— Ғәфү итегеҙ, — талапсан шылтыраған телефонды күтәреп, әңгәмәсем һөйләшеүебеҙҙе өҙҙө һәм, сымдың теге осонда хәбәр башлаған ханымды бер аҙ тыңлағас, уны тынысландырырға ашыҡты. – Борсолмағыҙ, Рәйсә апай, трактор саҡырттыҡ. Әле ул урамдарҙы таҙартып йөрөй. Йәшел урамына ла тиҙҙән барып етер...
Ярты сәғәтлек әңгәмә барышында Таҙлар ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Елена Пряникова телефондан үҙенә өҙлөкһөҙ мөрәжәғәт итеүселәргә яуап биреүҙән туҡтай алманы.
— Таҙларҙа Йәшел урамында беҙҙең берҙән-бер һуғыш ветераны әбейе менән йәшәй. Төпкөл, бер осо ябыҡ урам ул. Унда ҡарҙы ла күберәк һала. Саҡ йөрөгән ҡарттар менән төрлө хәл булыуы ихтимал, шунлыҡтан уларҙан социаль хеҙмәткәр күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап тора, беҙҙең яҡтан да даими хәстәрлек күрелә. Йә “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға, йә урындағы фельдшерҙарға йүгереп барырға тура килә, — тип Елена Афанасьевна һүҙен ялғап алып китте.
“Ауыҙын асһа, үпкәһе күренергә торған” ауыл хакимиәттәренең барыһының да иҡтисади хәле бер: эреле-ваҡлы ауылдарҙың көнкүреш-тормошон яйға һалыу өсөн аҡса ла, матди мөмкинлек тә етешмәй. Ярай әле, республикабыҙ Президенты былтырҙан башлап квартал һайын һәр ауыл хакимиәтенә төҙөкләндереү мәсьәләләрен хәстәрләү өсөн 100-әр мең һум аҡса бүлә. Таҙлар ауыл хакимиәте лә, ҡышын урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн райондағы юл төҙөлөш-ремонт идаралығы менән килешеү төҙөп, һуңғы арала көн дә тип әйтерлек баш ҡалҡытып торған буран эҙемтәләренә ҡаршы көрәшә. Әйткәндәй, ауыл урамдарын таҙартып йөрөгән ДРСУ механизаторы Виктор Куликов үҙе кадрға килеп инде тип әйтергә була – ишек тупһаһын аша атлап, тышҡа сығыуыбыҙға ҡорос “дөлдөл”өндә ауыл хакимиәте урынлашҡан урамды таҙартып килә ине.
Елена Пряникова биләмәһенә ҡараған ете ауылды, уларҙа йәшәгән 1 573 кешенең һәр береһен – яңы ғына тыуғанынан алып иң өлкәненә тиклем — һәр йорт хужаларының көнитмешен, ихтыяжын яҡшы белә, яҡташтарының шатлыҡ-ҡыуанысын, көйөнөсөн үҙ йөрәге аша үткәрә. Ярҙам һорап йәки бәләкәй генә белешмә юллап килеүселәргә лә, рәхмәтен белдереп китеүселәргә лә яҡты йөҙ күрһәтеп ҡаршы алып, сабыр ғына тыңлап, йылы һүҙен әйтеп, ҡулынан килгәнен эшләп оҙатып ҡала.
— Биләмәлә элек-электән күп милләтле халыҡ йәшәй. Беҙ – урыҫ, башҡорт, татар, немец, украин, сыуаш, мордва, азербайжан, ҡаҙаҡ һәм әллә күпме милләт балалары – бер мәктәптә туған-ҡәрҙәш кеүек уҡып сыҡтыҡ. Арала милләтебеҙгә бәйле низағ һәм аңлашылмаусанлыҡ булманы. Әле лә шулай: беҙҙең балалар өсөн сит-ят тигән төшөнсә юҡ – барыһы ла тигеҙ. Башҡорт теле урыҫ мәктәбебеҙҙә дәүләт теле булараҡ та, туған тел булараҡ та өйрәнелә, — тигән һүҙҙәрендә ауылдаштары менән ғорурланыу ауаздары ла ишетелеп ҡала.
Таҙлар районда күп милләтле ауыл булараҡ билдәле булһа, был биләмәлә тик урыҫтарҙан торған Үрге һәм Түбәнге Һарыбил, Луч, башҡорттарҙан ғына торған Бикҡужа үҙҙәренең борондан килгән матур йолалары менән айырыла. Яңы йыл, 8 Март, Ололар көнө, Йәштәр көнө, һабантуй, шәжәрә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» кеүек заманса байрамдар бер табында үткәрелһә, милли сараларҙы һәр ауыл үҙенсәлекле итеп ойоштора. Байрамдар ғына түгел, ә биләмәнең, райондың иҡтисади эшмәкәрлеген хәстәрләү йүнәлешендәге бар ғәмәл төрлө милләт халҡын берләштерә. Әйтәйек, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын ойошторған ағалы-ҡустылы Зотовтар, Яҡшымбәтовтар, аталы-уллы Нуржановтар Һүрәм йылғаһы буйында йәшәүселәрҙең тормошона үҙ биҙәген өҫтәй. Колхоз бөттө, эш юҡ тип юғалып ҡалмайынса, йүнселлек менән булған Хәлитов, Бизаев, Ҡаҙаҡбаев, Алтынсурин, Ғәйнетдинов, Фәхретдинов, Заикин кеүек эшҡыуарҙар
ҙа үҙ ғаиләләренең, туған-тыумасаһының ғына түгел, ауылдаштарының да көнитмешен еңеләйтеү юҫығында әмәлен күрә. Ғөмүмән, был яҡтарҙа йәшәгән халыҡ заман ауырлығына бирешмәҫкә тырыша: күпселек эре, ваҡ малын ишәйтеп, бол таба (барлығы 540 йорттоң 514-ендә шәхси ярҙамсы хужалыҡ бар), Бикҡужа, Түбәнге Һарыбил ауылдары халҡы һуңғы йылдарҙа күпләп ҡаҙын, өйрәген, тауығын үҫтереп һата, ғаиләһенә лә ҡышҡа етерлек ит, май ҡала. Ҡатын-ҡыҙ, Ейәнсураның һәр ауылында йәшәгән нәфис зат вәкилдәренә хас булғанса, дебет шәл бәйләп, Ырымбур, Ҡыуандыҡ баҙарҙарына алып барып һата. Үҙ ерлегендә ерегә алмайынса, ситкә китеп аҡса табыусылар ҙа байтаҡ – уларҙың һаны 177-гә еткән. Ҡыҫҡаһы, һәр кем үҙенсә йәшәү әмәлен таба, балаларын уҡытыу сараһын күрә.
Елена Афанасьевна, ауылдаштарының мәнфәғәтен ҡайғыртып, малсылыҡ продукцияһына дәүләт хаҡтарының да, шулай уҡ ситтән, бигерәк тә Ырымбур өлкәһенән, килеп һатып алыусыларҙың да биргән бәйәһенең бигерәк түбән булыуын билдәләне.
— Әйтәйек, ырымбурҙар йәйен һөттөң килограмын 10 һум менән генә йыя, ә үҙҙәре уны 30 һумға һата. Башмаҡтарҙы тереләй 32 мең һумға алып китәләр, ә йәш малға баҙар хаҡы – 35 – 40 мең һум. Хатта район ҡулланыусылар йәмғиәте ҡуйған хаҡтар ҙа ҡәнәғәтләнерлек түгел: өлкән һыйыр итенең бер килограмын 130 һумға, йәш малдыҡын 170-кә ҡабул итәләр. Халыҡ нишләһен инде, балаларын уҡытырға, газға, утҡа, башҡа һалымдарын түләргә кәрәк бит. Ирекһеҙҙән осһоҙға булһа ла һатып ебәрергә тура килә, — тип ауыл хәлдәре менән уртаҡлашты ул.
Һәр ерҙәгесә, кешенең алаһы ла, ҡолаһы ла була. Ауыр тормош хәлендә ҡалған күп балалы ғаиләләрҙән, яңғыҙаҡ әсәйҙәрҙән, ҡараусыһыҙ ҡалған ҡарттар, етем балаларҙан тыш, был биләмәлә социаль хәүефле ғаиләләр ҙә юҡ түгел. Урындағы власть, дин әһелдәре, йәмәғәтселек ойошмалары бындай ғаилә ағзалары араһында тәрбиә эше алып бара-барыуын. Әммә, бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай, тигәндәре хаҡ. Бер уйлап ҡарағанда, төнгө сәғәт 11-ҙән һуң спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйған закондың сығыуы йәтеш булып ҡалған – төп килемен нәҡ һыра, араҡы һатыуҙан алған бар-кафелар төн уртаһына тиклем эшләүен туҡтатҡан. Бәлки, эскеселәр рәте шул рәүешле кәмер...
Таҙлар ауылының төп урамындағы яңы һәм төҙөк йорт-ҡаралты бер кемдең дә күҙ уңынан төшөп ҡалмайҙыр. Егәрлеләр йәшәгәне аҡ мөһөр кеүек баҫылған: ихатаһы заманса итеп кәртәләнгән, бай ҡала коттедждарынан һис тә ҡалышмаған ике ҡатлы йорто әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып ултыра.
Тимер ҡапҡаһын баҙнатһыҙ ғына асып, йорт эсенә үтәм. Бер буй итеп һалынған ҡаралтыһы – гараж, сауна араһында әле үҙҙәре ваҡытлыса йәшәп торған утъяҡҡыстары ла бар тигәйнеләр, шуның ишеген тоҫмаллап шаҡыуға урта йәштәр тирәһендәге хужабикә күренде. Был яҡ халҡына хас булған ихласлыҡ менән ул мине, таныш булмаған кешене, эскә саҡырҙы. Үҙемде танытҡас, уңайһыҙланып китте:
— Беҙҙән башҡа ла бына тигән итеп йәшәүселәр етерлек. Ҡуй, беҙ ундай иғтибарға лайыҡ түгел, — тип баш тартты.
Тик минең бынауындай матур донъя ҡорған кешеләр менән яҡындан танышыу теләге көслө ине. Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, бар нәмәне лә үҙ ҡулы менән эшләгән хужаны күрге килде.
Илле тупһаһына баҫҡан Раил Аҡбашев үҙ ғүмерендә байтаҡ хәлдәр күргән. Ҡатыны Гөлфирә менән Рәсәйҙәге ҡытлыҡ осоронда, 80-се йылдарҙа, етеш тормош эҙләп, Үзбәкстанға барып төпләнә. Гөлстандың ремонт-механика заводына эшкә урынлаша. Бер үк ваҡытта шундағы политехник институтына ситтән тороп уҡырға инә, сөнки ижадҡа бәйле эше махсус белем талап итә. Тормоштары инде яйға һалынып килә тигәндә, үзбәктәр араһында болғаныш башлана: быға тиклем баҫылып, быҫҡып ҡына ятҡан милләтселек сәйәсәте дөрләп тоҡанып китә, һәм икмәкле Урта Азия республикаһын үҙ иткән төрлө милләт вәкилдәренә унда башҡаса йәшәү мөмкинлеге ҡалмай.
Шулай итеп, Аҡбашевтар 1991 йылда, ике йәшлек улдары Вадимды күтәреп, ҡороғул ҡайтып төшә атай тупһаһына. Күмәк хужалыҡ ул мәлдә саҡ-саҡ тын ала. Шулай ҙа эшкә сыға ул колхозға. Йәшәргә, ғаиләне аҫрарға кәрәк. Ауыл Советында ла, ремонт-техник предприятиела ла эшләп ала. Тик донъя бер артҡа китһә, китә бит ул. Аҡсаһыҙ-болһоҙ байтаҡ яфаланғандан һуң, ҡулы эш белгән уҙаман үҙ хәстәрен үҙе күрергә ҡарар итә. Атай йортонда столяр цехы асып, ауылдаштарына ишек, тәҙрә рамдары, башҡа кәрәк-яраҡ етештерергә, евроремонт яһарға тотона. Эшенең сифатын күргән заказсылар һаны артҡандан-арта. Ул йылдарҙа ауылдарҙа һәр нәмәгә, бигерәк тә мебелгә ҡытлыҡ була. Оҫта ике ҡатлы балалар карауаты эшләүгә йүнәлеш ала. Заказдар ауылдарҙан ғына түгел, хатта Салауат ҡалаһынан да күбәйә.
— Бик йәл, әммә беҙҙең ил Көнбайыштан байтаҡҡа артҡа ҡалған. Хәҙер унда пластик тәҙрәләрҙән ваз кисеп, ағас тәҙрә рамдарына күсһәләр, беҙҙекеләр уларҙың хатаһын яңы ҡабатларға тотондо – һәр кем пластик тәҙрә ҡуя башланы. Мин үҙемдең яңы йортома бар нәмәне лә тәбиғи материалдан – ағастан эшләнем. Тын ала бит ул ағас, шуға ла өй эсендә һауа яҡшы, саф була. Өйҙө лә, бөтә ҡаралты-ҡураны ла таҡта менән көпләп буяным. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ илебеҙҙә етештерелгән буяуҙарҙың ғына түгел, күп тауарҙың сифаты юҡ хәҙер – йыл да ҡайтанан буярға тура килә. Тәжрибәләрҙән һуң тик фин буяуҙарына өҫтөнлөк бирәм. Бына ошо һары буяу кәмендә ун йылға етә, — тип, хужа өйөн көпләгән таҡтаны һыйпап ҡуйҙы.
— Беҙҙең тормош, әле һөйләгәнебеҙсә, бик шыма барманы. Бәләкәй генә өй һатып алғайныҡ, улыбыҙ юғары уҡыу йортона ингәс, түләү өсөн өйөбөҙҙө һаттыҡ та Салауатҡа, ата-әсәйем янына, киттек. Тик күңел ауылды һағына: эштән һуң дүрт мөйөшкә текләп ултырыу бер ҙә рәхәт түгел. Ҡыҙыбыҙ тәҙрә төбөнә килеп баҫа ла, ауыл күренешен күҙ алдына килтереп, һағынып һөйләй башлай. Түҙмәнек, кире ҡайтып төштөк Таҙларға, — ти Гөлфирә. – Ер алып, ошо йорт-ҡаралтыны төҙөгәнсе бейемемдә йәшәнек. Ярты йылда һалып индек. Раилдең ҡулы ла, башы ла алтын: ерҙең һәр ҡарышын алдан уйлап проектланы. Күреүегеҙсә, ике ҡатлы йортобоҙҙоң тәҙрәләре гел көньяҡҡа һәм көнсығышҡа ҡарай – был йылылыҡ мәсьәләһен үҙенсә еңелләштерә. Газ, электр утын үткәреү һәм уларҙы файҙаланыу, һыу скважиналау, канализация, мунса урынына саунаның файҙаһын – һәр нәмәне ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫте.
Уңған хужаларҙың күңелле тормошонан яҡты, йылы тойғолар менән күңелем булып, ҡайтыр юлға сыҡтым.