Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡыш бабай өйгә килде
Ҡыш бабай өйгә килдеТылсымлы Яңы йыл байрамын кескәй йөрәктәр бигерәк тә ҙур тулҡынланыу менән ҡаршы ала. Тышта һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, күңел йылыһын таратыусы был байрамдан Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы бер ҡасан да ситтә ҡалмай, һәр Яңы йылдағыса, балаларға күтәренке кәйеф өләшә. Театр сәхнәһендә тылсымлы әкиәт һәм аҙаҡ Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡатнашлығындағы мажаралы тамаша ойошторола. Ә иң мөһиме — театрға килә алмаған, мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәрҙе Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу өйҙәренә барып ҡотлай.

Быйыл да хәйриә акцияһы уҙғарылды: Яңы йыл геройҙары инвалид балаларҙы байрам менән тәбрикләп, матур бүләктәр тапшырҙы. Ҙур йомшаҡ уйынсыҡ-муҡса эсенә төрлө тәмлекәс тултырылған. Әйткәндәй, уларҙы “Востокнефтезаводмонтаж” асыҡ акционерҙар йәмғиәте әҙерләне. Форсаттан файҙаланып, ошо матур һәм киң күңелле коллективтың етәксеһе Хәлит Бикмөхәмәтовҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Был изге эш шул тиклем сауаплы, шул уҡ ваҡытта үтә лә яуаплы, сөнки ҡайһы бер балалар хатта Ҡыш бабайҙың кем икәнлеген белмәй, уны бер ҡасан да күргәне булмаған. Актерҙарға был йәһәттән ауырыраҡҡа тура килә, сөнки кескәй баланың күңелен мөғжизәгә ышандырырға һәм һауығыуға өмөтөн һаҡлап ҡалырға өйрәтергә кәрәк. Ә мөмкинлектәре сикләнгән балалар тормоштоң әсе-сөсөһөн дә, яҡшы-яманын да нисектер нескәрәк тойомлай кеүек.
Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм Ҡар бабай менән рәхәтләнеп көлөшөп, гөрләшеп күңел асты балалар. Шиғырын да һөйләне, йырҙарын да йырланы, шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнап та өлгөрҙө улар (әлбиттә, ата-әсәләре ярҙамында).
Салауат театры тормоштоң күләгәле яғына тура килеүселәргә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Һүрелгән өмөттәрҙе яңынан ҡабыҙыр, һынған ҡанаттарҙы нығытыр, һыҙлаған яраларҙы уңалтыр өсөн ҡайһы саҡ ябай ғына кеше иғтибары, ихлас һүҙ ҙә етә бит. Юҡҡамы ни “Йылы һүҙ — йән аҙығы” тигәндәр.


Автор: Эльвира ИСҠУЖИНА. Салауат ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә