Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ятҡан таш аҫтына тәңкә ҡыҫтырмайҙар
Ятҡан таш аҫтына тәңкә ҡыҫтырмайҙарАрабыҙҙа тыуған еренең ысын хужаһы булған, эргә-тирәләгеләргә хәленән килгәнсә ярҙам итеп, ауырлыҡтар алдында баш эймәй йәшәгән эшҡыуарҙар етерлек. Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондарының иң ҙур ауыл хужалығы предприятиеһының береһе булған "Уралтау"ға нигеҙ һалған һәм етәкселек иткән Таһир Зарипов хаҡында ла тап шулай тиергә була.

Ирмен тигән ирҙең даны үҙенән алда йөрөй: Таһир Ғафар улы тураһында район хакимиәтендә лә, халыҡтан да тик йылы һүҙҙәр ишеттек. Баҡһаң, ул бөлөп барған колхоздарҙы тергеҙә, үҙ эшсәндәрен диңгеҙ буйына, санаторийҙарға ялға оҙата, мохтаждарға хәйриә ярҙамы күрһәтә.
Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылы егете йүнселлеккә тотонор алдынан 15 йыл урман хужалығында эшләгән, ситтән тороп урман хужалығы техникумын, институт тамамлаған. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Мәсәғүт урмансылығына эшкә урынлашҡан. Эшкә талымһыҙ егет төрлө йылдарҙа тармаҡта мастер, урмансы, директор урынбаҫары вазифаларын биләгән.
– Бер ваҡыт эштән китергә ҡарар ҡылдым. Быға тиклем дә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә инем – техникаға запас частар менән күмәртәләп һатыу иттем. Хужалыҡтарҙан заявкалар алып сыҡҡас, тауарҙы Рәсәй буйлап эҙләп табып, килтереп бирә торғайным. Урмансылыҡтан киткәс, ошоға ныҡлап тотондом, – тип һөйләй эшҡыуар.
Һуңынан ул ауыл хужалығына иғтибар итә. Артур Әхтәров, Илшат Йәғләмүнов һәм Зөлфиә Усачева менән бергәләп эш башлай. Дыуан районында иң артта һөйрәлгән, бөлөү сигенә еткән "Урал" колхозын тергеҙеп ҡарарға булалар. "Беҙ эшләмәһәк, кем эшләр?" тигән һорау ошо осорҙа уларҙың девизына әүерелә.
Әммә ауыл хужалығы уларҙы "еңел" уңыш менән ҡыуандырырға теләмәй. Байтаҡ көс түгергә һәм йүгерергә тура килә. Бына шулай башлана ауыл хужалығындағы уңыштың сере. Һөҙөмтәлә бер аҙҙан тырышлыҡтың тәүге емештәре лә күренә башлай.
"Уралтау"ға тиҙҙән элекке "Рәсәй" колхозы ла (хәҙер "Дружба" колхозы исемен йөрөтә) ҡушыла. Уның ере, 700 баш сусҡа аҫралған комплексы, ҡышҡы келәттәре була. Эшҡыуар уға өҫтәп 2007 йылда бөлгөнлөккә төшкән икмәк ҡабул итеү пунктын һатып ала. Техника паркын Канаданың сәсеү комплексы, тракторҙар һәм "КамАЗ" машиналары менән тулыландыра.
Бөгөн "Уралтау" ауыл хужалығы предприятиеһында 300-ҙән ашыу кеше эшләй. Эш хаҡы (10–12 мең һум тирәһе) ваҡытында түләнә. "КамАЗ"-да йөрөгән шоферҙар – 25-30-ар, механизаторҙар 25 мең һум ала. Комбайнерҙарҙыҡы миҙгеленә 170 мең һум тирәһе килеп сыға.
Предприятиеның сәсеүлек майҙаны — яҡынса 12 мең гектар. Бөгөн хужалыҡта 1800 һыйыр малы, шул иҫәптән 370 һауын һыйыры, 4200 сусҡа бар, 300-ҙән ашыу һарыҡ, 400 тирәһе йылҡы көтөлә. Эшкәртеүҙе яйға һалырға йыйыналар: ит комбинаты төҙөлә. Көн һайын йөҙ килограмға яҡын билмән, кәтлит, тиҫтәгә яҡын төрлө колбаса һатыуға сығарыла. Өс магазин, ике икмәкхана эшләй.
Хужалыҡ йәштәргә торлаҡ мәсьәләһен яйға һалыуҙа ла булышлыҡ итә. Йорт төҙөгәндәргә материал, техника менән ярҙам күрһәтергә тырышалар, пилорама хеҙмәте лә бушлай. Ғаилә ҡороусыларға предприятие тарафынан дүрт мең һум күләмендә матди ярҙам күрһәтелә. Ауыл хужалығы буйынса белем алғандарҙың уртаса килеме уҡыу мәлендә лә һаҡлана, өҫтәүенә юл хаҡы ҡаплана, тәүлегенә ҡарап командировка сығымдары түләнә.
Эшҡыуар уңышының төп сере тырышлыҡта һәм маҡсатҡа ынтылышта икәнен бер кемдән дә йәшермәй. Ысынлап та, ятҡан таш аҫтына тәңкә ҡыҫтырмайҙар – маҡсатыңа өлгәшеү өсөн һәр ваҡыт тәүге аҙымды яһарға кәрәк.
Дыуан районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә