Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡулайлаштырыумы, әллә ҡыйынлаштырыумы?
(Рауил Бикбаев, "Ышаныстар һәм борсолоуҙар", 2012 йыл, 28 ноябрь)

Алға, тибеҙ, алға, тибеҙ,
Алға табан барабыҙ.
Алға барырға ҡушҡан бит
Беҙгә Ленин бабабыҙ.

Бала саҡта йырлап йөрөгән ошо юлдарҙы һуңғы осорҙа киреһенсә әйтке килә:

Алға, тибеҙ, алға, тибеҙ,
Артҡа табан барабыҙ...

Мәғариф өлкәһендәге ҡулайлаштырыу тигән ғәмәл беҙҙе, ысынлап та, артҡа, үткән йылдарға, алып ҡайта һымаҡ. Был ҡулайлаштырыуға түгел, ә күберәк ҡыйынлаштырыуға оҡшаған.

Уҙған быуаттың 50-се йылдары аҙағы, беренсе класҡа уҡырға барҙым. Ауылыбыҙ мәктәбендә ике генә бүлмә, шунда ике уҡытыусы белем бирә: беренсе менән өсөнсөләрҙе — Гөлләрә апай Мөхәмәтҡолова, икенселәр менән дүртенселәрҙе Ғәбделхай ағай Хөсәйенов уҡыта.
Беҙгә үҙаллы эш биргәндә, яңы тема аңлатҡанда, өйгә эште һорағанда зирәгерәк бәләкәстәр өлкәндәр белмәгәнде әйтеп ултыра торғайны. Улар — беҙгә, беҙ уларға ҡамасаулағанбыҙҙыр ҙа инде. Әммә "шулай кәрәк" тип уҡығанбыҙ.
Ләкин әле, алты тиҫтәгә яҡын ваҡыт үткәс тә, алға бараһы урынға шул 50-се йылдарға кире ҡайтабыҙ. Хәҙерге мәктәптәрҙә икешәр генә түгел, хатта өсәр класс бер бүлмәлә белем ала. 45 минут эсендә уҡытыусы нисек өлгөрә? Һәр класҡа 15-әр минут ҡына бүленә бит! Ошо ваҡытта үткәндәрҙе ҡабатла, өйгә эште тикшер, яңы тема аңлат, уны нығыт, өйгә эш бир... Автоматҡа, роботҡа әйләнә түгелме бахыр уҡытыусы? Ә балалар 45 минутта үҙләштерә торғанды 15 минутта аңларға тейеш. Тәғәйен белемдең өстән бер өлөшөн генә аламы улар шунан?
Уҡытыусыларҙың фекерен, һүҙен ишетеүсе лә, тыңлаусы ла юҡ һымаҡ. Бер райондан ошо хаҡта гәзиткә яҙып ебәргән авторҙы (исем-фамилияһын үҙгәртеп, адресын күрһәтмәһә лә), стиле буйынса танып, эҙәрлекләп бер булғандар. Уҡытыусының матбуғат аша үҙ фекерен әйтергә, мәсьәләне нисектер хәл итеү хаҡында башҡаларҙың да һүҙен ишетергә хаҡы юҡмы ни?
"Ҡулайлаштырыу" тигән нәмә төптән уйлап еткерелмәгән ғәмәлгә оҡшаған. Балалар һанына ҡарап мәктәптәрҙе ҡыҫҡартыу төптө дөрөҫ түгел! Элек өс бала уҡыһа ла белем усағын ҡалдырырға тырышалар ине. Бәләкәй генә ҡыҙ һәм малайҙар нисек күрше ауылға йөрөргә тейеш? Бер нисә йыл элек Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылында ошондай мәсьәлә күтәрелгәйне. Ауыл халҡы тырышһа ла, матбуғат баҫмалары яҙһа ла, барыбер проблема хәл ителмәне. Балалар күрше урыҫ ауылына йөрөргә мәжбүр.
Ошо уҡ райондың мордвалар йәшәгән Енғалыш мәктәбе уҡытыусылары ла хәҙерҙән үк борсолоу белдерә, сөнки, белем усағы ябыла ҡалһа, балалар ҡайҙа барып уҡыр, яҡын-тирәлә бүтән мордва мәктәбе юҡ, ти улар.
Әллә ҡайҙа ла китәһе түгел: үҙемдең тыуған яғымда — Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылында — 11 йыллыҡ мәктәп башта туғыҙ йыллыҡҡа әйләнде, унан башланғысҡа ҡалдырылды. Яңылышмаһам, 39 кеше уҡыһа, белем усағы ябылмаҫҡа тейеш булған, ә ғәмәлдә 36 бала ҡалған, сөнки өсәүҙе ата-әсәләре, уҡытыусылар, Күмертау, Ишембай, Өфө гимназияларына биргән. Һөҙөмтәлә тотош коллектив эшһеҙ ҡалып, хәҙер ҡайһылары күрше ауыл мәктәбенә йөрөп уҡыта. Күптәре стаж буйынса ваҡытынан алда хаҡлы ялға сыҡҡан. Ҡайһылары Күмертауға күсә башлаған. Мәктәп мәсьәләһе кешеләрҙе яйлап ауылдарҙан китергә мәжбүр итә. Шунан нисек "артҡа табан барабыҙ" тип әйтмәйһең инде?!
Үткән быуаттың 60-сы йылдарында күпме бәләкәй ауыл юҡҡа сығарылды! Мәктәптәр бөтһә, ауылдар ҙа бөтәсәк: йәштәр балаларын уҡытыр өсөн ҡалаға, үҙәккә күсәсәк, ҡарт-ҡоро ғына тороп ҡаласаҡ. Ә ул саҡта хужаһыҙ ҡалған ерҙе кем эшкәртер? Ситтән яңы хужалар килерме? Улар кемдәр өсөн эшләр? Ана шундай уйҙарға этәрә бөгөнгө ҡулайлаштырыу.


Автор: Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә