Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
– Өлгөрбай ағай, сусҡа хаҡында ни әйтер инегеҙ?
Шишмәлә көтмәгәндә шундай һорау бирҙеләр. Әһә, мин әйтәм, быларҙың, моғайын, ил етәкселәренең мырҡылдаҡтарға ҡарата ҡарашын белгеһе килә.
– Сусҡаларға беҙҙә хәҙер почет! Рәсәйҙе аҙыҡ-түлек көрсөгөнән бары ҡатыморондар ғына ҡотҡарасаҡ, шуға ла бөгөндән уларҙы күпләп үрсетә башларға кәрәк, тиҙәр.
Әммә яуабым уларҙы хушһындырманы.
– Уныһы хаҡында ишеткән бар ҙа ул, – тинеләр, йөҙҙәрен сирып. Сусҡа аҫрау беҙҙең мосолман халҡы өсөн хәрәм һанала.
– Шунан?
– Шунан тип ни, күп ашай, күпме һалһаң да, туя белмәй. Бөтә ерҙе мороно менән һөрөп, йәмһеҙләп бөтә, сусҡалар янына ҡомаҡтар эйәләй.
– Бына быныһы, исмаһам, яуап! – Ҡыуаныстан усын-усҡа шапылдата һуҡты әлеге таныштарым. – Беләһегеҙме, сусҡаға һалынған аҙыҡтан ҡомаҡтарға ла өлөш мул тейә.
Хәҙер шишмәләрҙең тел төбөн аңланым. Дәүләтебеҙҙең программаларын үтәү өсөн йәнен фиҙа ҡылырҙай уңғандар харап күп бит ул беҙҙә. Андрей Медведев тигән шәп уҙаман -– шуларҙың береһе. “БашАгроИнвест”, “БашАгроКомплекс” кеүек бихисап йәмғиәтте ойошторған, хатта “УралСиб” банкында ла эшләп өлгөргән әфәнде “Шишмә сусҡасылыҡ комплексы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтен дә үҙ ҡулына алған.
Сусҡаны барса халыҡ тиккә генә туймаҫтамаҡ тип битәрләмәй икән. Быны Медведев шунда уҡ тоя. Ваҡытында етерлек ашатмаһаң, үҙеңде һоғонорға ла күп һорамаҫ, билләһи. Эште кредит юллауҙан башлай ул. Тик, ҡәһәрең, сусҡасылыҡ комплексының “Россельхозбанк”тың Башҡортостан филиалына 184 миллион һум бурысы бар икән. Шулай ҙа ҙур-ҙур, хатта хөкүмәт башында мирауай дуҫтары булған әфәндегә ундай ғына кәртәләрҙе йырып сығыу сүп шайы ла тормай. “Ни өсөн шулай, ниңә былай?” – тип баш ҡаңғыртмайҙар.
– Эшләргә теләгән кешенең юлын быуырға ярамай. Мәгеҙ, рәхим итеп алығыҙ.
Сусҡаларҙы туйҙырам тип сабыулап йөрөгән Медведев үҙендә лә сусҡа нәфсеһе барлыҡҡа килгәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт мөлкәтен һөҙөмтәле файҙаланыуҙы йәмәғәт күҙәтеүендә тотоу советы мәғлүмәттәре буйынса, кредитҡа алынған 250 миллион һум аҡсаның бары 15,8 миллион һумы ғына мырҡылдаҡтарға барып етә. Ә ҡалғаны үҙе ойошторған предприятиелар тамағына тәгәрәй. Беҙҙә тырыш, эш тип янып йөрөгәндәрҙең хеҙмәтен баһалай, күрә беләләр. “УралСиб” банкы хеҙмәткәрҙәре лә, Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре лә итәғәтлелеге менән шаҡ ҡатыра. Эшенә бер-бер хилафлыҡ булып ҡуймаһын типтер инде, кредиттың нисек тотонолоуы менән ҡыҙыҡһынырға ла, Медведевты эшенән бүлергә лә ҡыймайҙар.
Үҙ кәсебенә башкөллө сумған Медведев хатта кредитты, йыйылып киткән бурысты ҡайтарырға кәрәклеген дә онота. Шулай ҙа өҫтәге йөктө түләргә кәрәк бит. Залог биргән “Төбәк фонды” Башҡортостан Республикаһын үҫтереү институты “УралСиб” банкына 274 миллион һум дәүләт аҡсаһын түләй. Шуның 250 миллионы – төп бурыс, 24 миллиондан артығы кредиттан файҙаланған өсөн проценттар.
Әммә, ҡәһәрең, бер асылған аппетитты тиҙ генә туйҙырып буламы! Ашарға һалған һайын хөрт-хөрт тип донъяһын ҡутарып бара был ҡатыморондар. Ахыры нишләргә белмәгән Медведев йәнә 500 миллион һум самаһы кредитты ҡулға төшөрә, әммә уныһы ла сусҡаларға түгел, ә улар янына эйәләшкән “ҡомаҡтар” ҡорһағына китә...
– Бына шундай-шундай хәлдәр, Өлгөрбай ағай, – тине шишмәләр минең менән хушлашҡанда. – Тик бына хоҡуҡ һаҡлау органдарының сәйер ҡыланышы йәнә аптырата беҙҙе. Әллә күпме дәүләт аҡсаһын “һоғонған” Медведевты ни бары өс йыл ярымға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итеп, 150 мең һум күләмендә генә штраф һалғандар. Был тиклем дә мәрхәмәтле булырҙар икән! Ә һеҙ, ағай-эне, үҙегеҙ нисек уйлайһығыҙ?


Автор: Өлгөрбай ТИКТОРМАҪОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә