Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иғтибар үҙәгендә – Асҡын районы
Иғтибар үҙәгендә – Асҡын районыЯнып йәшәй Танып халҡы

Район иҡтисадының төп йүнәлештәренең береһе — ауыл хужалығы. Климат шарттары ауыр булһа ла, был тармаҡ эшсәндәренең һынатҡаны юҡ. Барлығы 17 ауыл хужалығы предприятиеһы, 63 крәҫтиән (фермер) хужалығы иҫәпләнә. Уларға бөтәһе 94127 гектар ер ҡараһа, шуның 33590-ы — һөрөнтө баҫыуҙар. Күпселек хужалыҡтар малсылыҡ йүнәлешен һайлап алған. Шуға ла көҙҙән 2500 гектарҙа ужым культуралары сәсеп ҡалдырғандар. Ҡышҡылыҡҡа 2850 тонна бесән әҙерләнгән, 11000 тонна сенаж һалынған. "Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаһында ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү", "500 ферма һөт-тауар фермаларын комплекслы яңыртыу" һымаҡ программалар буйынса эш әүҙем алып барыла.
Райондың иң ҙур байлығы — урман. Ул биләмәнең 133 мең гектарын алып тора. "Йәшел ҡалҡан"ды һаҡлау, шулай уҡ урман культураларын ултыртыу эштәрен "Асҡын урманы" дәүләт унитар предприятиеһы эшселәре башҡара. Быйыл, мәҫәлән, 215 гектар майҙанда йәш ағас үҫентеләре ултыртылған. Питомниктарҙа 2,6 гектар ерҙә үҫентеләр өсөн орлоҡ сәселгән. Хәҙер урманды файҙаланыу хеҙмәте үҙгәргән: был эште берәм-һәрәм башҡарып булмай. Шуға файҙаланыусыларҙан коммерция булмаған ойошмалар төҙөлөп, оҙаҡ йылдарға 38 мең гектары ҡуртымға бирелә. Үҙ сиратында был саралар ағас әҙерләү һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Иғтибар үҙәгендә – Асҡын районы2005 йылда асылған, заманса төҙөлгән "Танып" шифаханаһын да билдәләргә кәрәктер. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә унда 35 мең кеше һаулығын нығытҡан. Әйткәндәй, бында Башҡортостандан ғына түгел, бөтөн Рәҙәйҙән, хатта сит илдәрҙән дә күпләп киләләр.
Республика етәкселеге ярҙамында район иҡтисадына инвестициялар һалыу ҙа йылдың-йылы арта. Дөйөм алғанда, бөгөн 35 объектта эш бара. Төрлө сығанаҡтан 500 миллион һум бүленгән. Быларға физкультура-һауыҡтырыу комплексы, балалар баҡсаһы, "Танып"тағы төҙөлөштәрҙе, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендәге ремонтты, юл төҙөү һәм башҡа төҙөлөш, йүнәтеү эштәрен индереп була.
Районда 16 мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы (10-ы — филиал), 28 дөйөм белем биреү (13-ө — филиал) мәктәбе бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар һаны кәмей, ләкин шуныһы ҡыуаныслы: йәштәрҙең юғары белем алыуға ынтылышы көслө. Мәҫәлән, 2011 йылда барлыҡ сығарылыш уҡыусыларының — 64,5, ә әле 69,7 проценты илдең төрлө тарафында белем алыуын уңышлы дауам итә.
Һаулыҡ һаҡлауға ныҡлы иғтибар бүленә. Асҡын район үҙәк дауаханаһынан тыш, участка дауаханаһы, ике ауыл амбулаторияһы, 40 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Был өлкәлә "Һаулыҡ" милли проекты, башҡа төр программалар тормошҡа ашырыла.

Иғтибар үҙәгендә – Асҡын районы"Элеккеһен һаҡларға, яңыһын булдырырға тырышабыҙ..."

Иртәнге һауымға өлгөрөүе бик ҡыйын — һауынсынан да элегерәк тороп, таң һарыһы менән ферма ишеген асыуы, ай-һай, тип баш сайҡарлыҡ ҡына. Кискеһенә иһә — ҡараңғы төшә. Был сағында сит-ятҡа мал тирәһендә күренеүе, эш аҙағына кеше маҙалап, һәүкәштәрҙе өркөтөп йөрөүе лә һәйбәт түгел. Шулай ҙа, ике арауыҡты тура килтереп, ферма эргәһенә туҡтайбыҙ. Баҡһаң, бында көноҙоно эш туҡтамай: тәбиғәттә аҡыллы һаналған ике йәндең, йәғни кеше һәм уның өҫтәлен ризыҡ менән тултырыусы малҡайҙарҙың, "аралашыуы" дауам итә. Таң ҡараңғылығы, төн ҡараңғылығы. Ошо ҡорған-шаршауҙы йырып-йыртып, беҙҙе туйындырам, ғаиләмә аҙ ғына эш хаҡы булһын тип, малсы фермаға ашыға. Уйлаһаң, уйылып китерлек: өй — ферма, ферма — өй... Уҙған ғүмер... Эшенә шундай мөкиббән бирелгәндәр, үҙ сиратында һәммәбеҙ тарафынан да аҙ баһаланғандар тик бында — ауылда ғына йәшәйҙер.

"Урал" крәҫтиән хужалығы фермаһында йәнлелек.
— Малҡай, тик кенә тор...
— Хәҙер, сират һиңә лә етер...
Тыңҡ-дыңҡ — бетон-феләк, биҙрә дөңгөрҙәүе, аппараттар выжлауы... Һауынсыларҙың һәүкәштәрен берсә иркәләгән, берсә тиргәгән тауыштары...
Шишмә-Үрәкәй ауылында урынлашҡан ферма башҡа яҡтарҙағынан әллә ни айырылмай. Тик шуныһы: бында социализм "сәскә атҡан" осорҙа төҙөлгән һәр бинаны Иғтибар үҙәгендә – Асҡын районыһаҡлай алғандар, мал-тыуарҙы таратмағандар. Районда элекке колхоз системаһын үҙгәртмәгән эре хужалыҡтарҙан икәү ҡалған. Шуларҙың береһе — "Урал".
— Малсыларҙың эше ауыр булһа ла, тырышалар, мөмкин булғандың барыһын да башҡаралар, — ти крәҫтиән хужалығы рәйесе Илвир Солтангиров. — Үҙебеҙсә мал һанын да кәметмәйбеҙ, тоҡомсолоҡ эшен дә алып барабыҙ...
"Урал"дың фермалары Арбаш ауылында ла бар. Шишмә-Үрәкәйҙә — 140 баш һауын һыйыры, йәш быҙауҙар, икенсеһендә 200-ҙән ашыу башмаҡ-үгеҙ аҫрала. Рәйестең: "Барыһын да эшләргә тырышабыҙ", — тигән һүҙҙәрен "булдыра алғанын да", "булдыра алмағанын да" тип аңларға кәрәктер. Ә атҡарылғандары бик күп: һарай эсен йүнәткәндәр — сатлама һыуыҡтарҙа ла йылы, үҙ көстәренә быйыл яңы һөт үткәргес ҡуйғандар, кредитҡа аҙыҡ таратҡыс, һыуытҡыс алғандар, һауын һыйырҙарын күп һөт биреүсе ҡара-сыбар тоҡомлоларға алмаштырып бөткәндәр. Хужалыҡтың бөгөн бар килеме — малсылыҡтан, шуға ла мал аҙығы туплауға ҙур иғтибар бүленә. Бөтә һөрөнтө ер 1100 гектар тәшкил итһә, 250-һенә арыш сәсеп ҡалдырғандар. Былтыр, ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, һәр һыйырға 29 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләй алғандар. Был — фураж, һаламдан башҡа.
— Шуныһы ғына көйөндөрә, — ти Илвир Закуан улы, — йәштәр юҡ. Хәҙер малсылыҡта эшләүселәрҙең уртаса йәше 45-тән артты...
Был — малсылыҡ тармағының бәләһе, ләкин "Урал"да шуға ышаналар: аҙыҡ-түлекте гелән сит илдәрҙән килтереп кенә илде туйындырып булмай, бер көн ныҡлап үҙ етештереүсеһенә табан йөҙ менән боролорҙар. Шул саҡта йәштәр ҙә атлығып фермаларға барыр, заманса техника менән туған баҫыуҙарын иңләр.

Иғтибар үҙәгендә – Асҡын районыҠулдарында ағас та, кейеҙ ҙә йәнләнә

Юл сатында бер күрешеүҙең ғүмерлеккә лә булыуы мөмкин. Миҫал килтереп, ниҙер иҫбатлап тороу мөһим түгел, ике кеше араһындағы мөнәсәбәт һәр ваҡыт бер осрашыуҙан, хатта ҡараштан башлана.

— Һин ҡайһы ауылдан, һылыу?
— Упҡанкүлдән...
— Яңы Ҡарткиҫәктән, Ғәйнетдин булам.
— Фәриҙә, уҡытыусы булып ауылға ҡайттым...
Был осрашыу, бәлки, көндәлек донъяуи мәшәҡәттәргә күмелеп ҡалып, онотолған да булыр ине. Әгәр тағы ике йылдан яҙмыш, йәштәрҙе күрештереп, сәстәрен сәскә бәйләмәһә. Ләкин тәүге осрашыуҙы егет уға тиклем дә күңелендә йөрөтә, эстән генә аңлата алмаҫлыҡ хистәр: "Был ҡыҙ һинеке, һинеке!" — тип тылҡый.
Йәштәр ҡауыша. Романтика, илгиҙәрлек Хөснөтдиновтарҙы тыуған яҡтарынан Кузбасс шахтаһының Междуречье ҡалаһына алып китә. Улдары Илшат, ҡыҙҙары ӘлфиәИғтибар үҙәгендә – Асҡын районы тыуа. Өс тиҫтә йыл һиҙелмәй ҙә үтә: ағай — шахтер, апай, мөғәллимлеген ситкәрәк ҡуйып, медицина юлында була. Ял ваҡыттарында Башҡортостанға тартылалар. Тағы шуныһы: балалары ата-әсәһенең тыуған яғын үҙ итә — икеһе лә уҡырға Өфөгә килә. Илшат — ауыл хужалығы, Әлфиә педагогия институтын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Бөгөн иһә береһе — инженер, икенсеһе — рәссам.
"Рәссам" тигәндән, нәҡ ошо һөнәр, тәбиғәте менән матурлыҡҡа ынтылған Хөснөтдиновтарҙың гүзәллекте ағастарҙа, кейеҙҙәрҙә һынландырып ҡалыу һәләте булмаһа, беҙ ҙә улар тураһында ишетмәҫ, белмәҫ инек. Кешенең бит үҙенән дә бигерәк даны алдан йөрөй. Асҡынға барып төшөү менән район хакимиәтендә Иғтибар үҙәгендә – Асҡын районыуларҙы күреп китергә тәҡдим иттеләр. Юҡҡа булмаған икән...
Ба-а... Иҫең китер: ҡапҡа-кәртәнән башлап, семәрле биҙәктәр тәҙрә йөҙлөктәрен, ишек баштарын урап сыға, өй эсенә үтергә саҡыра. Ә унда... хужабикәнең ҡул Иғтибар үҙәгендә – Асҡын районыйылыһын һаҡлаған биҙәкле, төрлө һүрәтле балаҫ-келәмдәр күҙҙең яуын ала, кейеҙҙәргә һүрәттәр йән өрә.
— Кейеҙ баҫыу бик мәшәҡәтле, бысраҡ һымаҡ күренһә лә, ап-аҡ итеп йәйгәс, шунда уҡ һүрәт һорап тора, — ти Фәриҙә апай. — Минең өләсәйем дә, әсәйем дә ҡул эшенә бик оҫта ине. Хәтеремдә, беренсе класҡа уҡырға барғанда үҙем ойоҡбаш бәйләп кейгәйнем. Үҫә төшкәс инде туған-һеңлеләремә лә бәйләй башланым...
Бөгөн Фәриҙә апай кофта, свитер һымаҡ кейемдәрҙе лә бәйләп, балаларына, туғандарына бүләк итә. Кейеҙгә һүрәттәр төшөрә.
Ғәйнетдин ағай иһә, шахтала эшләгән сағында ағас эшенән алыҫлашып торһа ла, ҡайтҡас күңеле тартҡан һөнәргә тотонған.
Иғтибар үҙәгендә – Асҡын районы— Пенсияға сыҡҡас, нисек тик кенә тораһың инде, былай үҙенә күрә шөғөлөм бар, — ти хужа.
Эшһеҙ торорға яратмаған хужаларҙың аҙбарҙары ла буш түгел — егерме биш һарыҡ аҫрайҙар! "Әйҙә, — тип шаярта Ғәйнетдин ағай, — ҡарсыҡ бәйләһен дә бәйләһен".
Балаларының үҙ ғаиләһе. Ә бына ата-әсә йортон онотмайҙар. Әлфиәнең стеналағы майлы буяу менән төшөрөлгән һүрәттәре былай ҙа күркәм өйгә тағы ла йәм өҫтәй. Йәйҙәрен, ҡышҡы каникулда Хөснөтдиновтарҙың йорто гөрләп тора — ейән-ейәнсәрҙәре ҡайта. Олоғайған көндәрендә ошонан да ҙур бәхет юҡ бит ул ата-әсә өсөн!

Иғтибар үҙәгендә – Асҡын районыӨйө барҙың көйө бар

Яңы ғаилә ҡорған йәштәрҙең һәр береһе иркен, бөтөн уңайлыҡтары булған үҙ мөйөшөн булдырырға хыялланалыр ул. Әлбиттә, фатир мәсьәләһе күп осраҡта еңел генә хәл ителмәй. Йәштәр ҙә оҙаҡ йылдар кеше тупһаһында көн итергә, йә булмаһа ҡиммәт хаҡҡа ҡуртымға алып йәшәргә мәжбүр. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн төбәктә төрлө федераль һәм республика маҡсатлы программалары тормошҡа ашырылып, йәштәрҙең торлаҡ мәсьәләһе ыңғай хәл ителә, дәүләт ярҙамы күрһәтелә.

Һуңғы осорҙа районда 20-гә яҡын йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәшкән. Урмияҙ ауылынан Гөлназ менән Данир Мәрвиевтәр, мәҫәлән, "Ауылды Иғтибар үҙәгендә – Асҡын районысоциаль үҫтереү" программаһы буйынса йортло булғанына һаман ышанып бөтмәй.
– Өйө барҙың көйө бар, тиҙәр. Тик үҙ өйөңдә көй яңғыратыуға ирешеү еңелдән түгел, – ти Үршиҙе ауылынан Урмияҙға килен булып төшкән Гөлназ. – 2007 йылда яңы йортҡа нигеҙ һала башлағайныҡ, әммә әлеге лә баяғы аҡса мәсьәләһе бәкәлгә һуҡты, төҙөлөш туҡтап ҡалды.
2012 йылдың майында Мәрвиевтәрҙең ғаиләһен "Ауылды социаль үҫтереү" программаһына инеүҙәре менән һөйөнсөләйҙәр. Әлбиттә, был хәбәр ғаилә өсөн оло ҡыуаныс була. Оҙаҡ йылдар туҡтап торған төҙөлөш ҡабаттан тергеҙелә. Йәштәр ҙур ихласлыҡ менән, күктән төшкән аҡсаны файҙаланып, өмә үткәреп тигәндәй, көҙ өй туйлай. Туғандары ла, дуҫ-иштәре лә ярҙам итешә. Бөгөн улар бөтөн уңайлыҡтары булған иркен йортта матур донъя көтә. Икеһе лә ауыл мәктәбендә математика менән физиканан балаларға белем бирә. Алдынғы уҡытыусыларҙы хеҙмәттәштәре лә, ауылдаштары ла ихтирам итә. Уңған ғаиләлә ике малай үҫә: Динислам V класта уҡыһа, алты йәшлек Инсаф балалар баҡсаһына йөрөй.
– Өй төҙөү, ағас ултыртыу һәм балалар үҫтереү – ир кешенең мөҡәддәс бурысы. Улар бәхетле, етеш тормошта йәшәһен өсөн тырышабыҙ инде, – ти Данир.
Әле йорт хужаһы мунса, ҡош-ҡорт, мал аҫрар өсөн кәртә-ҡура төҙөп тә ултыртҡан. Баҡса үҫтерергә лә мөмкинлектәре бар хәҙер. Пай ерҙәрен дә маҡсатлы файҙаланалар, мал тотҡас, бесәне лә кәрәк бит.

Иғтибар үҙәгендә – Асҡын районы"Асҡыным – йәнтөйәгем" – рухлы баҫма

Тарихыбыҙҙы өйрәнеү, халҡыбыҙҙың милли үҙаңын үҫтереү, тыуған еребеҙҙең, телебеҙҙең ҡәҙерен белеү, уның үткәненә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уятыу, киләсәгебеҙгә ышаныс тыуҙырыуҙа бөгөн милли баҫмаларҙың әһәмиәте ҙур. Райондың "Асҡыным – йәнтөйәгем" гәзите лә башҡорттарҙың көнкүреше, тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте, данлы яҡташтары, эшһөйәр кешеләре, милли йолалар менән таныштырыуҙы мөҡәддәс бурысы итеп һанай.

2002 йылдың 14 мартында Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайында милли телдә район гәзите сығарыу резолюцияһы ҡабул ителә. Оҙаҡ та үтмәй, ноябрҙә тәүге һаны донъя күрә. Райондың мәҙәни тормошонда был күренекле ваҡиғаға әүерелә, сөнки "Асҡыным – йәнтөйәгем" төньяҡ-көнбайыш төбәктә башҡортса сыҡҡан Иғтибар үҙәгендә – Асҡын районытәүге баҫма була. Бөгөн ул – аяғында ныҡлы баҫып торған гәзиттәрҙең береһе. Уҡыусыларын тормошсан кәңәштәре, төплө, аҡыллы фекерҙәре менән генә тәрбиәләп ҡалмай, тарихи тамырҙарҙы барлап, халҡыбыҙҙың данлы үткәнен күрһәтеп, яҡташтары күңелендә милли ғорурлыҡ та уята. Йәш быуында илһөйәрлек рухын уятыуҙа ла күп эш башҡара.
– Районда башҡорт телендә гәзит сыға башлауға быйыл 10 йыл тулды. Баҫманың донъя күреүендә ул йылдарҙа район хакимиәте башлығы булып эшләгән Зәки Насировтың, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фиғәт Карамовтың өлөшө ҙур булды, – ти "Надежда" редакция-нәшриәт комплексы директоры, район гәзиттәренең баш мөхәррире Фәйрүзә Юнысова. – Беҙҙең төбәк башҡорттары күп йылдар дауамында үҙ тамырынан ситләштерелеп килде, туған телен дә татар теле алмаштырҙы, татар әҙәбиәте һәм мәҙәниәте өйрәнелде. Гәзиттең, әлбиттә, әле абруйы ла, үҙ уҡыусыһы ла бар.
Ун йыл эсендә баҫма һиҙелерлек үҫеш юлы үтеп, бөгөн рәсми теркәлгән үҙаллы гәзит булараҡ, районда ғына түгел, республика кимәлендә лә танылған милли баҫмаларҙан һанала. Гәзит ырыҫлы һәм бәрәкәтле Башҡортостан ерен, уның халҡын данлап, райондың көндәлек тормошон сағылдыра, рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе йәш быуынға еткерә. Һәр һанда тиерлек геройҙары хеҙмәт кешеһе булған уҡымлы һүрәтләмәләр, көн ҡаҙағына һуҡҡан репортаждар, хәбәрҙәр баҫыла. Бында шулай уҡ атай-олатайҙарыбыҙ тарихын, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнеүгә, шәжәрәләребеҙҙе төҙөүгә ҙур урын бирелә. Ошо уңайҙан "Тамырҙарыңды беләһеңме?", "Шәжәрә" рубрикалары уҡыусылар араһында күптән инде танылыу яулаған. Бында хәбәрселәр нәҫел-нәсәбен барлап, ырыуындағы күренекле шәхестәре хаҡында мәғлүмәт йыйып, шәжәрә төҙөгән райондаштары тураһында даими яҙып тора. Тағы ла төбәгебеҙ тарихын, ер-һыу атамаларын, үҙенсәлекле диалектты өйрәнеүгә лә ҙур ғына урын бүленә. Мәҫәлән, "Топонимика серҙәре" рубрикаһында һәр кем боронғо ваҡыттан ҡалған төрлө риүәйәттәр, бәйеттәр, легендаларға, фараздарға, архив материалдарына таянып аңлатма бирелгән ер-һыу атамалары донъя күрһә, "Үҙ һөйләшемдә һөйләшәм"дә бөгөн һаҡланып ҡалған алтынға бәрәбәр тел өлгөләрен ололарҙан һорашып-йыйып баҫалар.
Хәбәрселәр эш бүлмәһен генә һаҡлап ултырмай, һуңғы йылдарҙа йәмғиәттәге ҙур һәм мөһим үҙгәрештәр нигеҙендә халҡыбыҙҙың үҙ тарихы, атай-олатайҙарҙың ҡанлы көрәше һәм данлы үткәне менән дә таныша, эҙләнә, яңы мәғлүмәттәр туплай.
Башҡорт телендәге район гәзите мәктәп уҡыусылары өсөн дә бик файҙалы, сөнки бында күптәр үҙенең тәүге шиғыры, мәҡәләһе менән сығыш яһай. 10 йыл эсендә йәш ҡәләм тирбәтеүселәр баҫманың әүҙем хәбәрсеһенә әйләнеп, үҙҙәренең ижад емешен ошо гәзиттә ташҡа баҫтырған. Редакция хәбәрселәре тәүге көндән үк мәктәп уҡытыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән дуҫтарса бәйләнеш булдырған.
Гәзит сығарыу – күмәк кешенең эше. Был йәһәттән редакция ауыл хәбәрселәренә таяна. Улар бай, йөкмәткеле мәҡәлә, хәбәр ебәреп, үҙҙәре йәшәгән төбәк-ауыл яңылыҡтары менән уртаҡлаша. Мөхәрририәт Билгеш ауылынан Р. Ғайсинаның, И. Мәснәүиеваның, Ҡарткиҫәктән Х. Гәрәевтең, Ф. Нәбиуллинаның, Н. Бәләғетдинованың, Иҫке Ҡаҙансынан А. Солтановтың, М. Зарипованың һәм башҡа ауыл хәбәрселәренең мәҡәләләрен яратып ҡабул итә.
Бөгөн башҡорт гәзите аҙнаһына ике тапҡыр һигеҙ битле булып сыға. Коллектив ҙур түгел. Наилә Имаева – гәзитте сығарыу буйынса мөхәррир, Сулпан Ғилметдинова – хәбәрсе, ә Нурсинә Әхмәрова иһә нәшерләүсе, гәзиткә мәҡәләләр ҙә яҙа.
"Асҡыным – йәнтөйәгем" – исеме есеменә тура килеп тора. Ул темалар төрлөлөгө менән халыҡҡа яҡын. Башҡорт телендәге район гәзите – һәр ғаиләнең ышаныслы дуҫы, кәңәшсеһе, яратып уҡыған һәм көтөп алған баҫмаһы.


Автор: Махсус битте Самат ҒӘЛИН, Рәлис УРАҘҒОЛОВ әҙерләне.
Фото: Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 906

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528