Йөрәктән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен йыш ишетергә тура килә миңә. Уны Шайморатов дивизияһы яу кискән һәр төбәктә әйтәләр. Рәсәйҙең Липецк, Волгоград, Ростов һәм Украинаның Луганск, Донецк өлкәләрендә бер нисә йыл рәттән булдым. Урындағы халыҡ Башҡортостандан икәнлегебеҙҙе белеү менән рәхмәт һүҙҙәрен һәм изге теләктәрен белдерергә ашыға.
Элгәрге йылдарҙағы сәфәрҙәрҙә Республика хәрби дан музейы һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ҡуйған бурыстар буйынса йөрөһәм, был юлы Башҡортостандың төбәк эҙләнеү отрядтары фонды ҡушылды. Етәксеһе, подполковник Илдар Бикбаев, күптәнге үтенестәребеҙгә ярашлы, һыбай һалдаттар яу кискән төбәктә ҡаҙыныу-эҙләнеү эштәре башларға ниәтләп тора. Күптән көткән яңылыҡ! Дөрөҫөн әйткәндә, урындағы эҙәрмәндәрҙең быға ҡулы етмәй. Улар фашистар оккупациялаған осорҙа һәләк булған яугирҙәрҙе эҙләй. Беҙҙең яҡташтар яуҙа башын һалған майҙанда эҙләнеү эштәренең әлегәсә алып барылғаны юҡ. Музей хеҙмәткәрҙәре данлыҡлы 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихын, уның яугирҙәре үткән юлдарҙы эҙмә-эҙлекле өйрәнеүҙе дауам итеп, йыл һайын төрлө сара ойоштора. Дивизия тарихы, мәңге юйылмаҫ батырлыҡ һәм дан булып, Башҡортостанда ғына түгел, элекке Советтар Союзының күп төбәгендә баһалана. Бығаса бигүк билдәле булмаған бер дәлил: Сталинград оборонаһының үҙәк музейы залында айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәткән 20 дивизия исемлегендә 112-се (16-сы) гвардия кавалерия дивизияһы ла бар.
2012 йылда музей хеҙмәткәрҙәре башланғысы менән һәм уларҙың туранан-тура ҡатнашлығында дивизия үткән яу яландары буйлап ике экспедиция ойошторолдо.
Мәҫәлән, Миәкә районы хакимиәте менән берлектә “Тере хәтер” акцияһын үткәргәйнек, маҡсаты — Шайморатов дивизияһының 1942 йылдың 2 июлендә тәү
башлап яуға сығыуы хаҡында һаҡланып ҡалған эҙҙәрҙе табыу. Ҡан ҡойош Липецк (ул ваҡытта Курск) өлкәһенең Тербун районында барған. Хәрби бурысты үтәй барып, атлылар фашистарҙың көслө һөжүмен туҡтата алған, дошман дивизияларын ошо йүнәлештә өҙлөкһөҙ “бәйләп” тотҡан. Был көндәрҙә атлы ғәскәрҙең сафы ҡырҡа һирәгәйгән. Дивизияны тулыландырыуға Миәкә районынан саҡырылған 136 ир-егеттең күбеһе ошо алышта башын һалған. Һәләк булғандар араһында батыр яугир, 294-се кавалерия полкы командиры Гәрәй (Аҫылгәрәй) Нафиҡов та бар.
Акцияла Миәкә һәм Тербун район хакимиәттәре башлыҡтары З.Х. Насиров менән С.В. Иванов, яуҙа ятып ҡалғандарҙың кәүҙәләрен эҙләп табып, исемдәрен мәңгеләштереү буйынса киләсәктә ҙур эш башҡарыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Бөгөн әҙерлек бара...
Атлы дивизияның артабанғы юлы Сталинград һуғышына бәйле, туҡтауһыҙ алға барыу менән үҙенсәлекле. Сталинградта фельдмаршал Паулюс етәкселегендәге 300 меңлек ғәскәрҙе ҡамауға алып, еңелеүгә дусар итеүе беҙҙең дивизия тарихына данлы биттәрҙең береһе булып өҫтәлгән. Бынан теүәл 70 йыл элек булып үткән был һуғыштарҙа яҡташтарыбыҙ ҡаһармандарса алышҡан. Күптәр юғары награда алған, командир Миңлеғәле Шайморатовҡа генерал-майор званиеһы бирелгән, дивизияға Сталиндың Рәхмәт хаты тапшырылған.
Һуғыш юғалтыуһыҙ булмай. Кемдәрҙер яу яланында ятып ҡалған. Батырлыҡ һәм дан юлының сираттағы осоро юғарыла телгә алынған Луганск өлкәһен азат итеү операцияһына бәйле. Атлы корпус 1943 йылдың февралендә дошман тылына тәрән рейдҡа индерелгән. Күҙ алдына килтереүе ауыр: Шайморатов яугирҙәре, дошман оборонаһын өҙөп, һөжүм башлаған, башҡалар өсөн юл ярып, алға барған һәм рейдтың беренсе сәғәттәрендә үк фашистарҙың эшелондарын ҡолатыуға, тимер юлды һәм немец аэродромын шартлатыуға өлгәшкән. Артабан 70 километр ара үтеп, дошмандың Чернухино ҡасабаһындағы гарнизонын ҡыйратҡан, бында нығынып алған.
Ике аҙна дауам иткән рейдтың һәр көнө, һәр сәғәте тарихҡа индерерлек. Дошман ғәскәрҙәренең араһына инеп оялаған башҡорт атлылары Гитлерҙың иң ҡеүәтле дивизияларын ҡыйратҡан.
Көньяҡ фронт командующийы генерал Н.Ф. Ватутин: “Атлыларға ярҙам киләсәк, беҙ танк дивизияларын әҙерләнек”, — ти. Хатта был ғәскәр юлға сыҡты, тип телефонограмма ла бирә. Һауа юлынан боеприпас, аҙыҡ-түлек һәм медицина ярҙамы ебәрәбеҙ, тип тә ауаз һалып тора, ләкин вәғәҙә һүҙҙә ҡала. Ул арала Манштейн дивизиялары, Дебалохево ҡалаһында тупланып, Чернухинолағы атлыларҙы ҡамауға ала.
Корпус командованиеһының (генерал М.Д. Борисов), дыуамал ҡыланып, нигеҙһеҙ бойороҡ биреүе сәбәпле, яугирҙәр күпләп һәләк була. Аҡыл менән эш итеү һәләтен юғалтҡан Борисов ут эсенә барып инә һәм әсирлеккә эләгә. Ҡыҙғаныс: уның бойороғон үтәгән аҡыл һәм талант эйәһе генерал Шайморатов та, дошман менән ярһыу һуғышып, башын һала.
Экспедиция әлегә ҡаҙыу-эҙләү менән түгел, ә яу яландарын өйрәнеү менән мәшғүл. И.З. Бикбаев етәкселегендәге был төркөм ҙур түгел, ләкин ғилми әҙерлекле һәм бай тәжрибәле белгестәрҙән тора. Бына улар: Нуриман районының Байгилде һөнәрселек лицейы уҡытыусыһы Ғафуан Зарипов, Октябрьский ҡалаһындағы “Йәшә, ер!” ойошмаһы етәксеһе Рауил Кашапов, Хәрби Дан музейы ғилми хеҙмәткәре, “Төньяҡ амурҙары” клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов (эҙәрмәнлектә туранан-тура ҡатнашмаһа ла, дивизия үткән хәрби юлды яҡшы белә). Дыуан районынан килгән тарих уҡытыусыһы Оксана Сафонова (112-се дивизия тарихын Подольск ҡалаһындағы архив документтарына таянып өйрәнгән).
Иң өмөтлө Андрей Бижко тураһында айырым әйтке килә. Ул Украинаның Днепропетровск ҡалаһынан килеп ҡушылды. Совет Армияһы офицеры Андрей Александрович һуңғы сирек быуатта ҡаҙыу-эҙәрмәнлектә өҙлөкһөҙ ҡатнашып килә.
***
Делегацияны Луганск өлкәһенең Петровское ҡалаһы хакимиәтендә уның башлығы Н.Н. Кобилиха ҡабул итте. Ярҙамсылары ла саҡырылғайны, беҙ дивизия тарихы һәм уның командиры генерал Шайморатов тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән тарихи китаптар бүләк иттек. Осрашыуға бер төркөм ҡаҙаҡ һәм йәмәғәтселек вәкилдәре килгәйне. Музей фондтарын тулыландырыу маҡсатында байтаҡ материал тапшырҙыҡ.
Эш сәфәренең һуңғы көнөндә “Башҡорт атлылары баҡсаһы”нда эш ҡайнап торҙо. Беҙ ҡоролоҡтан зыян күргән ағастар урынына яңыларын ултырттыҡ, үҙебеҙ алып барғаны байтаҡ ине.
Петровское ҡалаһы һәм Штеровка ҡасабаһы халҡы, башҡорттарыбыҙ килгән, рәхим итегеҙ, тип тәбрикләп торҙо, ҡунаҡҡа саҡырыусылар, күстәнәс биреүселәр осраны.
“Беҙҙе азат иткән һалдаттарҙы күҙ алдына баҫтырып, һеҙҙең алда баш эйәм!” — тине бер ҡатын.
Күркәм күренеш. Бер халыҡтың икенсеһенә күрһәткән изгелеге онотолмай. Быуындар туҡтауһыҙ алышынһа ла, хәтер уны һаҡлай. Ғәзиз кешеләребеҙ түккән ҡайнар ҡан бөгөн халыҡтар дуҫлығы булып йәшәй. Бер яҡтан ҡайғырһаҡ, ҡыуаныр өсөн сәбәп тә бар.
Һәр кемдең фекере беҙҙең өсөн мөһимОксана САФОНОВА: “Кавалерия дивизияһы үткән юлдар менән танышыуымдан ҡәнәғәтлек кисерҙем. Эҙәрмәнлектә ҡатнашыуҙы кәрәкле, кисектергеһеҙ бурыс һанайым. Аңлауымса, күптәр теләп, ихлас ҡушыла был эшкә. Табыштар булмаған осраҡта ла, үҙ бурысыбыҙҙы үтәп сығырға әҙербеҙ. Тағы шул дәртләндерә: беҙҙең менән бергә Украина йәштәре лә буласаҡ. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тигәндәй, ысынлап тотонһаҡ, беҙ дивизия тарихына яңы юлдар яҙасаҡбыҙ”.
Рауил КАШАПОВ: “Беҙҙән башҡа бер кем дә түгел” тигән девиз йәшәп килә. Сираттағы килеүемдә украиндарҙың беҙгә үҙ итеп ҡарауы күңелгә өмөт һалды. Һалдаттың әсе тире һәм ҡайнар ҡаны менән һуғарылған был ерҙә яңынан эшләйәсәгемә шатмын. Уны усҡа һалып тикшерәсәкбеҙ. Тау-ташлы ерҙәрҙә күп юл үтелде, туғандар ҡәберлектәрен, һәйкәлдәрҙе күргәс, йөрәк әрнеүе яңынан тоҡанды. Онотолған, ташландыҡ хәлдәге һәйкәлдәр ҙә йыш осрай. Тимәк, кемдәрҙер онотолған... Генерал Борисовтың битарафлығын ғәфү итә алмайым...”
Андрей БИЖКО: “Алда — ҙур эш. Отрядҡа алынған һәр кеше теоретик һәм ғәмәли йәһәттән әҙер булырға тейеш. Өйрәнеү белем һәм тырышлыҡ, көс һалыу талап итә. Металл эҙләгес инструменттар кәрәк. Килдең дә көрәк тотоп ҡаҙый башланың түгел — проблема күпкә ҡатмарлы. Етмеш йыл эсендә ерҙең өҫкө ҡатламы ныҡ үҙгәрҙе, мәғлүмәт сығанаҡтары төпкәрәк төштө. Ғилми һәм техник әҙерлек булғанда ғына, уңышҡа өлгәшеп буласаҡ. Ете тиҫтә йыл дауамында ер ҡуйынында һаҡланған һөлдәләрҙе өҫкә сығарып, уларҙы комплекслы өйрәнергә тейешбеҙ. Урындағы халыҡтан ярҙам кәрәк буласаҡ, дәүләт органдарының теләктәшлеге лә ифрат мөһим! Һис юғында ҡаршылыҡ күрһәтеүселәр булмаһа ине!”
Ғафуан ЗАРИПОВ: “Бөгөн беҙгә теләктәшлек күрһәтеүҙәре яҡшы. Тәгәрмәскә таяҡ тығырға әҙер тороусылар һиҙелмәй. Бында килеп төшөүгә көслө ямғыр башланып, ер йөҙөн сафландырып ебәрҙе. 40 – 50 йәштәгеләр ҙә беҙҙең менән бер һүҙле. “Һеҙ, башҡорттар, беҙгә азатлыҡ алып килгәнһегеҙ”, — тип һамаҡлауҙары ни тора!”