Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡайҙа һуң ул — алтын урталыҡ?
Ҡайҙа һуң ул — алтын урталыҡ?Рәсәйҙә былтыр ҡабул ителгән "Дима Яковлев законы" менән бәйле ығы-зығы һәм бәхәстең йәмғиәттә тынғаны ла юҡ. Шулай ҙа тәүҙәрәк аңын-тоңон аңғармай ҡалғандар, был мәсьәләнән алыҫыраҡ торғандар өсөн ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер алышыуҙар файҙаға булғандыр, сөнки үтә ашығыс, ҡыҙыулыҡ менән донъяға килгән ҡанундың ни дәрәжәлә етемдәрҙе яҡларына, дөрөҫлөктөң кем яғында булырына ышаныс нығып өлгөрмәгәйне. Хәҡиҡәт бәхәстә тыуа, тиһәләр ҙә, әлегә алтын урталыҡтың табылғаны юҡ.

Кеше капиталын баһаларға ваҡыт

"Дима Яковлев законы" буйынса, бынан һуң Рәсәйҙең етем балаларын АҠШ граждандары уллыҡҡа ала алмаясаҡ. Сәбәбе билдәле: етемдәргә ҡарата һалҡын мөнәсәбәт, ҡул күтәреү, битарафлыҡҡа бәйле фажиғәләр (уллыҡҡа алған ир бәләкәй Диманы эҫе көндә машинала бикләп ҡалдыра, шунлыҡтан бала һәләк була). Ҡот осҡос, башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Ә беҙҙең илдә ата-әсәһе ҡулынан, төрлө фажиғәнән, янғындан, енәйәтселәр ҡармағынан һәләк булғандар һаны күпмегә етә икән? Үҙ-үҙенә ҡул һалған балаларҙы ла ҡушһаҡ...
Илебеҙҙә тәртип булдырмай, социаль етемлекте кәметмәй тороп, башҡаларға аҡыл һатыуҙы, йомшаҡ әйткәндә, бер ҡатлылыҡ, көйһөҙләнеү тип иҫәпләргә булыр ине. Үҙебеҙҙең өйөбөҙҙә артыҡ ауыҙ булған етем-еһер американдарға ниңә кәрәкһен? Ғорурланырлыҡ урыныбыҙ бармы ни — һуғыш осорондағылай етемдәр армияһы үҫә, ғәрип, ҡаты сирле балаларҙы һауыҡтырыу, тормошҡа яраҡлаштырыу өсөн медицинабыҙ зәғиф, ярҙам өмөт итеп, гел генә башты Көнбайышҡа бороу ҙа егетлек түгел.
Алдынғы, ҡеүәтле илдәрҙең күбеһе сабыйҙарын ят тарафтарға, сит ҡулдарға тапшырыуҙы хурлыҡ һанай. Хатта уртаса, хәлһеҙерәктәре лә, милли ғорурлығын һаҡлап, үҙ балаларын үҙҙәре аҫрай, кеше итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн инвалидтарыбыҙға һәм ҡаты сирле сабыйҙарға лайыҡлы тормош менән сәләмәтлекте беҙ өнәп еткермәгән сит ил медиктары һәм ғаиләләре генә тәьмин итә ала. Әсе дөрөҫлөк был. Ғәриптәрҙең күбеһенең ғүмер ахырын Рәсәйҙә ҡартлыҡ йортонда уҙғарыуы бик ихтимал.
Үҫешкән илдәр сәйәсәтендә бөгөн кеше капиталын ишәйтеүгә ҙур өҫтөнлөк бирелеүен яҡшы беләбеҙ. Ысынлап та, бары кеше капиталы ғына техник прогресты алға әйҙәй, яңылыҡтар, асыштар менән ҡыуандыра, шулай уҡ социаль тотороҡлолоҡ та уға ныҡ бәйләнгән. Фәнде, мәғарифты, медицинаны үҫтермәйенсә шәхес байлығына эйә була алмаясаҡбыҙ, ти алдынғы ҡарашлы сәйәсмәндәр. Сағыштырыу өсөн бер генә миҫал: 2010 йылда мәғарифҡа йән башына уртаса сығым АҠШ-та — 3,6 мең доллар, Японияла 1,5 мең доллар булһа, Рәсәйҙә бары 400 доллар тура килгән. Фәнгә һалынған финанс ярҙамы ла сағыштырғыһыҙ кәм. Үтә етди, упҡындай ҙур айырма. Уңайлы мөхиткә ынтылған, белемле, һау-сәләмәт йәштәрҙең илде ташлап китеү сәбәптәренең береһе лә тап ошонда йәшеренгән түгелме?
Һуңғы йылдарҙа ике миллионға яҡын урта синыф вәкиленең ситкә китеүе үкенесле булһа ла, һис ғәжәп тойолмай. Балыҡ тәрәнерәк һыу ятҡылығын эҙләгәндәй, ғилемле, перспективалы йәш кешене йәшәүгә уңайлы, төшөмлө ерҙе үҙ иткәне өсөн ғәйепләп булмайҙыр. Телгә алынған бөтә күңелһеҙлектәр былай ҙа тәрәнәйә барған демография мәсьәләһен ҡырҡыулаштыра ғына.

Ололар хатаһын сабыйҙар күтәрә

Рәсәйҙең балалар йорттарында әле 100 меңдән ашыу етем тәрбиәләнә. Төбәгенә ҡарап, айына һәр балаға 30–60 мең һум аҡса бүленә.
Баланы уллыҡҡа йәки тәрбиәгә алыуҙа ҡатмарлыҡтар күҙәтелмәй. Ҡайһы бер кәрәкһеҙ ҡағыҙҙарҙы йыйыуҙан баш тартҡанда, барыһы ла урынында кеүек. Өҫтәүенә, ғаиләләрҙең бындай категориялары өсөн социаль түләүҙәр билдәләнгән. Һуңғы осорҙа баланы ғаиләгә урынлаштырыуҙың формалары ла, льготалар ҙа артты. Матди дәртләндереү ҙә булғас, сабыйҙарҙы тәрбиәләргә теләүселәр күбәйҙе.
Тик шуныһы үҙәкте өҙә: өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ алған өлкәндәр, вәғәҙәләрен онотоп, әле генә юллаған сабыйҙарын балалар йортона кире килтереп тапшырыуҙы сүпкә лә һанамай (үлсәме ярамаған кейем тиерһең!). Рәсәйҙә былтыр 4,6 мең баланы кире ҡайтарғандар! Сәбәптәре барҙыр, әммә бер бәләкәй генә йөрәккә ошо ҡәҙәре хәсрәтте, тетрәнеүҙе нисек һыйҙырмаҡ кәрәк?
Ил етәкселәрен дә был мәсьәлә борсой. Уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе махсус уҡытыу тәҡдимен Дмитрий Медведев былтыр уҡ күтәреп сыҡҡайны. Төбәктәрҙә ата-әсәләр мәктәбе ойошторола башланы, хаталар өҫтөндә эш дауам итә. Икенсе тапҡыр етемлеккә, хыянатҡа дусар ителгән баланың ышанысын яулау, ай-һай, анһат булмаясаҡ.

Ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫ

Башҡортостан Мәғариф министрлығының төп белгес-эксперты, балалар йорттары кураторы Зифа БАТРАЕВАҒА мөрәжәғәт итеүебеҙ юҡҡа түгел. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм сабыйҙарҙы тәрбиәләүҙә ҙур тәжрибә туплаған, балалар йорто директоры вазифаһын башҡарған булдыҡлы шәхестәребеҙҙең береһе ул.
— Балаға үҙ йортонда, яратып туя алмаған ата-әсәһе ҡуйынында, яҡындары эргәһендә, тыуған илендә йәшәүҙән дә ҡулайлыһы юҡ инде ул, — тине Зифа Нәби ҡыҙы. — Яҙмыш һынауына дусар булған сабыйҙар араһында тәрбиәгә ауыр бирелеүселәр хәҙер йышыраҡ осрай, сөнки улар балалар йортона үҫмерлек осорона аяҡ баҫҡас ҡына килеп юлыға. Кесерәк йәштә тәртипкә күндереүе анһатыраҡ, әлбиттә. Өҫтәүенә, бер тапҡыр ата-әсәһенең хыянатын кисергән малай һәм ҡыҙҙарҙың күңелен йыуатыу өсөн ниндәй матур, йылы һүҙҙәр тапмаҡ кәрәк?!
Халҡыбыҙ етем, ҡарауһыҙ ҡалған балалар яҙмышына битараф түгел. Тәрбиәгә алыусыларҙың күплеге арҡаһында Октябрьский ҡалаһындағы берҙән-бер балалар йорто бушаны, Ҡалтасы районындағы Ҡалмаш балалар йортонда ни бары ете сабый ҡалды. Тимәк, республикабыҙҙа балалар йорттары кәмейәсәк.
— Бөгөнгө балалар йорттары ниндәй үҙгәреш кисерә?
— Хәҙерге учреждениеларҙы элеккеләре менән сағыштырырлыҡ та түгел. Айырма — ер менән күк араһындай. Матди яҡтан улар яҡшы тәьмин ителгән. Сабыйҙарға һәйбәт кейем-һалым бирелә, туҡланыу шәп. Һәр балалар йортона ғаилә мөхитенә яҡынайырға тырышып, үҙгәрештәр индерелә. Бүлмәләрҙә балалар һаны ике-дүрт тирәһе генә. Тәрбиәсегә был тәртип булдырыу, аралашыу өсөн яҡшыраҡ. Ауырғазы, Учалы, Дүртөйлө, Бөрө райондарындағы, Йомағужа, Петровскиҙағы ғаилә тибындағы балалар йорттарында көнкүреш шарттары ифрат уңайлы. Ҡайһы берҙәрендә төрлө түңәрәктәр алып барыу өсөн урын ғына етеңкерәмәй.
Өфөләге 1-се балалар йортонда булғанығыҙ бармы? Бында хеҙмәт күнекмәләренә өйрәтеү өсөн станоктар ҙа, тегеү оҫтаханаһы ла, йорт хужалығын үҙләштереү өсөн аш бүлмәһе лә эшләй. Йыш ҡулланылған "социализация" терминын ҡабатлау ҙа урынһыҙ — балалар ошонда тәрбиәселәр, белгестәр менән үҙаллы тормошҡа өйрәнә, үҙе өсөн көн дә бәләкәй генә асыш яһай.
Ҡайһы берәүҙәрҙең: "Балалар йорттары үтә ҡиммәткә төшә, һәр ҡайһыһына йылына 300– 360 мең һум аҡса түгелә", — тип ҡәнәғәтһеҙлек белдереүендә дөрөҫлөк бар, әлбиттә, әммә сабыйҙар яҙмышына ҡағылған мәсьәләлә үтә һаҡсыллыҡ йәки һаранлыҡ күрһәтеү дөрөҫ түгел. Баланы ғаиләгә тәрбиәгә биргәндә лә сығымдар аҙ түгелмәй бит.
— Донъяла етемдәр өсөн махсус учреждениелар төҙөлмәгән илдәр ҙә бар. Был беҙҙә бары хыял ғына...
— Кескәйҙәрҙең яҙмышына, киләсәгенә, тимәк, беҙҙең дә тормошобоҙға ҡағыласаҡ үтә нескә мәсьәләне хәл иткәндә, халыҡ әйткәнсә, ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫеү яҡшыраҡ. Әйтеүемсә, идеалыбыҙҙа — бәхетле сабыйҙың ата-әсәһе ҡосағында йәшәүе. Күреүебеҙсә, тормошобоҙ ал да гөл түгел, тимәк, балалар йорттарын ябып бөтөрөү, тарҡатыу хаҡында һөйләргә иртәрәк. Донъяла япа-яңғыҙ ҡалған сабый өсөн ул әлегә — ышаныслы ҡалҡан.
Беҙҙә етем, ҡараусыһыҙ ҡалған сабыйҙарҙы ғаиләгә урынлаштырыуҙың бер нисә төрө бар: опекаға, ғаиләгә тәрбиәгә биреү, патронатлыҡҡа, уллыҡҡа тапшырыу. Патронат тәрбиәнең отошло яғы шунда: балалар йорто менән атай-әсәй тығыҙ бәйләнештә йәшәй, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары бергәләп эҙләнә, ғаиләнең һәр аҙымы күҙ алдында. Сабыйҙы тәрбиәгә биреүҙең башҡа төрҙәрен контролләүе ауыр, был эш опека һәм попечителлек органдарының иңендә. Ҡайһы берәүҙәр балаларға тәғәйен аҡсаны ала ла үҙҙәренән ҡотолоу яғын ҡарай. Шулай итеп, бала тағы ла башҡа ғаиләгә эләгә. Мәҫәлән, 2010 йылда тәрбиәгә алынған 96 сабый кире ҡайтарылды. Шуларҙың 39-ы — ғаилә тәрбиәһенә, 51-е — опекаға, дүртәүһе — уллыҡҡа, икәүһе патронат ғаиләгә бирелгәйне. Күреүебеҙсә, патронат тәрбиә ышаныслыраҡ.
Шулай ҙа беҙҙә кеше хәленә инә белгән, сит-ят баланы ла үҙенеке кеүек ҡабул иткән йомарт күңелле, рухлы атай-әсәйҙәр бик күп. 18 йәше тулды бит әле тип, һис тә үҫмерҙе урамға сығарып ебәрмәй, уның киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойоп, ярҙам итеп йәшәйҙәр.
— Буласаҡ ата-әсәләр мәктәбен ойоштороу һеҙҙе рухландырамы?
— Ысынлап та, бик кәрәкле эш. Федераль программа бар. Уҡытыу барышында бөтә етешһеҙлектәр күҙгә асыҡ салынасаҡ, зачет, имтихан тапшырыу — үҙе үк өлкәндәр өсөн яуаплы һынау. Һис шикһеҙ, ата-әсәнең яҡшы әҙерлеге сабыйҙарҙың именлегендә, сәләмәтлегендә, үҙаллы тормошҡа тәүге аҙымдарында сағылыш табасаҡ.
— Сабыйҙарҙы сит ил халҡына уллыҡҡа биреү мәсьәләһенә нисек ҡарайһығыҙ?
— Балаға үҙе ғәҙәтләнгән мөхиттә тәрбиәләнеү яҡшы ла, ҡулайлы ла. Сит тарафта таныш булмаған телде, йолаларҙы өйрәнеү еңел бирелмәй, ҙур стресс кисерергә тура килә. Үҙебеҙҙең балаларҙы үҙебеҙгә кеше итергә тырышырға кәрәк.
Ҡаты сирлеләрҙе дауаларға, яҡшы мөхит тыуҙырырға теләгән сит ил граждандарына кәртә ҡуйырға ярамайҙыр, тип уйлайым. Былтыр шундай махсус медицина ярҙамына мохтаж дүрт баланы Италия, Канада ғаиләләре уллыҡҡа алды. Уларҙың һауығыуға, матур тормошҡа өмөтө һүнмәһен ине. Һәр хәлдә, таяҡты тотҡан урындан һындырмай, алтын урталыҡты табырға тырышайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873