Уңыштары бар, әммә өлгәшелгәндәр сик түгелРеспубликаның көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан, майҙаны 1384 квадрат километр тәшкил иткән Шаран районында 22,1 мең кеше йәшәй, нигеҙҙә, башҡорт, татар, урыҫ, мари, сыуаш һәм башҡа милләт вәкилдәре берҙәм һәм татыу ғүмер итә.
Районда ауыл хужалығы ерҙәре 97 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләй, шул иҫәптән 53 мең гектарға яҡыны — баҫыуҙар. Төбәктә ауыл хужалығы тармағы үҫешкән. Барлыҡ ауылдар биләмәһендә лә тиерлек игенселек менән шөғөлләнәләр. Бынан тыш, ауыл хужалығы предприятиелары шәкәр сөгөлдөрө, картуф сәсеүгә, мал-тыуар аҫрауға һәм ҡош-ҡорт үрсетеүгә махсуслашҡан. Йәшелсә үҫтереү ҙә арта, мәҫәлән, 32 гектар ерҙән ике мең тоннанан ашыу уңыш йыйып алынған.
Ғөмүмән, 2012 йылда аграр сәнәғәт комплекстарының тулайым продукцияһы 1 миллиард 700 миллион һумдан ашып киткән, был унан алдағы йылдағы күрһәткестән 7 процентҡа юғарыраҡ. Әле төбәктә шәхси хужалыҡтарҙың ырамлы эшләүе лә — ошо йүнәлешкә "йәшел ут" ҡабыҙыуҙың һөҙөмтәһе. Ауыл хужалығы тулайым продукцияһының 59,3 проценты улар тарафынан етештерелә. Теләүселәрҙең барыһына ла ауыл биләмәләре еренән өс гектарға тиклем майҙан бүленә. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ҙа йылдам күтәрелеп килә, әле уларҙа 280 трактор, 261 йөк машинаһы бар.
Барлыҡ төр хужалыҡтарҙа 19 меңдән ашыу мал аҫрала. Ҡортсолоҡ та табышлы тармаҡҡа әүерелгән. Мәҫәлән, 7 меңдән ашыу умартанан 90 тонна самаһы бал алынған. Халыҡтан һөт һатып алыу яҡшы ойошторолған, былтыр 4,4 мең тоннанан ашыу һөт ҡабул ителгән.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡ йылдам үҫешә, барлығы 505 берәмек, шул иҫәптән 36 бәләкәй предприятие, 377 шәхси эшҡыуар, 116 крәҫтиән (фермер) хужалығы теркәлгән. Әле бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшләүселәрҙең 26,7 проценты ошо өлкәгә ҡарай.
"Шаранагрогаз" йәмғиәтенең ит-һөт комбинаты тауары республика һәм Рәсәй кимәлендәге ауыл хужалығы күргәҙмәләрендә юғары баһа ала.
Халыҡтың йәшәү кимәле күтәрелә, һәр дүртенсе ғаиләлә — еңел автомобиль. Быйыл республика адреслы инвестиция программаһы буйынса 250 кеше ҡабул итерлек поликлиника төҙөлә башлаясаҡ. Шулай уҡ янғын һүндереүселәр яңы бинала өй туйлаясаҡ. Яңы һыу үткәргестең сафҡа инеүе Шаран ауылы халҡын һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртҡан.
Йәшәү кимәлен, тормош сифатын күтәреү, хеҙмәт шарттарын еңеләйтеү буйынса ла эш әүҙем дауам итә. Мәҫәлән, дәүләт ярҙамын Тархан һәм Ҡыр-Теләүле ауылдары халҡы тоясаҡ, улар федераль программа буйынса бүленгән аҡсаға заманса юлға эйә буласаҡ..
Йәнтөйәк ҡото ергә ереккәндәргә бәйле"Ауылдың оло йәштәге бер уҙаманы иртән иртүк машина-трактор паркына техника тауышын ишетеү өсөн генә килеп китә", — ти Түбәнге Ташлы ауылындағы "Мираҫ" йәмғиәтенең директоры Рәнис Баһауетдинов. Ғүмере тыуған ере менән тығыҙ бәйләнгән кеше өсөн ошо төбәктә тормоштоң һүнмәүе ни тиклем мөһим булыуын күрһәтә был миҫал.
Эйе, өлкән быуын кешеләрен аңларға мөмкин. Йыл әйләнәһенә ал-ял белмәй тир түккән ағай-апайҙарҙың, колхоз-совхоздар тарҡалғас, күңеле һыҡранды, йәне әсене. Ярай әле, ауылдарға яңынан йән индереүселәр, ҡот ҡундырыусылар бар. Рәнис Тимерхан улын ана шундайҙарҙың береһе тип атарға мөмкин.
"Мираҫ" хужалығының яңынан нығынып килгән сағы. Р. Баһауетдиновтың директор вазифаһын үҙ өҫтөнә алыуына бер йыл самаһы. Ошо ваҡыт арауығында ла халыҡта уға ҡарата ышаныс тыуа башлаған.
Хужалыҡ заманында районда көслөләрҙән иҫәпләнгән. Тирмәндәре лә тирә-яҡта билдәлелек яулаған, ошонда килер булғандар. Таҡта ярыу цехы ла күптәрҙе ылыҡтырған. Ә инде "атҡаҙанған" тигән маҡтаулы исем йөрөткән игенсе һәм малсы ағай-апайҙары менән әле лә ғорурланалар. Етәксе, уларға бөгөн дә арҡа терәрлек, ти. Тәжрибәле белгестәр ҙә үҙҙәренеке. Йәштәр байтаҡ, уларҙың да ошонда ерегергә, мал аҫрап, игенселек менән шөғөлләнеп донъя көтөргә ниәттәре.
Әле малсылыҡта 50-ләп кеше эшләй. Хужалыҡ бурыстарын да ҙурҙан билдәләгән. Мәҫәлән, тоҡомсолоҡ эшен яҡшыртмаҡсылар. Быға ҡәҙәр ошо мәсьәләгә етди иғтибар бирелмәгән, ә табышлы эшләйем тиһәң, тәү сиратта ошо сараны атҡарыу зарур.
— Юғары белемле белгестәребеҙ — үҙебеҙҙеке. Хеҙмәт хаҡын да ваҡытында биреп барабыҙ, эшләгән кешене ихтирам итергә кәрәк. Көн үтһен тип йөрөһәң, бер нәмәгә лә өлгәшеп булмай. "Ауыл тормошон һүрелтмәйек, хужалыҡты тарҡатмайыҡ, әйҙә, ҡайт", — тигәстәр, ризалаштым. Юғиһә, һәйбәт кенә урында эшләй инем, хеҙмәт хаҡы ла күптәр көнләшерлек ине. Шулай ҙа тыуған ерҙең йәме китеүен, эшләрҙәй ир-аттың ғаиләһенән айырылып, ситтә йөрөүен күреү еңел түгел.
Әлбиттә, ауыл хужалығы тиҙ генә көйләнеп китә торған тармаҡ түгел. Уңыш та йылдың нисек килеүенә бәйле. Малсылыҡты табышлы тармаҡ иткәнсе байтаҡ тир түгергә, заманса алымдарҙы өйрәнеп эш итергә кәрәк. Шулай ҙа киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ, техниканы яңырттыҡ, "500 ферма" программаһына инһәк, хеҙмәт шарттары күпкә яҡшырасаҡ. Ул сағында йәштәр ҙә дәртләнеп эшләп китер тип ышанам. Әле хужалыҡта 50 баш йылҡы, 500 баш һыйыр малы аҫрала. Көҙҙән баҫыуҙарҙы эшкәрттек. Машина-трактор паркы ла тулы ғына, — тип таныштырҙы Рәнис Тимерхан улы "Мираҫ" хужалығы менән.
Ауылға килгәндә, ул төҙөк, газды әллә ҡасан уҡ яға башлағандар, урамдар ҡарҙан таҙартыла, балалар баҡсаһы, дөйөм урта мәктәп бар, почта бүлексәһе һәм медпункт ишектәре асыҡ. Дөйөм алғанда, йәше-ҡартына йәшәү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар тыуҙырылған. Иң мөһиме — "Мираҫ" йәмғиәте директоры Рәнис Баһауетдиновтың тыуған төйәгенең йәмен арттырырға, ҡотон ҡайтарырға ынтылып, дәртләнеп эшләүе, ә башҡаларҙың уны аңлауы һәм хуплауы.
Аҙыраҡ йоҡлап, күберәк йүгерһәң генә...— Һеҙҙең менән танышырға ине. Тырыш, бик уңған ғаилә, ҡура тултырып мал аҫрайҙар, күптәргә өлгө тигәйнеләр, — тип ишек ҡаҡтыҡ Фәррәховтарға.
— Аҙыраҡ йоҡлап, күберәк йүгерһәң, ял тигән нәмәне онотһаң, барыһына ла өлгөрөп була, — тип йылмайып ҡаршы алды йорт хужаһы.
Ысынлап та, үҙенсәлекле ғаилә булып сыҡты улар. Икеһе лә — дипломлы агроном. Һөйләшә торғас, Фәнил Вәзих улының районда танылған спортсы булыуын да белдек. Әле мәктәптә эшләй — уҡытыусы. Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүенә лә байтаҡ ғүмер.
Ә Мөнирә Фәррәхова яңыраҡ хаҡлы ялға сыҡҡан.
— Ул тиклем эште атҡарыуға нисек ваҡыт еткерәһегеҙ? — тип ҡыҙыҡһыныуыбыҙға икеһе лә көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы.
— Башыңа төшһә, башмаҡсы булаһың, тиҙәрме әле? Заманға яраҡлашырға теләүҙән дә, кемдер килтереп биргәнде көтөп ултырыуҙың фәтүәһеҙлеген аңлауҙан да, тип әйтергә мөмкин. Кредит алырға тәүәккәлләп, мал һанын ишәйттек. Ярай әле, уны льготалы шарттарҙа бирҙеләр.
Шәхси ихатала мал аҫрау ауылда тыуып үҫкән кеше өсөн яңылыҡ түгел, әлбиттә. Бәләкәйҙән күнегелгән эш инде. Әммә малды ашатмай-эсермәй тотоп булмай, бер көн дә эргәһенән китә алмайһың. Йәй "кәзә майың" сыҡҡансы йүгерәһең. Көн һайын бесән сабып алып ҡайтаһың. Көтөүҙе лә үҙебеҙ көтәбеҙ, элекке һымаҡ айырым кеше юҡ. Сират тигәне лә “һә” тигәнсе килеп етә. Укол ҡаҙарға ла өйрәндем, уларҙы ла бала кеүек итеп ҡараһаң ғына, килем алып була, — тип мал бағыу серҙәрен асты Фәнил Вәзих улы.
— Туғандар менән балалар ҙа ярҙамлаша. Юҡһа, үҙебеҙгә генә ауырға тура килер ине, — тип һүҙҙе ялғаны хужабикә.
Әйткәндәй, балалары үҙаллы донъя ҡорған, Өфөлә йәшәйҙәр, һәр ҡайһыһы тормошта үҙ юлын тапҡан. Беҙгә Фәррәховтар хаҡында яҙырға тәҡдим итеп яңылышмағандар. Ысынлап та, Ерекле ауылында улар юҡты бар итәм, булғанды ишәйтәм тип, ең һыҙғанып донъя көткән, матур, эшсән ғаиләләрҙең береһе булып сыҡты.
Староста – башлыҡтың уң ҡулыРеспубликала староста институты индерелеүгә байтаҡ ваҡыт үтте. Күп урында был эштең ярайһы матур ғына башланып китеүе, ауылым тип йән атыусы илһөйәрҙәрҙең булыуы ҡыуаныслы. Әммә йәмәғәт башланғысында булғас, уға атлығып тормауҙарын да йәшермәйек. Түбәнге Ташлы ауылы старостаһы Рәмзилә ИСЛАМОВАНЫҢ фекерҙәрен гәзит уҡыусыларға еткерәбеҙ:
– Староста эше бик мәшәҡәтле һәм тынғыһыҙ, тиҙәр. Тулыһынса килешәм, ысынында шулай. Әммә бурысыңды белеп кенә башҡарһаң, уңыш оҙаҡ көттөрмәй.
Ауыл хакимиәте башлығы Рәмилә Ғәлимйәнова старосталыҡҡа тәҡдим иткәс, уның һүҙен елгә осорғо килмәне, ике уйламай ризалаштым. Әйткәндәй, староста – башлыҡтың уң ҡулы. Башҡаса булыуы мөмкин түгел.
Ғүмерем буйы хужалыҡта төрлө вазифа башҡарҙым, ферма мөдирлегенән хаҡлы ялға сыҡтым. Түбәнге Ташлыла ветерандар советы рәйесе бурысын да йөкмәттеләр. Ауыл тормошон, кешеләрҙең тын алышын бик яҡшы беләм. Һәр саҡ халыҡ араһында йөрөнөм, шунлыҡтан эште алып барыуы ла әллә ни ауыр түгел, тимәксемен. Мәҫәлән, яҙ ихата йыйыштырыу, йәй урамдарҙы тәртиптә тотоу, юл буйындағы үләнде, йорт тирәһендәге ҡарағураны, кесерткәнде сабыу, шулай уҡ шишмәләрҙе таҙартыу, зыярат кәртәләү кеүек төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү дәррәү үтә. Ишетеүемсә, бүтән яҡтарҙа халыҡты эшкә сығарыуы, тыңлатыуы ныҡ ауыр.
11 йыллыҡ мәктәп, "Ҡайынҡай" балалар баҡсаһы эшләй, клуб гөрләп тора, медпункт бар, почтанан кеше өҙөлмәй, мәсеткә лә йөрөйҙәр. Бер нисә уңған эшҡыуар шәхси магазин асты. Уйлап ҡараһаң, зарланырға ерлек юҡ һымаҡ. Шулай ҙа кемдер эш хаҡына риза түгел, өлкән йәштәгеләр иһә пенсияһының артыуын теләй. Беҙҙә 250-нән ашыу шәхси хужалыҡ иҫәпләнә, 500 тирәһе кеше йәшәй. 20 пенсионерҙың барыһына ла ҡулдан килгәнсә ярҙам итәбеҙ. Ҡыш һалам алып килеүҙе хәстәрләнек, бүтән эштәр ҙә ғәмәлгә ашырыла.
Тормошта ауыр хәлдә ҡалыусыларҙы иғтибар үҙәгендә тотоу – мөҡәддәс бурыс. Берәүҙәрҙе эшкә урынлаштырырға кәрәк, икенселәр бүтәнгә "өлгөрһә лә", балалар пособиеһын юлларға "ваҡыт тапмай", сабыйҙары ас-яланғас һәм башҡалар. Хакимиәт бинаһына саҡырып, ундайҙар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшәбеҙ, иҫкәртәбеҙ, килмәгән осраҡта өйҙәренә үҙебеҙ барабыҙ. Эскелек ҡайҙа ла үҙәккә үткән проблема инде. Ә быны аңлап, тормошон яйға һалыусыларҙы күреп, күңел ҡыуана. Ғаиләлә ыҙғыш та сығып китә, ошондай осраҡта ир менән ҡатынды яраштырыу зарур. Күп балалы ғаиләләр шулай уҡ күҙ уңында. Һәр береһе кәңәш-төңәшкә мохтаж. Мәҫәлән, әсәлек капиталын ниндәй маҡсатта ҡулланыуҙы барыһы ла белеп еткермәй.
Ҡартын да, йәшен дә рухи йәһәттән тәрбиәләү – тәү ниәттәрҙең береһе. Мәҙәни кисәләрҙе күңелле итеп ойоштороуға ваҡытты ла, көстө лә йәлләмәйбеҙ, китапхананың белем үҙәге икәнен аңлатабыҙ. Әйтәйек, матбуғатҡа яҙылыу тәңгәлендә алдынғы уҡ булмаһаҡ та, күршеләр менән сағыштырғанда, беҙҙә хәлдәр һәйбәт. Тайфа Мөхәмәтдинова, Эльза Шәйхуллина һәм Нәсимә Әхмәҙиева, мәҫәлән, "Башҡортостан" гәзитен алдырмай ҡалғаны юҡ.
Тормошто йәмләүселәр"Нағыштар" башҡорт фольклор ансамбле ағзалары менән зәһәр һалҡын көндә осраштыҡ. Йыр-моңдо һәр саҡ юлдаш иткән, дәрт-дарманы ташып торған һәм сәнғәт донъяһына мөкиббән ғашиҡ һәүәҫкәр артистарҙы 30 градус һалҡынлыҡ ҡына ҡурҡыта буламы ни! Иртә менән үк район мәҙәниәт йортона йыйылып өлгөргәйнеләр. Һәүәҫкәрҙәр булһа ла, артист артист инде, үҙҙәре менән бик үҙенсәлекле итеп таныштырҙылар. Ансамбль етәксеһе Рәүфә Дәүләтованың ым ғына яһауы етте — Илшат Имамиев баянында дәртле көй яңғыратты һәм йыр “һә” тигәнсе күтәреп тә алынды.
Яңыраҡ Бәләбәй ҡалаһында үткән Самауыр байрамында Гран-при яулап, бүләккә самауыр алып ҡайтҡандар. Һөйләшеүҙе, хәл-әхүәл белешеүҙе, шул самауыр тирәләй ултырып, сәй табынында ла дауам иттек.
Башҡорт фольклор ансамбле 2002 йылда ойошторолған. Ул саҡта "Гөлнәзирә" тип аталған, уҡытыусыларҙан, мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәренән һәм башҡа һөнәр эйәләренән тупланған берҙәм коллектив. Әле "Нағыштар" тигән матур исем йөрөтә. Репертуарҙарында, нигеҙҙә, ошо яҡта элек-электән киң таралған, быуындан быуынға күсә килгән башҡорт йырҙары. Бының өсөн туҡтауһыҙ эҙләнәләр һәм ынйыға тиң хазинаны яңынан халыҡҡа еткерәләр.
— Республика күләмендәге сараларҙа ҡатнашып киләбеҙ. Ҡайһы саҡта ике-өс көнләп тә йөрөп ҡайтырға тура килә. Транспортыбыҙ бар, шөкөр, район хакимиәте яғынан һәр саҡ ярҙам тоябыҙ. Һәр ҡайһыбыҙ Шаранды таныттырыуын, ошо төбәктең данын яҡлауын яҡшы аңлай, шуға ла туҡтауһыҙ эҙләнәбеҙ, камиллашырға ынтылабыҙ, — ти Рәүфә Харис ҡыҙы.
"Нағыштар"ҙың костюмдары борон ошо төбәктә йәшәгән башҡорттарҙың кейемдәре өлгөһөндә, нағыштарға нағыштар өҫтәлеп тегелгән. Шуға ла уларҙы башҡалар менән бутау мөмкин түгел.
Лиә Фәхретдинова, Гөлназ Фәтҡуллина, Гөлсинә Миңлевәлиева, Гөлнара Ҡадирова, Зинфира Шәүәлиева, Фәрүз Нуриев, Илшат Имашев һәм башҡалар халҡының йыр-моңон сәнғәт донъяһына алып сығыуҙы күңел талабы тип иҫәпләүен белдерҙе.
Әйткәндәй, улар йәшәгән төбәктәрендә йәштәрҙе һәм балаларҙы сәнғәткә ылыҡтырып та ҙур эш атҡара. "Шуныһы шатлыҡлы: үҫмерҙәр фольклор ансамблдәренә ҙур теләк менән йөрөй. Башҡорт бейеүен башҡарыу ярайһы уҡ ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, уны ла өйрәнергә тырышалар", — тиҙәр.
Әлбиттә, урындарҙағы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәрен борсоған мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, клубтарҙа милли костюмдар, музыка ҡоралдары етерлек булғанда, йыр-моң өйрәнеүселәр артыр ине, тиҙәр. "Үҙебеҙ белгәнде үҫмерҙәргә лә өйрәтергә тырышабыҙ, алмаш әҙерләү ҙә кәрәк бит", — тип киләсәкте хәстәрләп йәшәй халыҡ таланттары.
Изге теләктәре тормошҡа ашһын "Нағыштар"ҙың!
Мәсеткә йөрөүсе – иманлыЕрекле ауылының иң бейек ерендә урынлашҡан мәсет бүтәндәрҙән күркәмлеге менән айырыла, тирә-яҡҡа йәм тарата, иман нуры сәсә. Иман йортон һалдырыуға Марат Хузин тигән булдыҡлы эшҡыуар тос өлөш индергән. Ереклеләрҙең алдынғы ҡарашлы яҡташтарына рәхмәте сикһеҙ.
Мәсет ишеген асып ингән әҙәм балалары Аллаһҡа иман килтереүсегә тиң, тиҙәр. Имам-хатиб Рәйес Әлмөхәмәтов билдәләүенсә, һуңғы ваҡытта халыҡтың, бигерәк тә йәштәрҙең дингә ылығыуы ҡыуаныслы. Намаҙға баҫыусыларҙың күплеге – ауылда тәртип булдырыуға бер аҙым ул. Изге йорттан кешенең өҙөлмәүенә үҙебеҙ шаһит. Йома өйлә намаҙына халыҡ эркелеп килде, зал диндарҙар менән шығырым тулы ине.
Ҡатын-ҡыҙ өсөн бүленгән айырым бүлмә шул тиклем уңайлы. Рәсимә абыстай берәүҙе лә ярҙамынан өҙмәй.
Кесеһе лә, олоһо ла мәҙрәсәгә теләп йөрөй. "Ләлә-Тюльпан" мәсетендә уҡыған мөғәллимә Венера Ғәлләмованың дин дәрестәре һәр кемде ҡыҙыҡтырырлыҡ.
Шулай уҡ йәш парҙарға никах уҡытыу, сабыйҙарға исем ҡуштырыу, бүтән төрлө дини байрамдар ҙа йыш уҙа бында.
– Маҡсат бер – барыһына ла рухи тәрбиә биреү, әҙәпкә өйрәтеү, – ти Рәйес
хажи.
Мәскәү яғынан да килеп алалар— Бына ошонда инде теплицабыҙ, — тип күрһәтте "Ғәлим" крәҫтиән-фермер хужалығының генераль директоры Азат Ғәлимов уға. Ләкин ап-аҡ ҡар менән ҡапланған урында бер нәмә лә күҙгә ташланмағас, уға яңынан һораулы ҡарашыбыҙҙы төбәнек.
— Әлегә генә шулай ул. Бер-ике аҙна эсендә танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Ә март айында тәүге уңышты йыя башларға иҫәп тотабыҙ. Йәшелсә баҙарында конкурентлыҡ көслө, шуға күрә иртәрәк үҫтереп һатыу отошло, — тип тынысландырырға ашыҡты етәксе.
Ҡыяр, помидор үҫтереүсе маһирҙарҙың Туймазы яҡтарында күп булыуын яҡшы беләбеҙ. Ә бына Шаран районының Ерекле ауылында ошо төр йәшелсәгә өҫтөнлөк бирә башлауҙары беҙҙең өсөн яңылыҡ ине. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тиҙәр бит. Туймазыла тыуып үҫкән Азат Марат улы был төбәктә ҡыяр үҫтерергә тотонған.
— Ошо йүнәлештәге эшмәкәрлегебеҙҙе 2004 йылда башланыҡ. Иң элек дүрт гектар майҙанды әҙерләп, ҡыяр сәстек, шунан цех һатып алдыҡ. Шул уҡ ваҡытта ағас та эшкәртә башланыҡ, — тип тәүге мәлдәре менән таныштырҙы ул.
Ялҡау — һылтау, булдыҡлы әмәл эҙләр тигәндәй, тәүәккәлдәр, тырыштар заманға ла тиҙерәк яраҡлаша, табыш алыуҙың юлдарын да етеҙерәк таба шул.
Ҡала мөхитендә тәрбиәләнһә лә, ауыл тормошон, ундағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрҙе күреп-белеп үҫкән. Олатай-өләсәһе эргәһендә йыш булып, уларҙан күп нәмәгә өйрәнгән. Иң мөһиме тырышлыҡ икәнлеген бәләкәйҙән аңлаған.
— Ереклелә крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп, ауыл халҡын эш урынлы иттек. Ер майҙанын киңәйтә барам, әкренләп малсылыҡты тергеҙмәксемен. Ғөмүмән, алға ҡарап йәшәргә күнеккәнмен. Эшселәргә һәйбәт шарттар тыуҙырырға ынтылам, — ти хужа. — Әле һеҙ күргән өр-яңы трактор субсидияға алынды. Техника күберәк булған һайын, күңел күтәрелә, эш ырай. Ергә эйелеү генә кәрәк, ҡара эш тип ҡурҡмаҫҡа. Ғүмер буйы ауыл кешеһен һыйындырған да, туйындырған да ошо еребеҙ бит. Ҡыярҙы бер ниндәй ауырлыҡһыҙ һатабыҙ, хатта Мәскәү өлкәһенән килеп алалар. Хаҡы ҡиммәтерәк булыуға ҡарамаҫтан, тауарыбыҙ үтемле. Бының, әлбиттә, сәбәптәре байтаҡ. Мәҫәлән, экологик яҡтан таҙа ерҙә үҫтерәбеҙ. Һуңғы ваҡытта һатып алыусылар ошо мәсьәләгә иғтибарҙы көсәйтте. Тиреҫ менән генә ашлауыбыҙ ҙа конкуренцияға бирешмәҫкә ярҙам итә.
Ғөмүмән, ауыл хужалығы — үҙенсәлекле тармаҡ. Унда тиҙ генә табышлы эшләп китеп булмай. Шуға ла айырыуса тәүге мәлдә дәүләт ярҙамы мотлаҡ кәрәк. Заманса ҡорамал менән йыһазландырам тиһәң, уларының хаҡы яҡын барырлыҡ түгел. Йылдан-йыл электр энергияһы, газ яғыулығына хаҡ ҡиммәтләнә. Шуға ла, ҡулланыу өсөн уңайлы булыуға ҡарамаҫтан, экономиялырағына алмаштырыу тураһында уйланырға тура килә. Быйылдан теплицаны утын яғып йылытыуға күскәндәр. Әлбиттә, мәшәҡәте күп, әммә сығымдарҙы кәметеү өсөн ошо юлға барырға мәжбүр булаһың.
— Ауыл хужалығын табышлыға әүерелдергәнсе байтаҡ ваҡытҡа кредитҡа сумаһың. Әммә был тармаҡты үҫтерергә кем дә булһа тотонорға тейеш, гел генә сит ил тауарына табынып йәшәү дөрөҫ түгел тип иҫәпләйем, — ти хужалыҡ директоры.
Азат Марат улының типһә тимер өҙөрлөк көслө, энергиялы сағы. Иң мөһиме — маҡсат ҡуйып, шуға өлгәшергә ынтыла. Унан ни өсөн ауыл хужалығы тауары етештереүгә тотоноуы менән ҡыҙыҡһындыҡ. Юғиһә, ҡала егетенә эшҡыуарлыҡтың башҡа төрҙәре лә етерлек бит.
— Йәш саҡта, дәрт-дарман барҙа ир-ат үҙен төрлө урында һынап ҡарарға тейеш тип иҫәпләйем. Нимәгә һәләтле булыуыңды, ниндәй эшкә маһирлығыңды асыҡлау үҙеңә лә ҡыҙыҡ бит. Бер эште яйға һалыу менән икенсе йүнәлештәгеһен башлау теләге тыуа. Бындай сифат һәр ир-егеткә хас булырға тейеш, минеңсә. Эштән ҡурҡмау, сәмләнеп тотоноу олатайым Мөғәллимдән һәм атайым Марат Ғәлимовтан күскәндер. Әйткәндәй, атайым әле булһа оло таяныс, — тип уй-фекерҙәре менән ихлас уртаҡлашты Азат Марат улы.
"Ғәлим" крәҫтиән-фермер хужалығы Ерекле ауылының социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә лә үҙ өлөшөн индерә. Мәҫәлән, поликлиникаға, мәктәпкә ремонт яһағанда ла уларҙың тос ярҙамын тоялар. Шулай уҡ эш урындары менән тәьмин итеп тә, төбәктәге ошо ҡырҡыу мәсьәләне яйға һалалар.