Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙырға әҙерҙәр ҙә ул...
Рәсәй студенттары көнөндә борсоулы уйланыуҙар

Студенттарҙың ҡышҡы сессияһы тамамланып килгән мәл. Үҙебеҙҙең йәшлектәге бындай осорҙар байрам һымаҡ ҡына хәтергә төшә: дәрескә көн дә йөрөргә кәрәкмәй, имтиханды тапшырҙыңмы — әйҙә, рәхәтләнеп ял ит… Хәҙер өҫтәүенә күңел асып алырға сәбәп тә бар: 25 ғинуарҙа Рәсәй студенттарының рәсми байрамы билдәләнә.

Әммә хәтирәләремде борсолоу алмаштыра. Бының сәбәбе — Рәсәйҙең мәғариф тармағында барған үҙгәртеүҙәр. Үткән йыл был йәһәттән байтаҡ яңылыҡтары менән тарихҡа инеп ҡалды. Ил Хөкүмәтендә халыҡ тарафынан иң хөрт тип билдәләнгән министрға — Андрей Фурсенкоға — урын табылманы. Уның урынына Мәскәүҙәге юғары уҡыу йорттарының береһендә ректор булып эшләгән Дмитрий Ливановты ҡуйҙылар.
Яңы кешенең килеүенә халыҡ ҙур өмөт бағлағайны, әммә министрҙың бер йылға ла тулмаған эшенә шундай һығымта яһап булалыр: “яңы һепертке” Фурсенконың башланғысын дауам итеүсе генә булып сыҡты. Уның ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Рәсәй Президентынан шелтә алыуы — быға аныҡ дәлил.
Үткән йылдың ноябрь башында Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының рәсми сайтында һөҙөмтәһеҙ эшләгән дәүләт юғары уҡыу йорттарының исемлеге баҫылды. Ҡайһы берәүҙәренең бында эләгеүе һис кемде ғәжәпләндермәһә, бәғзеләренең, мәҫәлән, Мәскәү архитектура институты (дәүләт академияһы), Мәскәү дәүләт машина эшләү, Рәсәй дәүләт гуманитар университеттарының инеүе, киреһенсә, бар халыҡты хайран ҡалдырҙы. Министр Ливанов тәүҙә үҙ ҡарашын яҡларға маташты, әммә ҡайһы бер уҡыу йорттарының мониторинг һөҙөмтәһенә ҡырҡа ҡаршы сығыуы, Интернетта урынлаштырылған асыҡ хаттар, тауыш йыйыу саралары уны сигенергә мәжбүр итте. Һуңынан бәғзе белем усаҡтарының исемлектән алыныуы башҡарылған эштең бигүк ғәҙел булмауын күрһәтте.
Дәғүә белдереү сараларында Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университеты барыһын да уҙып китте. Уның ректоры билдәле сәйәсмән Сергей Бабурин министрҙың бойороғона буйһонмай, ә студенттар, баррикадалар ҡороп, яңы ректорҙы кабинетына үткәрмәй маташты. Йәштәрҙе аңларға була: үҙгәрештәрҙән һуң бюджет урындарының кәмеүе һәм түләүҙең артыуы ихтимал ине.
Был юғары уҡыу йортон Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетына ҡушыу, бер яҡтан, бик һәйбәт, сөнки яҡшыраҡ диплом алып сығаһың. Шулай ҙа әлегә эштең нисегерәк тамамланыры билдәһеҙ — Яңы йыл байрамдары һәм сессия мәле был протесты кисектереп торҙо. Үҙәк телеканалдарҙың береһендә күрһәтелеүенсә, Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университеты студенттарының Карл Маркстың кем икәнен дә белмәүе дөрөҫ булһа, “Плеханов”тың абруйына хәүеф янамаймы? Ғөмүмән, был берләштереүҙең мәғәнәһен аңлауы ҡыйын. Беренсенән, Рәсәй иҡтисад университеты “Бабуриндың балалары”н шул уҡ хаҡҡа уҡытып сығарырға тейеш; икенсенән, төп уҡыу йортонда тәүге курстан белем алған студент менән бүтән урындан килеп, шундай уҡ дипломға эйә булған кешене тиң ҡуйып булмайҙыр
Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университетында студенттар Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетындағыларға ҡарағанда биш тапҡырға күберәк (филиалдары бөтөн илгә таралған, шулай уҡ Башҡортостанда ла бар). Тимәк, уларҙы ҡушыуҙан төп уҡыу йорто отмай, киреһенсә, “һөҙөмтәһеҙ” тип табылғаны уны йота бит. Егерме ҡоралайға йөҙ кәзәне ҡушып, яңы төркөмдө “ҡоралай көтөүе” тип атап булмай инде. Рәсәй иҡтисад университетына был “көтөү”ҙе уҡытып сығарыу өсөн тиҙ арала өҫтәмә уҡытыусылар табырға кәрәк буласаҡ. Ә был, әлбиттә, еңел мәсьәлә түгел. Тимәк, уҡытыу сифаты төшәсәк.
Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университетын баҙар күҙлегенән һөҙөмтәһеҙ тип иҫәпләп тә булмай: осһоҙға ғына күмәртәләп уҡыта, дәүләт ҡаҙнаһынан әллә ни күп аҡса һорамай, ил ихтыяжына ярашлы йыл да күпләп дипломлы белгестәр әҙерләй. Дәүләт етәкселәре ошоно талап итте түгелме ни? Уйлап ҡараһаң, бөтөн донъяға тауар етештергән Ҡытай иҡтисады ла шуға нигеҙләнгән бит. Әлбиттә, сифаты насарыраҡ, әммә уныһы — икенсе мәсьәлә. Яҡшы белем бирәм тиһәң, балаларыңды сит илдәргә, әйтәйек, Швейцарияға, Бөйөк Британияға ебәр әйҙә!
Беҙҙең мәғариф етәкселәре күп йылдар буйы төп иғтибарҙы һәләтле уҡыусылар тәрбиәләүгә бүлде. Быны халыҡ-ара тикшереүҙәр ҙә иҫбатлап тора. Ә һөҙөмтә нисек? Яҡшы уҡыусыларҙың күбеһе сит илдәргә эшләргә һәм йәшәргә китте, беҙҙең Рәсәйҙең яҙмышы “өслө”гә, “дүртле”гә уҡығандарҙың ҡулына ҡалды...
Күңелде өйкәп килгән тағы ла бер мәсьәләгә туҡтап үтке килә. Дәүләт етәкселәренең: “Рәсәйҙә юғары белемле юристар һәм финанс белгестәре күбәйҙе”, — тип әйтеүенә өс тиҫтә йыл барҙыр. Халыҡтан балаларын эшсе һөнәрҙәргә уҡытыуын һорайҙар. Киң мәғлүмәт саралары аша, юғары трибуналарҙан был турала күпме генә тылҡып тормаһындар, ата-әсә балаһына юғары белем бирергә тырыша, берәүҙең дә ғәзиз кешеһенең ҡара эштә йөрөүен күргеһе килмәй. Бында уларҙың ғәйебе лә юҡтыр. Бәлки, чиновниктар хаталаналыр? Ситтән килгән берәй кеше был хәлде күрһә, һуҡ бармағын сикәһе янында борғолар ине: хөкүмәттең халҡына “һин наҙан бул” тип әйткәнен башҡа ҡайҙа ишетерһең?
Шунан аптырайҙар: йәнәһе, Рәсәй халҡы эшләргә яратмай, гастарбайтерҙар кәрәк. Хөкүмәттә ултырғас, халҡыңдың ихтыяжына яуап биргән яңы эш урындары булдыр, шунан һуң ғына инновациялар тураһында һөйлә.
Хәҙер уҡытыусыларҙың күп ваҡыты төрлө ҡағыҙ тултырыу менән үтә. Уларҙың хеҙмәтен баһалағанда ниндәйҙер яҙма күрһәткестәргә өҫтөнлөк бирелә. Юғары категориялы педагог булыу өсөн тос ҡына бер нисә папка йыйыу ҙа етә. Уҡыусылар иһә портфолио туплау менән мәшғүл. Бындай “эшмәкәрлек”тең һөҙөмтәһе шул: белем кимәле түбәнгә тәгәрәй. Бер студентымдың “знаменатель” һүҙенең нимә аңлатҡанын белмәгәне хайран ҡалдырғайны. Әгәр уҡытыусы лайыҡлы эш хаҡы алһа, ошо проблемалар үҙенән-үҙе хәл ителмәҫ инеме? “Заманса” тигән саралар яҡшы уҡытыусы өсөн бөтөнләй кәрәкмәй, насарҙарын да һәйбәткә әйләндерерлек түгел.
Ғөмүмән, мәғарифтағы үҙгәртеп ҡороуҙар (Берҙәм дәүләт имтиханы, дәүләт стандарттары, ниндәйҙер рейтингтар, конкурстар) ошо өлкәнең чиновниктары өсөн генә кәрәк шикелле. Быға ил Президенты Владимир Путин тәүгеләрҙән булып төшөндө кеүек. Ул һайлау алдынан биргән вәғәҙәләрендә уҡытыусыларға эш хаҡын ҡырҡа күтәреүҙе талап итте. Ысынлап та, балаларға белем биргән кеше төбәк иҡтисадындағы уртаса кимәлдә булһа ла эш хаҡы алырға тейеш бит, сөнки ул бер башҡа бейегерәк, ә юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы — унан да күберәк. Әгәр шулай түгел икән, дәүләт педагогтың дәрәжәһен үҙ ҡулы менән төшөрә тигән һүҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Уҡыусы
    Уҡыусы от 26.01.2013, 00:30
    Ошо проблеманы студенттар яҡшы төшөнөргә тейеш. Донъя киләсәктә уларға ҡала бит,ил яҙмышын улар хәл итә.






Башҡортостан күгендә БПЛА күргәндәр

Башҡортостан күгендә БПЛА күргәндәр 04.07.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн Краснокама районы күгендә БПЛА осоп йөрөгән....

Тотош уҡырға 19

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте 04.07.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел һәм йәшен тураһында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 16

Яҡташыбыҙ 72,2 миллион һум отҡан

Яҡташыбыҙ 72,2 миллион һум отҡан 04.07.2025 // Йәмғиәт

Уға лотереяла уңыш йылмайған....

Тотош уҡырға 20

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе 04.07.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Радий Хәбиров Антон Котяков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе...

Тотош уҡырға 21

Башҡортостанда мәғариф өлкәһендә түләүле хеҙмәттәр буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асыла
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡойма ямғыр һәм йәшен хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда республика дауаханаларының баш табиптары менән телекүперҙәр асыла

Башҡортостанда республика дауаханаларының баш табиптары менән телекүперҙәр асыла 03.07.2025 // Йәмғиәт

Ике аҙна һайын медицина округтарының үҙәк дауаханалары һәм республика дауаханалары табиптары тура...

Тотош уҡырға 28

Өфөлә түләүле парковкалар буйынса кол-үҙәккә көнөнә 100-гә яҡын шылтыратыу ҡабул ителә
Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла

Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәләүез районында йәш табиптарға торлаҡты ҡуртымға алыу хаҡы ай һайын 10 мең һум күләмендә...

Тотош уҡырға 24

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне 02.07.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан бер ҡасан да ошондай күп талантлы, сағыу йәш ғалимдарҙы ҡабул иткәне юҡ ине,...

Тотош уҡырға 55

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан 02.07.2025 // Йәмғиәт

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан...

Тотош уҡырға 27

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола...

Тотош уҡырға 28