Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тыныс ҡартлыҡ көтөп ҡалам...”
“Тыныс ҡартлыҡ көтөп ҡалам...”Редакциябыҙға сираттағы борсоулы хат килеп төштө. Уны республикабыҙҙың баш ҡалаһында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, II группа инвалиды Шәфҡәт Рөстәмов яҙып ебәргән. Хатта ветеран йәшәгән йорттоң 5, 8 һәм 11-се фатир хужаларының да ҡултамғалары бар. Авторҙы торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы айырым мәсьәләләр тамам аптыратҡан һәм ул һуңғы өмөт менән “Башҡортостан”ға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған.

Ветеран ниңә зарлана?

“Борсоғаным өсөн, зинһар, ғәфү итегеҙ. Әммә түҙер әмәлем ҡалманы, үҙ-үҙемә ҡул һалырлыҡ хәлдәмен!” тип башлаған хатын олатай. Бындай йөрәк өшөткөс һүҙҙәргә нимә сәбәпсе һуң?
Хөрмәтле ветеран баш ҡаланың Өфө шоссеһы урамындағы йорттоң бер бүлмәле фатирында яңғыҙы көн итә. Урамға сығыу мөмкинлеге сикләнгән, ҡултыҡ таяҡтары – төп ярҙамсыһы. Төп бәләһе шунда: һуңғы ваҡытта фатирҙы һыу менән тәьмин итеү системаһында, үҙе әйтмешләй, ҡот осҡос тауыш – “сирена” барлыҡҡа килгән. Улай ғына түгел, фатирҙағы торбалар һәм ванна туҡтауһыҙ дерелдәй, хатта һыу ҙа бөркөлә икән. Был хәл йә бер нисә минут һайын, йә төн уртаһында ҡабатлана. Ҡартлығын тыныс ҡына үткәрергә теләгән кешегә, бигерәк тә инвалидҡа, әлбиттә, ул бик насар тәьҫир итә.
Шәфҡәт Насип улы йортто хеҙмәтләндереүсе 75-се торлаҡ файҙаланыу участкаһының диспетчерына мөрәжәғәт итә. Уға башта ремонт бара тип яуап ҡайтаралар, сәбәбен асыҡларға һүҙ бирәләр. Олатай тәүҙәрәк ышана, әммә тауыш артабан да ҡабатлана. Шәфҡәт Насип улы һөйләүенсә, хатта август айында вибрация һөҙөмтәһендә торбалар зыян күреп, йорттоң 16-сы фатирын һыу баҫа. “Бынан фатирым да зыян күрҙе: түбә менән мөйөштәрҙә ярыҡтар барлыҡҡа килде”, — тип яҙған хатында. Ә был бөтмәҫ тауышты ул үҙен фатирһыҙ ҡалдырырға теләгәндәрҙең “этлеге” тип ҡабул иткән. Ни тиһәң дә, оло йәштә, бер үҙе йәшәй, һис тә булмаҫ, тимә...
Шуға ла ветеран быға тиклем Башҡортостандың Дәүләт торлаҡ инспекцияһына, “Роспотребнадзор”ға, хатта полицияға ла мөрәжәғәт иткән, әммә бер кемдән дә аныҡ яуап ала алмаған. Мәҫәлән, полициянан “бында бер ниндәй криминал юҡ” тигән яуап килгән. “Башҡортостан” гәзитенә яҙған хатында иһә ошо тауышты бөтөрөүҙә һәм килтерелгән зыян өсөн фатирына капиталь ремонт яһауҙа булышлыҡ итеүҙе үтенгән.

“Тыныс ҡартлыҡ көтөп ҡалам...”Ванна “уйнаҡлай”?..

Беҙ шунда уҡ хат эҙенән юлландыҡ. Шәфҡәт Насип улы көн иткән күп фатирлы йорт ихатаһының төҙөкләндерелгән булыуы күҙгә ташланды, өр-яңы тротуарҙар һалынған. Ветеран беҙҙе күршеһе Рәшиҙә Вәлетдинова менән ҡаршыланы. Булған ваҡиғаларҙы ул да раҫланы. Бөтә фатирҙың был тауыштан “дөмбөрләгәненә” һәм ваннанан ҡайнар һыу урғылыуына был ҡатын да шаһит булған. “Хатта унитаз менән ванна ла “уйнаҡлап” китә, торбалар һелкенә, өй эсендә түҙерлек әмәл юҡ”, – тип аңлатты ул. Шуға ла хәҙер оло йәштәге II группа инвалиды йортонда ҡолаҡсын кейеп йөрөргә мәжбүр!
Шәфҡәт Насип улы беҙгә үҙен борсоған мәсьәләләрҙе һөйләп бирҙе. Бар бәләлә 75-се торлаҡ файҙаланыу участкаһы хеҙмәткәрҙәрен ғәйепләй. Уныңса, слесарҙар кемдеңдер ҡушыуы буйынса махсус рәүештә ошондай “тауыш” тыуҙыра. Олатай әйтеүенсә, фатирының аҫтындағы подвалда көслө вибрация яһаусы махсус ҡоролма ҡуйғандар. Уны ветеран “мискә эсенә урынлаштырылған электр моторы” тип аңлатты. Хатта нисек эшләүен дә төшөндөрөп бирергә тырышты: “сирена” бөтөү менән, подвалдан кемдеңдер сыҡҡаны ишетелә. Һуңынан, көн үткәс, йә бер аҙнанан тауыш яңынан ҡабатлана. Уларҙың серен төшөнгәс, башҡа алымдарға күстеләр. Үҙҙәренә әйтһәм, вентилдән тип аңлатып маташтылар”.
– Кемгә кәрәк һуң был? – тип һораныҡ Шәфҡәт Насип улынан. Олатайҙың кемгә зыяны булһын инде, II группа инвалиды булараҡ, фатирында ҡултыҡ таяғына таянып саҡ йөрөй. Уныңса, был хәлде бер төрлө генә аңлатып була: төрлө юлдар менән фатирын тартып алмаҡсылар!

“Тыныс ҡартлыҡ көтөп ҡалам...”Ғәйепле билдәле

Шәфҡәт Насип улы менән осрашҡандан һуң, беҙ хәлде асыҡлар өсөн 75-се торлаҡ файҙаланыу участкаһына юлландыҡ. Етәксе Рәмил Ситдиҡов эш буйынса сығып өлгөргәйне. Беҙҙең менән баш инженер Асия Фәйезова һөйләште.
Баҡтиһәң, улар Шәфҡәт Насип улының мәсьәләһе менән яҡындан таныш. Ошо хәл буйынса унан мөрәжәғәттәр, ысынлап та, күп булған. Закон нигеҙендә ветеранға ваҡытында яуап бирелгән.
– Фатирҙағы сәйер тауыштың сәбәбе асыҡландымы һуң? – тип ҡыҙыҡһындыҡ беҙ.
Асия Хәсән ҡыҙы аңлатыуынса, тауыш торбалағы вентилдәрҙең төҙөк булмауы арҡаһында тыуған икән. Уныңса, торбаларҙың “уйнаҡлауы” һәм ваннанан һыу урғылыуы ла – ошонан.
– Был вентилдәрҙе үҙебеҙҙең иҫәпкә алмаштырырға тура килде, ҡайһы бер фатир хужалары “миңә уның кәрәге юҡ” тип кенә яуап ҡайтара. Слесарҙар, көн-төн тимәй, һыуыҡ һәм эҫе һыуға айыртҡыстарҙы ла тикшереп, тиҙ арала төҙәтеп сыҡты. Беҙҙе Башҡортостандың торлаҡ инспекцияһы ла, “Роспотребнадзор” ҙа тикшерҙе, хата булһа, асыҡланыр ине, – тине әңгәмәсебеҙ.
Олатайҙы тамам йөҙәткән был бәләнең ҡабатланыу сәбәбе – ҡайһы бер фатирҙарҙа ваҡыты-ваҡыты менән сантехника ҡорамалдарының эштән сығыуында. Баҡһаң, ошо арҡала барлыҡҡа килгән тауыш Шәфҡәт Насип улының беренсе ҡаттағы фатирына ла торбалар буйлап килеп етә икән. Уларҙы төҙәткәндән һуң, тауыш бөткән. Асия Хәсән ҡыҙы әйтеүенсә, әгәр башҡа берәй фатирҙа сантехника ҡорамалдары эштән сыҡһа, тауыштың һәм вибрацияның тағы ла ҡабатланыуы ихтимал. “Әммә беҙ ваҡытында сараһын күрергә тырышабыҙ”, – тип ышандырҙы ул.
Фатирҙың стенаһындағы ярыҡтарҙың һәм сатнаған урындарҙың ҡайҙан барлыҡҡа килеүе лә ҡыҙыҡһындырҙы беҙҙе. Вибрация эҙемтәһенән түгел, тип аңлаттылар. Фатирҙы ваҡытында ремонтлау зарур. “Хужа кеше торлағын үҙе төҙөкләндерергә тейеш. Капиталь ремонтҡа килгәндә, беҙҙең биләмәлә был күп фатирлы йорттан да (әйткәндәй, ул 1992 йылда төҙөлгән) иҫкерәктәре бихисап, тәүҙә уларҙа үткәреләсәк. Ғөмүмән, уны беҙ башҡармайбыҙ”, – ошо булды баш инженерҙың яуабы. Шулай ҙа Шәфҡәт Насип улына ҡала хакимиәтенең халыҡты социаль яҡлау бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәңәш бирелгән. Ярҙам һораған оло йәштәгеләрҙең фатирына ремонт бушлай яһала икән.
Беҙ бер юлы йорттоң “серле” подвалын да күреп сығырға булдыҡ. Мастер ҙа, слесарь ҙа унда бер ниндәй ҙә “электр моторы” юҡлыҡҡа ышандырырға тырышты. Төшкәс, инандыҡ – ысынлап та, юҡ икән. Әлбиттә, булһа ла, уны сығарып ташлау оҙаҡ түгелдер. Подвалда ниндәйҙер мискә генә ултыра. Шик-шөбһә уянып ҡуйҙы: ветеран һөйләгән мискә шул түгелме икән?

Һәр фатир хужаһы тыныс тормошҡа хоҡуҡлы

75-се торлаҡ файҙаланыу участкаһы хеҙмәткәрҙәренә ветерандың да дәғүәләрен ишеттермәксе булдыҡ. Шәфҡәт Насип улының байтаҡ ҡына үпкә һүҙе йыйылып киткәйне. Быға ғәжәпләнәһе түгел: һәр кем үҙ фатирында тыныс көн итергә теләй, ә ҡот осҡос тауыш эсендә түгел. Был беҙҙең ил ҡануниәте тарафынан раҫланған хоҡуғығыбыҙ. Торлаҡ файҙаланыу участкалары ошоно тормошҡа ашырырға бурыслы. Шуға ла участка етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре ветерандың дәғүәләрен ҡабул итер, ярҙамынан өҙмәҫ һәм киләсәктә бындай хәлдәргә юл ҡуймаҫ, тип ышанғы килә.
Әйткәндәй, Шәфҡәт Насип улы әйтеүенсә, бер аҙнаға яҡын тауыш ҡабатланмаған. Киләсәктә лә шулай булыр һәм оло йәштәге инвалид борсолорға мәжбүр булмаҫ, тип ышанып ҡалабыҙ...
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй 19.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй...

Тотош уҡырға 14

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла 19.08.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфө уҡтыусыларының август кәңәшмәһендә аҡсалата премия күләмен арттырыу тураһында тәҡдим...

Тотош уҡырға 15

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана 19.08.2025 // Йәмғиәт

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана...

Тотош уҡырға 16

Башҡортостанда 27 градус эҫе булыуы көтөлә

Башҡортостанда 27 градус эҫе булыуы көтөлә 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда, ямғыр яуыуына ҡарамаҫтан, йылы һауа торошо фаразлана, тип хәбәр итә Башгидромет...

Тотош уҡырға 21

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды...

Тотош уҡырға 22

«Сәләмәтлек поездары» табиптары республиканың 8 районына юллана

«Сәләмәтлек поездары» табиптары республиканың 8 районына юллана 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә....

Тотош уҡырға 23

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола...

Тотош уҡырға 33

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 90 йәшлек юбилейын билдәләне

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 90 йәшлек юбилейын билдәләне 18.08.2025 // Йәмғиәт

Вәзит Рәжәпов – совет сауҙаһы отличнигы, Жуков миҙалы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән....

Тотош уҡырға 20

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне

Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Ленин районынан тыл хеҙмәтсәне Зөбәйҙә Хәкимова 95 йәшен билдәләне. Район башлығы урынбаҫары...

Тотош уҡырға 36

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай 15.08.2025 // Йәмғиәт

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай...

Тотош уҡырға 44

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла...

Тотош уҡырға 38