Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Закон сығарыусыларға закон бармы?
Үткән аҙналағы ваҡиғалар үҙем шаһит булған тарихты иҫкә төшөрҙө. Бер нисә йыл элек танылған компанияларҙың береһе Өфөнөң “йәшел зона”һында автозаправка төҙөй башлағайны. Закон буйынса әлеге эш тыйылған булғас, экология буйынса прокуратура ҡәтғи рәүештә быға ҡаршы сыҡты. Теге компания ла юғалып ҡалманы: төрлө юлдар менән закон боҙоуҙы “законлаштырып” ҡуйҙы. Прокуратура ла эшен туҡтатты. Бына шулай.

Был мәҡәләлә төп һүҙ Рәсәйҙең төбәк етәкселәрен һайлау тураһындағы федераль закондың “ҡатмарлы” яҙмышы тураһында барасаҡ. Президент Борис Ельцин төбәк етәкселәрен халыҡ һайларға тейеш тип иҫәпләне. Беҙҙең Башҡортостанда бындай һайлауҙар ике тапҡыр үтте. Һуңғы һайлау үҙенең көсөргәнешле ығы-зығылары менән хәтерҙә ҡалды. Олигархтар Сергей Веремеенко менән Рәлиф Сафин, республика власына дәғүә итеп, халыҡ өсөн сәйәси “тамаша” күрһәтте. Улар ҡулланған “ҡара пиар” республикала бығаса булмаған күренеш ине. Киләсәктәрен был кандидаттар менән бәйләгән кешеләр өсөн урындағы етәксенең еңеп сығыуы фажиғәгә әүерелде. Төбәк етәкселәренең халыҡ тарафынан һайланыуына тотош республика халҡы инанды.
2004 йылда Беслан фажиғәһенән һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин законды үҙгәртергә тигән тәҡдим индерҙе. Шунан һуң Рәсәй Президенты һайлауҙарҙа еңгән фирҡәләр тәҡдим иткән кандидатураларҙы төбәк парламентының ҡарамағына ҡуя башланы. Бөтә осраҡта ла Путиндың, һуңыраҡ Медведевтың кандидаттары төбәк етәкселәре булып һайланды. Әммә ҡайһы бер етәкселәр Президенттың өмөтөн аҡламаны. Халыҡ мандатын алмаған төбәк етәкселәренә демократия тәмен татыған электорат менән эшләүе ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Әлбиттә, был сара Рәсәй сәйәси даирәләренә ҡайһы бер кешеләрҙән ҡотолорға мөмкинлек бирҙе.
Был закондың демократик принциптарға яуап бирмәгәнен аңлаған Дмитрий Медведев 2012 йылда һайлауҙы киренән ҡайтарҙы. 14 октябрҙә, яңы законға ярашлы, Рәсәйҙең биш төбәгендә (Рязань, Брянск, Белгород, Амур һәм Вологда өлкәләрендә) губернатор һайлауҙары үтте. Уларҙың бөтәһендә лә “Берҙәм Рәсәй” ағзалары булған элекке губернаторҙар еңеп сыҡты. Шуға ҡарамаҫтан, 13 декабрҙә Төньяҡ Осетия парламенты етәксеһе Алексей Мечиев республикала бындай һайлауҙы үткәрергә кәрәкмәй тигән тәҡдим менән сыҡты. РФ Президенты Хакимиәте тиҙ арала закондың яңы проектын әҙерләп, 18 декабрҙә үк Дәүләт Думаһына тапшырҙы. 23 ғинуарҙа депутаттар был законды беренсе ҡарауҙа ҡабул итте.
Закон проектына ҡаршы коммунистар һәм эсерҙар сығыш яһаны. Әммә проект тауышҡа ҡуйылғас, уның һөҙөмтәләре халыҡты ғәжәпкә ҡалдырҙы: 403 тауыш ыңғай һәм 10 депутат ҡына ҡаршы булып сыҡты. Шуныһы ҡыҙыҡ: Брянск губернаторы посы өсөн көрәшкән коммунист Вадим Потомский ҙа законды хуплап сыҡты. Ун коммунистың ҡаршы булыуы бер кемде аптыратмаһа ла, “Ғәҙел Рәсәй” фракцияһы депутаттарының ҡаршы булмауын айырым политологтар: “Фирҡә үҙен тамам фашланы!” тип иҫәпләргә нигеҙ бирҙе. Ысынлап та, закон проектына ҡырҡа ҡаршы сыҡҡан Илья Пономарев менән Дмитрий Гудков тауыш бирергә ҡыйманы. Фирҡә етәкселеге икенсе көн үк был ике депутатҡа ультиматум ҡуйҙы: оппозиция ойошмаларында ҡатнашһалар, депутат мандатынан ҡолаҡ ҡағасаҡтар. Бына шулай, күренекле оппозиционер Геннадий Гудковты һәм башҡа ҡайһы бер депутаттарҙы Думанан ҡыуыу юлы менән ойошторолған “тәрбиәүи эш” арҡаһында урынлаштырылған яңы тәртип Рәсәй парламентында ошо хәл-ваҡиғаларға этәргес булды: “Берҙәм Рәсәй” фракцияһына ҡаршы сығыусылар ҡырҡа кәмене, бөттө тигәндә лә була. Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙә бер ҙур етешһеҙлек бар: кәрәк саҡта теләһә кемде, ниндәйҙер хилафлыҡта ғәйепләп, юҡҡа сығарып була. Төрлө вазифаларҙы, урындарҙы һатып алыу осраҡтары йышайҙы тигән хәбәр ҙә ишетелеп ҡала. Төп сәбәп шунда түгелме икән? Улар ғәҙел юл менән лайыҡлыларға эләкмәһә, вазифа биләгән кешеләрҙең тырнаҡ аҫтынан бысраҡ табыуы әллә ни ауыр мәсьәлә булмаясаҡ. Быны ҡапыл байып киткән олигархтар ҙа аңлап тора: заманында уларға байлыҡ ғәҙел юл менән эләкмәне. Шунлыҡтан күптәре байлыҡтарынан ҡолаҡ ҡағасаҡтарынан ҡурҡып ҡына тора.
Яңы законға ярашлы, Рәсәй төбәктәре үҙҙәренең етәкселәрен ниндәй ысул менән һайлауын үҙҙәре билдәләйәсәк. “Известия” гәзите фаразы буйынса, Кавказ республикаларында (Дағстан, Ҡабарҙа-Балҡар, Ингушетия, Чечня, Ҡарасәй-Черкес, Төньяҡ Осетия һәм Адыгей) етәксене һайлау парламенттар ҡарамағына ҡуйыласаҡ. Ҡайһы бер депутаттар был закон нормаларының төбәктәр өсөн төрлөсә булыуы берҙәм хоҡуҡи даирәне емереүгә алып киләсәгенә баҫым яһарға тырышты. Нишләптер, АҠШ-тың төрлө штатында, мәҫәлән, үлем язаһының булыу-булмауы уларҙың иҫенә төшмәй. Дағстандың да был исемлектә тороуы аптырата төштө. Декабрҙә үк уның етәксеһе Мөхәмәтсәләм Магомедов Владимир Путиндың матбуғат конференцияһынан һуң “Дағстан халҡының етәксе һайларға хәленән килә”, — тип әйткәйне. Ошо хәлдән һуң Кремлдә ғариза яҙыуҙы талап иткәндәр. 23 ғинуарҙа бөтөн республика халҡы үҙенең етәксеһен яҡлап, Махачкалала майҙанға йыйылды. Был сара Магомедовты отставканан һаҡлап алып ҡалды. Ләкин 28 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин уны, “үҙ теләге менән” эшенән бушатып, Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләп ҡуйҙы...
Мәҡәләмдең башында килтергән тарихтың кинәйәһен хәҙерге Рәсәй властарының закондарҙы бик ирекле ҡулланыуында күрәм. Ваҡытлыса маҡсаттарға өлгәшәм тип закондарҙы бик йыш үҙгәртеү хоҡуҡи йәмғиәт төҙөүгә булышлыҡ итмәй. Был хәл халыҡта закондарға ҡарата тик ышанмаусанлыҡ ҡына тыуҙыра. Һәр кем үҙенең ихтыяжы өсөн генә яраған закондар сығарыу сараһын эҙләй. Ғөмүмән, яңы Рәсәй етәкселәренең был юлда, Көнбайыш дәүләттәренә оҡшарға тырышып, бөтә нәмәне лә тик закон ҡанундары менән көйләп була тигәне дөрөҫкә тап килмәй шикелле. Закондар көн һайын тиерлек сығып тора, буталмаҫ өсөн уларға хатта исем дә бирә башланылар: “Дима Яковлев” законын ҡабул иттеләр, хәҙер “Владимир Познер” законын әҙерләй башланылар.
Һүҙемде бер фәһемле көләмәс менән тамамлағым килә. Бөхтә кейенгән ике кеше бер тыҡрыҡта һуң ғына эштән ҡайтып барған берәүҙе туҡтатып:
— Әйтегеҙ әле, һеҙ демократияға нисек ҡарайһығыҙ? — тип һорайҙар.
— Бик ыңғай, — тигән теге.
— Әйҙәгеҙ, улай булғас, граждандарҙың бәләкәй сходын үткәрәйек. (Теге риза булған). Көн тәртибенә бер һорау ҡуйыла: һеҙҙе кейемегеҙҙән һәм дипломатығыҙҙан мәхрүм итергә. Тауышҡа ҡуябыҙ: кем риза, ҡулын күтәрә.
Ике кеше ҡулын күтәргәс, теге бахыр ҡасырға уйлай. Быны туҡтатып:
— Көтөп тороғоҙ, ҡасһағыҙ, һеҙҙе үлем язаһына тарттырырға тигән һорау ҡуясаҡбыҙ, — тип тегенең әйберҙәрен һалдырып алғандар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рияз Мәсәлим
    Рияз Мәсәлим от 30.01.2013, 07:43
    Илдар туған Ғәбитовтың яҙмаларын даими уҡып барам. Ифрат үткер, бик ғәҙел яҙа Илдар ҡусты. "Башҡортостан"дың һәләтле журналистарының береһе ул, күренеп тора.
    Бик дөрөҫ яҙа Илдар Ғәбитов. Закондар иҫәпһеҙ-һанһыҙ сығарыла, ә законлыҡ илдә юҡ. Сөнки закон сығарған әҙәмдәр үҙҙәре иң элек закондарҙы боҙалар. Ябай кешегә ни әйтәһең инде, әгәр түрә-ҡара үҙҙәре мутлашалар икән?!

  2. Уҡыусы
    Уҡыусы от 30.01.2013, 12:26
    "Көн тәртибенә бер һорау ҡуйыла: һеҙҙе кейемегеҙҙән һәм дипломатығыҙҙан мәхрүм итергә."
    Илдар,мин бында бер ниндәй ҙә һорау күрмәйем. Бәлки, быны "мәсьәлә" тип атарғалыр, ә?






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 23

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 19

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 20

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 21

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 28

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 26

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 25

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 24

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 22