Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? Әлбиттә, Сибай институтынан!
Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? Әлбиттә, Сибай институтынан!Һуңғы ваҡытта йәштәрҙе юҡ-барға тиргәү ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара кеүек. Уларҙа ватансылыҡ, илһөйәрлек хистәренең булмауына, Тыуған илгә ҡарата һөйөүҙең йылдан-йыл кәмей барыуына, рухтың юҡлығына аптырап ҡалабыҙ. Ә сәбәптәренә иғтибар ҙа итмәйбеҙ. Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙең үҙебеҙҙән тороуын, юғары һүҙҙәр менән түгел, ә аныҡ саралар ярҙамында хәл итергә кәрәклеген хәтерҙән сығарабыҙ.

Элекке замандарҙы иҫләп, партия ваҡытын һағынып ҡына бөгөн илһөйәр һәм телһөйәр граждандарҙы тәрбиәләү мөмкин түгел. Тап ошо проблемаларҙы хәл итеүҙе күҙ уңында тотоп, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының күсмә конференцияһы үтте. Ул “Профессиональ белем биреү системаһында йәштәргә патриотик тәрбиә биреү” темаһына арналды.
Шуныһы ҡыуаныслы: Сибай институтында был йәһәттән бихисап эш башҡарыла. Был хаҡта институттың директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зиннур Йәрмөхәмәтов һөйләне.
— Сибай институтында был эш уҡыу йорто асылғандан алып, йәғни уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан бара, — тине ул. — Студенттарға ватансылыҡ тәрбиәһе биреүҙең тотош бер системаһы барлыҡҡа килде. Улар рәтенә “Ете ырыу”, “Сармат” халыҡ бейеүе ансамблдәрен, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары, тынлы оркестр, “Арҡайым” фольклор ансамблен индерергә мөмкин. Ғөмүмән, беҙ тәрбиә эшен этнопедагогикаға, йәғни халҡыбыҙҙың матур йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып алып барырға тырышабыҙ. Мөһим тәрбиә сараһының береһе — башҡорт халҡының киң билдәле һабантуйы. Унда ҡаланың һәм республиканың башҡа уҡыу йорттарынан ҡунаҡтар саҡырыла, факультеттар араһында тирмәләр конкурсы һәм халыҡ йолаларын сәхнәләштереү буйынса ярыш ойошторола, милли көрәш буйынса батырҙар йола буйынса һарыҡ менән бүләкләнә.
Зиннур Ғөбәйҙулла улы әйтеүенсә, бында халҡыбыҙҙың боронғо кәсеп-һөнәрҙәрен тергеҙеү һәм уларҙы йәш быуынға өйрәтеү буйынса ҙур эш алып барыла. Студенттарға кейеҙ баҫырға, төрлө көнкүреш кәрәк-ярағы яһарға өйрәтәләр, ”Башҡортостан тарихы” курсын үткәндә, һәр студенттан үҙ шәжәрәһен төҙөүҙе талап итәләр.
— Студенттарға эстетик тәрбиә биреү ҙә илһөйәрлек, телһөйәрлек рухына йүнәлтелгән, — тине артабан сығышында Зиннур Йәрмөхәмәтов. — Сибай институтына килеүселәрҙе көн һайын халҡыбыҙҙың бөйөк улдары һәм ҡыҙҙары сәләмләһә, уҡыу йорто биналары коридорҙарын Әхмәт Лотфуллин, Борис Домашников, Әҙиә Ситдиҡоваларҙың рәсемдәре, халҡыбыҙҙың үлемһеҙ “Урал батыр” ҡобайыры, “Сыңрау торна”, “Ете ҡыҙ” легенда-риүәйәттәре буйынса эшләнгән репродукциялар, паннолар биҙәй. Институттың бөтә бүлектәрендә лә өс семестр буйына башҡорт теленең уҡытылыуы, 2000 йылдан алып «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” бүлегенең уңышлы эшләп килеүе — студенттарҙа туған телебеҙ аша ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙең асыҡ бер миҫалы.
Күсмә конференцияның Сибай ҡалаһында үтеүе лә осраҡлы түгел. Бында йәш быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләү эҙмә-эҙлекле йүнәлештә алып барыла. Балалар баҡсаһы — мәктәп — урта белем һәм юғары уҡыу йорто. Маҡсатлы эш һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Йәштәр менән берлектә “Мин башҡортса һөйләшәм”, “Насар һүҙҙәр ҡулланмайыҡ” кеүек акциялар үткәрелә. Ауыл ҡыҙҙары һәм егеттәре ҡала урамында иркенләп туған телдә аралашып, тиҫтерҙәре менән башҡортса һөйләшергә ынтылыуы һуңғы ваҡытта телебеҙгә ҡарата иғтибарҙың бермә-бер артыуын дәлилләй.
Әммә халҡыбыҙҙы борсоған, киләсәген хафаға һалған проблемалар ҙа юҡ түгел. Шуға күрә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев ҡорҙа ҡатнашыусыларҙы асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә саҡырҙы. Башҡарма комитет ағзалары — философия фәндәре докторы, академик Фәнил Фәйзуллин менән Флорид Бағаев милләтебеҙҙе борсоған иң ҡырҡыу мәсьәләләрҙе халыҡҡа еткерә алды. Әммә күп сығыштар ҡоро дәлилдәрҙе һанап үтеүҙән ары китмәне. Хәйер, ундай һүҙ һөйләүҙәргә өйрәнеп тә бөттөк инде. Шулай ҙа ойоштороусыларҙың сараны юғары кимәлдә үткәреүен билдәләү дөрөҫ булыр. Сибай институты саҡырылған ҡунаҡтарҙы юғары кимәлдә ҡаршы алды, уҡыу йорто менән таныштырыу экскурсияһы ойошторолдо, студенттар концерт күрһәтте.
Кәңәшмә-конференцияның пленар өлөшөнән һуң эш секцияларҙа дауам итте. “Хәҙерге этапта милли мәсьәләләр буйынса дәүләт сәйәсәте үҙенсәлектәре”, “Йәштәргә рухи һәм әхлаҡи тәрбиә биреүҙә мәҙәниәттең һәм сәнғәттең роле”, эшҡыуарлыҡ, ислам белеме һәм тәрбиәһе кеүек темалар буйынса йәнле һөйләшеүҙәр алып барылды. Бында һәр кем үҙ фекерен еткереп, кәрәкле кәңәш алғандыр. Киләсәктә йәштәргә ватансылыҡ тәрбиәһе биреү юлдарын бергә эҙләнеләр, бигерәк тә был юҫыҡта башланғыстың ғаиләнән булыуына баҫым яһалды.
Ғәҙәттәгесә, сарала бихисап мәсьәләләрҙе туплаған резолюция ҡабул ителде. Ҡарарҙар ҡағыҙҙа ғына ҡалырмы, әллә тормошҡа ашырмы, уныһын ваҡыт күрһәтер. Әммә иң мөһиме шунда: төрлө район һәм ҡалаларҙан, күрше өлкәләрҙән килгән ҡунаҡтар Сибай институтында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тойғоларының тәрбиәләнеүе тик был сара өсөн генә түгел, ә йылдар дауамында килеүен үҙҙәре күреп, инанды. Тимәк, өлгө алырлыҡ уҡыу йорттары бар.


Автор: Кәримә УСМАНОВА Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнән Мысырға тура рейстар һаны арта

Өфөнән Мысырға тура рейстар һаны арта 03.02.2026 // Йәмғиәт

AIR CAIRO авиакомпанияһы Башҡортостандың баш ҡалаһынан Мысырға тура рейстарҙы башлау тураһында ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда уллыҡҡа алыусыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы билдәле булды
Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә эшләгән ирекмәндәргә тағы ла бер льгота булдырыла

Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә эшләгән ирекмәндәргә тағы ла бер льгота булдырыла 03.02.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Дәүләт Думаһы законды беренсе уҡыуҙа ҡабул итте....

Тотош уҡырға 0

Республика етәксеһе ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән мәктәпкә килде

Республика етәксеһе ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән мәктәпкә килде 03.02.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн ҡорал тотоп алған уҡыусы гимназияға һөжүм иткән. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ....

Тотош уҡырға 0

Өфөлә шәхси автобустарҙа ла «Бәхетле сәғәт» акцияһы ғәмәлгә ашырылыуы ихтимал

Өфөлә шәхси автобустарҙа ла «Бәхетле сәғәт» акцияһы ғәмәлгә ашырылыуы ихтимал 03.02.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә шәхси автобустарҙа ла «Бәхетле сәғәт» акцияһы ғәмәлгә ашырылыуы ихтимал...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Баш ҡалала яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 03.02.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы һәләк булған Рәсәй Геройының улы менән һөйләшеүҙәр алып бара
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән 02.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан 02.02.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан...

Тотош уҡырға 0

Республикала Кадрҙар стажировкаһы үҙәге асыла

Республикала Кадрҙар стажировкаһы үҙәге асыла 02.02.2026 // Йәмғиәт

Республиканың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров һүҙҙәренсә, документ әҙер....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған 02.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда социаль түләүҙәр нисек үҙгәрә

Башҡортостанда социаль түләүҙәр нисек үҙгәрә 02.02.2026 // Йәмғиәт

Февралдән улар индексациялана, пособиелар күберәк түләнә....

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә