Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Окопта яҙылған шиғырҙар авторы
Өфөлә Матбуғат йортонда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған журналистар иҫтәлегенә мәңгелек ут яна. Улар араһында фашизмға ҡаршы ҡәләм һәм штык менән көрәшкән шағир, журналист Мазһар Абдуллиндың да исеме бар.

Мазһар Ғиләжетдин улы 1912 йылдың 29 декабрендә Салауат районының Беренсе Баҙраҡ (хәҙер ул Беренсе Иҙелбай тип йөрөтөлә) тыуып үҫкән. Буласаҡ журналист һәм шағирҙың үҫмер йылдарын күҙ алдына баҫтырыу өсөн ҡустыһы Сәғит Абдуллиндың иҫтәлектәренә күҙ һалайыҡ. Иҫтәлектәрен ул вафат булыр алдынан “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһына тапшыра.
“1924 йылға тиклем беҙҙең ауылда мәктәп булманы, – тип яҙа Сәғит Абдуллин иҫтәлектәрендә. – Атайым Ғиләжетдин, Нурғәли, Кинйәбай һәм Самат ағайҙар ауыл халҡы йыйған аҡсаға күрше Дыуан ауылынан йорт һатып ала һәм уны мәктәп итеп һала. Күрше Таймый ауылынан Фәйез Сәғәҙиевте уҡытыусы итеп саҡыралар. Фәйез Фазылович киң мәғлүмәтле була. Ул балаларҙы әҙәбиәтте, музыканы яратырға өйрәтте, үҙе скрипкала һәм мандолинала матур уйнай торғайны. Һәләтле балаларҙы артабан уҡырға димләне”.
Мазһар Абдуллин уҡыуын Өфөләге Ленин исемендәге мәктәптә дауам итә. Был уҡыу йортона ул осраҡлы ғына килеп эләгә. Үҙе ныҡышмаллыҡ күрһәтмәһә, дүрт класс белем менән тороп ҡалыр ине.
1924 йылдың авгусы. Фәйез Сәғәҙиев етем уҡыусыларҙы Өфөләге балалар йортона урынлаштырырға алып барырға йыйына. Әсәһе бик үтенгәс, Мазһарҙы ла арбаһына ултырта.
Өфөлә уларҙың барыһы ла мәктәптәргә йәки приюттарға урынлаша, тик Мазһар ғына ике арала тороп ҡала. Уны бәләкәйһең тип – мәктәпкә, ҙурһың тип приютҡа алмайҙар Ф. Сәғәҙиев үҫмерҙе ауылға кире алып ҡайтырға уйлай. Мазһар унан ҡасып, Өфөлә тороп ҡала. Ленин исемендәге мәктәп тирәһендә көн һайын уралып йөрөй торғас, мәктәп директоры Ғиләжетдин Сакаевҡа тап була. Директор уның бында йөрөү сәбәбен һораша.
Мазһар үҙенең хәлен һөйләп бирә.
— Мин Өфөгә атайымдың рөхсәтенән тыш килгәйнем. Бик тә уҡығым килә, тик мине бер уҡыу йортона ла алмайҙар. Атайым, рөхсәтһеҙ киткәс, ауылға ҡайтып йөрөмә, тине. Миңә был мәктәпте, Ленин мәктәбе, тинеләр. Ауылда уҡығанда уҡ беҙҙе, Ленинға ышанығыҙ, тип өйрәттеләр. Ә бында тәмле һәм мул ашаталар, имеш. Мин ҡайҙа барайым инде?..
Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ғ. Сакаев Мазһарҙы мәктәпкә алып инә лә секретарына:
— Был егетте V класҡа уҡырға алығыҙ, бына документтары, уҡыһын, – тип сығып китә.
Һәр саҡ белемгә ынтылған М. Абдуллин 1930 – 1933 йылдарҙа Мәскәүҙә журналистарҙың коммунистик институтында уҡый. Уны тамамлағас, Өфөгә ҡайтып, Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир вазифаһын башҡара. Алыҫ Көнсығышта хәрби бурысын үтәгәс, 1937 – 1941 йылдарҙа “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитендә мәҙәниәт һәм әҙәбиәт бүлеге мөдире вазифаһында эшләй.
Мазһар Абдуллин, ҡустыһының иҫтәлектәренә ҡарағанда, бик егәрле була. Төрлө темаға очерктар, редакцияға килгән шиғырҙарға күҙәтеүҙәр яҙа. “Салауат Юлаев” кинофильмы тураһында рецензия баҫтыра. Шиғыр яҙыуҙан тыш, ҡайһы бер урыҫ һәм сит ил яҙыусыларының әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә.
Һуғыш башланыу менән армияға алына. Танкистар мәктәбен тамамлағас, Мәскәү янындағы ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың 25 авгусында Калинин өлкәһендә Воригино ауылы эргәһендәге һуғышта батырҙарса һәләк була.
Мазһар Абдуллин – бер нисә китап авторы. “Тормош” (1933) тип аталған беренсе шиғырҙар йыйынтығында илдә һәм донъяла барған ваҡиғалар тураһында уйлана, тыуған төйәгенең матурлығына дан йырлай, кешелек сифаттарына иғтибар итә.
Кеше булғас, айырма юҡ,
Барыһы ла тигеҙ, тиһәләр,
Өҙгөләрҙәй булып асыуланам,
Көлгөм килә ундай иҫәрҙән.
“Кимәл” (1935), “Йыр сафта ҡала” (1960) китаптарындағы шиғырҙарҙа илебеҙҙә яңы тормош төҙөү темаһы төп урынды биләй. 1985 йылда сыҡҡан “Окопта яҙылған шиғырҙар” йыйынтығына совет халҡының фашизмды еңеп сығырына ышаныс, илбаҫарҙарға нәфрәт менән һуғарылған шиғырҙары индерелгән.
Тыуған илдең намыҫын һаҡлауҙан да
Артыҡ бәхет бармы донъяла?!
Ватан – әсә. Уның йәшәүе өсөн
Ҡыҙғанмабыҙ ҡайнар ҡанды ла!


Автор: Факил МЫРҘАҠАЕВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә