роле Голливуд технологияларын аңлы рәүештә ҡулланыуҙан ғибәрәт шикелле — “насар малай”ҙың булыуы төп геройҙы тағы ла күркәмерәк итеп күрһәтә түгелме?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20