Төпкөлдә ятҡан хазинабыҙБыл район Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан. Өфөнән — 410, Сибайҙан 135 километр алыҫлыҡта. Халҡы 16 меңдән ашыу тәшкил иткән төбәктә 20-гә яҡын милләт йәшәй. Йылайыр менән Юлдыбай — райондың иң ҙур ауылдары. Һигеҙ Советтар Союзы Геройы, ике Социалистик Хеҙмәт Геройы ошонда тыуып үҫкән. Район аша Сибай – Ира, Юлдыбай – Аҡъяр автомобиль юлдары үтә.
Иҡтисадын ауыл хужалығы һәм ағас эшкәртеү тармаҡтары тотоп тора. Ҡыҙҙарбиргән ауылы эргәһендәге 600 йыллыҡ ҡарағастар тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп ҡәҙерләп һаҡлана.
Йылайырҙар арҙаҡлы яҡташтары Фәрит Бикбулатов, Мөслим Әбсәләмов, Азат Нәҙерғолов, Фәүзиә Юлдашбаева, Миңлеғәле Нәҙерғолов, Гөлсөм Бикбулатова, Рөстәм Шәриповтар менән хаҡлы ғорурлана.
Илгиз ФӘТҠУЛЛИН, район хакимиәте башлығы:— Йылайыр — Башҡортостанда иң матур төбәктәрҙең береһе. Ҙурлығы буйынса республикала икенсе урында, майҙанының 75 проценты урман менән ҡапланған. Унда йәшәүселәрҙең күбеһе ағас эшкәртеү, умартасылыҡ менән көн күрә, яландағы хужалыҡтар төп иғтибарҙы баҫыу эшенә бүлә, ҡымыҙ етештереү, ҡошсолоҡ менән шөғөлләнә. Былтыр ағас йығыусыларҙың һәм ҡымыҙсыларҙың республика кимәлендәге конкурстары тап беҙҙә үткәрелеүе лә юҡҡа түгел. 2015 йылға тиклем республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади үҫтереү программаһы йүнәлешендә ауыл хужалығын күтәреү – беҙҙең төп бурыс. Шулай уҡ иғтибарҙы шәхси хужалыҡҡа йүнәлтәбеҙ. Күптәр мал һанын арттыра. Мәҫәлән, һөт тапшырып ҡына айына 20 мең һумдан ашыу табыш алыусылар бар. Район элек-электән умартасылары менән дан тота. Заманында барлыҡ хужалыҡтар ҙа бал ҡорто үрсеткән, хатта махсуслашҡан совхоз да булған. Хәҙер был шөғөл айырым кешеләрҙә генә ҡалды. Шулай уҡ былтыр Дмитриевка ауылында билдәле умартасы Н.П. Вершининдың шәхси хужалығында район семинар-кәңәшмәһе үтте.
Ғаилә һөт фермалары ойошторола, бөгөн улар дүртәү. Киләсәктә күрһәткес артыр, тигән ышаныстамын. Туризмды үҫтереү буйынса ла тәүге аҙымдар яһала. “Айыҡ ауыл-2011” республика конкурсында еңеү яулап, Ишбулды ауылы 200 мең һумлыҡ сертификат алды. Был аҡса ауылда мәсет төҙөтөүгә тотонола. Билдәле булыуынса, былтыр көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле, район үҙәгендә һигеҙ өй янғайны. Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың туранан-тура хәстәре менән зыян күреүселәр тиҙ арала йортло булды.
Шулай ҙа райондың иң ҙур байлығы – уның эшсән һәм тырыш кешеләре. Халыҡ аҡылына таянып, алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып эшләгәндә генә һөҙөмтәгә, уңыштарға өлгәшергә була.
Мендәрҙәргә яңы һулыш өрәТап шулай тип һөйләй йылайырҙар йәш эшҡыуар Мансур Хәбибуллин тураһында. Үҙ кәсебен асырға ҡарар иткән Мансур Нурый улының ятыраҡ йүнәлеште һайларға тырышыуы аңлашыла ла. Ҡатыны Әлфинур менән кәңәшләшкәндән һуң, район үҙәгенән бер бүлмәне ҡуртымға алып, мендәрҙе таҙартыу ҡоролмаһы йүнләп, эш башлай улар. Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһына ярашлы, субсидия алалар.
Тәүҙәрәк егеттең эше йәнле бара: мендәрен яңыртырға теләүселәрҙең иҫәбе-һаны булмай. Шуға күрә иренә ярҙамға ҡатыны ихлас ҡушыла. Башҡа ауылдыҡылар район үҙәгенә мендәр йөкмәп йөрөүҙең яйһыҙ булыуына зарланғас, Хәбибуллиндар ҡоролмаларын алып, йәйҙәрен тирә-яҡҡа сығып әйләнә башлай. Халыҡ та ҡәнәғәт, табыш та бар. Әммә һуңғы осорҙа йәш эшҡыуарҙы борсоған проблемалар ҙа йышая төшә. Электр энергияһы өсөн сығымдың ҙур булыуы, ҡуртымға алынған бүлмә хаҡының артыуы әле аяғына ныҡлап баҫырға өлгөрмәгән эшҡыуарҙың кеҫәһенә ныҡ һуға. Таҙартылған мендәрҙәрҙе көпләү өсөн дә тауарҙы үҙҙәренә һатып алырға тура килә. Эшеңдең барыу-бармауына ҡарамаҫтан, ай һайын һалым түләүе анһат түгел.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө программалар ҡабул ителә, тип яҙһаҡ та, күп урындарҙа был ҡарарҙарҙың үтәлмәүе асыҡлана. Хатта ярҙам итергә теләүселәр генә түгел, киреһенсә, ярҙан этеүселәр табылып тора. Районда тәүгеләрҙән булып яңы шөғөлдө үҙ иткән Мансур Хәбибуллиндың эше, нисек кенә булмаһын, хуплауға һәм яҡлауға лайыҡ.
Уңғандарға уңыш юлдашРайонда тәүгеләрҙән булып ғаилә һөтсөлөк фермаһы статусын Гөлнара менән Илшат Үтәшевтарҙың крәҫтиән (фермер) хужалығы алған.
Улар яҡлаған бизнес-планға ярашлы, иң тәүҙә элекке Суртанүҙәк фермаһын үҙгәртеп ҡороу, тоҡомло мал һәм яңы техника һатып алыу бурысы тора. Ғаилә башлығы Илшат Илдус улы әйтеүенсә, һәр береһе йөҙәр баш малға иҫәпләнгән һыйыр һәм быҙау аҙбарҙарына капиталь ремонт үткәреү, кәрәкле ҡорамал, симменталь тоҡомло 50 баш һыйыр малы, һөт һыуытҡыс танк, тейәгесле трактор, бесән преслағыс, сапҡыс, трактор арбаһы һатып алыу ҡаралған. Хәйер, уларҙың ҡайһылары килтерелгән дә инде.
Әлбиттә, ғаилә һөт фермаһын төҙөү өсөн тәжрибә лә кәрәк. Үтәшевтар фермерлыҡ менән күптән шөғөлләнә. Йыл һайын ҡабатланып килгән ҡоролоҡ эҙемтәләре улар сәскән баҫыуҙарҙы ла ситләтеп үтмәй. Шулай ҙа хәстәрлекле хужалар ерҙең ҡәҙерен белә: орлоҡто ваҡытында сәсеп, ярайһы уҡ уңыш алыуға өлгәшә. Улар игенселек менән малсылыҡты бергә алып барыу отошло икәнлеген дә инҡар итмәй. Етмәһә, балалары ла ярҙам итергә ашҡынып тора. Биш бала тәрбиәләгән Үтәшевтарҙың улдары Илфат менән Илһам, ҡыҙҙары Гөлназ да, ата-әсәһенең юлын дауам итеп, Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡый. Киләсәктә уларҙан бына тигән ярҙамсылар – юғары квалификациялы йәш белгестәр сығасаҡ. Илнара быйыл 10-сыны тамамлай, кинйәләре Урал әле балалар баҡсаһына йөрөй.
Яманһаҙҙа клуб яңыртыла“Район мәҙәниәт учреждениеларының матди базаһы шәптән түгел, шуға ла уларҙа күп кенә халыҡ коллективтары, үҙешмәкәр театрҙар, оркестрҙар һөҙөмтәле эшләй алмай. Муниципалитеттарҙың бурысы – ошо эште йәнләндереү, мәҙәни үҫештең туҡталыуына юл ҡуймау. Беҙҙә район һәм хужалыҡ башлыҡтарының уңыш йыйып һатыуҙан килгән аҡсаға, ауыл хужалығы техникаһы менән бер рәттән, район мәҙәниәт йорто коллективтары өсөн музыка ҡоралдары, концерт костюмдары һатып алыуына ыңғай миҫалдар бар.
Мәҙәниәт учреждениеларының матди базаһын нығытыуҙы, биналарҙы төҙөкләндереүҙе, сәхнә кәрәк-ярағын һатып алыуҙы дауам итеү зарур”.
(Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән).
Һуңғы ваҡытта Йылайыр районында мәҙәни тормошҡа иғтибарҙың артыуы һиҙелә. Ауыл мәҙәниәт йорттарында, клубтарҙа төрлө саралар йыш үтә, иң мөһиме – халыҡ теләп ҡатнаша, рәхәтләнеп ял итә. Әммә күңелде ҡырған проблемалар ҙа юҡ түгел. Күп кенә мәҙәниәт учреждениелары ошоғаса йылдар дауамында бер ниндәй капиталь ремонт күрмәй йәшәп килә. Район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, хәлде аңлап, клубтар торошо менән яҡындан танышҡандан һуң, “Маҡсатлы социаль программалар фонды”на ярашлы, мәҙәниәт усаҡтарын ремонтлау планын раҫлай. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әхмәт Айытҡолов әйтеүенсә, тап ошо программа һөҙөмтәһендә Ҡашҡар ауылында реконструкцияланған мәҙәниәт йорто ҡайтанан эш башлаған. Әле Япарһаҙ ауылында клуб, фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм китапхананы берләштергән социаль үҙәк төҙөлә. Яманһаҙҙағы мәҙәниәт йортонда ремонт эштәре тамамланыу менән, төҙөүселәр Һабыр ауылына юлланасаҡ.
Күптән түгел генә капиталь ремонт башланыуға ҡарамаҫтан, Яманһаҙҙағы объектта эш гөрләй. Иҫәнғолдан Зөфәр Ваһапов етәкселегендәге “Интеграл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөүселәре мәҙәниәт усағының нигеҙен бетонлау, йылытыу системаһын реконструкциялау, ҡыйығын тулыһынса алмаштырыу кеүек эштәрҙе тамамлап та килә. Төҙөлөш компанияһы килешеү нигеҙендә ауылдан бер нисә кешене лә йәлеп иткән. Артабан мәҙәниәт йортон эстән биҙәкләү эштәренә тотонасаҡтар. Сәхнәне ҙурайтыу, ағас ҡоролмаларҙы янғынға ҡаршы эшкәртеү, евротәҙрәләр ҡуйыу һәм ишектәр алмаштырыу, тыштан заманса сайдинг менән көпләү кеүек эштәр ҡаралған. Тиҙҙән Яманһаҙ ауылы халҡы ла заманса талаптарға яуап биргән мәҙәниәт йортона ял итергә, концерт-тамашалар ҡарарға, бында ойоштороласаҡ төрлө түңәрәктәргә бик теләп йөрөр әле.
Күмергә ихтыяж ҙурУның да ниндәйе бит! Ҡайын ағасынан ғына әҙерләнгән юғары сифатлыһы! Тәбиғәткә ял итергә сығырға йыйынаһыңмы, әллә ғаиләң менән шешлек ҡураһыңмы – рәхим итеп һатып ал Йылайыр күмерен!
Бөгөн “Йылайыр урманы” дәүләт унитар предприятиеһы биләмәһендә етештерелгән күмергә һорау ҙур. Айына 60 тонна продукция әҙерләү ҡеүәтенә эйә заводта 13 кеше эшләй. Тоҡтарға тултырылған күмер Свердловск, Ырымбур өлкәләренә оҙатыла. Алюминий менән кремний етештереүсе заводтарҙан тыш, шәхси эшҡыуарҙар ҙа үҙҙәренең сауҙа нөктәләре өсөн һатып ала уны. Предприятие директорының производство буйынса урынбаҫары В.Н. Любимов оҙатыуында күмер етештереү серҙәре менән танышабыҙ.
— Пермь крайына барып күмер яғыу технологияһын өйрәндек. Сифатлы продукция өсөн урмандан килтерелгән ҡайын ағасы сорттарға айырыла. Артабан ул тейешле үлсәмдә бысыла. Ваҡлап ярылған утынды реторталарға, йәғни ҡапҡаслы махсус мискәләргә тултырабыҙ. Тәүҙә — киптереү, аҙаҡ пиролиз камераларына оҙатыла ул. Бында иһә юғары температурала ағас күмере барлыҡҡа килә. Продукция, әҙер булғас, ҙур тоҡтарға тултырыла. Ҡатмарлы технологик процесс компьютер аша контролләнә, — ти Валерий Николаевич.
Етәкселәр яҡшы эш шарттары тыуҙырырға тырыша: ял һәм йыуыныу бүлмәләре булдырылған, ашхана ла эргәлә генә.
Күҙҙәрҙә нур һүнмәһенРайонда 10 медицина белгесе “Ауыл табибы” федераль программаһына ярашлы эш башлаған. Шуларҙың һигеҙе бер миллион һум аҡса алып, көнкүреш шарттарын яҡшыртты ла инде.
Шундай йәш белгестәрҙең береһе – Венера Ҡырымғужина Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында тыуып үҫкән, бында килеүенә һис тә үкенмәй.
— Ауылда йәшәү һәм эшләү мине ҡурҡытмай, киреһенсә, ныҡ оҡшай, — ти йәш офтальмолог.
Башҡорт дәүләт медицина университетын 2004 йылда тамамлаған белгес тыуған районында ла, Баймаҡ ҡалаһында ла эшләп өлгөргән. Тәжрибәле, мөләйем йөҙлө, алсаҡ күңелле табипҡа мөрәжәғәт итеүселәр бихисап. Көнөнә әллә күпме ауырыуҙы ҡабул иткән Венера Ильяс ҡыҙына кемдәр генә килмәй! Кескәй сабыйҙан алып оло йәштәгеләргәсә һәр береһен ентекләп тикшерә ул. Шунһыҙ булмайҙыр ҙа, сөнки күреүгә бәйле сирҙәрҙе дөрөҫ дауалағанда ғына күҙ нурҙарын һаҡлап ҡалырға, уларҙың тормошто үҙ балҡышында, тулы төҫтәрендә күреүенә өлгәшергә мөмкин. Тап шуның өсөн тырыша ла инде йәш офтальмолог.
Беҙҙең һөттөң даны барАуыл ерендә күпләп мал аҫраусыларҙың төп проблемаларының береһе – йәйен һөттө ҡайҙа тапшырырға белмәгән осор. Был йәһәттән йылайырҙарға көнләшергә генә ҡала.
2005 йылдан бирле уңышлы эшләп килгән “Йылайыр һөтө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Хәлфетдин Мәхмүтов әйтеүенсә, үҙҙәренең 25 һәм
күрше райондарҙың дүрт ауылынан һөт йыйыла. 20 кеше махсус йыйыу менән мәшғүл, эш кәрәк-ярағы йәһәтенән тәьмин ителгәндәр. Һөттөң бер литры 9 һумдан ҡабул ителә. Тауар өсөн аҡсалата иҫәпләшәләр. "Әлбиттә, һәр эштәге кеүек, һөт йыйыуҙың үҙ нескәлектәре бар. Уның сифатына иғтибар етеңкерәмәй. Айыртылғанын йәки әсегәнен ҡушып ебәреүселәр ҙә бар. Шулай уҡ йыйыусыларҙың халыҡ менән иҫәпләшкәндә алдарға маташыуы ла осрай", — ти Хәлфетдин Мәхмүтов.
Ауылдарҙан йыйылған һөт Яманһаҙҙа урынлашҡан йәмғиәткә килтерелә. Бында махсус ҡоролмаларҙа һыуытылып, сифаты, әселеге тикшереү үткәндән һуң, продукция Мәләүез һөт комбинатына тапшырыла. Киләсәктә ошонда уҡ пакеттарға тултырыу, башҡа төрлө ризыҡ эшләү ҙә күҙаллана.