Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йән тыныслығы кәрәкмәй!”
“Йән тыныслығы кәрәкмәй!”Әүҙем авторҙарыбыҙҙың береһе — билдәле тарихсы, журналист, публицист Фәрит Вахитовҡа кисә генә 80 йәш тулды. "Аяҡлы энциклопедия" тип нарыҡланған киң ҡарашлы шәхес менән аралашыу алдынан бер аҙ баҙап ҡалһам да, әңгәмә көсөргәнешһеҙ, еңел генә барҙы. Бик мөһим темаларға ла шаяртыу ҡатыш етди яуаптар бирҙе, үҙе яратҡан шиғырҙарына тиклем һөйләп күрһәтте.

— Фәрит Назар улы, һеҙ күп яҡлы шәхес: берәүҙәр тарихсы, икенселәр яҙыусы, өсөнсөләр журналист булараҡ белә. Үҙегеҙҙе кем тип иҫәпләйһегеҙ?
— Тырыш ҡына, әммә ваҡыт-ваҡыты менән ялҡауланып та алған хеҙмәткәрмен. Әҙәм балаһы ялҡау булмаһа, тау аҡтарыр ине. Кешене ялҡаулыҡ әрәм итә. Иң етеҙ, булдыҡлылар ҙа ҡотола алмай унан. Кисә, мәҫәлән, бер бит самаһы ғына әйбер яҙҙым да, сығанағын таба алмағас, туҡтаным. Шунан китап уҡыным. Бик шәп китап бүләк иткәйнеләр, уға шул тиклем шатландым. Интеллектуаль китаптар яратам. (Лев Гумилевтың "Древняя Русь и Великая степь" тигән ҡалын ғына китабын алып күрһәтте).
— Йәш быуындың интеллектуаль кимәленә ниндәй баһа бирер инегеҙ?
— Балалар менән аралашырға яратам. Сығыш яһауымды үтенһәләр, мине улар алдына баҫтырыуҙарын һорайым. Былтыр ҡыш "Йәшел сауҡалыҡ" биҫтәһендәге китапханаларҙың береһенә осрашыуға саҡырҙылар. Ниндәй балалар килә, тип һораным, етди үҫмерҙәр, тинеләр, ниндәйҙер һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡыйҙар. Шарт ҡуйҙым: мин бер нәмә лә әйтмәйәсәкмен, үҙҙәре һораһын. Уҡытыусылар ҡурҡып китте, йәнәһе, ҡулдарынан килерме. Балаларға бер ҡасан да булдыра алмаҫтар тип ҡарарға ярамай. Шул саҡта бик етди һөйләшеү булды, ике сәғәт самаһы ебәрмәнеләр. Йәштәр бик зирәк, ҙур аҡыл потенциалы бар уларҙа. Шуны һаҡлау, күреп үҫтерә белеү кәрәк, ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыу мөһим. Быны уҡытыусылар ғына эшләй алмай, тейеш тә түгел. Бында интеллектуалдар ярҙамға килергә бурыслы. Киләсәк быуынды күмәк тырышлыҡ менән үҫтерергә кәрәк. Яҙыпмы, һөйләпме, осрашыпмы — бар саралар ҙа яҡшы. Иң мөһиме — уларҙа ҡыҙыҡһыныу бар.
— Тарихты яратаһығыҙмы?
— Мин тарихсы түгел, әммә ғүмерем буйы тарихты яратам. IV класта уҡығанда, тарих фәне инә башланы. СССР тарихы ине, дәреслек авторы Покровский тигән кеше бик аңлайышһыҙ, ауыр итеп яҙған. Уҡып-уҡып та аңлай алмай аҙапландым. Бер апай "китапты баш аҫтына һалып ятып йоҡла, һеңә ул" тигәнгә шулай иткәйнем, иртәгәһенә, ысынлап та, барҙым да шытырлатып һөйләп бирҙем. Шунан бирле тарихты яратам. Башланғыс кластарҙа ҡулыма Башҡортостандың картаһы килеп инде. Унда “йөҙөп” йөрөнөм. Уның буйынса республиканы күҙ алдына баҫтырҙым, Башҡортостанды яратыу шул картанан башланды тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ, әммә быға ныҡлы этәргес бирҙе.
— Тимәк, белемгә бала саҡтан ынтылғанһығыҙ?..
— Назар Нәжмиҙең "Барыһы ла һуңлап килде миңә" тигән шиғыры бар. Шул миңә бик тура килә. Университетҡа уҡырға ни бары 28 йәштә индем, 34 тулғанда тамамланым. 40 йәштәр тирәһендә Шайморатов дивизияһының тарихын яҙған ғалим Тәминдәр Әхмәҙиев дивизия менән ҡыҙыҡһыныуымды белгәс, шул хаҡта һөйләшер өсөн янына саҡырҙы, фәнгә ылыҡтырмаҡсы ине, әммә барманым. Шул саҡта уның менән осрашып, ошо эшкә тотонһам, моғайын, 60 йәштәрҙә тарих фәндәре докторы, профессор булыр инем.
— Ә ни өсөн баш тарттығыҙ?
— Журналистиканы ярата инем. Гәзиттә һин яҙған мәҡәлә баҫылып сыҡҡан! Был бит мәшһүр эш! Тәмле, йәмле ул. Хеҙмәтеңдең емешен көн һайын тиерлек күрәһең. Амбиция булмаһа, журналист булмай. Журналистика ғәжәпләнеүҙән башлана, тиҙәр, мин быға амбицияны ла өҫтәр инем. Ул саҡта тарих менән шөғөлләнеү, ҡағыҙҙарҙа соҡоноп ултырыу мине үлтерер ине. Әлбиттә, архивтарҙа ултырырға, тарихи документтар менән эшләргә өйрәндем, әммә журналистика һәр саҡ мөһимерәк булды.
Мин бит хеҙмәтемде быраулаусы ярҙамсыһы булып башланым. Абруйлы, әммә ауыр эш ул. Армиянан ҡайтҡас, унда кире барманым. Заводта слесарь булып йөрөнөм. Тик ҡайҙа ғына эшләһәм дә, матбуғат менән хеҙмәттәшлекте ташламаным. Беҙ эшсе хәбәрселәр инек. Барлыҡ республика баҫмаларына, район гәзиттәренә яҙыштым. Быраулау тематикаһы, алдынғы эшселәр, ҡала тормошо, һуғышты үткән ағайҙар, партия тормошо тураһында яҙмаларымды ебәреп торҙом. Эйе, шундай урау-урау юлдар үттем мин. Тормош ул ҡыҙыҡ. Йәшәгән һайын йәшәге килә. Нисек инде рәхәтләнеп йәшәмәҫкә был күркәм донъяла!?
— Һеҙҙе күптәр Миңлеғәле Шайморатовтың тормошон, дивизияһын өйрәнеп, халыҡҡа еткереүсе булараҡ белә. Ни өсөн тап уның менән ҡыҙыҡһынып алып киттегеҙ?
— Октябрьскийҙа йәшәгәндә "Кызыл таң"дың үҙ хәбәрсеһе Кәлимулла ағай Ғәбитов менән дуҫ инек. Ул башҡорт атлы кавалерия дивизияһында комиссар, сәйәси бүлек офицеры булған. Сталиндан рәхмәт хаты бар хатта. Өйөнә барған һайын дивизия тарихын һөйләй торғайны. Мин яңы ғына егермене үткән йәш эшсе хәбәрсе, ә блокнот тотоу ғәҙәткә инмәгән. Тәүге тапҡыр ҡолаҡҡа шунда инде, әммә йөрәккә үтмәне. Һуңғараҡ "Кызыл таң"да эшләгәндә тағы ошо темаға тотондом, кавалеристар менән аралаштым һәм ылығып киттем. Аҙаҡ республиканың Хәрби дан музейына эшкә килгәс тә ошо теманы тапшырҙылар, бер ҡап документ тоттороп ҡуйҙылар. Ҡыҙыҡһыныу артты, китаптар ҡарай башланым. Шул асыҡланды: ошоға тиклем Шайморатов шәхесен барыһы ла тик телгә алып ҡына уҙған. Ни өсөн әле, мәҫәлән, Таһир Кусимов тураһында китап бар, ә был легендар шәхес тураһында юҡ? Мин, әлбиттә, роман яҙыусы түгел, повесым да юҡ, әммә тотондом. Документаль яҡтан тарихи яҙмаларға таяндым, әҙәби әҫәр итергә лә тырыштым.
Эйе, уның тураһында документтар архивтарҙа етерлек. Әммә уны шәхес булараҡ күрһәткем килде. Ғаилә тормошо ябай булмаған. Ике ордены бар, ә тарихы юҡ. Уға тиң командирҙы һирәк осратып була! Өфөгә ҡайтҡан саҡтары һәм башҡалар. Һорауҙар күп. Ләкин шуныһы: мин был темаға кәм тигәндә ун йылға һуңлап тотондом. Уны күргән-белгәндәр, кавалерист ағайҙарҙың күбеһе арабыҙҙа юҡ. Уларҙың ҡойроғон ғына эләктереп ҡала алдым. Булған материалдан тос ҡына мәғлүмәт йыйылды. Әммә Шайморатовты өйрәнеүҙе дауам итһендәр ине.
— Уның яҙмышын юллап Украинаға ла сәйәхәт ҡылдығыҙ шикелле...
— Дүрт тапҡыр барҙым. Вафат булған ерен күрмәй китап яҙыу мөмкин түгел. Ул урынды ла күрҙем. Беләһегеҙме, иң ғәжәбе: ул яҡта ағастар бик тәпәш, зәғиф. Ә бына Миңлеғәле Шайморатов үлгән урындағы ҡаяла йәш егет кеүек төҙ, таҙа, матур имән үҫә, күргәс, тертләп киттем хатта. Тик күңелде ҡырған күренештәр ҙә бар. Бөйөк геройыбыҙ һәләк булған урын бер нисек тә билдәләнмәгән! Был урындарҙа Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына арналған һәйкәлдәр булһа ла, башҡорт компоненты бөтөнләй юҡ ине. Унда башҡорт ҡанынан күгәргән таш ята, ә халыҡ белмәй, был — ҙур ғәҙелһеҙлек! Липецк өлкәһендә Дебальцево рейды осоронда Чернухино һәм Штеровка ҡасабалары янында меңдән ашыу башҡорт баш һалған. Ҡаҙыныу эштәре башлайыҡ тип ныҡышыуым ишетелә башланы, әҙерлек бара. Ярҙам итеүселәр булһа ине...
Башҡорт атлыларына арнап аллея асырға ҡарар иттек. 16 шыршы ултырттыҡ, тик, бер нисә йыл рәттән ҡоролоҡ булыу сәбәпле, уларҙың дүртәүһе генә үҫкән. Петровскоела тупраҡ ҡалын түгел, һыу юҡ, ағасҡа үҫерлек мөмкинлек юҡ. Скверҙы үҙ тырышлығыбыҙ менән эшләргә кәрәк, украиндарҙың көсө етмәй, булдыра алмайҙар. Иң мөһиме — бөгөн унда башҡортса яҙылған ике таш тора! Башҡорт ғүмере буйы һуғышҡан, Рәсәйгә ярҙам иткән. Шуға күрә беҙ лайыҡлы баһа көтәбеҙ, бөйөк шәхестәр онотолорға тейеш түгел. Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме мотлаҡ бирелергә тейеш!
— Фәрит Назар улы, олпат юбилейығыҙҙы билдәләйһегеҙ. Әммә һеҙгә ҡараһаң, йәштәргә биргеһеҙ көс-дәрт күренә. Моғайын, артабан да эшегеҙ ҡайнап торор.
— Һис шикһеҙ. Йән тыныслығы кәрәкмәй. Әле китап булып баҫылырға тейеш яҙмаларым бар, яңылары тураһында уйлайым. Яйлап ҡына яҙышам, геройҙар эҙләйем. Барлыҡ геройҙарым тиерлек — кәмһетелгән, онотолған, иғтибарҙан лайыҡһыҙ ситтә ҡалдырылған кешеләр. Мәҫәлән, Ишембайҙан сыҡҡан снайпер Әхәт Әхмәтйәнов, Дан орденының тулы кавалеры Алексей Яркалов (Хөснулла Йәркәев), элемтәсе ҡыҙ Зәйтүнә (Зоя) Әлбаева һәм башҡалар. Ундайҙарҙы халыҡҡа танытыу, исемдәрен билдәле итеүҙе бурысым тип иҫәпләйем. Ғәҙеллек булырға тейеш, шуға күрә тынысланырға иртәрәк!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21