Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һыуға төшмәйенсә йөҙөргә өйрәнеп булмай
Һыуға төшмәйенсә йөҙөргә өйрәнеп булмайХХ быуат капитализмы "кеше хоҡуҡтары", "хосуси милек тейелгеһеҙ" кеүек модалы төшөнсәләргә ышыҡланып, "граждандар йәмғиәте" тарафынан идара ителгән бер мәлдә донъяла берҙән-бер социалистик дәүләт Советтар Союзы тарих менән хушлашты. Совет йәмғиәтендә "буржуаз" төшөнсәләр тип аталған, ләкин Көнбайыш цивилизацияһының тотороҡлолоғон, күсәгилешлелеген тәьмин иткән принцип-традициялар элекке СССР емереклектәрендә лә үҙҙәренең вариҫтарын тапты ғына түгел, тап шул нигеҙҙә Рәсәй Федерацияһының Конституцияһы ижад ителде. Йылына бер тапҡыр, ғәҙәттә, 12 декабрҙә иҫкә алына торған был Төп Закон эш итәме, уның эшмәкәрлеген йәмәғәтселек нисек тоя?

25 ғинуарҙа БСТ каналындағы "Һайлауҙы һайлау" тип аталған тапшырыуҙа мәгәр РФ Конституцияһы бер тапҡыр ҙа телгә алынмауға ҡарамаҫтан, һүҙ юҫығы тап уның эшмәкәрлеге хаҡында барҙы. Эфирҙа яңғыраған төрлө фекерҙәрҙән һуң телевизор ҡараусыларҙың сәйәсәт менән ныҡлап ҡыҙыҡһынған өлөшөндә ошондайыраҡ һорауҙарҙың тыуыуы, минеңсә, тәбиғи:
1. Халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларының Рәсәй Конституцияһының айырылғыһыҙ өлөшө булыуы һәм илдә эш иткән закондарҙан өҫтөнлөгө Төп Законда нығытылған был принциптарҙан юғары власть әһелдәре ни өсөн үҙҙәре үк йөҙ сөйә?
2. Һайлау тураһындағы закондарға үҙгәрештәрҙе даими индереп торған Ватан парламенты үҙенең был аҙымын нисек дәлилләй?
3. АҠШ, Европа илдәрендәге һайлау нормалары Рәсәй Федерацияһы өсөн өлгө була һәм һүҙмә-һүҙ ҡабатлана аламы?
Тәүге һорауға яуап рәүешендәрәк тапшырыуҙа, республика (төбәк) башлыҡтарын тәғәйенләп ҡуйыу Төньяҡ Кавказ ваҡиғалары нигеҙендә барлыҡҡа килде тигән сәбәп менән аңлатылды. Дөрөҫөрәге, федераль властар уға шундай яуап ҡайтарҙы, ләкин ул ысынбарлыҡҡа тап киләме — быныһы икенсе, ҡатмарлы мәсьәлә, сөнки, беренсенән, ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителмәгән Чечнялағы ваҡиғаларҙы тотош Федерацияға таратыу өсөн законлы нигеҙ, нисек кенә тырышһаң да, етерлек түгел. Әйтәйек, ғаиләлә кемдер енәйәт ҡылған икән, бының өсөн барыһына ла яза бирелмәй бит. Икенсенән, был норма ысынлап та ғәҙел, хатта законлы икән, ни өсөн унан баш тартыу ихтыяжы килеп тыуҙы? Рәсәйҙә сәйәси хәл шул килеш ҡалды бит, ә Төньяҡ Кавказда һаман да тыныслыҡ юҡ.
Республика башлыҡтарын (мин махсус рәүештә "төбәк" тигән төшөнсәне ҡулланмайым, сөнки Федерация субъекттары формаль яҡтан тиң һаналыуға ҡарамаҫтан, республикалар — Рәсәйҙең федератив йөкмәткеһен билдәләгән субъекттар һәм был Төп Законда ла нығытылған (68-се статья). Федераль үҙәк тарафынан тәғәйенләү — үҙе үк федерация принцибына ҡаршы килгән күренеш. Нисек кенә булмаһын, халыҡ-ара хоҡуҡ нормалары буйынса вәкәләттәр түбәндән юғарыға табан бирелә, әммә, беҙҙең илдәге кеүек, киреһенсә түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, телевидение тапшырыуында Рәсәй Конституцияһы буйынса (2-се статья) властың күп милләтле халыҡ ҡулында булыуы хаҡында белдереүсе табылманы. Граждандарҙың күпселеге яңылыш (хата) ҡабул итеүенсә, власть ил президенты, парламенты, башҡарма органдар ҡулында түгел. Ил Конституцияһына ярашлы, һанап кителгән вазифалар граждандар тарафынан уларҙың законлы ихтыяждарын ғәмәлгә ашырыу өсөн һайлап ҡуйыла һәм граждандар алдында яуаплы булып тора.
Төп Закондың 1-се статьяһында билдәләнеүенсә, Рәсәй Федерацияһы — республика ҡанундарына ярашлы идара ителеүсе демократик федератив хоҡуҡи дәүләт. Үкенескә ҡаршы, илдең Федерация булыуын һәм шул принципҡа ярашлы идара ителергә тейешлеген юғары власть даирәләре лә, граждандар ҙа иҫәпкә алмай. Ғәҙәттә, Рәсәйҙә ғүмер баҡый бер власлылыҡ (йәнәһе, батша) традицияһы булған, тигән хата ҡараш белдерелә. Ә бит тап ошо бер власлылыҡтың 1917 йылда батша режимына, 90-сы йылдарҙа КПСС хакимлығына сик ҡуйыуы "онотола".
Эйе, сикләнмәгән власть һәр ваҡыт кемдәрҙеңдер уны сикләргә тырышыуына алып килә һәм юҡҡа сыға. Үрҙә телгә алынған вәкәләттәрҙе түбәндән юғарыға тапшырыу принцибына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы президентының хоҡуҡ-бурыстары федераль рамкалар менән сикләнә һәм Федерация субъекттарына таралмай. Әйткәндәй, республика башлығын (ә республика — дәүләт) тәғәйенләп ҡуйыу ғәмәле донъя тарихында булғаны юҡ. Рәсәйҙең конституцион мәхкәмәһе тарафынан Конституцияға ҡаршы килмәй тип баһалаған һәм 77-се статьяға һылтанған был аҙым ғәмәлдә халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларына һыймай. 77-се статьяла иһә һүҙ Федераль үҙәктең үҙ вәкәләттәрен атҡарыу өсөн башҡарма власть органдары булдырырға хаҡлығы хаҡында ғына бара. Ябай тел менән әйткәндә, милли республикаларҙа ике башҡарма власть булырға тейеш: Федераль үҙәктеке һәм республиканың үҙенеке...
Үрҙә аталған икенсе ҡарарға киләйек. Ғәҙәттә, һайлау процедураларын үҙгәртеүгә хәл иткес сәбәп итеп, бөгөн Рәсәй граждандары республика башлығын һайлап ҡуйыу кеүек яуаплы бурысҡа өлгөрөп етмәгән, тигән һылтау табыла. Ә бит берәүҙең дә "Рәсәй граждандары ил башлығын, президентты, һайларға өлгөрөп еткәнме?" тигән һорау ҡуйғаны юҡ. Күренеүенсә, беҙ сәбәп менән түгел, ә эҙемтә менән эш итәбеҙ. Ысынлап та, батша монархияһы, унан һуң урынлашҡан ВКП(б), КПСС шарттарында илдә тулы ҡанлы граждандар йәмғиәте ойошһон өсөн мөмкинлектәр булманы. Тик большевиктар вариҫтарының сәйәси аренанан китеүенә лә өсөнсө тиҫтә йыл бара. Ни өсөн бер ниндәй ҙә үҙгәреш юҡ һуң? Белгестәр фекеренсә, Рәсәй йәмәғәтселегендә империясыл холоҡ-фиғел киң тамыр ебәргән. Ошоно ҡалҡан итеп алған сәйәсмән-идарасылар, ғәҙәттә, теге йәки был аҙымды яһар алдынан, был илдә сепаратизмдың көсәйеүенә, илдең тарҡалыуына килтерәсәк, тигән һығымта яһай. Был, әлбиттә, иң элек республикалар сәйәсәтенә ҡағыла. Шул уҡ ваҡытта был даирәләр граждандары иркен, мул тормошта көн иткән Америка Ҡушма Штаттары, Швейцария, Германия, Канада һәм башҡа дәүләт ҡоролошон күрмәмешкә һалыша. Был дәүләттәрҙең тәүгеһендә һәр штат үҙенә күрә бер республика, икенсеһендә һәр кантон — үҙе бер дәүләт. Дөрөҫ, уларҙың һәр ҡайһыһында эш иткән хоҡуҡи нормалар йылдар һынауын үткән, граждандарҙың хоҡуҡи аңында нығынып ҡалған.
Һыуға төшмәй тороп йөҙөргә өйрәнеү мөмкин түгел. Һайлау диңгеҙендә үҙен тота белмәгән Рәсәй граждандары яр ситендә шомло һыуға ҡурҡып ҡараған кешене хәтерләтә. Бәлки, ул һикерер ҙә ине, тик уны ҡурҡытып, шомландырып тороусылар власть баҫҡыстарында, сәйәси даирәләрҙә әле лә юҡ түгел. Башҡортостан граждандарына килгәндә иһә, уларҙың хатта дәүләт власы йоғонтоһонан азат (был положение Рәсәй Конституцияһында нығытылған) урындағы үҙидара органдарын һайлап ҡуйыу кеүек хоҡуҡтан да файҙаланғаны юҡ. Әлбиттә, тотош тәғәйенләү процедураһына өйрәнгән был электоратты, демократия шулай була, тип алдаштырырға ла мөмкин.
"Телеүҙәк" тапшырыуындағы төп һорауға яуап берҙән-бер һәм ҡәтғи: республика, муниципалитет башлыҡтары граждандар тарафынан һайланып ҡуйыла, сөнки тәғәйенләү — халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларына, граждандар йәмғиәтенә ят күренеш. Һайлап ҡуйыу — граждандарҙың сәйәси хоҡуғы ғына түгел, конституцион бурысы ла. Тап ошо юл менән улар үҙҙәренең власть икәнлеген раҫлай. Власҡа енәйәтсел элементтарҙың үрләү ихтималлығы менән хәүефләнгәндәргә яуап түбәндәгесә: һайлау ысынлап та демократик шарттарҙа үтә, уның барышын киң мәғлүмәт саралары яҡтыртып бара, етешһеҙлек — закон боҙоуҙар — ваҡытында фашлана һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан законлы сара күрелә икән, енәйәтсел элементтар өсөн юл ябыҡ булып сыға.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21