Тылсымлы Яңы йыл байрамын кескәй йөрәктәр бигерәк тә ҙур тулҡынланыу менән ҡаршы ала. Тышта һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, күңел йылыһын таратыусы был байрамдан Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы бер ҡасан да ситтә ҡалмай, һәр Яңы йылдағыса, балаларға күтәренке кәйеф өләшә. Театр сәхнәһендә тылсымлы әкиәт һәм аҙаҡ Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡатнашлығындағы мажаралы тамаша ойошторола. Ә иң мөһиме — театрға килә алмаған, мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәрҙе Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу өйҙәренә барып ҡотлай.
Быйыл да хәйриә акцияһы уҙғарылды: Яңы йыл геройҙары инвалид балаларҙы байрам менән тәбрикләп, матур бүләктәр тапшырҙы. Ҙур йомшаҡ уйынсыҡ-муҡса эсенә төрлө тәмлекәс тултырылған. Әйткәндәй, уларҙы “Востокнефтезаводмонтаж” асыҡ акционерҙар йәмғиәте әҙерләне. Форсаттан файҙаланып, ошо матур һәм киң күңелле коллективтың етәксеһе Хәлит Бикмөхәмәтовҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Был изге эш шул тиклем сауаплы, шул уҡ ваҡытта үтә лә яуаплы, сөнки ҡайһы бер балалар хатта Ҡыш бабайҙың кем икәнлеген белмәй, уны бер ҡасан да күргәне булмаған. Актерҙарға был йәһәттән ауырыраҡҡа тура килә, сөнки кескәй баланың күңелен мөғжизәгә ышандырырға һәм һауығыуға өмөтөн һаҡлап ҡалырға өйрәтергә кәрәк. Ә мөмкинлектәре сикләнгән балалар тормоштоң әсе-сөсөһөн дә, яҡшы-яманын да нисектер нескәрәк тойомлай кеүек.
Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм Ҡар бабай менән рәхәтләнеп көлөшөп, гөрләшеп күңел асты балалар. Шиғырын да һөйләне, йырҙарын да йырланы, шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнап та өлгөрҙө улар (әлбиттә, ата-әсәләре ярҙамында).
Салауат театры тормоштоң күләгәле яғына тура килеүселәргә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Һүрелгән өмөттәрҙе яңынан ҡабыҙыр, һынған ҡанаттарҙы нығытыр, һыҙлаған яраларҙы уңалтыр өсөн ҡайһы саҡ ябай ғына кеше иғтибары, ихлас һүҙ ҙә етә бит. Юҡҡамы ни “Йылы һүҙ — йән аҙығы” тигәндәр.