Саммиттар ике-өс көн генә барасаҡ, әммә уларҙың файҙаһы баһалап бөткөһөҙБашҡортостан донъя әһәмиәтендәге саралар үткәреүгә әҙерләнә — Өфөлә халыҡ-ара саммиттар үтәсәк. Ошоға бәйле әле йәмғиәттә төрлө фекер йөрөй. Бөгөнгө әңгәмә аша республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары С.Т. СӘҒИТОВ мәсьәләгә асыҡлыҡ индерә.
— Салауат Тәлғәт улы, һеҙҙең менән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнеп, иңегеҙгә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелгәндән һуң осрашҡайныҡ. Ул осорҙа халыҡ-ара форумдар барышында ойоштороласаҡ саралар буйынса ла, уларҙы үткәреү урындары хаҡында ла аныҡ мәғлүмәт юҡ ине. Хатта ярҙамсыларығыҙ штаты ла төҙөлмәгәйне. Бөгөн инде ошо һорауҙарҙың барыһына ла аныҡ яуап бармы? Шул турала һөйләшәйек әле.
— Ойоштороу структураһына килгәндә, Хөкүмәттә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы менән БРИКС саммиттарына арналған махсус бүлек, эшмәкәрлекте көйләү өсөн коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошма рәүешендәге махсус дирекция булдырылды. Уларҙа, дөйөм алғанда, 20-гә яҡын кеше эшләй. Дирекцияның Мәскәүҙә лә вәкиллеге бар, сөнки күп кенә мәсьәлә тап шунда хәл ителә. Үткән өс ай эсендә беҙ төҙөләсәк объекттар, инфраструктура, юл, ҡаланы төҙөкләндереү буйынса план ҡабул иттек. Барлыҡ сараларҙың, шулай уҡ ҡунаҡтарыбыҙҙың именлеген тәьмин итеүҙең проекттарын әҙерләнек.
— Халыҡ-ара форумдарға әҙерләнеүгә һәм уларҙы үткәреүгә 60 миллиард һум самаһы аҡса тотоноу күҙаллана ине. Был йәһәттән проекттарға ниндәй ҙә төҙәтмә индерелдеме?
— Аныҡ һандар хаҡында һөйләргә иртәрәк, сөнки бөтә эштәр ҙә тамамланмаған, уларҙың ҡайһы берҙәренә үҙгәреш индереләсәк. Яҡынса иҫәп-хисап буйынса аҡсаның өстән бер өлөшө — федераль бюджеттан, тағы ла бер өлөшө республика ҡаҙнаһынан алынасаҡ һәм ҡалғанын инвесторҙар индерәсәк. Ҡунаҡханаларҙы ғына алайыҡ — барыһы ла инвестиция иҫәбенә төҙөлә.
Бынан тыш, ошо көндәрҙә Куйбышев тимер юлы етәкселеге менән килешеүгә өлгәшелде. Улар республика алдындағы бурысын, ниһайәт, үтәргә һәм Өфөләге тимер юл вокзалын төҙөп бөтөргә вәғәҙә бирә. Республиканың баш ҡалаһын көньяҡтан урап үтеүсе тимер юлды һалыу проекты тормошҡа ашырыласаҡ. Һөҙөмтәлә Өфөләге тимер юл вокзалында көсөргәнеш кәмейәсәк.
— Аэропортҡа бәйле ҡыйынлыҡтар ҙа бар ине...
— Уның буйынса "Росавиация" менән уртаҡ фекергә килдек. Улар аэродромды реконструкциялауға 2,3 миллиард һум аҡса бүләсәк. Беҙҙә әлеге кеүек 200 түгел, ә 500 кешене хеҙмәтләндерерлек өр-яңы халыҡ-ара терминал да буласаҡ. Был аҡса республикаға 2015 йылда бүленергә тейеш ине, ләкин хәҙер ул алдараҡ, йәғни 2013–2014 йылдарҙа киләсәк.
Шулай уҡ Президент Рөстәм Хәмитовтың Рәсәй Хөкүмәте башлығы Дмитрий Медведев менән осрашыуында Затон күпере тураһындағы мәсьәлә күтәрелгәйне. Әле шуны әйтергә теләйем: бөгөн башҡарылған эштәрҙең барыһы ла саммиттарға арнала. Был — заман талабы. Уларҙың барыһы ла республиканың, Өфөнөң киләсәккә ҡоролған пландары иҫәбендә ине. Саммиттар үҙенсәлекле катализаторға әүерелде.
Ҡунаҡханалар кәрәкме? Әлбиттә. Аэропортта яңы терминал да. Бөгөнгө кимәлдә ҡалһаҡ, берәүҙең дә беҙҙе партнерҙар сифатында ҡабул итмәйәсәген аңлайбыҙ. Республикаға килмәйәсәктәр ҙә. Торлаҡ төҙөлөшө саммиттарға ҡағылмай. БДУ ла мөһим форумдар өсөн түгел, ә студенттар файҙаһына яңыртыла. Бындай миҫалдар бик күп. Шуны аңларға кәрәк: саммиттар ике-өс көн дауам итәсәк, әммә уларҙың иҡтисади һөҙөмтәһе тиҫтәләрсә йылға иҫәпләнә. Башҡа халыҡ-ара сараларҙан айырмалы, беҙҙә аҫылмалы күпер йәки Владивостоктағы Алыҫ Көнсығыш федераль университеты кеүек ҙур объекттар төҙөлөү зарурлығы юҡ. Өфөлә бөтә нәмә йыйнаҡ, комплекслы буласаҡ. Ошо көндәрҙә республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың саммиттарҙы ойоштороу комитеты рәйесе, Рәсәй Президентының ярҙамсыһы Юрий Ушаков менән осрашыуында тап ошо мәсьәлә күтәрелде. Беҙ саманан тыш бер нәмә лә һорамайбыҙ.
— Ушаков ниндәй фекерҙә?
— Был йәһәттән алдыбыҙҙа торған мәсьәләләрҙе, перспективаларҙы бер төрлө аңлайбыҙ. Ул Башҡортостанға килгәндә бөтәһе лә ҡулай булды тип әйтә алмайым. Ҡаланы, объекттарҙы күрһәттек. Ушаковтың төркөмө ҡәнәғәт ҡалды. Әммә алдан уҡ планлаштырылмаған сәфәрҙәр ҙә булды. Мәҫәлән, беҙ Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай бинаһына индек. Саммиттар барышында бында матбуғат үҙәге урынлашасаҡ. Унан һуң делегация ағзалары "Башҡортостан" ҡунаҡханаһын күрһәтеүебеҙҙе һораны. Күрһәттек. Ушаков Өфөгә тәүгә килде, ҡала уға оҡшаны. Аэропорт менән Конгресс-холл да һәйбәт тәьҫир ҡалдырҙы. Объекттарҙың әлеге торошо саммиттар үткәреү өсөн ҡулай буласаҡ, тине ул.
— Әңгәмәбеҙҙең башында әйткән ҙур ойоштороу планын ҡасан күрергә мөмкин?
— Ғәмәлгә ингәс тә күрәсәкһегеҙ. Журналистар ғына түгел, барыһы ла уның менән танышыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Минеңсә, февраль баштарында. Тиҙҙән саммиттарға арналған сайт эшләй башларға тейеш, теләге булған һәр кем унан үҙен ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте юллай аласаҡ.
— Салауат Тәлғәт улы, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарын үткәреү өсөн кәрәкле аҡса ҡала һәм райондарҙың раҫланған бюджеттарынан алынасаҡ, һөҙөмтәлә байтаҡ социаль программалар юҡҡа сығасаҡ, бюджет хеҙмәткәрҙәренең былай ҙа еңелдән булмаған тормошо тағы ла ҡатмарлашасаҡ, тигән һүҙ йөрөй...
— Ысынлап та, төрлө фекерле кеше бар. Әммә райондарға һәм ҡалаларға аҡса бүлеү кәмемәйәсәк. Башҡортостан Президенты был турала күп тапҡыр әйтте. 2013 – 2015 йылдар бюджетында ҡаралған йөкләмәләрҙең барыһы ла үтәләсәк. Эш хаҡы нисек түләнгән, артабан да шулай буласаҡ. Юлдар, социаль торлаҡ нисек төҙөлгән, шулай дауам итәсәк. Нестеров музейының фонд һаҡлағысын, Ҡурсаҡ театрын, "Нефтсе" стадионын да төҙөү туҡталмаясаҡ. Иң мөһиме — аэропорт та, торлаҡ йорттар ҙа, ҡунаҡханалар ҙа, фонд һаҡлағыс та, үҙгәртеп ҡоролған Конгресс-холл да, өр-яңы заманса, барлыҡ стандарттарға яуап биргән Музыка йортона әүереләсәк "Нефтсе" мәҙәниәт һарайы ла республикала ҡаласаҡ.
— Күптән түгел Өфөлә үткән йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионатының хаталарын һәм етешһеҙлектәрен баһаланығыҙмы? Сит илдән килгән ҡунаҡтарҙың төп дәғүәләре ябай мәсьәләләрҙең, тәү сиратта тел проблемаһының хәл ителмәүенә бәйле булды. Волонтерҙар буйынса ниндәйҙер етешһеҙлек булғандыр, бәлки?
— Чемпионаттан һуң донъя күргән мәҡәләләрҙе күҙ уңында тотһағыҙ, волонтерҙар йәһәтенән хәл бик яҡшы, тип билдәләнде. Ойоштороу комитеты, техник хеҙмәткәрҙәр, волонтерҙар менән аралашыу мәсьәләһендә ҡыйынлыҡтар күҙәтелмәне. Урындарҙа хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә ойошторолдо. Ә мәҡәләләр, нигеҙҙә, "Рәсәйҙә бөтәһе лә шәптән түгел" тигән принципҡа ҡоролдо. Беҙҙә ҡағиҙәләр, йәшәү рәүеше уларҙыҡынан айырыла, шуға күрә туранан-тура сағыштырырға ярамай. Беҙ бит таксиҙа бер ҡасан да чек һорамайбыҙ. Өйрәнмәгәнбеҙ. Ә инде өфөләрҙең инглиз телен белмәүенә килгәндә, Канадала һатыусылар, таксистар һәм, ғөмүмән, бөтә кеше урыҫса һөйләшәме ни?
Волонтерҙар менән артабан да эшләйәсәкбеҙ, әлбиттә. Беҙҙә Ҡазан универсиадаһында, Сочиҙағы Олимпиадала ҡатнашасаҡ егеттәр һәм ҡыҙҙар бар. Уларҙың барыһы ла инглизсә һөйләшә. Ошо волонтерҙар Өфөлә лә эшләйәсәк.
Мәскәүҙән килгән белгестәр әйтеүенсә, эште яҡшы ойоштороу өсөн 50 кеше етә, әммә беҙ 100-ҙө әҙерләйәсәкбеҙ. Саммиттар 2015 йыл менән генә сикләнмәй. Быйылдан башлап бик күп саралар ойоштороласаҡ. Уларға волонтерҙарыбыҙ әүҙем йәлеп ителәсәк.
— Салауат Тәлғәт улы, Юрий Ушаков Өфөгә килеп ҡайтты. Проекттарҙы башлау өсөн киләһе аҙым ниндәй буласаҡ?
— Мәскәүҙә саммиттарҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитетының тәүге ултырышы булды. Унда Президентыбыҙҙың, шулай уҡ эшкә йәлеп ителгән ведомстволарҙың, шул иҫәптән федераль министрҙарҙың доклады тыңланды. Проекттарыбыҙҙың мөһимлеген һәм кәрәклеген бөтәбеҙ ҙә аңлайбыҙ, дәүләт ҡарамағындағы һәм дәүләткә ҡарамаған барлыҡ структуралар был йәһәттән беҙгә булышлыҡ итер, тип ышанам.