Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тауҙар диңгеҙ кимәленән үҫә
Тауҙар диңгеҙ кимәленән үҫәҠайһы берәүҙәрҙең хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу булһа, икенселәрҙекендә – күп төрлө. Мәҫәлән, хәҙер һүҙ барасаҡ арҙаҡлы ир-уҙаман юғары уҡыу йортон тамамлағас, оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында тир түгә, күп тә үтмәй, алдынғы ҡарашлы булыуын күреп, йәш белгесте КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетына эшкә алалар. Аҙаҡ байтаҡ ваҡыт төрлө йылдарҙа республикабыҙҙағы ҙур предприятиеларға етәксе итеп тәғәйенләнә, ә бөгөн мәҙәниәт өлкәһендә ең һыҙғанып эшләй. Үҙе әйтмешләй, бындай үҙенсәлекле биография бүтән бер кемдә лә юҡ. Әңгәмәсем – “Халыҡтар дуҫлығы йорто” дәүләт бюджет учреждениеһы директоры, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесенең беренсе урынбаҫары, "Почет Билдәһе" ордены кавалеры Велмир Хайбрахман улы АҘНАЕВ.

– Исемдең әҙәм балаһының киләсәген билдәләүенә, шул уҡ ваҡытта яҙмышына ла көслө йоғонто яһауына йылдар үткән һайын нығыраҡ инанам. Исемегеҙҙең сәйер яңғырауы күптәр өсөн ҡыҙыҡ. Был нимәгә бәйле?
– Метрикала тыуған ерем – Башҡортостан, анығыраҡ әйткәндә — Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылы тип яҙылған, ләкин Ҡырғыҙстанда донъяға килеүемде ҡайһы берәүҙәр, бәлки, белмәйҙер ҙә. Асылда, күршеләге Мырҙашта үҫеп, буй еткерҙем, ҡанат нығыттым. Бер нисә айлыҡ сағымда атай-әсәйем тыуған төйәгенә ҡайтып төпләнгән.
Бар аңлы ғүмерен балаларға аң-белем таратыуға, тәрбиә биреүгә арнаған атайым күренекле публицист Ғәзим Шафиҡовтың атаһы менән айырылғыһыҙ дуҫтар булған. Урта Азияла саҡта Ғәзиз олатай директор йөгөн тартҡан мәктәптә минең ҡәҙерлем уҡытыусылыҡты алып барған. Һуғыштан һуң тыуған балаларҙың исеменә иғтибарлыраҡ ҡараһаң, үҙенсәлеге менән айырыла. Ғәзим Шафиҡов та кинәйәләп, әйҙә, Велмир тип атайыҡ тигән, оҙонайтып әйткәндә "Великий Мир" мәғәнәһенә эйә. Германия империяһын еңгәс, илебеҙҙе тағы ла ҡеүәтлерәк һәм көслөрәк итеп күрһәтеү кеүек маһайыу тойғоһо барыһының да күңелендә йәшәне.
– Һеҙ иҫ киткес киң булып йәйелеп ятҡан, түбәһе күккә ашҡан Тянь-Шань, Памир тауҙары тарафтарында тәүге ауаздарығыҙҙы ишеттергәнһегеҙ. Ә Айыусы этимологияһын телгә алыу үҙе үк күп нәмә хаҡында бәйән итә. Ғөмүмән, юрматыларға ниндәй сифаттар хас?
– Мәҡсүт, Мырҙаш, Айыусы ауылдары уйсан Һуҡайлы менән йүгерек Ашҡаҙар йылғалары ҡушылған сихри урынды төйәк иткән. Нәҫел-нәсәпте барлауға ҡоролған, туғанлыҡ ептәрен нығытыу маҡсатына нигеҙләнгән шәжәрә байрамын республикала беренселәрҙән ойошторҙоҡ. Ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатҡайныҡ, идеяны шунда уҡ күтәреп тә алды өлгөр яҡташтарым. Өҫтәүенә бер йылғаның һыуын эсеп үҫкәндәрҙе осраштырыуҙы-күрештереүҙе күҙ уңында тотҡан "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы бик шәп уҙҙы беҙҙә. "Ашҡаҙар" йырына һәм батырыбыҙ "Ҡаһым түрә"гә һәйкәл ҡайҙа? Әлбиттә, Айыусыла. Бер урында ике һәйкәлдең эргә-тирәгә йәм биреүен мин әлегәсә осратманым. Әйткәндәй, һәйкәл ҡойоу танылған яҙыусы Булат Рафиҡовтың башланғысы менән бойомға ашты. Мәләүез районының Дәүләтҡол ауылы уҙаманы Айыусыла уҡығанда уҡ Ҡаһым түрә менән әҙме-күпме ҡыҙыҡһынған. Мәктәпкә йөрөгәндә өлкәндәрҙән шундай ҡурҡыу белмәҫ батырыбыҙҙың барлығы тураһында яҙа-йоҙа ғына ишетә торғайныҡ. Ниңәлер, Яныбай Хамматов "Төньяҡ амурҙары" романында Ҡаһымды Көньяҡ Урал кешеһе тип һүрәтләй. Олуғ ғалимдар Әнүәр Әсфәндиәров та, Рим Янғужин да уның тыуған ауылын Айыусы тип иҫбат итте. Тел төбөмдө аңлағанһығыҙҙыр: беҙ бер урында тапана торған заттан түгел, ә гел ниндәйҙер изге уй менән янабыҙ.
– Айыусыларҙың Ырымбур губернаторына яҙған хаты һаҡланған, тиҙәр. Был хәбәр дөрөҫмө?
– Ысынлап та, ерҙәштәрем кемгә-кемгә – губернаторҙың үҙенә мөрәжәғәт иткән. Хәл былай була. Ашҡаҙар йылғаһының ауылды һәр яҙ "ашауы" һөҙөмтәһендә мәсет ярҙа яртылаш аҫылынып ҡалған. Иман йортон нисек тә һаҡларға кәрәк! Ә ул ваҡытта губернаторҙың рөхсәтенән тыш мәсет һалыу ҡаты тыйылған. Бына ошо документ миндә хәҙергәсә һаҡлана. "Ашҡаҙар" колхозында рәйес булғанда йылғаның үҙәнен үҙгәртеү өсөн күп көс түктек.
Данлы юрматыларҙың бер нисә шәжәрәһе бар. Уның бер варианты буйынса, борон бөгөнгө Татарстандың Минзәлә районы тирәһендә йәшәгән улар. Был яҡҡа күсеп килеү өсөн ырыуҙан дүрт вәкил батшаға юлланған. Билдәле инде, рөхсәт алалар. Батша Тәтегәскә бей исемен биргән, Аҙнайҙы староста итеп тәғәйенләгән. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, илселәр ҙур итеп йыйын йыйған, шунда ҡайһы ара ҡайҙа тамыр йәйеү өсөн шыбаға тотоша. Уның буйынса, Тәтегәскә Стәрлебаш, Федоровка яҡтары эләгә, Аҙнайҙың вариҫтары иһә Ашҡаҙар менән Һуҡайлы буйына килеп ултыра. Илсектимер Көҙән тирәһенә нигеҙ ҡора. Ҡарамышевтарҙы беләбеҙ, билдәле нәҫел бит инде, ә уларҙың өлөшөнә Бөрйән районына яҡыныраҡ ятҡан Маҡар ауылы тирәһе төшә. Мин оҙаҡ йылдар Илсектимерҙең кем булыуын асыҡлау буйынса ныҡлап эҙләндем. Бер йылды, Әхмәтзәки Вәлидиҙең музейында саҡта, уның туғаны үҙҙәренең Илсектимер нәҫеленән икәнен ҡолаҡҡа тишмәһенме! Тимәк, ырыҫлы дүрт нәҫелдән ҡыйыу егеттәр батша һарайының ҡапҡаһын асып ингән!
Шәжәрәлә яҙылыуынса, юрматылар төньяҡҡа сығып киткән. Документта Шаҙы йылғаһы телгә алына. Мишкә районында эшләгәндә, унда Байтор тигән ауыл бар, халыҡ менән осрашыуҙарҙа, һеҙҙә байтор тигән һүҙ юҡ бит, тим. "Был ерҙәргә башҡорттар хужа булған", – ти тегеләр. Ысынлап та, бында ҡасандыр юрматылар йәшәгән, хатта уларҙың айырым ҡәберлеге лә һаҡланған. Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ бынан күсенгәндә шатлыҡты уртаҡлашҡан, ҡайғы килгәндә бергә үткәргән дуҫтарына "бай тороғоҙ" тип әйтеп ҡалдырған. Унда Ҡыйғаҙытамаҡ исемле башҡорт ауылы бар. Шәйехзада Бабичтың тамырҙары ла ошо ауылға барып тоташа. Мишкәләргә был хаҡта ла беренсе булып мин еткерҙем.
– Велмир Хайбрахман улы, тәҡдир яҙғаны тигәнде нисек аңлайһығыҙ? Әллә быға һеҙҙең ҡарашығыҙ бүтән төрлөмө?
– Беренсенән, бәндәнең биографияһын күп осраҡта гендар хәл итә. Атайымдың, балаларым һәр береһе үҙенсә, дүртеһе дүрт төрлө, тигән һүҙҙәре һаман да хәтерҙә. Әле бына беҙ өс баланы аяҡҡа баҫтырҙыҡ, шул уҡ хәл ҡабатлана. Башҡортостан ауыл хужалығы институтында (хәҙер Башҡортостан дәүләт аграр университеты) белем эстәгәндә генетика, биология фәндәрен тәрән өйрәндек. Ҡайһы бер этапта гендар бер-береһе менән ҡушылып китә лә кемгәлер бер сифат күберәк бирелә, икенсегә – әҙерәк. Шунан беләм. Әммә һәр кеше – үҙенсә шәхес, ҡабатланмаҫ феномен.
Икенсенән, кеше үҙенең өҫтөндә ныҡышмал рәүештә эшләмәһә, шулай ҡушылғандыр тип күктән көтөп кенә ятһа, бер нәмә лә килеп сыҡмай. Үҙ яҙмышыңа ҡул һелтәп ҡарарға ярамай. Яҙмыш тигәнебеҙ әҙәм балаһының аҡыл зирәклегендә. Бала күңеле аҡ ҡағыҙ, теләгән нәмәне яҙырға мөмкин, тибеҙ. Бәләкәй саҡтан уҡ уҡырға бик әүәҫ инем, әҙәби китаптарға мөкиббән киткәйнем. Бер ҡыҙыҡ хәл иҫкә төштө. Ауыл бәләкәй генә, ниндәйҙер өйҙә китапхана астылар. Унан өс китап алдым да иртәгәһенә үк кире илттем. "Ниңә уҡымайынса шунда уҡ килтерҙең?" – ти китапханасы. "Уҡып бөттөм", – тим. Ышанмай торҙо ла: "Һөйлә", – тимәһенме. Бөтәһен дә теҙеп һөйләп бирҙем...
– "Тауҙар диңгеҙ кимәленән үҫә", тигән бөйөк әҙибә Зәйнәб Биишева. Милләтте интеллигенцияның күтәреүе хаҡ...
– Кем ул интеллигенция? Һүҙ ҙә юҡ, уҡымышлы кеше. Әхмәтзәки Вәлидиҙең "Хәтирәләре"н иҫем китеп уҡыным. Төпкөл Көҙәндә ғүмер итеүенә ҡарамаҫтан, уның атаһы йәһәннәмдә ятҡан Баҡы ҡалаһынан, Урта Азия тарафтарынан китаптар алдырған. Әгәр ҙә ул шул саҡта балаһына ғилемгә ҡарата һөйөү уятмаһа, үҙе лә уҡымышлы түгел икән, Әхмәтзәки ҙә көслө лә, шөһрәтле лә зат булып үҫешмәҫ ине. Бала өлкәндәргә ҡарап өйрәнгән. Һөңгө йәки ҡылыс күтәреп сабып йөрөп кенә, күпте хәл итеү мөмкин түгел, әллә нимә ҡыйратып та булмай. Төплө белем кәрәк, белем, бигерәк тә хәҙер.
– Милләтте уятыу, рухыбыҙҙы тергеҙеү өсөн ниндәй көс күрәһегеҙ?
– 90-сы йылдарҙағы һымаҡ урамға сығып, митинг ойоштороу ихтыяжы юҡ. Элегерәк шулай кәрәк булғандыр. Бөгөн тормош талаптары тотош үҙгәрҙе. Иң беренсе – телебеҙҙе һаҡлайыҡ. ЮНЕСКО-ның мәғлүмәттәре буйынса, донъяла аҙнаһына бер тел "үлә". БМО-ның ҡарарҙары күп, бәләкәй халыҡтарға ҡағылышлы күп закондар – Рәсәйҙеке, Башҡортостандыҡы әллә ни саҡлы – ҡабул ителде, шуны үҙебеҙгә яраҡлаштырырға кәрәк.
Беҙгә көслө, ғәйрәтле булыу мөһим. Зыялыларыбыҙ алда барырға тейеш, улар законды тәрән белһен.
ЮНЕСКО-ның ҡарарына ярашлы, 21 февраль – Туған телдәр көнө. 2012 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты менән берлектә "Нефтсе" мәҙәниәт һарайында тел байрамын ойошторғайныҡ. Быйыл да мотлаҡ үткәрәсәкбеҙ.
1812 йылда Ҡаһым түрә һуғышҡа китә, ә киләһе йылына уның атаһы Мырҙаш ауылына нигеҙ һала. Быйыл беҙҙә оло юбилей көтөлә — 200 йыллыҡҡа әҙерлек башланды ла инде. Йәнә бер мөһим факт: ошо ауылда арҙаҡлы шәхес Әхмәтзәки Вәлидиҙең адъютанты Ибраһим Исхаҡов тыуған һәм йәшәгән. Байрам уңайынан уға иҫтәлекле таҡтаташ асмаҡсыбыҙ. Заманында Әхмәтзәкиҙең исемен телгә алырға яраманы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Ибраһимға туған тейеш кеше Ғарифулла мулла ейәненә сабыйҙың ҡолағына Әхмәтзәки тип ҡысҡырған. Был исемде Башҡортостан буйынса эҙләгеҙ әле, таба алырһығыҙмы икән?! Ул әле лә иҫән, Мәҡсүттә тракторсы булып эшләй.
Аҙнай олатайға һәйкәл ҡуйыу уйы менән дә янабыҙ. Ә бына стәрлебаштар Тәтегәс бейгә һәйкәл ҡуйҙы. Арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе күтәреп, улар өлгөһөндә лә милләтебеҙҙе уятыу юлдары бар бит.
– Халыҡтар дуҫлығы йортоноң эшмәкәрлеге тураһында бер нисә һүҙ әйтегеҙ әле.
– Киләһе йыл Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторолоуға егерме йыл тула. 90-сы йылдар уртаһында милләттәрҙе берләштереү маҡсатында ойошторолған үҙәк бөгөнгө ижтимағи тормошобоҙҙа ҙур роль уйнай. Бөгөн беҙҙә 41 милли-мәҙәни һәм 16 тарихи-мәҙәни үҙәк иҫәпләнә, барыһында ла уңайлы эш шарттары тыуҙырылған. Йәмәғәт башланғысында һаналһа ла, күптәр был Йортҡа эшкә барған шикелле килә. Улар, һис шикһеҙ, республикабыҙҙағы милләт-ара дуҫлыҡты нығытыуға тос өлөш индерә. Һәр милләттең теле, мәҙәниәте, ҡанун-йолалары үҙенсә, әммә бер-береһенә ҡарата иптәштәрсә мөнәсәбәт, татыу ғаиләләге ише аңлашыусанлыҡ көслө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872