Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әжәлгә дарыумы ҡымыҙ?
Әжәлгә дарыумы ҡымыҙ?Ҡымыҙ хаҡында һүҙ сыҡһа, магазиндарҙа һирәк-һаяҡ осраған ошо эсемлекте күрһәм йә ҡайҙалыр ҡымыҙ ауыҙ итергә тура килһә, байтаҡ йылдар элек булған бер ваҡиға йәнемде әрнетеп иҫкә төшә. Онотолмай ҙа, хәтерҙән дә сыҡмай, сөнки ул үткәндәр менән генә бәйле түгел, ә бөгөнгө тормошобоҙҙоң да сағылышы. Башта күрше республиканан килгән ике хат менән танышып китәйек.

“Һаумыһығыҙ, йыраҡтағы таныш булмаған, ә шулай ҙа бик яҡын Зөһрә!
Шул тиклем һеҙгә һин тип өндәшке һәм үҙемдең һеңлекәшем тип атағым килә. Бик изге күңелле кеше икәнһегеҙ. Хоҙай тормошоғоҙҙа ҙур бәхет бирһен. Беҙҙең Анатолий мәрхүм булды. Уға бер нисек тә ярҙам итә алманыҡ инде. Ҡымыҙ килеп өлгөрҙө, әммә ул хәлһеҙләнгәйне.
Анатолий — тормош иптәшемдең бәләкәй туғаны. Уға — 44 йәш. Республика дауаханаһында фельдшер булып эшләне. Галина исемле ҡатыны һәм мәктәптә уҡып йөрөгән ике ҡыҙы Лариса менән Света етем ҡалды.
Толя ғаиләбеҙҙе ныҡ яҡын итте: йыш килде, шылтыратып торҙо. Беҙҙең ике малай бәләкәй сағында улар менән "һуғыш", "атыш" уйнаны. Хәҙер оло улыбыҙ армияла хеҙмәт итә, Толя ағаһы уға хаттар яҙҙы.
Быйыл майҙың урталарында Толя юҡ булды. Килмәй ҙә, шылтыратмай ҙа. Өйҙәрендә телефон юҡ, дауаханаға шылтыратһаң, саҡырмайҙар. Баҡһаң, ул бил тәңгәлендә ауыртыу һиҙгәс, дауаханаға урология бүлегенә ятҡан. Унан хирургияға күсереп ашҡаҙандың сей яраһына операция яһағандар. Операциянан һуң икенсе аҙна китһә лә, йүнәлмәгән, температураһы 38-ҙән төшмәгән. Дауаханаға барғас, операциянан һуң ел һуҡҡайны, үпкәгә һалҡын тейгән, ахыры, тине. Тиҙҙән юғары температура менән өйөнә ҡайтарҙылар. Беҙ шиккә ҡалдыҡ — өмөтһөҙҙәрҙе генә шулай итәләр бит.
Дауахананан ҡайтҡан көндө күңеле күтәренке генә ине, донъяла ни хәлдәр булыуы хаҡында һөйләүебеҙҙе һораны, күптән гәзит уҡығаным юҡ бит, тине. Аҙаҡ көләмәстәр һөйләүҙе үтенде.
Көн дә тиерлек янына барып йөрөнөк. Хәле хөртәйгәндән-хөртәйҙе. Баҡһаң, операция эшләп тормағандар: асҡандар ҙа япҡандар, ашҡаҙанында яман шештең һуңғы стадияһы булған.
Бер тапҡыр килһәк, Зоя исемле өлкән апаһы илап ултыра: "Толя ҡымыҙ һорай", — ти. Мин эргәһенә барҙым. Ул башын бороп: "Евгения Ивановна, мин беләм һинең ҡымыҙ табырға мөмкинлегең бар, эҙләп ҡара әле, зинһар", — тине. "Борсолма, Толя, һис шикһеҙ табырбыҙ, Чебоксарҙа булмаһа Ядринға барырбыҙ", — тип һүҙ бирҙем.
Иртәгәһенә Толяның һеңлеһе Ядринға китте. Унда йылҡы заводы бар ине, элек ҡымыҙ ҙа эшләнеләр. Партияның Өлкә комитеты буфетында ла алырға була ине. Әммә Галя бер нимәһеҙ, буш ҡул менән ҡайтып инде. Ҡыштан һуң бейәләр бик хәлһеҙ, шуға һаумайҙар икән.
Беҙҙең баш мөхәррир (Евгения Ивановна Степанова ул саҡта "Хатер пул" журналында эшләй ине. — Автор.) көн буйы бөтә министрлыҡтарға шылтыратып сыҡты. Ул үҙе элек Өлкә комитетында эшләп килгән кеше ине, әммә ҡымыҙ тураһында бер кем бер нимә белмәгән.
Мин Машаға йүгерҙем. (Маша Мареева — журналист, беҙ бер-беребеҙҙе белә инек. — Автор). Ул һеҙҙе эҙләй башланы.
Башҡортостанда минең дә әхирәтем бар, бергә институтта уҡығайным. Ул Ҡырмыҫҡалы районындағы ауылда йәшәй — табыуы еңел түгел ине. Шулай итеп, беҙҙең өсөн һеҙгә йүгерергә һәм иларға тура килде. Ҡайғыбыҙҙы йөрәгегеҙгә яҡын алғанығыҙ өсөн бөтә күңелдән рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Анатолийҙы ауылға алып ҡайттыҡ. Ҡымыҙҙы килтереп еткереүҙәре тураһында Машаға һеҙгә шылтыратып әйтергә ҡуштым.
Йәштәрҙе ерләү һәр ваҡыт бик ауыр. Оҙатырға килгән халыҡ күп булды. Эшләгән еренән, дауахананан да килгәйнеләр. Зыяраттары тәрбиәле, Анатолийҙы атаһы менән әсәһе янына күмделәр.
Туғыҙ көнөнә ҡымыҙҙы астыҡ. Ниндәй эсемлек икәнен бөтәһенә лә ауыҙ иттерҙек. Һеҙҙе лә иҫкә төшөрҙөк, Зөһрә. Нисек кенә итеп ризалатырға ла белмәйем. Бәлки, беҙҙән бер ҡасан да ярҙам һорамаҫһығыҙ, ләкин, әгәр минән берәйһе ярҙам өмөт итһә, көсөмдән килгәндең барыһын да эшләйәсәкмен.
Бөтә туғандар һеҙгә күп сәләм күндерә һәм иң изге теләктәрен юллай.
Ҡосаҡлап үбәм.
Евгения Ивановна.
1989 йыл, 2 август."

* * *
"Һаумыһығыҙ, Зөһрә!
Бик оҙаҡ өндәшмәй торғаным өсөн тағы ла бер тапҡыр ғәфү үтенәм. Һеҙгә рәхмәтебеҙҙе белдерер өсөн үҙенсәлекле әйбер эҙләп йөрөнөм. Барыбер әллә ни уйлап таба алманым — милли биҙәктәребеҙ һалынған алъяпҡысты бүләгебеҙ итеп ҡабул ҡылығыҙ.
Иң тәүге хатта мин Анатолийҙың үлеүе хаҡында яҙмағайным. Һеҙ шәмбелә күҙ йәштәре аша аэропортта пассажирҙарҙан ҡымыҙҙы алыуҙарын ялбарып һораған саҡта киске сәғәт унда Анатолий арабыҙҙан китте. Беҙҙән ҡымыҙ һорап ятҡанда, табиптар уның тағы өс-дүрт ай йәшәү ихтималлығы хаҡында ҡатынына әйткән, әммә ул шәм кеүек һүнде лә ҡуйҙы. Иҫебеҙгә лә килеп өлгөрмәнек. Шәмбе иртән һөт тә йота алмай ине, ҡатыны балғалаҡ менән генә һыуһынын ҡандырҙы. Ҡымыҙ килеп еткәндә, ул иҫендә түгел ине инде. Иң теләгән һуңғы ризығын да ауыҙ итә алмай китте туғаныбыҙ. Әгәр үҙебеҙҙең республикала ҡымыҙ булһа, ҡайҙан булһа ла табыр инек тә бит...
1989 йыл, 12 ноябрь."
Сирек быуат элек самаһы Сыуашстандан килгән был хаттарҙы бөгөн иҫләүемдең сәбәбе юҡҡа түгел. Ғүмер буйына ҡымыҙ эшләү менән дан тотҡан Башҡортостанда ла уны табыуы еңел булманы. Ахыр сиктә таныштар ярҙамында партияның Өлкә комитеты буфетына инеп өс-дүрт шешә ҡымыҙ алып, аэропортҡа киттем. Мин барып еткәндә, Чебоксарға осоусылар, иғланды ишетеп, сиратҡа теҙелгәйне. Тәүге торған кешенән алып иң аҙаҡҡы пассажирға тиклем ҡымыҙҙы үҙҙәре менән алыуҙарын үтенеп сыҡтым. Береһе лә риза түгел. Йә ситкә ҡарайҙар, йә "ала алмайым" тиҙәр. "Һуң, уның бер ҡыйынлығы ла юҡ та баһа. Һеҙҙе аэропортта уҡ ҡаршылаясаҡтар, әллә ҡайҙа илтеп йөрөргә түгел", — тип ҡарайым. Тик барыһы ла, әйтерһең, туң йөрәкле кешеләр йыйылған. "Үлем түшәгендә ятҡан кешенең һуңғы үтенесе бит, нисек шуны аңламайһығыҙ?" — тип илап ебәрҙем түҙмәй. Шунан һуң ғына бер пассажир алырға булды.
Әлеге ваҡыттағы шикелле кеҫә телефоны юҡ. Самолет күпме сәғәт осалыр, тиҙ генә автобусҡа ултырып, ҡаршы алһындар тип әйтер өсөн шылтыратырға Матбуғат йортона киттем.
25 йыллап ваҡыт үткән. Ә нимә үҙгәрҙе һуң? Магазин кәштәләрендә ҡымыҙ тулып ятамы? Ҡайҙа беҙҙең башҡорт аттары? Ҡышҡы тибендә йөрөгән өйөр-өйөр йылҡы көтөүҙәре? Йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса Хөкүмәт тарафынан ҡарар ҙа ҡабул ителгәйне шикелле, яңылышмаһам. Һөҙөмтәһе генә юҡ, ҡыҙғанысҡа. Магазиндарҙа Бәләбәй менән Шарандан бер-ике эшҡыуарҙың етештергән ҡымыҙы күренеп ҡала ул, ләкин сифаты, составы буйынса Өфөләге 119-сы йылҡы заводыныҡына етмәй шул. Ҡайҙа Толстой, Туҡай, Чехов килеп дауаланып ятҡан данлыҡлы ҡымыҙыбыҙ? Башҡортостан брендына әйләнгән бал һымаҡ уҡ дауалау көсөнә эйә булған шифалы ҡымыҙҙы үҙебеҙҙә лә көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә табырлыҡ түгел. Уның ҡарауы, һыраның ниндәй генә төрө юҡ. Йылҡысылыҡ йәки башҡа төр фермерлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәргә мең кәртә ҡоролған. Ситтән килгән килмешәктәр яйлап та, майлап та тиҙ генә үҙ эшен асып ебәрә, ә урындағы халыҡҡа бындай бәхеткә өлгәшеү өсөн айҙар, йылдар буйы түрәләрҙең ишектәрен ҡағырға тура килә.
Республикабыҙҙа ҡымыҙ менән дауалау буйынса махсуслашҡан бер нисә шифаханала булыусыларҙан да ундағы эсемлектең сифаты хаҡында ҡәнәғәтһеҙлек белдергән фекерҙәрен дә ишетергә тура килде. Табиптар ҡымыҙ эсергә тәҡдим иткән осраҡта сирлеләр райондарҙа ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнгән йәки үҙҙәре, туғандары өсөн генә яһаған оҫталарҙы эҙләй башлай. Өфөләге күп кенә зыялыларҙың, мәҫәлән, Шишмә районындағы Ҡара Яҡуп ауылындағы Зөһрә Усманова апайға барыуҙарын беләм. Ҡымыҙ эсәм тип Баймаҡҡа, Әбйәлилгә, Учалы яҡтарына юлланыусылар ҙа бар. Ә ошо йүнәлештә эшләргә теләүсе кешеләргә, йылҡыларын ишәйтергә, малдарҙы тотоу, ҡымыҙҙы бешеү, махсус сауҙа нөктәләре булдырыу өсөн шарттар тыуҙырырға ярҙам итергә мөмкин түгелме ни? Республикабыҙға килеүсе ҡунаҡтар ысын ҡымыҙҙы ауыҙ итеп хушһыныр ине.
Яңыраҡ Көйөргәҙе районында үткәрелгән бер сарала ҡатнашырға тура килде. Ҡунаҡтарҙы икмәк, ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. "Был ваҡытта ҡайҙан таптығыҙ ул ҡымыҙҙы?" — тип һораным, аптырап. Эргәмдә торған район вәкиле: "Кипкән ҡоротто иҙеп, һыуға болғатып эшләнеләр", — тине. Халыҡ бер ваҡытта ла аптырап ҡалмаған. Яҡташтарымдың ҡороттан ҡымыҙ яһауына һоҡланырға ғына ҡала.
Бынан тиҫтә йыл элек яҡташым танылған эшҡыуар Иршат Аҫылғужин тағы бер шифалы эсемлек — буҙа етештереү буйынса һәйбәт эш башлап ебәргәйне. Уны бик яратып эскәйне баш ҡала башҡорттары. Беҙҙең халыҡ ҡына түгел, бүтән милләт вәкилдәре лә, файҙаһын белеп, эҙләп йөрөй ине. Ни сәбәптәндер, был эш тә туҡтатылды. Ә уны һаҡлау бик кәрәк ине.
Борон беҙҙең халыҡ холестерины булмаған йылҡы итенән бына тигән һурпаны ҡоротлап эсеп ебәргән, ә уның алдынан ҡымыҙ менән хушһынған. Әле ҡороттан яһалған ҡымыҙ эсәбеҙ. Әлбиттә, ҡорот та бик файҙалы. Ул ашты эшкәртеүгә, һеңдереүгә булышлыҡ итеүсе фесталды ла алмаштыра, тиҙәр. Ләкин ҡорот — ҡорот урынында, ҡымыҙ — ҡымыҙ урынында. Йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса дәүләт программаһы берәй заман эшләп китеп, өҫтәлдәребеҙҙә ҡымыҙ ултырыуын күпме көтөргә тура килер икән? Уны әжәлгә дарыу булараҡ эҙләп, сыуаштарға ғына мөрәжәғәт итергә яҙмағайы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 103

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 458

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 991

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 900

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 661

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 248

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 567

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524