Хажиә яҙмаларыХаж фонды байрағын юғары сөйөп, Вәсил хәҙрәт менән Шәмсетдин хәҙрәт алға сығып баҫты. Улар аяттар уҡыны, бергәләп доға ҡылдыҡ. Шунан рупор аша етәксебеҙҙең:
– Саф! Саф! Тәриҡ, тәриҡ, әт-тәриҡ! – тигән ораны яңғыраны. Был һүҙҙәр, әйтерһең, тылсымлы булып сыҡты, ул күҙ алдында мөғжизә тыуҙырҙы: барыһы ситкә тайпылып, беҙгә юл бирҙе. Беҙ, халыҡ тулҡынын ярып, алға атланыҡ. Энә төрткөһөҙ халыҡ даръяһын йырып, баяғы тылсымлы һүҙҙәрҙе ҡабатлай-ҡабатлай, урта төшкә үттек. Ҡәғбәтулла тирәләй алтынсы ҡатҡа тәүәф ҡылғанда, беҙҙең төркөм Ҡара ташҡа яҡын уҡ килде. Етенсе ҡатҡа тәүәф ҡылғанда, ни хикмәт булғандыр, Ҡәғбәтуллаға үҙенән-үҙе юлыбыҙ асылды, күптәребеҙ Ҡара ташҡа ҡулдары менән ҡағыла алды, уны һыйпап үтергә форсат тейҙе.
– Бына беҙгә ниндәй оло бәхет насип булды! Байрам көндө Ҡәғбәтулла эргәһенә килеп, уның изге таштарына ҡағыла алдыҡ! – Ҡара ташты һыйпап үтеүҙең мәғәнәһен тәрәндән аңлаған хәҙрәттәребеҙҙең шатлығының иге-сиге юҡ ине.
Инде беҙ диңгеҙҙәй йәйрәп ятҡан халыҡ даръяһын ярып, кире ситкә сығырға тейеш. Әл-Хәрәм мәсетендәге миллионлаған кешенең көс-ҡөҙрәтен бейек тулҡындарға оҡшаттым. Нисек был даръяны йырып сығырбыҙ? Арабыҙҙа олораҡтар, хәлһеҙҙәр бар, улар был мәхшәрҙә тапалып ҡалмаҫ тимә. Тағы баяғы фарман яңғыраны:
– Саф! Саф! Тәриҡ, тәриҡ, әт-тәриҡ!
Тағы был тылсымлы һүҙҙәр хикмәте менән беҙ артыҡ таушалмай ғына халыҡ төркөмөн ярып, ситкәрәк сыға алдыҡ. Әлхәмдүлиллә, барыбыҙ ҙа теүәл, иҫән-һаубыҙ. Шунда уҡ сафҡа теҙелеп, ике рәҡәғәт тәүәф намаҙын уҡыныҡ. Инде алда Һәжәр әсәнән ҡалған йоланы үтәү – Сафа һәм Мәрүә тауҙары араһынан ете ҡат үтеү ғәмәле, йәғни сәғи ҡылыу тора, беҙ шул тарафтағы йәшел таблоға табан йүнәлдек.
Ҡасандыр был аранан, сабыйы Исмәғил өсөн ризыҡ, һыу эҙләп, Һәжәр әсә үтеүен иҫкә төшөрҙөм. Ялан аяҡтарын суйыр таштарға бәрә-бәрә, эләгеп ҡолай-ҡолай йүгереп барған әсә һыны күҙ алдыма килде. Хәҙер инде был тауҙар бина эсендә тороп ҡалып, бер-береһе менән оҙон коридор аша тоташтырылған, юлға ап-аҡ мәрмәр иҙән түшәлгән. Беҙгә Сафа—Мәрүә араһын сәғи ҡылыу күпкә еңелерәк булды. Был юлы ла ғәмәлебеҙҙе ике рәҡәғәт намаҙ уҡып тамамлап ҡуйҙыҡ. Етәкселәребеҙ:
– Инде Зәм-зәм һыуын ауыҙ итергә лә мөмкин, – тине.
Зәм-зәм! Йән-тәнеңә сихәт бирер, һыуһағанда – һыуһын, асыҡҡанда ризыҡ булыр, уй-ниәтеңә өлгәштерер ҡөҙрәткә эйә тылсымлы сығанаҡ... Күпме хыялландым һине килеп күрергә, шифалы һыуыңды сыҡҡан еренән үҙ ҡулдарым менән һоҫоп алып эсергә! Һәжәр әсәнең Аллаһҡа инаныу билдәһе, еребеҙгә килеп киткән пәйғәмбәрҙәр хикмәте булған һыу, ана, эргәлә генә. Тик унда яҡын барырлыҡ түгел. Етәкселәребеҙ тағы бер сараһын тапты:
– Ир-ат, бер рәткә теҙелегеҙ, һыуҙы апайҙарға конвейер менән ебәрәбеҙ. – Көслө заттар һыу аға торған бер бәләкәй кран эргәһенә үтеп инеп, беҙгә шундағы пластмасса стакандар менән зәм-зәм ебәрә башланы.
– Уны эскәндә ниндәй теләк теләһәгеҙ, шул ҡабул булыр, – тине хәҙрәттәребеҙ.
Йылдар буйы хыялланған изге һыуҙы Ҡәғбәгә ҡарап, доғалар уҡый-уҡый йотомлап ҡына эсеп ебәрҙек. Шул саҡ күҙ алдымда тағы Һәжәр әсәнең һыны хасил булды. «Аллаһ миңә лә Һинең кеүек күркәм сабырлыҡ бирһен, Һинең кеүек халҡым өсөн мәңге ҡалырлыҡ изге эштәр башҡарырға насип итһен», – тинем дә һыуымдың ҡалған өлөшөн эсеп доға ҡылдым. Тәрән хис-тойғонан йөрәк шәберәк типте, күҙҙәрҙән йәш атылып сыҡты. Тейешле ғәмәлдәрҙе үтәгәс, инде ашыҡмайбыҙ, танһыҡ ҡанғансы эсәйек әле зәм-зәмде тип, тағы бер-икешәр стакан алдыҡ. Ниһайәт, күңелебеҙ булды.
– Йә, ҡәнәғәтһегеҙме? – тип өндәшә беҙгә хәҙрәттәребеҙ.
– Ҡәнәғәт булмаған ҡайҙа ул, ҡәнәғәтбеҙ! Һеҙгә Аллаһтың рәхмәттәре яуһын! – тибеҙ бер тауыштан.
Һәжәр әсә – сабырлыҡ өлгөһөБүлмәбеҙгә ҡайтып, йомшаҡ түшәккә ятҡас та, ни саҡлы арыһам да, күргән-кисергәндән күҙгә йоҡо инмәне. Инде генә ойоп киттениһәм, күҙ алдымда имсәк балаһын япа-яңғыҙ көйө тау-таш араһында ҡалдырып, һыу, ризыҡ эҙләп Сафа менән Мәрүә тауҙары араһында ялан аяҡ йүгереп йөрөгән, өҫ-башы теткеләнеп бөткән зари Һәжәр торҙо.
…Аллаһы Тәғәлә Ибраһимды үҙенең пәйғәмбәре итеп һайлай һәм уға ҡәүемен иманға өндәргә бойора. Һынауҙарҙы уңышлы үтеп сыҡҡас, кешеләргә имам итеп ҡуя. Беренсе ҡатыны Сара ҡартайып бара, әммә балалары булмай. Ибраһим ғәләйһиссәләм Хаҡ Тәғәләнән ялбарып, үҙенә вариҫ булырлыҡ бала һорай. Аллаһ ҡушыуы буйынса икенсегә өйләнә. Ҡатыны Һәжәр ауырға ҡала. Йөрәгендә тыйып торғоһоҙ көнсөллөк уты ҡабынған Сара көндәшен улы Исмәғил менән әҙәм аяғы баҫмаған һыуһыҙ, ризыҡһыҙ ергә, тау-таш араһына алып барып ҡалдырырға ҡуша. Аллаһтан пәйғәмбәргә Ябраил фәрештә аша: «Эште Сара теләгәнсә башҡар», – тигән фарман килә. Шәм Шәриф тигән матур ерҙә йәшәгән Ибраһим ғәләйһиссәләм никахлы ҡатынын дөйәгә ултыртып, бик оҙаҡ бара. Бер ниндәй тереклек булмаған сүллектәрҙе үтә. Ниһайәт, таш-тауҙан ғына торған ергә килеп етә. Юғарынан әйтелгәнсә, уларҙы ошо урында йәшәргә ҡалдыра. Хәләле ихтыярын Аллаһ бойороғо тип ҡабул иткән Һәжәр һис ҡаршылашмай, тәҡдиренә буйһона. Әлхәмдүлиллә, Аллаһ ҡушҡан ауыр һынауҙы тайпылышһыҙ үтәргә үҙендә ҡаҡшамаҫ көс табып, Еребеҙҙе Зәм-зәмле итә ғәрәп ҡатыны. Бындай бөйөк сабырлыҡҡа һоҡланырға ғына ҡала беҙгә. Көндәше Сара тарафынан ҡыйырһытылһа ла, Аллаһ был ҡол ҡатынды ситкә тибәрмәй.
Ебәрелгән һынауҙарҙы уңышлы үткән Һәжәрҙең сикһеҙ тәҡүәлеге бәрәкәтенә, буласаҡ Исмәғил пәйғәмбәр хөрмәтенә Аллаһ, тау-таш йөрәген ярып, ер өҫтөнә изге шишмә урғылта. Һәжәр изге һыуҙы устарына алып, уны Зәм-зәм тип атап, иң башлап сарсаған улына эсерә. Һыу уларҙың һыуһынын да ҡандыра, тамағын да туйҙыра. Аҙаҡ был ергә ғәрәп милләтле Йемен сауҙагәрҙәре килеп урынлаша. Улар Һәжәр әсәне бик хөрмәт итә, Исмәғилдең пәйғәмбәрлеген таный. Күрәһең, изге эш шулай икһеҙ-сикһеҙ ғазап, мең төрлө михнәт аша ҡылыналыр ҙа кешелек донъяһына мәңгелек бәрәкәт итеп тапшырылалыр.
Был тарихи риүәйәттең бик боронғо икәнен белһәм дә, минең өсөн барыһы ла кисә генә булған кеүек тойолдо. Йәш әсәне йәлләүҙән күҙҙәремдән йәш аҡты.
– Эй, Раббым, Аллаһым, Һәжәр әсәнең урындарын йәннәттең иң түренән ит! – тип доға ҡылдым да йоҡоға талдым. Төшөмдә Һәжәр әсә – ул мин икән, тип күрәм. Сабыйым ашарға, эсергә һорап, тәҡәт иттермәй илай. Ни ҡылырға белмәйем. Йөрәгем әрнеп килеп уяндым.
Балаларым күптән үҫеп, буй еткерһә лә, ошоға тиклем ҡолағымда сабый тауышы сыңлап тора. Бала илағанын ишетһәм, минеке түгелме икән, тип һиҫкәнеп ҡуям. Шуғалыр, ахырыһы, бөгөн йөрәгемә яҡын ҡабул иткәнем Аллаһы Тәғәлә пәйғәмбәр итеп нарыҡларлыҡ улан үҫтереүгә өлгәшкән, еребеҙҙе Зәм-зәмле иткән, сабырҙарҙан-сабыр, иманлыларҙан-иманлы Һәжәр әсәнең фиҙаҡәр яҙмышы булды.
Күҙемә йоҡо инмәй ятҡанда мине тағы бер һорау ҡыҙыҡһындырҙы: Зәм-зәм урғылып сығыуға нисә мең йыл үтте икән? Ибраһим, Исмәғил пәйғәмбәрҙәрҙән һуң, Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә тиклем Ер йөҙөнә йәнә ун туғыҙ пәйғәмбәр килеп киткән. Һуңғы пәйғәмбәребеҙ тыуыуға ла 1487 йыл тулды. Нисә мең йыл бер туҡтауһыҙ урғыла икән был изге шишмә? Кәмендә ете-һигеҙ мең йыл барҙыр. Ошо тиклем дәүерҙә һыуы кәмемәй, ҡоромай ағып ятҡан тағы берәй шишмә билдәлеме икән Ер йөҙөндә? Беҙҙең Башҡортостанда иһә йыл һайын әллә нисә шишмә ҡорой. Әйткәндәй, улар ҙа бит ерҙә Аллаһ ҡөҙрәте менән барлыҡҡа килгән. Улар ҙа шулай оҙон ғүмерле булһын өсөн беҙгә ниҙәр эшләргә һуң? Әллә ғәрәп туғандарҙан һыу ҡәҙерен белергә өйрәнергәме? Шишмәләр күп, һыу мул, тип уны исрафларға ярамауы тураһында Ҡөрьәндә лә әйтелә.
Мина үҙәнендәӘл-Хәрәм мәсетендәге тейешле ғәмәлдәрҙе үтәп сыҡҡас, иртәгәһенә беҙҙе Минаға, Аллаһ ҡушыуы буйынса Ибраһим пәйғәмбәр улы Исмәғилде ҡорбан итеп салырға килтергән ергә, алып барҙылар. Унда бик матур йыһазландырылған палаткаларға урынлаштырҙылар. Бынан бер нисә йыл элек хажда булған Клара исемле апай хайран ҡалды:
– Үәт, әй! Элек килгәндә Минала беҙ асыҡ һауала, ҡаҡ таш өҫтөндә йоҡлап йөрөгәйнек. Ә быйыл ҡайһылай яҡшы итеп йүнәткәндәр.
Өсөнсөгә хаж ҡылырға килгән Вера тигән апайҙың да ғәжәпләнеүенең иге-сиге булманы:
– Һай, рәхмәт төшкөрҙәре, был тиклем эште нисек башҡарып сыҡҡандарҙыр.
– Хаж фондының хәстәрлеге, унда эшләп йөрөгән йәш хәҙрәттәрҙең тырышлығы, – тине аранан берәү.
– Аллаһ үҙҙәренә сауаптарын насип итһен. Ҡайҙа барһаҡ — уңайлы автобустар. Гөлт итеп торған ҡунаҡхана. Бушлай ашатыу-эсереү. Беҙҙе бигерәк ҡәҙерләйҙәр.
Ул арала баш осонан геүләп самолет осоп үтте, артынса вертолет тауышы ишетелде. Ҡыҙыҡһыныусан бер нисә ханым, палатканан сыға һалып, хәлде белешеп инде.
– Палаткалар өҫтөнән осалар, беҙҙе һаҡлайҙар, буғай.
Ысынлап та, беҙ Минала булған көндәрҙә гел шулай самолеттар осоп, тирә-йүнде күҙәтеп йөрөнө. Быны беҙ Сәғүд Ғәрәбстаны хөкүмәтенең хаж ҡылырға килеүселәрҙең хәүефһеҙлеге тураһында хәстәрлеге тип аңланыҡ.
Коридор һымаҡ ергә йәм-йәшел балаҫтар түшәлгән, ҙур-ҙур электр сәйнүктәре ҡайнап ултыра. Эҫелә һыуһап килгән кешеләргә был бик тә килеште. Рәхәтләнеп сәй эсеп алдыҡ. Тәһәрәттәребеҙҙе яңыртып, палаткаларҙа йәмәғәт менән бергә намаҙ уҡыныҡ. Бындағы тәһәрәтханаларға айырым туҡталыу кәрәктер. Кемдең кемлеген белгең килһә, уның тәһәрәтханаһын күр, тигән бер аҡыл эйәһе. Ғәрәптәрҙә был йәһәттән, мосолман әҙәбенә ярашлы, бик таҙалар. Тәһәрәтханаларҙа кәрәкле бөтә шарттар булдырылған: теләйһең икән, ғөсөл ҡойон, кәрәкһә, кер-фәләнеңде йыуып ал — хөрриәт.
Иртәгәһен ҡояш сығыу менән, тәҡбирҙәр һәм тәлбиәләр әйтә-әйтә, Ғәрәфәт тауына йүнәлдек. Унда оҙаҡ итеп тәүбә-истиғфарҙар ҡылып баҫып торҙоҡ.
Яҡындарым, дуҫ-иштәрем, үҙ теләк-ялбарыуҙарын яҙып, бик күп хат биреп ебәргәйне, өйлә намаҙынан алып икендегә тиклем шуларҙы уҡып, һәр береһенә доға ҡылып ултырҙым. Барлыҡ изге теләктәрен Аллаһ ҡабул итһен ине. Уларҙың үҙҙәренә лә Мәккәгә килергә насип булһын, тинем.
Хәҙрәттәр беҙгә:
– Ҡалҡып торған анау бейек тау Джәбәл әр-Рахмәһ (Рәхмәт тауы) тип атала. Пәйғәмбәрҙәр хаж ҡылғанда шунда күтәрелеп доға уҡый торған булған, – тине.
Китаптарҙан Рәхмәт тауында теләк ҡабул була, тип уҡығайным. Изге тауға оҙаҡ текләп торҙом. Ап-аҡ кейемле хаж ҡылыусылар тауҙың иң башына тиклем менеп еткән, барлыҡ ерен һырып алған. Нисек ундай бейеклеккә күтәрелгәндәрҙер, нисек ҡоламай баҫып тораларҙыр? Минең дә ҡапыл шунда барғым, бер ташына баҫып теләк теләгем килде. Етәксебеҙ: "Унда барып йөрөмәгеҙ, ҡурҡыныс, таштары ысҡынып китеп, ҡолап үлгән кеше күп", — тип ҡурҡытып ҡуйғайны. Аллаһ теләмәгән эш булмаҫ, тинем дә бер яңғыҙым Рәхмәт тауына илтә торған шоссеға сыҡтым. Изге тауға доға ҡылырға барыусы халыҡ икһеҙ-сикһеҙ даръя булып ағыла ла ағыла, хәс тә элекке беҙҙәге демонстрациялар кеүек. "Даръя" мине тиҙ үк Рәхмәт тауы итәгенә килтереп еткерҙе. Тар ғына һуҡмаҡ буйлап ныҡышып-ныҡышып тауға күтәреләм.
Ныҡышам, сөнки Аллаһтан һорай торған үтенес-ялбарыуҙарым ифрат күп. Бына мин апаруҡ бейеккә менеп еттем. Артабан юл быуылған, аяҡ баҫырлыҡ та урын юҡ. Бер ҙур ғына ташҡа шыпланып ултырғандар, мин дә бер ситенә терәлдем. Ҡарайым: бөтәһе доға ҡыла, Ҡөрьән уҡый. Мин дә доғаларымды уҡып, юлда уйлап килгән үтенестәремде теҙә башланым. Иң беренсе ниәтем — туған халҡым өсөн һорау.
Ошондай бер хәҙис бар: Аллаһ әйткән, ти: «Эй, кешеләр, мин тәғәйенләп биргән ерҙе ҡәҙерләп тота белмәһәгеҙ, яттар килеп баҫып алыр ҙа хужа булыр. Үҙ ерегеҙгә үҙегеҙ хужа булығыҙ». «Халҡыма үҙ еренә үҙе хужа булырлыҡ көс-ҡеүәт бир. Иманлы, булдыҡлы йәштәр үҫһен. Ололары әҙәпле-тәүфиҡлы булып, өлгө күрһәтһен. Аллаһ биргән йәннәттәй ергә мәңге хужа булып, байлыҡта, байманлыҡта йәшәһәк ине», – тинем. Аллаһ ишеткәндер ялбарыуымды — күңелемә шулай тойолдо. Тик тәүәккүл кәрәк, тип әшкәрткәндәй булды Жабраил фәрештә. Нимә ул тәүәккүл? Мәғәнәһе шулай: маҡсатҡа өлгәшер өсөн Аллаһтан һорарға; ул ярҙамсыл, юлдарыңды асыр. Үҙеңә лә мөмкин булғандың барыһын эшләргә, тырышырға кәрәк. Шул саҡ теләгән теләгеңдең ҡабул булырына өмөт бағлай алаһың.
(Дауамы. Башы 3-сө һанда).