Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡарғыш менән һағыш бергә
Ҡарғыш менән һағыш бергәӘҙәм итеп яратылған һәр зат ни сәбәптәндер үртәнмәй ҙә, талағы ташып, йәне көйгәндә ҡәһәрләнмәй ҙә йәшәмәй булмаҫтыр. Әммә үҙеңде генә яндырған хис-тойғоларҙы, улар нисек кенә әсе булмаһын, йотоу, баҫыу мөмкин икән, бар донъяға ҡағылған ҙур ваҡиғалар, тарих сәхифәләренә инеп, һине һәр даим маҙаһыҙлай ҙа, тыныслығыңдан да яҙҙыра. Дәүләт, халыҡ яҙмышын уйһыҙлыҡ менән баҫырыу ҙа, онотолоу кәштәһенә һалып ҡуйыу ҙа мөмкин түгел. Ата-бабаларыбыҙ башынан үткәргән, беҙ ҙә шаһит булғандар, һағышлы уйҙарға төрөлөпмө, ҡарғыш рәүешен алыпмы, эйәреп килә. Aртабан да күп йылдар шулай дауам итәсәк әле.

СССР. Совет Социалистик Республикалары союзы. Онотолоп барған аббревиатура менән һүҙбәйләнештең хасил булыуына былтыр йыл аҙағында туҡһан йыл тулһа, йәнә 1991 йылда, өс славян республикаһы етәкселәре Ельцин, Кравчук һәм Шушкевич Белоруссияның Беловежье урманындағы һунарсы йортонан һәммә ғәмгә СССР-ҙың таратылыуы тураһында иғлан итте. Ғәмәлдә власһыҙ, арҡаҙаштарһыҙ ҡалған Михаил Горбачев телекамералар алдында түбәндәге һүҙҙәрен әйтергә мәжбүр булды: "Ҡәҙерле ватандаштар! Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе хасил булыу айҡанлы килеп тыуған шарттарҙа мин СССР Президенты вазифаһында эшмәкәрлегемде туҡтатам".
Ошонан һуң Горбачев, Кремлдә ҡалған техник хеҙмәткәрҙәр менән һаубуллашып, резиденцияһынан китте. Шунда уҡ, прожекторҙар яҡтыһында, ябалаҡлап ҡар яуғанда, СССР-ҙың Кремлдең ҙур һарайы өҫтөндәге ҡыҙыл әләме аҡрын ғына төшөрөлдө һәм уның урынына өс төҫтәге Рәсәй әләме күтәрелде. Был мәлдә Мәскәүҙә 1991 йылдың 25 декабре, 19 сәғәт 38 минут ине. Рәсәй дәүләте тарихындағы Совет осоро ошоноң менән тамамланды.
Мәғлүмдер, тарихта һәр ғәмәлдең сәбәптәре, уны бойомға ашырырлыҡ көстәр һәм ахырғы һөҙөмтәләрҙе үҙ файҙаһына бороусылар була. СССР-ҙың ойошторолоуы ла, тарҡалыуы ла ошо ҡағиҙәне раҫлай. Һәр хәлдә, йылғаның тамағына етерҙән алда уның башында булыу зарурлығын иҫәпкә алып, тәүҙә алыҫ 1922 йылға ҡайырылып күҙ һалайыҡ.
Граждандар һуғышында еңеү большевиктарға ғәмәлдә элекке Рәсәй империяһының бөтөн биләмәләрендә лә хужа булыу форсатын бирҙе. Дөрөҫ, күп тә тормай, унан Польша, Балтик буйы провинциялары һәм Финляндия бүленеп сыҡты. Шулай ҙа большевиктар власы бүтән һәр биләмәлә, шул иҫәптән Украина, Белоруссияла, ә 1922 йылдан Кавказ аръяғында ла нығынды. Әүәлге милли окраиналарҙа хакимлыҡ фирҡәнең ҡәтғи устав талаптарына буйһонған РКП(б) ағзалары коммунистар ҡулында ине. Бәс, совет республикаларының артабанғы тарихына күрәҙәлек тә кәрәкмәне. Әммә һәүетемсә тигән эштең дә бер әтнәкәһе була.
Тәүҙәрәк, совет республикаларының мөнәсәбәттәр системаһы ике яҡлы договорҙар менән көйләнә. (90-сы йылдарҙағы Башҡортостандың Үҙәк һәм Рәсәй төбәктәре менән төҙөгән договорҙарын һәм килешеүҙәрен хәтерләгеҙ). 1920 йылғы договорҙы төҙөү барышында Харьков (Украинаның ул саҡтағы баш ҡалаһы) большевиктары Украина өсөн апаруҡ хоҡуҡтар, шул иҫәптән тышҡы мөнәсәбәттәргә хоҡуҡты, "һығып" ала алған. Әйткәндәй, республикаларҙағы коммунистар йыш ҡына Мәскәүҙән килгән "урыҫ шовинизмына", шулай уҡ ҡәтғи үҙәкләштереү сәйәсәтенә ризаһыҙлығын белдерә барған. Йәнә шуныһы ла үҙенсәлекле: Үҙәктең ғәмәлдә диктаторлыҡ сәйәсәтен бойомға ашырыусы булараҡ урыҫ милләтенә ҡарамаған коммунистар торған. Фирҡәлә йәһүдтәр, урыҫтар һәм украиндарҙан ҡала, һан буйынса (19 мең кеше) — өсөнсө урынды, латыштар (9,5 мең) — дүртенсе, поляктар (5,6 мең) етенсе урынды биләгән.
Граждандар һуғышында еңеү һәм РСФСР-ҙың халыҡ-ара аренаға сығыуы менән "совреспубликалар"ҙың Үҙәк менән йәшәп килгән мөнәсәбәттәре Мәскәүҙе инде хушландырмай. "Халыҡтар төрмәһе" тип йөрөтөлгән империяны емереү һәм милләттәрҙең хоҡуҡтары тураһындағы лозунгтарҙан большевиктар йәһәт кенә батшаларҙың әүәлге шөғөлөнә — "ерҙәрҙе туплауға" күсә. Фирҡәлә милли мәсьәләләр менән шөғөлләнгән Сталин, суверенлы "совреспубликалар"ҙы РСФСР-ҙың автономиялы республикалары итеп үҙгәртергә кәрәк, тип иҫәпләй. Уның фекеренсә, әлеге республикаларҙың суверенитеты, Мәскәүҙең милли мәсьәлә либераллеге рәүешендә, Граждандар һуғышы осоронда килеп сыҡҡан, ә хәҙер, йәнәһе, улар менән иҫәпләшеү һөждә түгел. Ленин иһә Сталиндың "автономлаштырыу планын" хөрткә сығара, ул ситке төбәктәрҙә көсөргәнешкә килтерәсәк тип иҫәпләй. Шуға күрә Ленин Грузия етәкселәренең улар өсөн, мөстәҡиллек йәки иҡтисади үҙаллылыҡтан бигерәк, бойондороҡһоҙлоҡ атрибуттары — Рәсәй менән тиң республикаларҙың конституцион статусы мөһимерәк тигән фекерен яҡлап сыға.
Һәр хәлдә, Владимир Ильичтың ҡарашы өҫтөнлөк ала. Үҙәк комитет формаль рәүештә тиң республикалар федерацияһын булдырырға ҡарар итә, һәм ул 1922 йылдың 30 декабрендә бойомға ла ашырыла. 1924 йылдың ғинуарында СССР Конституцияһы ҡабул ителә. Уның төп ике положениеһы — республикаларҙың тиңлеге һәм властың тулыһынса Советтар ҡулында тупланыуы — тәүҙән үк һүҙ генә булып ҡала. Бөтөн власть, ғәмәлдә, коммунистар фирҡәһе ҡарамағында була, үҙ-ара формаль рәүештә тиң республикалар компартиялары тәүҙә — Рәсәй, торараҡ Бөтә Союз коммунистар фирҡәһе Үҙәк комитетына буйһона. Шуныһы үҙенсәлекле: РКП(б)ны ВКП(б)ға алмаштырған саҡта ла Рәсәй компартияһы тәки булдырылмай. Тарихсыларҙың һығымтаһы буйынса, бының менән фирҡә хакимлығының абсолют һәм үҙәкләштерелгән булыуы тәҡрарлана. Икенсе төрлө әйткәндә, Совет дәүләте ғәмәлдә унитар һәм элекке Рәсәй империяһы кеүек үк ҡәтғи үҙәкләштерелгән булып ҡала. Ә суверенитеттың, Федерациянан айырылып сығыуға тиклем, формаль билдәләре 1990 йылдың башына ҡәҙәр һаҡланып килде.
Инҡилаптан аҙаҡ дәүләт власы органдарының атамаһы үҙгәреү кисерҙе. Хөкүмәт— Халыҡ комиссарҙары советы, министрҙар — халыҡ комиссарҙары, жандармерия — ВЧК һ.б. булып китте. Илдең губерналарға бүленеүе ғәмәлдән сыҡты. Хәтерегеҙҙәлер, батша Рәсәйендәге ерҙәр 101 төбәккә — 52 губернаға, һигеҙ генерал-губернаторлыҡҡа һәм алты губерна, ике округ һәм биш өлкәне берләштергән Кавказ наместничествоһына бүленгәйне. Варшава генерал-губернаторлығы үҙ эсенә — 9, Иркутск — 4, Киев — 3, Амур эргәһе генерал-губернаторлығы — 4, Ялан (Степное) — 2, Төркөстан — 5 һәм Финляндия 8 губернаны алған. Алдараҡ телгә алынған төбәктәр бүленеп сыҡҡас, илдең ҡалған биләмәләрендә 84 губерна, округ һәм өлкәләр бүлгеләнеүҙең яңы структураһын хасил итә, һәм бында милли компонент та өҫтәлә. Төбәктәр өс "ҡатҡа" теҙелә: юғарғы (иң мәртәбәле) ҡатта — үҙ эсендә өлкәләре булған союздаш республикалар, уртала — автономиялы биләмәләр (союздаш республика эсендәге республикалар, өлкәләр һәм округтар), түбәндә — төбәк өлкәләре (Рәсәйҙең әүәлге губерналарын шулай атайҙар). Территорияларҙы бүлеү тарихсыларҙың да, географтарҙың да ҡатнашлығынан тыш башҡарыла. Төбәктәрҙең шул йылдарҙа билдәләнгән сиктәре һаман да һаҡлана.
Шулай итеп, яңы дәүләт ҡоролошо — Совет Социалистик Республикалар Союзы — СССР хасил була. Территориаль билдәләнеш менән бер юлы совет йәмғиәтендә яңы дәүләттең бөтөн атрибуттары: Конституция, ураҡ менән сүкешле әләм, герб, закондар, үҙ аҡсаһы һәм банк системаһы, судтар, илселектәр һәм башҡалар булдырыла. Тәүҙә дәүләт гимны сифатында "Интернационал" йөрөһә, 1944 йылда дәүләт гимнының яңы тексы һәм музыкаһы яҙыла. Был көй әле лә яңғырай.
Етмеш йыллығына бер йыл ҡалды тигәндә, СССР, дәүләтселек формаһы булараҡ, тарих дәфтәрендә тороп ҡалды.
Әгәр оло быуын кешеләре Советтар Союзы йәшәгән осорҙо күп йәһәттән һағыш менән хәтергә алһа, Горбачев хакимлыҡҡа килеп, ҙур дәүләттең тарҡалыуына килтергән мөсһөҙ сәйәсәтте ҡарғышҡа күмә. Һәм был хистәрҙе аңларға, ғәйепкә алмаҫҡа кәрәк.
1991 йылдың авгусындағы фетнә уңышһыҙлыҡҡа осрағас, СССР-ҙың тарҡалыуы көн кеүек асыҡ ине. СССР-ҙан тәүҙә Латвия, Литва һәм Эстония бүленеп сыҡты. Горбачев, бергәлек өсөн көрәшеү урынына, Балтик буйы сепаратсыларының ғәмәлен указ менән фатихаланы. Шулай ҙа Союздың йән еренә бысаҡты Украина властары ҡаҙаны. Горбачев, генсек вазифаһынан баш тартҡандан һуң, совет конфедерацияһын (суверенлы дәүләттәр берлеге) төҙөүгә өмөтләнде. Әммә уның тырышлығы Ельциндың яҡлауын тапманы, бәлки Киевтың ҡаршылығына осраны. Украинаһыҙ Союздың булмаҫын һәр кем аңлай ине. Бүтән милли республикалар ҙа мөстәҡиллектең Мәскәүҙең идея һәм финанс диктатынан арыныу тип баһаланы. Хакимлыҡҡа ынтылған милли кландарҙың роле ҡырҡа күтәрелде. Хәйер, ҡалғанын үҙегеҙ хәтерләйһегеҙ, беләһегеҙ һәм баһалай алаһығыҙ.
Айырылыу — ҡанат ҡайырылыу тигән хәҡиҡәтте күптәребеҙ, үкенескә ҡаршы, һуңлап аңланы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872