Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тормошом маяғы
Беҙҙең өләсәй тылсымсы кеүек: кистән мейескә киптерергә ҡуйған ойоҡбаштарҙы иртән алһаң, улар ямалып-йыуылып ҡуйылған, өҫ кейемдәренең элгесе тегелгән, төймәләре нығытылған.
— Үҙебеҙ ҙә тегәбеҙ бит инде уны, ял итер инең бер аҙ, — тип асыулана уға әсәйем.
Өләсәйем иһә йылмая-йылмая мейестән яңы бешкән бәлештәрен сығара.
— Ял етмәй һиңә, үҙең өсөн йәшәр инең, — ти әсәйем, уны ҡайғыртып.
— Нисек була һуң ул "үҙең өсөн"? — тип аптырай өләсәй. — Кемгәлер ярҙам итеүҙән, кемделер көтөп алыуҙан да ҙур бәхет юҡ бит ул, ҡыҙым. Бына, һеҙ ҡайттығыҙ — донъям яҡтырып китте.
Тирә-яҡҡа ҡарайым: ысынлап та, өй яҡтырып киткән кеүек. Өләсәйем матур күлдәген кейеп, башына аҡ яулығын бөркөнһә, өй эсе тағы ла йәмләнә.
Өләсәйем йәшәгән Тәтешле районының Юрмияҙбаш ауылы ҡаланан әллә ни алыҫ та түгел, әммә бында тормош күпкә яҡтыраҡ, кешеләр изгерәк. Күрше апай-инәйҙәр ингәс тә арҡабыҙҙан һөйөп ала. "Ҡайтҡандар бит, шатлығың артҡан икән!" — тип өләсәйем өсөн ҡыуаналар. Уларҙың күбеһен таныйым. "Беҙгә лә кил, ҡыҙым", — тип ҡунаҡҡа саҡыралар.
— Әхирәттәрең яҡшы кешеләр икән, — тим өләсәйемә.
— Беҙ — бер ауыл кешеләре, балам, ҙур ғаилә кеүек йәшәйбеҙ. Бергә ғүмер иткәс, бер-береңә ярҙамлашырға кәрәк, — ти ул.
Өләсәйем Мөфәккирә атлы минең, әммә был исем документтарында ғына йәшәй. Үҙен барыһы ла Ғаилә тип йөрөтә. Бының тарихын күптән түгел әсәйем һөйләне. Ҡарт олатайым Вәсбирахман менән ҡарт өләсәйем Данияның балалары тыуғас та үлеп торған. Сираттағы сабыйҙарын ерләгән ҡайғылы кистә быларҙың ишеген бер мосафир шаҡыған.
Уны хөрмәтләп ҡабул иткәндәр, булғаны менән һыйлағандар, урын йәйгәндәр. Иртән мосафир юлға йыйынғанда былай тигән: "Балаларығыҙ тормай икән, тағы бер сабыйығыҙ тыуһа, уға Ғаилә тип исем ҡушығыҙ, ул йәшәр, дауамығыҙ булыр". Бынан һуң һуғыш башланған, ҡарт олатайым яуға киткән, Дания өләсәй йөклө булып ҡалған. Донъяға ҡыҙ бала тыуған, уға Мөфәккирә тип исем ҡушҡандар.
Бер нисә аҙна үткәс, был бала ла ауырый башлаған. Шул саҡ ҡарт өләсәй, теге мосафирҙың һүҙҙәрен иҫкә алып, сабыйға "Ғаилә" тип өндәшкән. Бала күҙгә күренеп терелеп киткән. Был хәлгә аптырағандар, әлбиттә. Ғаилә исеме өләсәйемә бөтөнләйгә береккән. Мин дә уның документтағы исемен былтыр шәжәрә төҙөгәндә генә белдем.
Кескәй сағымда өләсәйгә эйәреп йөрөргә ярата инем. Ул әле ҡаҙҙарына ем бешерә, әле малға сөгөлдөр турай, сөгөлдөрөн әллә нисә ҡат йыуа.
— Һыйырға ғына бит, ниңә өс тапҡыр йыуаһың? — тип һорайым.
— Һыйыр — беҙҙе туйҙырыусы. Һөт тә, майҙа, ит тә — унан. Беҙ ҙә уны һәйбәт итеп ҡарарға тейеш, — ти ул.
Хәҙер ҡайһы саҡ үҙемә лә сөгөлдөр турап ҡуйырға ҡушалар. "Эй, өсәр тапҡыр йыуып тормам инде", тип уйлайым да, өләсәйемдең һыйырҙы ҙурлап һөйләгәндәре иҫкә төшһә, ҡат-ҡат һәйбәтләп йыуырға тура килә.
— Аҡыллы, ярҙамсыл, кешелекле булығыҙ, балаҡайҙарым, — тип кенә тора беҙгә өләсәй. — Таш менән бәргәнгә лә аш менән бәрегеҙ.
— Балаларҙы бигерәк йыуашлыҡҡа өйрәтәһең, хәҙер бит заман икенсе, әсәй. "Үткер булығыҙ!" тиергә кәрәк. Беҙ ҙә һинең тәрбиәнән уҙа алмайбыҙ — бигерәк ебекбеҙ, — тип ҡаршы төшә уға әсәйем.
Тик өләсәйем был һүҙҙәр менән һис килешмәй.
— Кешеләрҙең ҡанундары, бәлки, үҙгәрәлер, уларҙы боҙорға ярай торғандыр, әммә Хоҙай Тәғәләнең ҡанундары үҙгәрмәй — беҙ яҡшылыҡ менән йәшәргә тейеш, — тип үҙенекендә тора.
Ауылдың ошондай эскерһеҙ, киң күңелле, һәр кешегә сабыйҙарса ышанып барған халҡына аптырап та, һоҡланып та ҡарайым. Битарафлыҡ, эскелек, һүгенеү менән тулы ҡаланан ҡайтҡас, улар миңә икенсе донъя кешеләре һымаҡ тойола. Әле урамда кейем-һалым һатып йөрөүселәрҙе ашатып-әсереп сығаралар, әле ут тикшереп йөрөүселәрҙе, эш менән райондан килгән апайҙарҙы, пенсия таратыусыларҙы һыйлайҙар. Иң яҡын туғандарылай, ҡапҡа төбөнә тиклем оҙатып ҡалалар...
Өләсәйемә 70 йәш, олатайым 82-не уҙған. Ғүмер буйы эшләп йәшәгән улар, әле лә тик тора белмәйҙәр: бер һыйыр, өс быҙау аҫрайҙар, умарта ҡарайҙар, баҡса үҫтерәләр. Үҙҙәренең алты балаһын да хеҙмәт менән тәрбиәләгәндәр, барыһын да юғары белемле иткәндәр.
Олатайым менән өләсәйем — тормошом маяғы. Кәңәштәренән сыҡмаһам, ҡәҙерле кешеләрем һымаҡ тормошта күп нәмәгә өлгәшермен, хөрмәт ҡаҙанырмын, тип уйлайым.


Автор: Әлиә ҒИЛЕМХАНОВА, Нефтекама ҡалаһы 6-сы мәктә


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә