Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аждаһа йылы вәғәҙә итә
Өр-яңы йылға аяҡ баҫырға күп ҡалманы. Аждаһа йылының яҡшы килеүенә, көтөлмәгән табыштар, һөйөнөстәр килтерәсәгенә өмөт ҙур. Ошо көндәрҙә үҙәк матбуғат биттәрендә донъя күргән закондар бик күп ватандаштарыбыҙҙың тормошон еңеләйтер, матди хәлен яҡшыртыр тип уйлайбыҙ.
Атап әйткәндә, күңелде күтәреүсе, киләһе көнгә ышаныс тыуҙырыусы яңы ҡанундар опекун һәм попечителдәргә, балаларына алимент алыусы әсәләргә, ғүмерлек рента килешеүе төҙөгән ҡарттарға ҡағыла. Ошо хаҡта гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ҡыҫҡаса ғына таныштырып үтмәксебеҙ.

Кәмһетеүле ҡараш бөтөрөлә

Гражданлыҡ һәм Ғаилә кодекстарына төҙәтмәләр индереү халыҡтың төрлө төркөмдәренә йүнәлтелә. Мәҫәлән, яңы закон опекун һәм попечителдәргә тәрбиәләге бала өсөн тәғәйенләнгән аҡса средстволарын (пенсия, социаль пособие) бер кемдән дә рөхсәт һорап тормайынса үҙаллы тотоноу хоҡуғын бирә.
Берҙән-бер талап: тотонолған аҡса күләме дөйөм Рәсәй йәшәү минимумы дәүмәленән артмаҫҡа тейеш. Ошоғаса опекунға нимә лә булһа һатып алыу өсөн опека һәм попечителлек органынан рөхсәт алыу кәрәк булды. Һәр сығымды чек һәм квитанциялар менән раҫлауҙы талап итеү кешеләр өсөн, уңайһыҙлыҡтан тыш, кәмһетеүле ҡараш та тыуҙырҙы.
Шулай уҡ алименттарҙы индексациялау мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителде. Хәҙер, суд ҡарарына ярашлы, балаларға тәғәйенләнгән айлыҡ түләүҙәр йәшәү минимумы дәүмәленә бәйле буласаҡ. Инфляция һөҙөмтәһендә уның күләмен ҡайтанан билдәләгәндә, алименттың ҙурлығы яңынан иҫәпләнәсәк. Был айырылышҡан ир һәм ҡатындарға ғына түгел, алимент алыусы башҡа категория кешеләренә лә ҡағыла, мәҫәлән, булдыҡһыҙ балаларынан суд аша аҡсалата ярҙам алыуға ирешкән ҡарттарға ла.

Көтөп алынған ҡарар

Үҙенең торлағын аҡсалата ярҙамға һәм ғүмерлек рента килешеүҙәре буйынса тәрбиәгә алмашҡа биреүсе өлкәндәрҙе лә яңы закон үҙ ҡанаты аҫтына аласаҡ.
Уны бик күптәр түҙемһеҙләнеп, яңы өмөттәр бағлап көтөп алды. Быға тиклемге килешеүҙәргә ярашлы, 2001 йылда билдәләнгән минималь сумма ул саҡта 100 һум тәшкил иткән минималь эш хаҡы күләменә тығыҙ бәйле ине. Ун йыл дауамында ошо дәүмәл бер тапҡыр ҙа индексацияланманы. Һөҙөмтәлә бынан бик күп йылдар элек ғүмерлек тәрбиәгә алыныу тураһында килешеү төҙөгән пенсионерҙар финанс “ҡапҡаны”на эләкте.
“Мәрхәмәтлек күрһәтеүселәр” үҙҙәре теләп түләүҙе арттырмаған хәлдә уны хатта суд аша ла күтәреү мөмкинлеге булманы.
Хәҙер ғүмерлек рента килешеүе буйынса түләүҙәр төбәк йәшәү минимумынан кәм булмаҫҡа тейеш. Ә ғүмерлек тәрбиәгә алыу килешеүе буйынса түләүҙәр ике йәшәү минимумы дәүмәленә тиң. Закон көсөнә инеү менән ҡарттар алырға тейешле сумма ҡайтанан иҫәпләнәсәк. Киләсәктә түләүҙәр йәшәү минимумын билдәләү менән автоматик рәүештә яңынан иҫәпләнәсәк.

Уллыҡҡа алыусыларҙы уҡытасаҡтар

Бер нисә йыл элек дәүләт ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу, уларҙы йылы өй мөхитендә тәрбиәләү эшен әүҙемләштерҙе. Һөҙөмтәлә күп кенә төбәктәрҙә шуға ярашлы программалар барлыҡҡа килде, балалар йорттарының һаны кәмей төштө. Уллыҡҡа һәм опекаға алыу институты матбуғатта ла, телевидениела ла төрлө кимәлдә пропагандаланды.
Әммә ваҡыт шуны күрһәтте: ғаиләләр тәрбиәгә алынған балаға бәйле тыуған ауырлыҡтарҙы күтәрергә психологик яҡтан әҙер булмай сыҡты. Ҡайһы берәүҙәре, сабыйҙарҙан үҙ теләге менән баш тартып, уларҙы йәнә етем итте.
Ғаилә кодексына индерелгән төҙәтмәләр ошо ҡырҡыу мәсьәләне бер аҙ йомшартырға тейеш. Ата-әсәлеккә дәғүә итеүселәр мотлаҡ рәүештә хоҡуҡи һәм психологик-педагогик әҙерлек үтәсәк. Уҡыу программаһы һәм белем алыуҙы раҫлаған документ формаһы федераль кимәлдә раҫланасаҡ.
Баланы үгәй атайға йәки әсәйгә уллыҡҡа биргәндә, быға тиклем дә тәрбиәгә бала алынған осраҡта махсус әҙерлек үтеү кәрәкмәй.
Яңылыҡ Рәсәй балаларын уллыҡҡа алырға теләүсе сит ил граждандары өсөн ҡатмарлыҡ тыуҙырасаҡ, әлбиттә. Улар өсөн бер ниндәй ҙә иҫкәрмә ҡаралмаған.

Льготалар арта

“Рәсәй Федерацияһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индерелде. Инвалидты оҙатып йөрөүсе махсус өйрәтелгән эттәрҙе ветеринар хеҙмәтләндереүгә һәм тәрбиәләүгә киткән сығымдарҙың йыллыҡ аҡсалата компенсация күләме арттырылды, 2012 йыл башынан ул 17 420 һум тәшкил итәсәк һәм индексацияланасаҡ. Түләү тәртибен Рәсәй Хөкүмәте билдәләй.
Шулай уҡ льготаға эйә граждандарҙы дарыуҙар, медицина изделиелары, инвалид балалар өсөн махсус аҙыҡтар менән тәьмин итеү өсөн айлыҡ финанс сығымдары нормативы булдырылды. Яңы йылдан был дәүмәл айына 604 һум тәшкил итә.
Производствола бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм профессиональ сирҙәрҙән мотлаҡ социаль страховкалауға страховка тарифтары булдырыу тураһында закон ҡабул ителеүе лә күптәр өсөн һәйбәт яңылыҡ.

Шаһиттар яҡланасаҡ

Судта шаһит булып ҡатнашыусыларҙы, енәйәтселәрҙән зыян күреүселәрҙе яҡлау һәм ғүмерҙәрен һаҡлау өсөн өҫтәмә саралар күреләсәк.
Был маҡсатта шаһиттарҙы яҡлау программаһы өр-яңы ҡағиҙә буйынса финансланасаҡ. Хатта ҡайһы бер осраҡта шаһиттарҙың һәм зыян күреүселәрҙең тышҡы ҡиәфәтен, исем-шәрифен үҙгәртеү, яңы йәшәү урыны тәҡдим итеү ҙә мөмкин буласаҡ.
Һүҙ юҡ, программаны тормошҡа ашырыу өсөн мул аҡса талап ителә. Мәҫәлән, торлаҡ һатып алыуға алты миллион һум, фатирҙы ҡуртымға алыуға айына 23 мең һум түләүгә тиклем ҡаралған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә