Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Барҙың ҡәҙерен белмәйбеҙ, йәки Сәләмәт тормошто һанға һуҡмаусылар араһында үлем осрағының 20 процентҡа артыуы ихтимал
Барҙың ҡәҙерен белмәйбеҙ, йәки Сәләмәт тормошто һанға һуҡмаусылар араһында үлем осрағының 20 процентҡа артыуы ихтималҺуңғы осорҙа ватандаштарыбыҙҙың һаулығын һаҡлауға бәйле саҡырыу-күрһәтмәләр, борсолоуҙар, хатта сенсацияға торошло хәбәрҙәр йышыраҡ ишетелә. Мәҫәлән, Рәсәй Президенты В. Путиндың халыҡтың ғүмер оҙайлығын арттырыуға һәм медицина хеҙмәте күрһәтеүҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән указдарына, федераль министр В. Скворцованың 2015 йылда төп медицина ярҙамы түләүһеҙ буласаҡ тигән белдереүенә шикләнеп ҡарау һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса әҙерләнеүсе яңы стандарттар – шулар рәтендә. Ошоларға һуңғы өс-дүрт айҙа үткәрелгән рәсми һәм ярым рәсми сараларҙы ла өҫтәһәң, тармаҡ яҙмышы властарҙың иғтибар үҙәгендә тора, тигән фекер тыуа.

Сентябрь урталарында Мәскәүҙә БДБ илдәренең «Халыҡ һаулығы – милләттең сәскә атыуы нигеҙе» тигән дәүләт-ара форумы эшләне. Күргәҙмәләр залындағы сараны ойоштороусыларҙың барыһын да һанап сығыу өсөн байтаҡ ваҡыт кәрәк булыр ине. Мөһимдәре араһында, профилле министрлыҡтан тыш, Мәғариф, Мәҙәниәт, хатта Сит ил эштәре министрлыҡтары ла күренә. Баҡтиһәң, илдә һаулыҡ һаҡлауҙың торошо һәм сәләмәт йәшәү өлгөһө тәрбиәләү проблемалары буйынса форумдарҙы «Милләт һаулығы лигаһы» Бөтә Рәсәй ижтимағи ойошмаһы йыл һайын үткәреп килә икән.
Форумдағы сығыштарҙан аңлашылыуынса, бөтөн донъя халыҡтары сәләмәт тормош ҡанундарын боҙоу арҡаһында бик күп сирҙән интегә. Белгестәр шәкәр диабеты, яман шеш, һимереү, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының айырыуса хәүеф тыуҙырыуын билдәләй. Ғәҙәттә, бындай сирҙәргә спиртлы эсемлек, тәмәке ҡулланыусылар, теләһә нисек туҡланыусылар һәм хәрәкәтләнергә яратмағандар дусар була. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 60 йәшкә тиклемгеләрҙең 90 проценты йоғошһоҙ сирҙәрҙән донъя ҡуя. Ваҡытһыҙ үлем осраҡтарының 12 проценты – эскелеккә, 17-һе – тәмәке тартыуға, 13-ө дөрөҫ туҡланмауға бәйле, 10 проценты ғына нәҫелдән күскән сәбәптәр менән аңлатыла. Дәүләт-ара форумда билдәләнеүенсә, хәл артабан да үҙгәрешһеҙ ҡалһа, яҡын йылдарҙа сәләмәт тормошто һанға һуҡмаусылар араһында үлем осраҡтарының 20 процентҡа артыуы ихтимал. “Утро.ру” сайтының хәбәренә ҡарағанда, дүрт көн дауам иткән сарала сәләмәт тормошто пропагандалаған, насар ғәҙәттәргә ҡаршы һәм йоғошһоҙ ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса милли программалар ҙа күрһәтелгән.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы сараларҙың үтә йыш үткәрелеүе, моғайын, хөкүмәт алмашыныуға бәйлелер, тигән фекер тыуа. Октябрь урталарында Ҡазан ҡалаһында йоғошһоҙ ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм сәләмәт тормош алып барыу мәсьәләләре буйынса ойошторолған халыҡ-ара форумда, “Парламентская газета” хәбәр итеүенсә, 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан, 82 доклад уҡылған. Форумға мөнәсәбәт белдереп, гәзит "Ҡазандың иң ҙур конференц-холында ҡунаҡтарға урын етмәне" тип яҙа. Ватан медицинаһының киләсәге менән ҡыҙыҡһыныусылар араһында юғары дәрәжәле чиновниктарҙан һәм тармаҡ әһелдәренән тыш, АҠШ, Бөйөк Британия һәм Грециянан да ҙур медицина үҙәктәре вәкилдәре булған.
Дәүләт Думаһы рәйесенең беренсе урынбаҫары А. Жуков сығыш яһап, әле закон сығарыусылар медицина ярҙамы күрһәтеүҙең дөйөм милли стандарттарын булдырыу өҫтөндә эшләй, тип белдерҙе. Әйткәндәй, күптән түгел “Новые известия” гәзите, тап ошо хәбәргә һылтанып, түбәндәгеләрҙе яҙып сыҡты: һуңғы бер нисә йылда “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн 300 миллиард һум тотонолған. Һөҙөмтәлә халыҡтың тәбиғи кәмеүе – 3,5 тапҡырға, сабыйҙарҙың үлеме – өстән бер өлөшкә, ә әсәләрҙеке 13,4 процентҡа аҙайған.
10 мең клиникаға заманса диагностика ҡорамалдары һатып алынған, 1,2 мең медицина учреждениеһы ремонтланған, 33-ө төҙөлөп бөткән, 191 мең ҡорамал, 8,5 мең “Ашығыс ярҙам” машинаһы өҫтәлгән. Әммә А. Жуковтың: “Кеше ҡайҙа ғына йәшәмәһен — ҡалаламы, ауылдамы – бер үк дәрәжәлә сифатлы медицина ярҙамына хоҡуҡлы”, — тигән фекере шик тыуҙыра, сөнки ул бик күп социаль сәбәптәргә, шул иҫәптән финанс сығымдарына бәйле.
Медицина хеҙмәте күрһәтеүҙең яңы стандарттарын өлөшләп 2013 йылда уҡ индерә башлау күҙ уңында тотола. Мәҫәлән, мотлаҡ медицина ҡарауы тергеҙелә: бер йәшкә тиклемгеләрҙе даими күҙәтеп торасаҡтар, 18 йәше тулмағандар йыл һайын диспансерлаштырыу үтһә, оло йәштәгеләргә табип ярҙамын йәшенә һәм һаулығына ҡарап күрһәтеү тәртибе индерелә. ”Закон сәләмәт тормош өлгөһө өсөн шарттар тыуҙыра ала”, – тип белдерә “Парламентская газета” хәбәрсеһе И. Губин. Әммә был фекерҙең дә ысынбарлыҡҡа тап килеүе икеле. Мәҫәлән, Өфө урамдарында аҙым һайын осраған тәмәкесене, иртә-кис һыра шешәһе имеп йөрөгәндәрҙе, ә магазиндарҙа өсәр, хатта бишәр литрлыҡ һауытта һыра һәм тәмәке һатып алған ҡатын-ҡыҙҙы күргәндән һуң ундай оптимизмға бөтөнләй урын ҡалмай.
Американан доктор Эван Лиҙың түбәндәге фекере тәрән мәғәнәле: “Форумда бик күп аҡыллы идея яңғыраны, тик уларҙы нисек ғәмәлгә ашыра алырһығыҙ икән? Беҙҙә, шулай уҡ Европала ла, медицина өлкәһендә шәхси-дәүләт партнерлығы эш итә. Теге йәки был ойошма килеп тыуған проблеманы закон ижад итеү кимәленә күтәрергә хоҡуҡлы”. Рәсәйҙә быларҙың береһе лә юҡ, ватан медицинаһы әле лә үҙе өсөн тейешле шарттарҙы күптән тыуҙырған чиновник ихтыярына ҡарап тора. Фекерҙең американ ауыҙынан сығыуының да сәбәбе бар: Ҡушма Штаттарҙа һаулыҡ һаҡлауға тотонолған сығымдар тулайым эске продукттың 17,9 процентын тәшкил итә, йәғни Рәсәй кимәленән 20 тапҡыр самаһына күберәк. Ә АҠШ-тың тулайым күрһәткесе лә байтаҡҡа юғары бит. Дөрөҫ, министр В. Скворцова 2020 йылда медицинаға 6,8 триллион һум бүленәсәк тип өмөт уята. Тик әлегәсә ете йылдан Ер шарында ниҙәр буласағын фаразларға бер кемдең дә батырсылыҡ иткәне булманы.
2015 йылдан Рәсәйҙә медицина хеҙмәте бушлай күрһәтеләсәк, тигән фекергә лә күптәр шикләнеп ҡарай. Хатта ышанмаусылар ҙа бар, сөнки бының өсөн йыл һайын һаулыҡ һаҡлауға ҡаҙнанан 1,5 триллион һум бүленеүе мотлаҡ. 2012 йылда тармаҡ сығымдарының ни бары 680 миллиард һумға (ТЭП-тың 0,9 проценты) етеүе, ә артабанғы ике йылда 0,4 процентҡа төшөүе хатта иң көслө оптимистың да рухын һүндерергә һәләтле. Дөрөҫ, оборона сығымдары (ул йылына 2,1 триллион һум) кәметелһә, бәлки, маҡсатҡа өлгәшелер ҙә, ти белгестәр.
Рәсми мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, идара даирәләре тармаҡтың технологик яғы менән күберәк мауыға. Мәҫәлән, сит илдәрҙән ҡиммәтле медицина ҡорамалдары һатып алыуҙағы коррупцияның нисек “ҡул уйнатыу”ын күптәр телевизор аша ла яҡшы белә. Ә йыш ҡына ҡайтарылғандары ла файҙаланылмай, саң баҫып ята. Рәсәйҙең Атҡаҙанған табиптар ассоциацияһы генераль директоры Л. Архипенконың: “Ҡорамалға заказды табиптарҙың үҙҙәре биреүе мотлаҡ, бындай осраҡта уларҙың файҙаланыласағына шик ҡалмай”, – тигән тәҡдиме, ысынлап та, иғтибарға лайыҡ.
Әммә һәр эшкә маһир ватан чиновнигы был даирәлә үҙ белдеге буйынса эш итергә күнеккән һәм, күренеүенсә, хаталарҙан бигерәк еренә еткермәүе менән яманатлы. АҠШ тәжрибәһе, ысынлап та, баһалап бөткөһөҙ иғтибарға лайыҡ. Халыҡ һаулығы тураһында йәмәғәтселектең үҙе генә тулыһынса хәбәрҙарлығы бәхәсһеҙ, һәм тармаҡтың эшмәкәрлеген йәнләндереү, милләттең һаулығын һаҡлау буйынса иң йоғонтоло сараларҙы граждандар үҙҙәре генә эшләргә һәм ғәмәлгә ашырырға һәләтле. Әлбиттә, иң элек — сит илдәр тәжрибәһенә мөрәжәғәт итеп һәм Ватан ерлегендәге мөмкинлектәрҙе, менталитетты иҫәпкә алып.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872