Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Журналистарҙың төп байрамы
Уҡыусыларыбыҙ хаттарында: “Тормошобоҙҙо гәзит-журналһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Баҫмалар — тәрбиәсе лә, кәңәшсе лә, эшебеҙҙә ҙур таяныс та”, — тип йыш яҙа. Осрашыуҙарҙа ла ошондайыраҡ фекерҙәрен еткерәләр. Матбуғат өлкәһендә эшләүселәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәтенә ҡарата ла халыҡтың баһаһы ҙур һәм ғәҙел.
Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу гәзит һәм журнал редакцияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн дә әһәмиәтле. Шул уңайҙан, барлыҡ ҡәләмдәштәребеҙҙе ҡотлап, бер нисәһенә “Рәсәй матбуғатының бөгөнгө хәленә бәйле һеҙҙе ниндәй мәсьәләләр ҡыуандыра һәм борсой?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Әмир ӘМИНЕВ, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире:
— Хәҙер һәр кемдең үҙ уй-фекерен, теләк-тәҡдимен гәзит һәм журнал аша халыҡҡа еткерә алыуы — Рәсәй матбуғатындағы ыңғай күренеш. Халыҡтың шулай тауышын юғары даирәләргә лә ишеттерә алыуы йәмғиәттең үҫеше өсөн дә һәйбәт.

Гөлназ ҒӘЛИУЛЛИНА, “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзитенең директоры (мөхәррире):

— Иң элек гәзит-журналдарҙы таратыу мәсьәләһе борсой. Беҙ, уларҙы нәшер итеүселәр, баҫмаларҙың хужалары ҡулына һуңлап барып етеүенең сәбәптәрен беләбеҙ, әммә әлегә ыңғай хәл ителеүенә өлгәшә алмайбыҙ. Уҡыусыларыбыҙҙың шул юҫыҡта дәғүә белдереүе урынлы.
Ҡайһы берәүҙәр гәзит-журналдарҙы Интернет һәм башҡа замана технологиялары ҡыҫырыҡлай, киләсәге юҡ тип фаразлаһа ла, барыбер һәр баҫманың үҙ уҡыусыһы буласаҡ, тип уйлайым.

Фәнүзә БАҺАУЕТДИНОВА, “Ашҡаҙар” ижад берекмәһенең бүлек мөхәррире:
— Радиола “Матбуғат” программаһын алып барыусы булараҡ, ҡыуандырған да, күңелде ҡырған да мәсьәләләр тураһында йыш уйланам. Рәсәй матбуғатында күберәк тормоштоң кире яҡтарын сағылдырған мәҡәләләр, реклама аша аҡса эшләү өҫтөнлөк ала бара. Нигеҙҙә, милли рух, быуындар бәйләнеше хаҡындағылары онотолғандай, тарихҡа бәйле проблемаларға ҡарата битарафлыҡ күҙәтелә, тип уйлайым һәм шуға тәрән борсолам.

Заһит СӘФӘРҒӘЛИН, Баймаҡ районының “Һаҡмар” гәзите мөхәррире:

— Мине милли баҫмаларҙың артыуы ҡыуандыра. Шулай уҡ һәр журналист үҙ фекерен ҡыйыу еткерә ала. Йәнә заман технологиялары менән эш итергә ҙур мөмкинселек тыуыуы һәйбәт, рәхәтләнеп ижади эшлә генә. Шул уҡ ваҡытта уйландырған мәсьәләләр ҙә аҙ түгел. Мәҫәлән, әсә телендә нәшер ителгән гәзит-журналдарҙы алдырып уҡыусыларҙың аҙайыуы борсой.

Юлия МЫРҘАБУЛАТОВА, Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе:

— Республика һәм район матбуғат саралары аша йәмғиәттәге, әйләнә-тирәләге, ғөмүмән, донъяуи хәл-ваҡиғаларҙы ваҡытында белеп барабыҙ. Журналистар сәйәсәт, иҡтисад, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф мәсьәләләрен баҙыҡ һәм аңлайышлы итеп яҡтырта.
Тормошобоҙҙа проблемалар ғәйәт күп, шуға күрә баҫмаларҙа уларҙы хәл итергә ярҙам иткән, үткер телле мәҡәләләрҙе йышыраҡ күрге килә.




Тарихтан:


Бынан теүәл 310 йыл элек 1703 йылдың 13 ғинуарында батша Петр Беренсенең бойороғо буйынса Рәсәйҙә тәүге гәзит — “Ведомости” донъя күрә. Баҫма йә Мәскәүҙә, йә Санкт-Петербургта нәшер ителә. Шулай уҡ уның аныҡ ҡына атамаһы ла булмай, “Ведомости”, “Российские ведомости”, “Ведомости Московские” исемдәре менән сыға.

1870 йылдың 1 ғинуарынан юғарынан фарман менән тәжрибә рәүешендә почта учреждениеларында баҫмаларҙың руссаһына ла, сит илдәрҙекенә лә яҙылырға рөхсәт бирелә. Был матбуғатҡа яҙылыуҙы үткәреү тураһындағы тәүге ҡарар була.

1917 йылдан һуң ошо байрам 5 майға — тәүге совет гәзите “Правда” донъя күргән көнгә күсерелә һәм “Совет матбуғаты көнө” тип үҙгәртелә. 1992 йылда ил Президенты указы менән “Рәсәй матбуғаты көнө”н байрам итеү яңынан тарихи яҡтан дөрөҫ датаға — 13 ғинуарға ҡайтарыла.


Автор: Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә