Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Газ "генералы"(Очерк)

Рәсәй газ сәнәғәтенең маҡтаулы хеҙмәткәре, иҡтисад фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, СССР-ҙың бокс буйынса спорт мастеры… Ошо тиклем юғары дәрәжә һәм исемдәрҙең бөтәһенә бер юлы эйә булған кеше Ҡарлыманда ла, тотош Ҡырмыҫҡалыла ла юҡ. Алты йәштә үкһеҙ етем ҡалған малайҙың ошондай ҡаҙаныштарға өлгәшеүенә нисек һоҡланмаҫһың да, нисек ғорурланмаҫһың!
Ҡайҙан көс тапты икән Фәнис шундай бейеклектәргә күтәрелергә!? Атай-әсәйҙән бирелгән йән һәм тән ҡөҙрәтендәлер хикмәт. Фән ағайҙың: “Беҙ көслө һәм ныҡышмал нәҫел”, — тигән һүҙен Фәнис тә ҡабатлай алыр. Ныҡышмалылыҡ, алдыңа ҙур маҡсат ҡуйып, шуға өлгәшергә ынтылыу Фәнистә айырыуса көслө, күрәһең. Йәшәү өсөн, нисек тә тере ҡалыр өсөн арымай-талмай көсәнеү ҡотҡара уны үлем һәм һәләкәттәрҙән.

Аслыҡ тигән Ғазраил

…1947 йылдың ҡышы. Фән ағаһын ФЗО-ға оҙаталар. Атай-әсәй юҡ. Ағай йыраҡ — Силәбелә. Фәнискә — 8 йәш.
Ауылда аслыҡ, хәйерселек. Фәҡирҙәр, етемдәр менән тулы. Ул заманды күрмәгән кешеләр бөгөн былай тип уйлай: 1945 йыл. Еңеү. Тыныслыҡ. Тормош гөрләп алға китә. Тик улай булмай шул: 1946–1947 йылдар — аслыҡтың иң ҡоторған сағы. Хатта һуғыш осорондағынан да яманыраҡ. Баҫыуҙан башаҡ йыйып ашап ағыуланып, күпме кешенең ғүмере өҙөлә. Эсе күбеп, аяҡ-ҡулы шешенеп, күпмеһе хәл өҫтөндә ята.
Фән ағаһын ҡапыл юғалтҡан Фәнис бөтөнләй мөшкөл хәлдә ҡала. Яҡын-тирәләге урыҫ, сыуаш, хохол ауылдарында хәйер һорашып, тамаҡ туйҙыра, бөтөнләй сит-ят кешеләрҙә ҡуна ҡала. Әлдә ул ваҡытта кеше миһырбанлы: “хәйерсе малай" тип битәрләмәйҙәр, ярҙам ҡулы һуҙырға торалар. Ил өҫтөнә килгән афәт бөтөн кешене берләштергән, миһырбанлы иткән.
Ахырҙа Малай ауылындағы Рабиға апаһы үҙҙәренә күсереп ала Фәнисте. Һыйыры менән бергә. Һыйырҙан айырылыу юҡ — ул йәшәү сығанағы. Көрт ярып, ике көн тәпәнләй улар Ағиҙел буйындағы 25–30 саҡрымда ятҡан Малайға.
Бынан ике яҡ та “ота”. Фәнис туғанлыҡ яҡынлығын татый, йылы өй, яҡты йөҙ күрә. Рабиға апаһы ла тормош мәшәҡәттәрен атҡарышҡан уңған ярҙамсыға эйә була. Тик, нисек итһәләр ҙә, тамаҡ туйҙырырлыҡ ризыҡ бик наҡыҫ, әпен-сөпөн тигәндәй килеп сыға. Хәлде аңлап торған Фәнис үҙенсә бер кәсеп уйлап таба: йыуа, ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы йыйып, Өфөгә алып барып һата ла аҡсаһына икмәк алып ҡайта. Юл йөрөү өсөн иң шәп транспорт — тауар поезы. Малайҙың бындай сәфәрен бер ни саҡлы белгән күренекле башҡорт яҙыусыһы Рәшит Солтангәрәев ошолай тасуир итә:
“… Юл урыны — вагон аҫты. Эйе, башы түгел, аҫты. Вагон башында жигандар етерлек. Һинең бар ризығыңды тартып алып, үҙеңде төшөрөп ҡалдырыуҙары ла бар. Ә вагон аҫтында тыныс, бында үҙең хужа. Кәүҙәне терәрлек, ҡулың менән тотонорлоҡ тимер ҙә бар, шуларға сытырман йәбешәһең дә китәһең — теге яҡҡа ла, был яҡҡа ла бараһың инде, аҙ ғына ҡулыңды бушаттыңмы — төштөң киттең тәгәрмәс аҫтына.
Бындай сәйәхәттәрҙең аҙағы билдәле: милиция, балалар йорто…” (Ағиҙел, 2000 йыл, №11, 47-се бит).
Бер көндө Фәнис Өфөнөң Үҙәк баҙарында милицияға мөрәжәғәт итә: “Ағай, миңә берәй детдомға барырға кәрәк”. Милиционер малайҙы Өфөнөң детприемнигына илтеп ҡуя.
Өфөнән Фәнисте Стәрлетамаҡ детприемнигына күсерәләр. Шунан 1948 йылдың июнендә бер нисә малай менән Күгәрсен районының Мәҡсүт балалар йортона этап менән оҙаталар. Стәрлетамаҡ менән Мәҡсүт араһын (170 саҡрым) йәйәүләп һигеҙ көн атлайҙар. Бында уларҙы бер кем дә ҡолас йәйеп ҡаршы алмай, йәшәү шарттары саманан тыш ауыр булып сыға. Аслыҡ, өлкән йәштәге “һаҡаллы” детдомсыларҙың туҡтауһыҙ ҡыйырһытыуы йонсота. Фәнис быға түҙмәй. Өс үҫмер менән ҡасып китергә мәжбүр була. Барыһын да төптән уйлап, ентекле әҙерләнәләр. Келәттән төрлө кейем-һалым йыялар. Тик юл уңмай: еүеш ҡарлы март бураны ҡотора. Малайҙар һигеҙ көн атлағас, Ишембай ҡалаһына барып етә. Ул ваҡытта Күмертау, Салауат, Мәләүез ҡалалары юҡ. Ауыл осондағы өйҙәргә фатир төшөп, ҡунып сығалар. Теге кейем-һалымдарҙы биреп, тамаҡ туйҙыралар. Дүрт малай дүрт тарафҡа ҡарай юл тота Ишембайҙан. Фәнис тыуған ауылы Ҡарлыманға ҡайта. Фән ағаһы ла ауылда икән, ФЗО-нан ҡайтҡан.
Тағы шул уҡ шыҡһыҙ, хәсрәтле, хәйерсе көндәр башлана.
Балалар йортондағы күмәк, үҙенсә күңелле тормошто, ойошҡанлыҡты, аслыҡтан интекмәүҙе, ҡыҙыҡлы тәрбиә сараларының тәмен татып өлгөргән Фәнис йәненә толҡа тапмай. Бер көн сығып китә “Ҡарлыман” станцияһына, унан тауар поезында Стәрлетамаҡҡа. Ләкин ышпана шикелле йөрөгән малайҙы Стәрлетамаҡ тимер юл вокзалында милиция эләктерә.
Детдомдар тураһында күп ишеткән Фәнис нисек тә Сермән балалар йортона эләгергә тырыша. Стәрлетамаҡ милицияһында: “Ҡайҙан, ҡайһы детдомдан ҡастың?” — тип ныҡышҡастар, күҙ ҙә йоммайынса: “Сермәндән”, тип яуап бирә. Ул саҡта бының дөрөҫмө, түгелме икәнен тикшереп ҡарау мөмкин булмай, телефондың йә юҡ, йә бик самалы сағы…
Бына шул рәүешле “урам малайы” Фәнис моратына өлгәшә.
Сермән балалар йортонда, ысынлап та, йәшәү шарттары бығаса күргән детдомдарҙан күпкә яҡшыраҡ булып сыға. Бында төрлө милләт балалары — башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, сыуаштар, немецтар — тәрбиәләнә. Шуныһы ғәжәп: бөтәһе лә башҡортса һөйләшә.
Белемле, һөйкөмлө уҡытыусы-тәрбиәселәр 200 малай-ҡыҙҙы үҙ балаһылай күреп ҡарай, тәрбиәләй, белем бирә.
Ошонда Фәнис 1951 йылда IV класты тамамлай. Сермән балалар йорто уның өсөн ысын тормош мәктәбенә әүерелә. Киләсәк өсөн бик кәрәкле бер нисә аҡылға төшөнә: беренсенән — уҡырға кәрәк, уҡыған кешенең тамағы туҡ, өҫтө бөтөн, донъяһы етеш була; икенсенән — тормошта бөтәһе лә ҡағиҙә буйынса, дәүер-дәүер рәүешендә үтә. Ғүмерҙең һәр дәүерендә кеше үҙенә билдәле бер маҡсат ҡуйырға тейеш. Уға өлгәшеү өсөн ныҡышмалылыҡ кәрәк. Шул саҡта һин бәхетле булаһың. Маҡсат ҡуйып йәшәү, шуны тормошҡа ашырыу өсөн тырышып-тырмашып һәм һәр мөмкинлекте файҙаланып йәшәү әҙәм балаһын ысын кеше итә. Ошо хәҡиҡәтте төшөндөрөп, аң-белем тәрбиәләгән Сермән балалар йорто — Фәнис өсөн ғүмерлек маяҡ, донъялағы иң изге йорттарҙың береһенә әүерелә.
Сермәндән уны Өфөләге 5-се балалар йортона күсерәләр. Инде “танауына еҫ кергән” Фәнис үҙенә күрә шәхси өлгөрөү осорона аяҡ баҫа. Бында ул йәнә белемле, кешелекле, зауыҡлы уҡытыусы-тәрбиәселәргә тап була. Сажиҙә Зайлалова (директор, башҡорт теле уҡытыусыһы), Нәсимә Мағазова (математик), Зыя Усманов (физик), Ғәли Вәлиев (тарихсы) кеүек уҡытыусы-тәрбиәселәрҙе тәрән ихтирам менән иҫкә ала ул.
Мәктәптәге бер мәрәкә ваҡиғаны әле лә иҫендә һаҡлай Фәнис. Ауылдан Рухана еңгәһе менән уның әсәһе Мәрйәм Фәнисте күрергә килә. Каникул ваҡытында үҙҙәренә ауылға алып ҡайтырға һорағас, мәктәп етәкселеге ҡапыл ғына ризалыҡ бирмәй. Директор Сажиҙә Зайлалова Фәнисте саҡыртып “күҙләштереү” ойоштора. Рухана менән Мәрйәм әбейҙең алдына баҫтырып һорайҙар: “Ошо кешеләрҙең берәйһе һиңә танышмы? Кемдәр улар?” “Йәшерәген белмәйем. Ә икенсеһен таныйым. Ул — ауылдағы күршебеҙ Мәрйәм әбей”, — тип яуап бирә Фәнис. Директор Фәнисте ауылға алып ҡайтырға рөхсәт итә.
Рухана апай бөгөн былай тип хәтерләй: “Фәнисте күрергә барыр өсөн 10 кило шәкәр ҡомо һатып аҡса эшләнек. Юлыбыҙ уңды, Аллаға шөкөр. Нисәмә йылдар юғалтып торған туғаныбыҙҙы барып таптыҡ. Шунан бирле беҙ — Фәнистән, Фәнис беҙҙән айырылғаны юҡ. Ул һәр саҡ ярҙам итте. Өй һалғанда ла, балаларҙы уҡытҡанда ла. Гел беҙгә ҡайтып йөрөй. Фән менән Фәнис бер-береһенә ағай-ҡусты тип өҙөлөп тора. Быға аптырарға ла түгел: бер туғандар тап шулай йәшәргә тейеш”.

Газ "генералы"Илһөйәрлек һәм мәҙәниәтлелек университеты

9-сы интернат — 1-се интернат-мәктәп Башҡортостан ауылдарынан үкһеҙ етем малай-ҡыҙҙарҙы үҙ ҡанаты аҫтына алып, тәрбиә, белем биреп, башҡорт интеллигенцияһын, төрлө кимәлдәге етәкселәр үҫтереүҙә баһалап бөткөһөҙ ҙур эш башҡарҙы. Интернатты тамамлаған бик күптәр Мәскәүҙә, Ленинградта, СССР-ҙың башҡа ҙур ҡалаларындағы юғары уҡыу йорттарына уҡырға кереп, юғары белем алды. Интернат-мәктәптәге тормош, сарсаған гөлгә һыу һипкәндән һуң сәскәләренең аҡрынлап асылыуын, терелеүен хәтерләтте.
Фәнис айырыуса бер нәмәгә ғәжәп итте: төрлө түңәрәктәр гөрләп эшләй. Ҡурай, йыр, бейеү, әҙәбиәт, спорт түңәрәктәре. Йәнең ҡайһыһын теләй — һайлап ал! Фәнискә күп уйлап тораһы түгел. Спорт түңәрәгенә туҡтала. Ул Өфөнөң 5-се интернатында уҡыған сағында уҡ “Динамо” спорт йәмғиәтендә бокс менән шөғөлләнә башлай. Беренсе тренеры — В. Макулевич. Ә урта мәктәпте тамамлағанда бокс буйынса 1-се разрядҡа, спорт гимнастикаһы буйынса 2-се разрядҡа өлгәшә.
Нимә генә эшләһә лә, ҡайҙа ғына йөрөһә лә үҫмерҙең башынан бер уй сыҡмай: “Кем булырға? Ҡайҙа уҡырға барырға?” Мәскәүгә Көнсығыш телдәре институтына уҡырға инергә — тюрколог булырға!.. Аптырарлыҡ хәл: ябай ауыл малайы ошондай һөнәр һайлай. “Бының бер сере бар, — ти Фәнис. — Унда минең детдомдаш Зәйнулла Ишмөхәмәтов ағай бишенсе курста уҡып йөрөй ине”. Барһа ни күрә: 40 урынға 250 медалист документ тапшырған! Абитуриенттар араһында дипломат, ҙур чиновник, билдәле кешеләрҙең балалары күп. Был уҡыу йортона инеп булмаҫын аңлағас, документтарын алып, Өфөгә ҡайта. Халыҡ мәғарифы министрлығында уға Горький (хәҙер Түбәнге Новгород) инженер-төҙөлөш институтына барырға кәңәш итәләр. Шунда барып төҙөлөш факультетына уҡырға инә.
Һәйбәт кенә уҡып алып китә студент егет. Тик икенсе бер маҡсат та борсой уны: бокс буйынса нисек тә СССР-ҙың спорт мастеры булыу. Башлана туҡтауһыҙ күнекмәләр, төрлө ярыштарҙа ҡатнашыу. Ә лекциялар ҡалып тора. Был ваҡытта Фәнис Исхаҡов Өфө ҡалаһының һәм Башҡортостандың бокс буйынса бер нисә тапҡыр чемпионы булып өлгөрә.
Фәнистең әйтеүе буйынса, спорттағы иң юғары ҡаҙанышы — бокс буйынса СССР-ҙың спорт мастеры нормативын үтәү. Быға тиклем бокс буйынса бындай исем республикала тик өс кенә кешелә була: ике тапҡыр СССР чемпионы Герман Лободин, РСФСР чемпионы Рауил Үтәшев һәм Рудольф Ғибаҙуллин. Үҙенең нәғеҙ хыялын тормошҡа ашырыу өсөн Фәнискә уҡыуҙан бер семестр академик отпуск алырға тура килә. Ошо осорҙа башҡорт батыры 87 алышта ҡатнаша. 75-ендә еңеп сыға. Шуларҙың 18-ендә дәғүәсеһен нокаутҡа ебәрә. Ә 20 осраҡта беренсе раундта уҡ еңә.
Бокс менән бер рәттән башҡа спорт төрҙәрендә лә уңыштар яулай Фәнис: еңел атлетика, спорт гимнастикаһы, йөҙөү, саңғы төрҙәре буйынса спорт разрядтары ала.
Күңелендәге иң мөҡәддәс хыялын тормошҡа ашырғас, Фәнис Горький ҡалаһын ҡалдырып, Өфө нефть институтына уҡырға күсә. 1959 йылда була был хәл. 1960 йылда Альбина Хажим ҡыҙы Кусимоваға өйләнеп, ғаилә ҡора. Ҡалала кеше фатирында йәшәйҙәр. Институтта уҡыуҙы күнекмәләр, ярыштарға йөрөү менән бәйләп алып барырға тура килә. “Спартак” спорт йәмғиәтендә бокс секцияһын етәкләй.

Атай-олатай күрмәгән һөнәр — газ үткәреүсе

1962 йылда Советтар Союзында быуаттарға торошло ваҡиға — Бохара — Урал магистраль газ үткәргесе төҙөлөшө башлана. Һабаҡташ дүрт студент — Әнүәр Мөхәмәтшин, Валерий Конкин, Мәғәфүр Ҡадиров һәм Фәнис Исхаҡов — үҙҙәре теләп, диплом алды практикаһы үтергә Ҡарағалпаҡстанға китә. Бохара — Урал газ үткәргесе төҙөлөшө ошонда Устюрт платоһында башланып ҡына тора. Тирә-яҡ — тотош ташҡа әйләнгән икһеҙ-сикһеҙ киңлек. Кешенең, ҡош-ҡорт, йәнлек, йорт-ҡаралты, ағас, йылға, күл тигәндең әҫәре лә юҡ. Түҙеп торғоһоҙ эҫе. Ҡарағалпаҡ сәхрәһендә кеше йәшәгән бер ауыл, бер ҡышлаҡ тапмаҫһың. Бохара — Урал төҙөлөшө башланып киткәс кенә ошо трасса йәнәшәһендә яңы ҡасабалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, магазиндар, предприятиелар ҡалҡып сыға. Өнһөҙ-тынһыҙ ятҡан ергә йән керә.
Студент-практиканттар бында “ҡара эш” башҡара: йыуан ҡорос торбаларҙы изоляциялау өсөн иретмә әҙерләй. Был эшкә юғары техник белем дә, баш та кәрәкмәй: автомобиль тәгәрмәсе покрышкаларын, төрлө каучук, резина ҡалдыҡтарын ваҡлап тураҡлап, битумға ҡушып бутап, ҙур ҡаҙанға тултырып, ут яғып ҡайнаталар. Был эш төндә башҡарыла. Иртәнге сәғәт бишкә 2-2,5 саҡрым торбаны буяп изоляцияларлыҡ ҡуйы буяҡ (мастика) әҙер була. Трасса төҙөгән колонна бер көндә ана шул ике ярым саҡрым оҙонлоҡтағы торба һала. Был — трассовиктар өсөн көндәлек норма.
Бер ҡараһаң, бик ябай, бер ҡараһаң, бик ауыр эште студент егеттәр еренә еткереп үтәй. Хеҙмәтенә күрә аҡсаһы ла мул ғына төшә.
Институтты тамамлағас, 1963 йылда Фәнис кәләше Альбинаны, ике йәшлек Гөлнараһын алып яңынан Ҡарағалпаҡстанға, Кунградҡа әйләнеп ҡайта.
Был ваҡытта бында Бохара — Урал газ үткәргесенең 6-сы компрессор станицияһы төҙөлә. Ошонда Фәнис инженер, ремонт-аяҡҡа баҫтырыу хеҙмәте начальнигы булып эшләй. Был эштәр уның күңеленә ята, ни өсөн тиһәң, берҙән, бик яуаплы, икенсенән, файҙалы, бик кәрәкле хеҙмәт: ил-йортҡа, кешеләргә йылылыҡ һәм яҡтылыҡ алып килә. Бер нисә йыл эсендә Фәнис эшендә лә, кешеләр араһында ла ҙур абруй ҡаҙана. Икенсе балаһы тыуыу шатлығын да кисерә. Мәшәҡәттәр баштан ашһа ла, спортты ташлап ҡуймай. Бокс секцияһы ойоштора, көсөн ҡайҙа ҡуйырға белмәгән йәш егеттәрҙе күнекмәләргә ылыҡтыра, алыш серҙәренә өйрәтә. Коллективҡа ойошоу, тәртиптең нығыныуы шулай үҙенән-үҙе хәл ителә.
1966 йылда Фәнис Исхаҡовты Бохара — Урал газ үткәргесенең Талдыҡ район идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһендә урынлашҡан был идаралыҡ ҡарамағына 212 саҡрым газ үткәргес тапшырылған. Шуға күҙ-ҡолаҡ булып, техник яҡтан хеҙмәтләндереп, тейешенсә эшләтергә кәрәк. Бик ҡатмарлы, бик яуаплы бурыс. Ҡағиҙә булараҡ, компрессор станциялары халыҡ йәшәгән урындарҙан йыраҡта, юлһыҙ, телефон, радио бәйләнеше үтмәгән ерҙә төҙөлгән. Эшселәр күсмә вагондарҙа йәшәй. Аҙыҡ-түлек, тормош кәрәк-яраҡтары вертолет йә самолет менән килтерелә. 28 йәшлек идаралыҡ ничальнигына бер үк ваҡытта милиционер ҙа, клуб мөдире лә, китапханасы ла, агитатор ҙа булырға кәрәк. Ошондай ҡатмарлы шарттарҙа газ үткәргес төҙөү һәм уны эксплуатациялау етәксенән дә, ябай эшселәрҙән дә ныҡлыҡ, уңғанлыҡ, ныҡышмалылыҡ, ир-егетлек талап итә. “Трассалағы бер йыл — ун йылға торошло”, — ти Фәнис бөгөн. Бындағы халыҡ былай тип әйтергә яратҡан: “Амурҙағы Комсомольск — беҙҙең атайҙарҙың йәшлеге, Устюрттағы Комсомольск — беҙҙең йәшлек”.
Газлиҙа (Үзбәк ССР-ы) табылған газды СССР-ҙың Европа һәм Көнсығышына ебәреү өсөн газ үткәргес трассалар төҙөү үткән быуаттың 50 — 60-сы йылдарындағы ғәйәт ҙур эшкә әүерелә. Шул йылдарҙа киләсәктә ил иҡтисадының таянысына әйләнәсәк “Газпром”ға тәүге нигеҙ таштары һалына.
Ҡаҙағстандың Талдыҡ участкаһында компрессор станцияһының икенсе сиратын төҙөүҙе лә уңышлы башҡарып сыға Фәнис етәкселек иткән идаралыҡ. Станция хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ йорттар ҡасабаһы ла ҡалҡып сыға. Балалар баҡсаһы, мәктәп төҙөлә.
Ҡаҙағстандан Силәбегә, Силәбенән Башҡортостан яҡтарына ҡарай йылдам һуҙыла газ трассаһы. Урал тауҙарына яҡынайған һайын Исхаҡовтарҙың һәм идаралыҡтағы башҡорт егеттәренең йөрәге ярһыбыраҡ тибә, баштары юғарыраҡ күтәрелә, йөрөш-торош теремекләнә, күҙҙәр осҡонлана, ҡараштар алсаҡлана.
Ниһайәт, ҡыуаныслы хәбәр: 1968 йылдың март айында Фәнисте газ үткәргестең Стәрлетамаҡ район идаралығына күсерәләр. Уның алдына шундай бик аныҡ һәм ҡәтғи бурыс ҡуйыла: Көньяҡ Башҡортостан халҡын һәм сәнәғәт предприятиеларын газ менән ышаныслы тәьмин итеү, Бохара газын Өфө ҡалаһына туҡтауһыҙ еткереп тороу. Фәнис Исхаҡов етәкселегендәге идаралыҡ Силәбе өлкәһенең Ҡарғалы ҡаласығынан баш ҡалабыҙға газ үткәреүҙе Магнитогорск һәм Стәрлетамаҡ аша торба тартыуҙан башлай.
Етмешенсе йылдарҙа “Газпром” етәкселеге Фәнисте Азербайжанға “Астара” газ станцияһының начальнигы итеп ебәрә. Ә 1974 йылда СССР-ҙың Газ сәнәғәте министрлығы етәкселеге Фәнисте “Ырымбуртрансгаз” берекмәһенең етештереү-техник бүлегенә начальник итеп тәғәйенләй. Был осорҙа Ырымбур газ ятҡылығын үҙләштереү дәррәү бара. Шулай уҡ “Союз” газ үткәргесе төҙөлөшө башлана. Салауат, Өфө ҡалаларына конденсант торба үткәргес һуҙыла.
1975 йылдың мартында Фәнис Исхаҡовты “Баштрансгаз” берекмәһе директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Урта Азияла, Азербайжанда Башҡортостанда газ үткәргестәр төҙөү, уларҙы эксплуатациялау буйынса күп уңышлы эштәр башҡарған, үҙен һәләтле ойоштороусы итеп танытҡан яҡташыбыҙ үҙебеҙҙең әле бик йәш “Баштрансгаз” берекмәһен ҡабул итеп ала.

Партия һәм дәүләт эшмәкәре

1978 йылдың октябрь айында Фәнис Исхаҡов КПСС-тың Өфө ҡалаһы Октябрь район комитетының беренсе секретары итеп һайлана. Бына һиңә яңылыҡ!.. Партия ойошмаһында ниндәйҙер етәксе вазифа башҡармаған шәхес — район комитетының беренсе секретары.
Бер яҡтан, ғәжәп тә кеүек был хәл. Икенсе яҡтан, “юғарынан”, “үрҙән” төптән уйлап эшләнгән ваҡиға инде. Октябрь — Өфө ҡалаһының яңы районы. Дөрөҫөрәге, әлегә уның исеме генә бар. Биләмә сиктәре лә аныҡ ҡына билдәләнмәгән. Районды ойошторорға кәрәк. Был ҙур мәшәҡәт талап итә, әлбиттә. Уға көслө, оҫта етәксе-ойоштороусы кәрәк. КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитеты, республика етәкселеге был ҡатмарлы, яуаплы эшкә етәксе һайлағанда үҙен һәләтле ойоштороусы, халыҡ араһында ҙур абруй ҡаҙанған Фәнис Ғәйнетдин улын хуп күргәндер. КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитетының беренсе секретары Миҙхәт Закир улы Шакировтың, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы рәйесе Зәкәриә Аҡназаровтың, Өфөләге ҙур завод директорҙарының, республиканың партия, совет, комсомол, профсоюз эшмәкәрҙәренең, район комитеты, район Советы кадрҙарының ихлас ярҙамы менән баш ҡалала ҙур яңы район йылдам ойошторола. Уның штабы — партияның Октябрь район комитеты һәм район Советы Р. Зорге урамындағы өс ҡатлы яңы бинала эш башлай. Ошо етди сара барышында Фәнис Исхаҡов үҙенең ойоштороу һәм етәкселек, кешеләр менән аралашыу, коллектив барлыҡҡа килтереү һәләтен тағы ла тулыраҡ аса. Уның булмышында бер төп сифат нығынған. Ул — төҙөүсе: меңәр саҡрымлыҡ газ үткәргестәр төҙөгән, торлаҡ йорттарҙан ҡасабалар һалған, компрессор станциялары ҡорған.
Ҡыҫҡа ғына осор — биш йыл эсендә район биләмәһендә Республика урыҫ драма театры, “Аҡбуҙат” ипподромы, “Башҡортостан” сауҙа үҙәге, тиҫтәләрсә балалар баҡсаһы, мәктәп, мәҙәниәт усаҡтары, торлаҡ йорттар төҙөлә. Фәнис Исхаҡов былай тип хәтерләй:
— Ҡалала беренсе булып, беҙ Сипайлово биҫтәһендә йәшәү, ял итеү шарттарын яҡшыртыу буйынса ентекле шөғөлләнә башланыҡ. Транспорт маршруттары астыҡ, урамдарға асфальт йәйҙек, универмаг төҙөнөк. Бөгөн Сипайловола Өфө халҡының дүрттән бер өлөшө йәшәй.
Беренсе секретарь, был вазифала аҙ ғына ваҡыт эшләһә лә, баш ҡалала бына тигән яңы район ойоштороп, шуның күп тармаҡлы хужалығын, халыҡтың көндәлек тормошон яйға һалып, үҙе тураһында матур иҫтәлектәр ҡалдырҙы.
1986 йылдың 1 авгусынан Фәнис Ғәйнетдин улы — Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. Һаулыҡ һаҡлау, сауҙа, тормош-көнкүреш хеҙмәтләндереү, административ-хоҡуҡ һаҡлау — прокуратура, суд, Эске эштәр министрлығы, хәрби комиссариат бүлектәре менән етәкселек итә.
Шулай ҙа Фәнис Исхаҡовҡа тапшырылған төп бурыс — Башҡортостандың ҡала һәм ауылдарына газ үткәреүҙе ойоштороу. Газ үткәреү өлкәһендәге ҙур тәжрибәһен иҫәпкә алып, уға был бурысты КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитеты йөкмәтә.
Республика территорияһы аша Уренгой–Силәбе–Петровск, Ырымбур–Өфө газ үткәргестәренән райондарға, ҡалаларға юлдаш торбалар тартырға, компрессор һәм газ бүлеү станциялары төҙөүҙе йылдам башҡарырға кәрәк ине. Тәбиғи газды һәр район үҙәгенә, һәр ҡалаға бирергә тигән ҡәтғи бурыс йөкмәтелә газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренә.
Фәнис Исхаҡов етәкселегендә махсус комиссия төҙөлә. “Башҡорт АССР-ын газификациялау буйынса 1988 — 1995 йылдарға маҡсатлы комплекслы программа” төҙөлә. Был документты планлаштырыуҙа үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән “Башгаз” начальнигы Ишбулды Мусин, "Баштрансгаз" йәмғиәтенең капитал төҙөлөш буйынса генераль директоры урынбаҫары Рафиҡ Ҡарамышев, баш технолог Ринат Усманов күп хеҙмәт һала. “Ошо программаны тормошҡа ашырыуҙа үҙемдең туранан-тура ҡатнаша алыуыма ҡәнәғәтмен”, — ти Фәнис Исхаҡов.
Нимә ул газ тормошта? Яҡтылыҡ, йылылыҡ, хеҙмәтте, көндәлек тормошто яңыса ҡороу тигән һүҙ бит ул. Газ менән бергә производствоға һәм көнкүрешкә мәҙәниәт керә. Әлеге маҡсатлы программаға ярашлы, Башҡортостанда 1276,6 саҡрым газ үткәреү селтәре төҙөү планлаштырылып, ул билдәләнгән ваҡытта тулыһынса сафҡа инә. Ошо торбалар буйлап ауыл, ҡалаларға Ырымбур, Төмән газы ҡыуҙырыла, илдең Берҙәм газ тәьминәте системаһына республиканың барлыҡ ҡала һәм район үҙәктәре тоташтырыла.
БАССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары Фәнис Ғәйнетдин улының хеҙмәт биографияһындағы республиканы газификациялау “эпопеяһы” халыҡ тормошон яҡшыртыуға, төбәктең социаль-иҡтисади ҡеүәтен йылдам үҫтереүгә ҙур техник-революцион өлөш тип баһаланды һәм баһаланасаҡ.
1988 йылда Фәнис Исхаҡов Мингазпромдың белгестәр төркөмө етәксеһе итеп тәғәйенләнә һәм Афғанстанға ебәрелә. Был төркөм алдына Афғанстан газын Советтар Союзына ҡыуҙырыу бурысы ҡуйыла. “Был иҡтисади сара булыуҙан бигерәк, сәйәси акция ине”, — ти Фәнис Исхаҡов. Совет белгестәре урындағы халыҡ менән дуҫ булып, тығыҙ аралашып йәшәй. Аслыҡтан интеккән кешеләргә СССР-ҙан килтерелгән он, шәкәр, консерва бушлай таратыла.
Был ярҙамдың мәғәнәһе ҙур ине: афғандар уны донъялағы иң ҙур, иң ҡеүәтле социалистик держава — СССР-ҙың интернациональ теләктәшлек өлгөһө тип аңлай һәм ҡабул итә. Афғанстан ваҡиғаһы көтмәгәндә тамамлана: 1989 йылдың 15 февралендә илдән Совет ғәскәрҙәре сығарыла. Ә Фәнистең төркөмөн бынан ике аҙна элек көслө хәрби һаҡ аҫтында эвакуациялайҙар.
Афғандан һуң 1989 — 1992 йылдарҙа Фәнис Ғәйнетдин улы Румынияла “Газпром” дәүләт газ концернының техник-коммерция бюроһына етәкселек итә. Белгестәр төркөмө совет тәбиғи газын Румынияға еткереүҙе, артабан Болгария, Төркиәгә оҙатыуҙы тормошҡа ашыра.
Контракт ваҡыты тамамланғас, 1992 йылда Тыуған илгә әйләнеп ҡайта Фәнис Ғәйнетдин улы. “Баштрансгаз” ойошмаһында генераль директорҙың капитал төҙөлөш буйынса урынбаҫары булып эш башлай. 2002 йылда — 65 йәшендә хаҡлы ялға сыға.

Өлгөлө ғаилә башлығы

Фәнис Ғәйнетдин улы Исхаҡов менән Альбина Хажим ҡыҙы 1960 йылда өйләнешә тигәйнек.
Альбина — Әбйәлил ҡыҙы. Данлыҡлы Кусимов һәм Мирхәйҙәровтар тоҡомонан. Апалары араһында төпсөк бала. Уны балерина булырға хореография мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Әммә Альбина уҡыусылар йыйған ваҡытҡа килеп өлгөрә алмай. Ни бары бер юл ҡала — Өфөләге 9-сы мәктәп-интернатҡа барыу. Бына ошо мәктәп-интернатта Фәнис менән бер класта уҡый башлай. Буласаҡ кәләшен ҡасан, ҡайҙа, нисек осратыуы хаҡында Фәнистең ташҡа баҫылған ихлас хәтирәләре бар:
“1951 йылда мәктәп-интернатта 5-се класта уҡый башланыҡ. Бер-ике аҙна үткәс, класҡа бер ят ҡыҙ килеп инде. Үҙе шундай сибәр, ҡупшы ғына кейенеп алған. Сәсендә ҙур бантик. Бер күреүҙән оҡшаттым да ҡуйҙым. Альбина ине ул. Дуҫлашып, бергәләп гимнастика секцияһында шөғөлләндек. Башҡа егеттәр күҙ һала башлағас, уны ҡурсалар өсөн бокс секцияһына йөрөргә булдым. Алдан шуны әйтәйем: был спорт төрөн һайлауым үҙен аҡланы — бокс буйынса СССР-ҙың спорт мастеры исеменә лайыҡ булдым. Ә Альбина, гимнастиканан тыш, саңғыла ла шәп йөрөнө. Республика, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашты. Хатта республика чемпионы исемен яуланы. Альбина саңғы спорты буйынса 1-се разрядҡа эйә, спорт гимнастикаһы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры.
Альбинаға һөйөүем шул тиклем ныҡ булғандыр — минут һайын күрге, һөйләшке килә торғайны. Тик хистәремде Х класты тамамлағас ҡына белгерттем. Мәктәп-интернатты уҡып бөткәс, Горький ҡалаһындағы төҙөүселәр институтына уҡырға индем. Ә Альбина Өфөлә ҡалды. Тик унһыҙ йәшәй алманым, ике йылдан һуң Өфөгә нефть институтына күстем. Өйләнештек. Ярты быуаттан ашыу ғүмер кисерһәк тә, Альбинаға булған һөйөү, ихтирам хистәре һүрелеү түгел, көсәйә генә бара”.
Өфө нефть институтын тамамлағас, икәүләп Бохара — Урал газ үткәргесе төҙөлөшөнә эшкә китәләр. Артабанғы ғүмер юлын гел икәү бергә үтә улар. Фәнис ҡайҙа — кәләше лә шунда. Ире ни күрһә, кәләше лә шуны күрә. Ире менән газ үткәргес төҙөлөштәрендә эшләй, сүллектәрҙә бергә янып-бешкән, ыжғыр бурандарҙа, сатлама һыуыҡтарҙа өшөп-туңған, күсмә тормош ауырлыҡтарын бергә кисергән. Ошондай ҡатмарлы шарттарҙа, эш араһында тигәндәй ике бала табып үҫтергән әсә лә әле ул. Баш балаһы Гөлнара 1961 йылда тыуа. Икенсеһе — улдары Айҙар. Икеһе лә юғары белемле: Гөлнара Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Айҙар Өфө нефть институтында уҡыған. Икеһе лә матур балалар үҫтерә. Айҙарҙың улы Йәмил — 15 йәштә, Дәлилә ҡыҙына — 11.
Ейәндәре Сыңғыҙ, Искәндәр, Тамерлан — Гөлнара һәм Вәсил Ханнановтарҙың улдары.
Йәнә ике баланы — Камила менән Арыҫланды ун йыл ҡарап үҫтерҙеләр. Был балалар — Альбинаның апаһы Таңһылыу Кусимованың ейәне менән ейәнсәре. Камила скрипкала матур уйнай. Мәскәүҙә П. Чайковский консерваторияһында белем ала.
Альбина менән Фәнистең Сыңғыҙҙы, Искәндәрҙе етәкләп төрлө концерттарҙа, байрамдарҙа йөрөүенә Өфө халҡы өйрәнеп бөткән. Был ике малай — бик музыкаль балалар. Ошо һәләттәрен күреп, Исхаҡовтар уларҙы бәләкәстән музыка мәктәбенә йөрөттө. Бер заман малайҙар Башҡортостан телевидениеһында “Тамыр” балалар студияһы тапшырыуҙарының даими “артистары” булды.
Үҫә төшкәс, Ханнановтар профессиональ сәнғәттә һәр ҡайһыһы үҙ юлынан китә. Сыңғыҙ П. Чайковский исемендәге музыкаль консерваторияның Өфөләге махсус музыка мәктәбендә уҡый, артабан П. Чайковский исемендәге Мәскәү консерватория колледжында белем ала. Сыңғыҙ — бөгөн Рәсәй кимәлендә танылған скрипкасы. Һуңғы йылдарҙа АҠШ-та, Швейцарияла уҡыны. Искәндәр иһә — виолончель оҫтаһы. Ул да Сыңғыҙ ағаһы кеүек профессиональ үҫеш юлын һайлай. Тәүҙә Өфө музыкаль колледжында белем ала. Артабан уҡыуын Мәскәүҙә дауам итә. Уның виолончелдә уйнағанын телеэкранда бөгөн йыш күрергә мөмкин.
Сыңғыҙ менән Искәндәр Ханнановтарҙың Башҡортостан музыка сәнғәте донъяһында киләсәктә ижади ҡаҙаныштарға өлгәшәсәгенә өмөт ҙур.
Оҙайлы йылдар буйы татыу ғаилә булып йәшәүгә, балалар тәрбиәләүгә ҡарата Альбина Хажим ҡыҙының бик фәһемле фекерҙәре бар. Мәҫәлән, ул былай ти: “Килен, кейәүҙәр менән бергәләп татыу йәшәргә буламы? Әлбиттә! Уртаҡ тел табыр өсөн бер-береңдең холҡона яраҡлашырға, хатаһы булһа, ғәфү итә белергә, етешһеҙлектәргә самаһыҙ борсолмаҫҡа, өлөшөңә төшкән көмөшөңә риза булырға, бер-береңде “тәрбиәләргә” тырышмаҫҡа, кеше нисек бар, шулай ҡабул итергә кәрәк. Идеаль донъя ла, кеше лә юҡ. Бер-береңә сабыр аҡыл менән йөктө тигеҙ тартып донъя көткәндә генә йәшәү матур була”.

* * *
Яҙмабыҙҙың алдағы өлөштәрендә, Фәнис уҙаман ҡайҙа йөрөһә лә, шунда үҙе хаҡында матур иҫтәлектәр ҡалдырҙы, тип әйтелгәйне. Ҡарағалпаҡ сүллектәрендә, Ырымбур далаларында, Силәбе, Свердловск ялан-тауҙарында магистраль газ үткәргес трассаларҙы йәнәшәләп әллә күпме компрессор станциялары, техник-ремонт комплекстары, эшсе-хеҙмәткәрҙәр ғаиләләре өсөн торлаҡ йорттар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәниәт усаҡтары төҙөлдө.
Үҙенең тыуған төбәгендә лә ғорурланып һөйләрлек изге эштәре бар Фәнистең. Уренгой–Силәбе–Петровск газ үткәргесе, Нуриман, Иглин райондарынан һуң Ағиҙелдең аҫтынан үтеп, Ҡырмыҫҡалы ере аша һуҙылды. Ошо төҙөлөш барышында Ульяновка–Николаевка ауылдары араһында бик ҙур газ һурҙырыу станцияһы төҙөлдө. Был станция тотош бер заводты хәтерләтә. Район үҙәге Ҡырмыҫҡалы ауылының көнбайышында газ үткәреүселәр ҡаласығы үҫеп сыҡты. Унда икешәр ҡатлы тиҫтәләрсә таш йорт төҙөлгән. Емеш-еләк үҫтерерлек ер ҙә бар. Эргәлә тәрән һыулы таҙа быуа тонйорап ята. Ҙур мәктәп, балалар баҡсаһы, магазиндар.
Фәнис Өфөнән тыуған ауылы Ҡарлыманға ҡайтып барышлай райондағы ошо матур яңылыҡтарҙың һәммәһенә күҙ һалып, диҡҡәт биреп, уйлана-уйлана үтә: “Мин көс һалған төҙөлөштәр ныҡлы һәм ышаныслы. Улар илкәйемә, халҡыма, ауылдаштарыма, балаларыма, уларҙың балаларына оҙаҡ хеҙмәт итәсәк әле”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 105

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874